«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бүтән бәлә булмаһын



14.02.2014 Бүтән бәлә булмаһын

(Ташҡындан зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән, Әбйәлилгә Белорет районынан ылау килгәйне)
Быйыл беҙҙә бесән, бәрәңге булды. Башта бай булдыҡ, бөгөн бахырландыҡ. Бесән бакуй­ҙа, бәрәңге баҫыуҙа, барып булмай, батҡаҡ. Болот та болот, быҫҡаҡланы, бысратты, бимазаланы. Бәрәңгене баҙға, бесәнде бесәнлеккә быраҡтырып булманы. Барыбер бирешмәнек, бәшмәкте бештек былай. Бешерҙек тә, баҙарға ла барҙыҡ. Байтаҡ бол булдырҙыҡ. Бына, бөгөн белореттар беҙҙе байытты. Бынау борттағы бәрәңгене берәр биҙрәнәнме, булмаһа, бишәр биҙрәнәнме, бүлешәйекме?
Булмай былай, Буранғолдағы белем биреү бинаһының баҙына бушатайыҡ. Бәрәңгенән булһа ла билмән бөрөрҙәр, борослап болғар­ҙар, бөтәүләй бешерһәң дә бара. Беҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа, бабайҙарыбыҙ ҙа, биләмә башлығыбыҙ ҙа, башайҙар ҙа, буранғолдар ҙа, бөтә Башҡортостан да, белореттарҙың был башланғысын “бишле” билдәһенә баһалай.
Байдәүләтов Белореттыҡы бит, булдыралар былар. Беҙ, бурыслы булмаҫҡа була, буҙлашып-бейештек, был беҙгә бер байрам булды. Башҡорто ла, башҡорт булмағаны ла беҙҙең бәләгә битараф булмаһын. Бәлә-бәхетһеҙлек башҡа булмаһын.
Булдыҡлы, берҙәм белореттар бай булһын, бәйләнеш берәгәйле булһын.

Флүрә МОРАТШИНА.
Әбйәлил районы,
Һәйетҡол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға