07.02.2014 Кәрәкмәгән операциялар
йәки Яһалма йөҙ, яһалма түш, яһалма… кешеләр заманы
АҠШ-тың Калифорния штатында башлана был. Пластик хирургиянан шоу эшләп, бөтә илгә күрһәтеү. Шунан хирургтарға оҙон сират теҙелеп китә. Операцияны бөтә кешегә лә яһайҙар – мәңге йәш ҡалырға теләгән “йондоҙ”ҙан алып үҙ бите менән ҡәнәғәт булмаған үҫмергә тиклем. Шуны, етмәһә, телевидениенан күрһәтәләр. Ә ауыр реабилитация осоро, хатта үлемгәсә еткергән өҙлөгөүҙәр, психологик проблемалар – барыһы ла “экран артында” ҡала. 2005 йылда, шоуҙар сәскә атҡан ваҡытта, АҠШ-та уңышһыҙ яһалған пластик операцияларға бәйле 10 миллион мөрәжәғәт-ғариза теркәлә. Телепроекттарҙың зыян күргән ҡатнашыусылары шоу авторҙарын судҡа бирә башлай. Шунан һуң ғына кешеләрҙе экспериментта файҙаланыу күләме әҙерәк һүлпәнләнә, пластик хирургиянан телешоу яһау ҡыҙығы бөтә. Әммә хирургтарға сират оҙонайғандан-оҙоная. Бөгөн дә кешенең йөҙөн үҙгәртеү өсөн бер көндә йөҙәрләгән скальпель эшкә керешә…
Матурлыҡ – ҡурҡыныс көс
Һәр кемдең камил булғыһы, оҙаҡ йәш ҡалғыһы килә. Шул камиллығын, гүзәллеген кеше нисек кенә файҙаланмай?! Матур ҡатындар арҡаһында борон һуғыштар ҙа сыҡҡан бит. Матур булайым тип, ҡатын-ҡыҙҙар битен нисек кенә тәрбиәләмәй ҙә, нимәләр генә һөртмәй. Биҙәнеү менән генә ҡәнәғәт булмағандар бысаҡ аҫтына ята. Кеҫә яғы мөмкинлек бирһә, әлбиттә. Ә ул мөмкинлекте нисек тә табырға тырышалар. Бөгөн битенә пластик операция яһатып йәшәреп йөрөүсе ҡарт артистарҙы күп күрәбеҙ. Уларҙың йөҙө күпкә үҙгәргән, уның ҡарауы – йыйырсыҡһыҙ. Ярай әле, операция бит-йөҙҙө шымартыуҙа ғына туҡталып ҡалһа, яһалма ирендәр, яһалма түштәр, яһалма танауҙар һ.б. менән шапырыныуҙы әллә ни күрәләр. Моғайын, күптәре шул мифик матурлыҡ өсөн йоҡоһоҙлоҡтан да йонсойҙор әле. Пластик операцияның кире яҡтарын “йондоҙҙар” ғәм халыҡҡа бигүк белдереп бармай. Матурлыҡ ҡорбан талап итә, тигән әйтем дә бар бит әле. Үҙҙәре теләп ҡорбан булып тик йөрөйҙәр инде. Был кемгә кәрәктер?
Статистика буйынса, донъяла йылына 17 миллион пластик операция яһала. Шуның 8,5 миллионы – ҡатмарлы хирургия ярҙамында. Иң таралған операция төрҙәре – күкрәкте ҙурайтыу, танау формаһын үҙгәртеү, күҙ ҡабағын һәм битте “тарттырыу”.
Күп билдәле шәхес скальпель аҫтына ятҡан, әммә ҡайһы берҙәре генә, мин пластик операция яһаттым, тип йәшермәй әйтә ала. Йәшәрә-йәшәрә, “йондоҙ”ҙар элекке ҡиәфәттәренән күпкә үҙгәргән, тағы ла йәмһеҙәйә төшкән осраҡтар етерлек. Мәҫәлән, Алла Пугачева, минеңсә, операция эшләтмәй генә тәбиғи ҡартайһа, күпкә һөйкөмлөрәк тә күренер ине әле.
Майкл Джексонды ғына алайыҡ. Битен ағарта, шымарта торғас, ул мумияны хәтерләтә башлағайны. Тирене бер туҡтауһыҙ тарттырыу, күҙ тирәһен, ирен-танауҙы ҡырҡҡылау тәбиғи биттән йәнһеҙ битлек яһай инде ул.
Йәш саҡта матур булған Людмила Гурченко ла, ҡартайғас та шундай булып ҡалам тип, йөҙөн ана нишләтеп ҡуйҙы.
Донъяла операция ҡорбандары етерлек. Беренсе урында Джоселин Вилдельштейн атлы ханым торалыр. Йәшлеген оҙонайтыу маҡсатында бер нисә миллион доллар аҡса исраф иткән, әммә хәҙер уны “Франкенштейн кәләше” тип йөрөтәләр. Франкенштейн иһә ғәләмәт ҡурҡыныс йөҙлө бер әҫәр геройы.
Джоселин йәш сағында, 70-се йылдарҙа, һары сәсле бик матур ҡыҙ булған. Миллиардерға кейәүгә сығып, бер аҙ бәхетле йәшәгәс, ҡатын иренең үҙенән һыуына башлауын тоя. Ул иренең яратҡан бесәйенә оҡшарға ҡарар итә, йөҙөн шул йәнлектекенә оҡшатырға тырышып, пластик операция эшләтә. Тик һөйгәне генә шул матурлыҡты күтәрә алмай, барыбер ҡатынынан китә. Шулай башлана Джоселиндың пластик операция яһатыуға әүәҫлеге. Ире ҡалдырған аҡсаға операция эшләтә лә эшләтә, эшләтә лә эшләтә. Үҙен самаһыҙ үҙгәртеүгә дүрт миллион доллар бөтөрә.
Германияла йәшәүсе 28 йәшлек Майра Хиллс һәр ваҡыт ҙур күкрәктәр тураһында хыяллана. Хәҙер ул силикон түш ҡуйҙыртыу теләге менән ҡасан ауырый башлағанын да хәтерләмәй. Маҡсатына ирешә барыбер – был туташ Европала иң ҙур түшле һанала. Майра, операциянан һуң иҫ киткес матурландым, тип маҡтана һәм артабан күкрәктәрен тағы ла ҙурайтмаҡсы. Ҡарап тороуға уның был силикон “шарҙары” ифрат та ерәнгес күренә, тип артынан көлөп ҡала, ти, ҡайһы бер көслө зат. Был немец ҡыҙы гел шатланып ҡына йөрөмәй шул, ә арҡаһы ауыртыуға зарлана. Хатта махсус гимнастика ла ярҙам итмәй икән.
Пластик операцияның
кире яҡтары
Операцияны ниндәй генә тәжрибәле хирург яһаһа ла, тәнегеҙҙә барыбер ҙә йөйҙәр ҡаласаҡ. Яһалма түш ҡуйҙыртҡанда бигерәк тә. Анестезияның да өҙлөгөүгә килтереүе бар. Имплантаттан инфекция эләгеүе мөмкин. Иң насары – йоғошло сирҙең операциянан һуң күпмелер ваҡыт үткәс кенә асыҡланыуы. Ҡабаттан ҡырҡып, инфекциялы яһалма түште алырға тура килә.
Операциянан һуң реабилитация осоро оҙаҡ ҡына. Билдәле бер ваҡыт күкрәктәрҙәге ауыртыныуҙы һәм дискомфортты бөтөрөр өсөн махсус дарыуҙар ашарға кәрәк. Яһалма түш ҡуйҙыртыуҙың кире яғы күп. Мәҫәлән, силикон торғанда маммография үткәреү мөмкин түгел. Шуға ла күкрәк биҙе сирен, яман шешен иртә асыҡлау проблемаһы бар. Етмәһә, имплантаттың йыртылыуы ихтимал. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: һеҙҙә яһалма күкрәк һәм һеҙ кеше араһында икән, ти, тора-торғас, түшегеҙ шартлаһа, йә йыртылһа, нимә эшләр инегеҙ? Аллам һаҡлаһын! Был осраҡта кисекмәҫтән силиконды алырға кәрәк, юғиһә яҡты донъя менән хушлашыуға ла күп ҡалмаясаҡ.
Ғалимдар пластик хирургия килеп сығыу менән уны тикшереү эштәрен дә ҡыҙыу башлаған. Һөҙөмтәләр ярайһы ышандырырлыҡ кеүек. Баҡһаң, силикондарҙан әллә ниндәй сирҙәр гөлләмәһе алырға мөмкин икән. Иң ҡурҡынысы, әлбиттә, яман шеш. Француз ғалимдары быны хатта тикшермәйенсә лә әйткән, сөнки илдә бер осорҙа ғына силикон имплантаттарҙы кире алыу өсөн 30 меңләп операция яһалған. Табиптар шуны ла иҫкәртә: яһалма туҡымалар ревматоид артрит, неврологик сирҙәр, ҡыҙыл сөсө ауырыуы (красная волчанка) үҫешенә ыңғай булышлыҡ итә. Бынан тыш, организм йыш ҡына сит есемде ҡабул итмәй һәм аллергия башлана. Силикондың ҡанға эләгеүе лә хәүефле. Ул үлемгә килтерә. Шуға ла имплантат йыртылыу менән операция эшләтә һалырға кәрәк.
Түбәндәгене лә күҙ уңында тотоу мөһим: пластик операциянан һуң гематома, эренләү, туҡымалар үлеү, нервылар зарарланыу, йөй ҡалыу, тән ойоу, ҡанау кеүек күренештәр – ғәҙәти хәл.
Гиннесс китабына
эләккән Рәсәй ҡыҙы
Санкт-Петербургта йәшәүсе Кристина Рэйға 22 генә йәш. Был йәштә кешенең тәбиғи йөҙө лә саф булыусан. Әммә Кристина үҙ йөҙө өҫтөндә тәжрибәгә иртәрәк тотонған, тәүге операцияны 17 йәшендә эшләткән. Гиннестың рекордтар китабына ул донъяла иң ҙур ирендәргә эйә булараҡ ингән. Аңлашылалыр, ирендәре – яһалма. Бының өсөн йөҙгә яҡын инъекция индерелгән, 4000 фунт стерлинг (беҙҙеңсә, 232 мең һум тирәһе) аҡса түгелгән. Әле ҡыҙ ҡолағына операция яһатҡан. Яҡшы ишетер өсөн түгел, ә кешене шаҡ ҡатырыр өсөн. Хәҙер уның ҡолаҡтары өҫкә ҡарай ослайып тора. Был ҡиәфәте менән Кристина ифрат та ҡәнәғәт. Алда торған ҙур маҡсаты – “Кто подставил кролика Роджера?” тигән йәнһүрәттәге бер ҡыҙ затына оҡшау.
Фекер
Павел КУПРИН, пластик хирург (“Aurora Premium Award” проектына биргән интервьюһынан):
– Пациенттарымды кәрәкмәгән операцияларҙы яһатмаҫҡа өндәйем. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар, күп аҡса түгеп, бөтөнләй урынһыҙ операция талап итә. Һәр ваҡыт пластик хирургияның эҙемтәләре хаҡында һөйләйем. Әммә мин баш тартҡан хәлдә лә, был һылыуҙар башҡа табипҡа барасаҡ бит.
Әйткәндәй, пациенттар араһында гүзәл зат өҫтөнлөк итһә лә, һуңғы ваҡытта ир-егеттәр ҙә килә башланы. Бизнес донъяһында тышҡы ҡиәфәткә ҙур иғтибар бирелә. Әгәр һин ҡупшы кәүҙәле, матур йөҙлө икәнһең, уңышҡа өлгәшеү еңелерәк. Шуға ла эшлекле ирҙәр матурлыҡҡа ынтыла ла. Тағы шуныһы: ҡатындары, һөйгән ҡыҙҙарының, һылыу булырға тырышып, пластик операция яһатыуына күп ирҙәр ыңғай ҡарай башлаған.
Бер ҡыҙыҡ факт: Шейла Херши исемле ҡатын күкрәктәрен ҙурайтыу өсөн туғыҙ тапҡыр пластик операция эшләткән. Тәүҙә ул АҠШ-та йәшәгән. Ә был илдә силикон имплант ҡуйыуҙы сикләүсе ҡағиҙәләр бар, шуға ла Шейла Бразилияға күсеп китә. Тик ҡатындың силикондары уға оҙаҡ шатлыҡ килтермәй, ханымдың түштәре ауырта башлай, тикшергәс, стафилококк инфекцияһы ингәне асыҡлана ла, яһалма түштәрҙе алып ташларға тура килә. Бына шулай ҙа була.
Италиянан Михаэля Романини заманында илендә иң матур ҡыҙ һанала. Уның ниңә пластик операция эшләтеүен дә аңламайҙар. Скальпелдәр бер ҙә мөғжизә килтермәй – “светская львица”ны хәҙер “светская обезьянка” тип йөрөтәләр.
Француз бейеүсеһе һәм “порнойондоҙо” Лоло Феррари донъяла иң ҙур күкрәкле ханым ине. Ул 37 генә йәшендә вафат булды. Лоло 28 тапҡыр бысаҡ аҫтына ятҡан. Йөҙөн тулыһынса үҙгәрткән, яһалма түш ҡуйҙыртҡан (һәр береһенең ауырлығы өс кг булған). Әммә матурлыҡҡа ынтылышы үҙенә зыян килтергән.
Пит Бернс тигән йырсы һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ кеүек күренергә теләгән. Мөмкинлек килеп сыҡҡас та, операция эшләткән һәм 50 йәшлек был ир… имәнес бер ҡатынға оҡшап ҡалған. Уның хаҡында хатта документаль фильм төшөргәндәр. Нимәһе йәл, шундай мәғәнәһеҙ операцияларға бик күп аҡса түгелә. Мохтаждарға ғына бирһәләр.
Америка актрисаһы Джоан Риверз бынан ике йыл элек, 79 йәшендә, башҡа пластик операция яһатмаясағын белдергән. “Тыуған көнөмдә хатта тортҡа ҡаҙалған шәмдәрҙе лә өрә алманым. Битем шул тиклем тарттырылған…” – тип зарланған ул. Был ҡатын 739 тапҡыр операция эшләткән.
Айсын АҠБУЛАТОВА.