«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әйҙәүсеһе табылырмы?



20.11.2010 Әйҙәүсеһе табылырмы?

Башҡортостандың рухи тормошона йән өрөүсе күпме берлектәр (союздар) бар: яҙыусылар, композиторҙар, рәссамдар, журналистар союздары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары, төрлө үҙәктәр. Әммә, тәрән үкенескә күрә, ошо союздар, ойошмалар араһында берҙәмлек, ижади хеҙмәттәшлектең булмауы хаҡында уйланғаным, һағайғаным, һиҫкәнгәнем, тетрәнгәнем саманан ашты. Халыҡтың күңелен үҫтереүсе, рухи булмышын сыныҡтырыусы берлектәрҙең үҙҙәрендә лә үҙ-ара берҙәмлек күҙәтелмәй. Мәҫәлән, Композиторҙар берлегендә үҫешкән социализмдан ҡырағай капитализм осорона күсеш дәүерендә, исмаһам, берәйһе хәтерҙә, телдә һаҡланырлыҡ бер көй-моң ижад иттеме икән? Был һорау Яҙыусылар союзына ла ҡағыла. Берәй шағир берәй композитор менән хеҙмәттәшлек итергә уйлап ҡаранымы икән? Либретто яҙҙымы? Театр сәхнәләренән башҡортса яңы опера яңғырармы берәй заман?

Нишләп опера телмәрендә, балет телендә башҡорт теле юҡ?

Драматургтарға ла шундай мөрәжәғәтемде, ярһыу үтенесемде еткерәм. Халыҡтың милли үҙаңын, рухын, күңелен, ойоҡһоп ятҡан хәтерен уятырҙай, тергеҙерҙәй, үҫте­рерҙәй берәй драма сәхнәләштереләме? Сәхнәлә классик әҫәрҙәрҙең булмауы һиҫкәндерә. Тормошҡа, йәшәү рәүешебеҙгә «элита» тигән һүҙ килеп инде. Элита тигән сифат ижади берлектәргә лә оялап алды булһа кәрәк. Элита һүҙен ябайлаштырып ҡына әйткәндә, синфи яҡтан халыҡтан айырылған ижадсы (бай ҡатламдар сәйәсәтенә ауаздаш ижадсы) тип күҙалларға мөмкин. Ябай халыҡ, ярлылар өсөн кем опера яҙыр, уның либреттоһын кем ижад итер?
Халыҡтың әхлаҡ сифаттарын, рухи булмышын үҫтереүсе ижад үрнәктәре кәрәк, бик кәрәк. Байҙар аҡсаға суҡынған заманда йәшәп маташабыҙ, тереклек итәбеҙ. Тел-телмәребеҙ наҡыҫая, кәмһетелә бара. Милли мәғарифты ил етәкселәре күптән инде ерләне. Туған телдәрҙе предмет рәүешендә булһа ла өйрәнеү мөмкинлектәре йылдың- йылына ҡыҫыла килә. Телдең бөтөүе – илдең бөтөүе. Ошо дауыл ғәрәсәтенә киң йәмәғәтселек ойошмалары, яҙыусылар, композиторҙар, йырсылар, рәссамдар, ғалимдар битарафлыҡ күрһәтә.
Туған телде һаҡлау буйынса күпме юғары кимәлдәге симпозиум, фәнни-практик конференция, ил етәкселеге ҡатнашҡан республика уҡытыусыларының август кәңәшмәләре үтә. Бындай форумдарҙа күпме һәйбәт ҡарарҙар ҡабул ителә. Ундай ялған ҡарарҙарҙың файҙаһы ла – ике тин бер аҡса.
Башҡорт халҡының үҙ милли операһы, балеты ҡабаттан тергеҙелергә тейеш. Башҡорт әҙәби телмәре ниңә операла, балетта яңғырамай башланы? Операның үҙенсәлекле милли аһәңен, тәрән мәғәнәле телмәрен хорҙа, арияларҙа, монологтарҙа, ансамблдәрҙә күреү мөмкинлегенән мәхрүм була барабыҙ. Әйтәйек, Заһир Исмәғилев менән Баязит Бикбай йәки башҡа композиторҙар менән шағирҙарҙың, драматургтарҙың гүзәл башланғысын артабан кемдәр дауам итер? Баҙыҡ сәнғәт гәүһәрҙәрен булдырыусыларҙың янартауҙай ижад ҡомарын, рухын, сәмле эшмәкәрлеген томан араһындағы билдәһеҙлектә ҡалдырыу бөгөнгө ижадсыларыбыҙҙың йөҙөнә шәфәҡ ҡыҙыллығы, битенә серкеү килтермәйме икән?
Күпме эпосыбыҙ бар беҙҙең. Ана шул рухи хазиналарыбыҙ опера телмәрендә, балет телендә ҙур сәхнәләрҙән әле булһа халыҡтың күңеленә, хәтеренә еткерелмәй ҡала килә. Күпме легендаларыбыҙ, инаныу-ышаныу йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бар! Опера һәм балет сюжетына инеп китерҙәй этномәҙәни байлыҡтарыбыҙ, ҡомартҡыларыбыҙ сәхнә түрҙәренән ҡасан балҡыр икән?

Сығанаҡтары ҡайҙа?

Халыҡ бейеүҙәрендә балет башланғыстарын күреп булһа, халҡыбыҙҙың моң даръяһында милли опера өсөн күпме сығанаҡ ята! Сәсәндәребеҙҙең үҙ-ара әйтеш ярыштарында ла опера сәнғәтенең гүзәл өлгөләре сағылмаймы ни? Йә булмаһа, сеңләү жанрында йәш ҡыҙҙың ата-әсәһенә, туған-тыумасаһына, һыҡтап, үкһеп, йыр аша үҙенең мөнәсәбәтен күрһәтеүе, бәлки, милли операның башланғысылыр ҙа. Быға тик беҙ сәнғәт күҙлегенән сығып тейешенсә баһа бирә алмағанбыҙҙыр, моғайын. Һабан­туйҙар – үҙе бер драматик поэма. Ат сабыштырғанда саптар юрғаларҙың сабып йә юртып килгәндәге тыпырлау ритмы башҡорт бейеүҙәренең нигеҙендә ята булһа кәрәк. Бындай ритмика милли балеттың нигеҙендә лә урын алғандыр.
Опера һәм балет сәнғәте башҡорт халҡына ят тип әйтмәҫ инем. Шуны ла хәтерҙән сығармайыҡ: мәҫәлән «Тәнәкәй» йырында әсә менән ҡыҙҙың ҡара-ҡаршы йырлауы милли опера башланғысының бер төрөлөр, минеңсә. Бына ул йыр:
Әсәһе: Кәзә бирәм, Тәнәкәй,
Алаһыңмы, балаҡай?
ҡыҙы: Кәзәң менән нишләйем?
Баҫылмай ҙа ярһыу йөрәккәй.
Әсәһе: Тана бирәм, Тәнәкәй,
Алаһыңмы, балаҡай?
ҡыҙы: Танаң менән нишләйем?
Баҫылмай ҙа ярһыу йөрәккәй.
Әсәһе: Кейәүгә бирәм, Тәнәкәй,
Бараһыңмы, балаҡай?
ҡыҙы: Барам, әсәй, әсәкәй,
Баҫылды ла ярһыу йөрәккәй.
Башҡорт халҡының рухи хазинаһында бындай миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, «Һары ла сәс» йырындағы егет менән ҡыҙҙың ҡара-ҡаршы моңлап әйтешеүе милли операның арияһы һымаҡ яңғырай. Башҡорт халыҡ йырын драматургтар драмаға әйләндерә ала икән, яҙыусыларыбыҙ уның опера вариантын яҙа алмаймы ни? Бындай үрнәк театр сәхнәһендә күрһәтелде түгелме ни? Мәҫәлән, Заһир Исмәғилевтың «Шәүрә» операһы Баязит Бикбай либреттоһы буйынса 1963 йылда сәхнәгә сыҡты. Тимәк, башҡорт операһының милли тамырҙары халыҡтың ауыҙ-тел ижадында яталыр.
«Башҡорт операһы үҙ аллы жанр булараҡ 40-сы йылдарҙа формалаша», – тип «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия» (Өфө, 1997) хәбәр итә. Театр белгесе булмаһам да, аптырашта ҡалдым. Аҙмы-күпме белеүемсә, башҡорт операһының тәүге классик өлгөләре күпкә иртәрәк барлыҡҡа килә һымаҡ. Был жанр­ҙың башында башҡорт композиторы һәм йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ҡыйыу эшмәкәрлеген күрмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән: «Ғәзиз Әлмөхәмәтов Солтан Ғәбәши һәм В. Виноградов менән бергәләп «Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы – 1925 йылда ҡуйыла) һәм «Эшсе» (М. Ғафури либреттоһы – 1930 йылда ҡуйыла) опералары өҫтөндә эшләй», – тип тә мәғлүмәт бирә «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия». Был операларҙа төп партияны Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе башҡара. Шуны ла әйтергә кәрәк: был ике опера ҡаҙан сәхнәләрендә ҡуйыла. Миңә тимәгәйе ҡырым-ҡытайҙа ҡуйылһын, әммә башҡорт операһының үҫеш тарихында иң беренсе сиратта «Сания» һәм «Эшсе» операларын күҙ уңынан ысҡындырыу ҙур хилафлыҡ булыр ине.
Башҡорт милли операһының донъяға сығыу тарихы телгә алған энциклопедияла бер ни тиклем кәметелеп (бәлки, кәмһетелеп) күрһәтелә.

Берҙәмлектә бөтә көс

Башҡорт милли операһының артабанғы үҫешендә композиторҙарыбыҙ менән яҙыусыларыбыҙҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеген, берҙәмлеген күрәбеҙ. Бында бигерәк тә иң егәрле яҙыусыбыҙ Баязит Бикбайҙың эшмәкәрлеге һоҡландыра. Ул бер үҙе генә нисәмә операның либреттоһын ижад иткән. Яҙыусылыҡ выжданы, халыҡҡа хеҙмәт итеү намыҫы шулай ҡушҡандыр ҙа. Баязит Бикбай, минең ҡара иҫәп буйынса алғанда ла, «ҡарлуғас», «Азат», «Салауат Юлаев», «Шәүрә», «Замандаштар» операларына үҙ либреттоларын яҙған. Бына ҡайҙа күрәбеҙ беҙ әйҙәүсе яҙыусыны!
Композитор менән яҙыусы замандың һәр осоронда ла бер-береһенә ижадташ булған. Операны яңғыҙ ижад итеп булмай. Ул – көйсө менән ҡәләм оҫтаһының уртаҡ хеҙмәте. Әйтәйек, Баязит Бикбайҙы ғына алып ҡарайыҡ. Әгәр ул Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин кеүек данлыҡлы композиторҙарыбыҙ менән теләктәшлек, үҙ-ара уртаҡ тел тапмаһа, ике яҡ өсөн дә әһәмиәте ҙур булған маҡсат менән янмаһа, театр сәхнәләрендә үрҙә телгә алған операларҙы һәм «ҡоҙаса» музыкаль комедияһын да күрергә насип булмаҫ ине.
Башҡа яҙыусылар ҙа башҡорт милли операһын булдырыуҙа, артабан үҫтереүҙә үҙ ижад ялҡынын йәлләмәне. Ундайҙарға мин Сәғит Мифтаховты, Мөхәмәтша Буранғо­ловты, Мостай Кәримде, Рәғиҙә Янбулатованы, Ғәйнан Әмириҙе, Ишмулла Дилмөхәмәтовты һәм Сафуан Әлибаевты индерер инем. Улар яҙған либреттоларҙы компози­торҙарыбыҙ операға әйләндерҙе. Бына ул операларҙың исемдәре: «Һаҡмар» – композиторы Мәсәлим Вәлиев, Сәғит Мифтахов либреттоһы; «Мәргән», «Ашҡаҙар» – композиторы А. Эйхенвальд, Мөхәмәт­ша Буранғолов либреттолары; «Ай­һы­лыу» – композиторы Н. Пейко, Ғәйнан Әмири либреттоһы; «Дауыл» – композиторы Рәүеф Мортазин, Рәғиҙә Янбулатова либреттоһы; «Ағиҙел тулҡындары» – композиторы Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим либреттоһы; «Урал илселәре», «Аҡмулла» – композиторы Заһир Исмәғилев, Ишмулла Дилмөхәмә­тов либреттоһы.
Арҙаҡлы композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев тәбиғәттән бирелгән таланты, ҡомарлы ижады, ныҡышмалы эшмәкәрлеге менән күпме артылыш яуланы. Шул артылыштағы маяҡтар уны үлемһеҙ итте. Бына ошо маяҡтарҙың хәтергә уйылып ҡалғанын ғына һанап үтәйем. Заһир ағайыбыҙ – СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты. Ул башҡорт милли музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Ленин, Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе», 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Заһир Исмәғилев башҡорт милли музыкаль комедияһы жанры буйынса ла килер быуынға үҙ үрнәктәрен ҡалдырҙы. Мәҫәлән, уның «ҡоҙаса» (Баязит Бикбай либреттоһы) һәм «Алмаҡай» (Сафуан Әлибаев либреттоһы) әҫәрҙәре тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
Заманалар уҙған һайын Заһир Исмәғилев менән Баязит Бикбайҙың юҡлығы үҙен нығыраҡ һиҙҙерә, уларҙың ижади дуҫлығы, хеҙмәттәшлеге көнләштерә. Был ике ҙур шәхес, берҙәмлектән көс алып, береһе – ай, икенсеһе ҡояш булып, башҡорт театр сәнғәтен нисек үҫтереүҙең өлгөһөн күрһәтте.
Ошо өлгөгә эйәреүсе табылырмы ижади союздарҙа? Яҙыусылар көмбәҙендә Баязит Бикбай үҙе бер яҡты йондоҙ булған икән дә. Ана шул йондоҙ халыҡ яҙыусыһы йәки халыҡ шағиры исемен йөрөтөүселәргә ҡарағанда үтә лә йомарт ижад хазиналарын ҡалдырып киткән.

Һүнеп барған рух шәүләһе

Коммунизм шәүләһе Европаны гиҙгән. Башҡа төбәктәргә үтеп инә алмағандыр, күрәһең. Ә бына һүнеп барған рух шәүләһе Башҡортос­танды гиҙә. Башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрҙе айҡай. Мәктәп­тәрҙең ишеген асып инә. ҡыҙ-улдарын балалар баҡсаһына, мәктәпкә илтеүсе ата-әсәләрҙең күңеленә үрелә. Театр сәхнәләрен үҙ шәүләһенә сорнай.
Һүнеп барған рух шәүләһе ши­ғырҙарға ла йоҡмай ҡалмағандыр. Ана шул афәт Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙе лә бик ныҡ борсоғандыр. Һөҙөмтәлә ул үҙенең «Урал» поэмаһын яҙырға мәжбүр булғандыр. Был әҫәр башҡорт шиғриәтендә үҙе бер дәүер булды. Аҫаба башҡорт ерендә үҫеүенән, үҙ милләтенән танманы ул. Киреһенсә, башҡортлоҡтоң, милли рухтың нимә икәнен халыҡсан һүҙҙәр менән төшөндөрөп бирҙе. Бына ул алтын бөртөктәре:
Башҡортлоҡ – ул милләт кенә
түгел,
ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.
Мәшһүр шағирыбыҙҙың икенсе бер әҫәренән дә өҙөк килтерәйем:
Суҡынды әҙәм аҡсаға,
ҡороп бара рух.
Йән әрней, нишләп ҡалыр тип
Рухһыҙ тормош.
Кемгә ҡул бирергә хәҙер?
ҡул ҡулды йыуа.
Минең ҡулды йыуаһы юҡ,
Йыуынмаған донъя!
ҡороп барған рух осоронда йыуынмаған донъяла башҡортлоҡ юҡҡа сығырмы икән ни? Баш­ҡортлоҡтоң милләттән ҙурлығын Назар Нәжми бик яҡшы аңлаған. Башҡорттоң һәр ырыуының айырым бер милләт бу­лырҙай халыҡ икәнен шағир асыҡ төшөнгән. Аҫаба халыҡтың күплеге яу батырҙары, даусыл сәсәндәре, хатта Аллаһ илсеһе булған муллалары ла азатлыҡты бары тик яу менән генә урынлаштырыу мөмкинлеген аңлаған. Һайыҡ аң менән түгел, ә тулы аҡыл менән илде ирекле итергә теләгән халыҡ ул – башҡортлоҡ.
Бының менән нимә әйтергә теләйем? Һүнеп барған рухты тергеҙерҙәй сәхнә әҫәр­ҙәре кәрәк. ҡаһар­ман халҡыбыҙҙың тарихи үткәне тураһында драмалар, опералар, балеттар кәрәк. Опера театры сәхнәләрендә тамыр йәйгән сит ил классикаһы тамам екһендерҙе.
Донъяны баштан-аяҡ үҙгәртеп ҡороу (байҙың – байыу, ярлының хәйерсегә әйләнеүе) осоро ике тиҫтә ғүмерҙе лә ялмап ҡуйҙы. Шул дәүерҙә берәй милли опера йә балет театр сәхнәһен биҙәнеме икән?
Нисәнсе йыл булғандыр инде, һәр хәлдә, бынан 4 – 5 йыл электер, урамда миңә академик Нияз Мәжитов осраны ла:
– Слушай, Рафаэль, һин Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» операһын ҡараныңмы? – тип һорай ҡуйҙы. Мин шаяртыңҡырап яуап бирҙем:
– Нияз ағай, боронғо «Арҡайым» ҡаласығын археологтар асҡан. Ул операны ҡарап һәйбәт иткәнһегеҙ. Һеҙ – археолог. Мин бит археолог түгел. Ул минең уйынсалап әйтеүемә әһәмиәт бирмәне шикелле.
– Шулай ҙа һин ул операны ҡара әле. Һинең күҙең осло бит. Мин аңлап еткерә алмағанды, бәлки, һин аса алырһың, – тине лә автобусҡа ултырып китеп барҙы.
Үҙемдән аҙ булһа ла өлкән кешенең һүҙен йыҡмайым тип, ҡараным мин ул операны. Килгәнемә үкенеп тә ҡуйҙым. Операның композицияһы ла нисектер буталсыҡ һымаҡ күренде. Башҡорт халҡының бо­ронғо ҡомартҡыһы тураһында һүҙ барғанда милли моң, халыҡсан ансамблдәрҙең булмауы мине һиҫкәндерҙе. Либреттоһын да үҙебеҙҙең ижадсы түгел, Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе бер урыҫ яҙған икән. Боронғо башҡортто таба алманым ул операнан. Итен күр ҙә, һурпаһынан төңөл, тип, аҙағына тиклем саҡ түҙеп ултырҙым. Классика милли этномәҙәниәттән һут ала. «Арҡайым» операһын классикаға тиңләп булмай. Әммә опера жанры ла халыҡсанлыҡтан мәхрүм булырға тейеш түгелдер ҙә?
Заһир Исмәғилев менән Баязит Бикбайҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек үрнәген артабан кемдәр дауам итер икән? Ижадсылар араһында шул үрнәккә эйәрерҙәй, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртерҙәй әйҙәүсеһе табылырмы?

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты
профессоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға