07.02.2014 "Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."
Фома балалар йортонан киткәс, беҙгә көн бөттө. Шул ваҡыт мин “ҡасыу ауырыуы”на юлыҡтым: ҡасам да ҡасам. Тотоп килтерәләр, мин йәнә ҡасам. Икешәр-өсәр ай йөрөгәнем булды. Тотоп килтергәс, тәрбиәсебеҙ ныҡ итеп туҡмай. Уның алюмин таяҡҡа ҡаты пластмасса ҡуйылған “аргументы” бар ине, шуның менән тетә генә. Ә мин йүнәлеп алам да тағы ҡасам. Бер шулай тотолғас, мине Өфөгә “психушка”ға алып барып бикләнеләр. Унан сыҡҡас, ҡасманым. Өйрәнеп киттем, русса лә яҡшы аралаша башланым, хатта уларҙың милли байрамдарын – Пасха, Масленицаны үткәрә торғайным.
Миңә 11 йәш тигәндә беҙҙе киренән асылған элекке С. балалар йортона ҡайтарҙылар. Уны шул хәтлем матурлап ремонтлағандар, иҫ китмәле, журналдарҙағы “Все для вашего быта” тигән кеүек. С. минең өсөн иң яҡшы, иң ҡәҙерле балалар йорто булды. Элекке тәрбиәселәр мине таный, һораша, ә мин көлөп тик торам. Әммә бүлмәләш малайҙарҙан миңә буштан-бушҡа туҡмаҡ эләкте. Бөтәһе лә мине ҡыйырһытҡанды күрҙе, белде, тик бер кем дә яҡлашманы... Шунан мин тағы ҡаса башланым. Тәүҙә аҙнаға юғалам, унан ике аҙнаға, айға. Был юлы үҙем теләмәһәм, мине милиция тота ла алмай, сөнки ҡасыу һәм йәшеренеү буйынса тәжрибәм ҙур. Ә бер саҡ Өфөлә күҙ алдымда шешә йыйып йөрөгән пенсионер бабайҙы үлтерҙеләр. Үлтереүселәр мине күреп ҡалғас, бар көсөмә йүгерҙем. Ҡайҙа ҡасҡанымды ла иҫләмәйем, бер йорттоң подвалына төшөп ултырҙым. Ярай тапманылар. Өфөлә башҡаса ҡалырға ярамағанын аңланым. Әгәр баяғы енәйәтселәр мине күрһә, юҡ итәсәктәрен белдем. Трассаға сыҡтым да беренсе туҡтаған машинаға ултырып киттем. Йоҡлағанмын. Уянып китһәм, таҙа матур карауатта ятам. Саша ағай менән Света апай минең өс көн йоҡлауымды әйтте. Ярҙам һорап ҡысҡырғанмын, подвалдан сығарыуҙарын үтенеп һаташҡанмын икән. Мин уларҙа өс аҙна йәшәнем. Шундай ныҡ эҫендем. Улар миңә яңы кейемдәр һатып алды, аҡса бирҙе һәм поезға ултыртып, балалар йортона ҡайтырға ҡушты. Поезд ҡуҙғалып киткәс, күҙгә йәш, тамаҡҡа төйөр тығылды, бүре кеүек олоғом килде. Улар ҙа илап тороп ҡалды, хатта бер биш саҡрымдай поезд артынан аҡ “Волга”лары менән эйәреп, оҙатып килделәр. Донъяла шундай һәйбәт кешеләр күберәк булһа ине лә бит. Мин уларға үлгәнсе бурыслы. Ғәфү итһендәр инде, һүҙемдә торманым. Икенсе ҡалаға еткәс, поездан төшөп ҡалдым, балалар йортона ҡайтырға ҡурҡтым. Саша ағай менән Света апай биргән аҡса бер аҙнаға етте. Шунан машиналар йыуа башланым. Әлбиттә, ҡала малайҙары мине ҡыуҙы, яратманы. Бер көн улар менән ыҙғышып киткәндә, барыбыҙҙы ла милиция тотто һәм адрестар буйынса таратты. Мин адресты алданым. Улар, йәне көйөп, мине әллә ниндәй иҫерек ирҙәр менән айнытҡысҡа ябып ҡуйҙы. Шунан һуң мин һындым, балалар йортон әйтергә тура килде. Балалар йортона ҡайтҡас, малайҙар мине шул ҡәҙәр ныҡ итеп туҡманы, хатта, был донъянан китергәме икән, тип уйланым. Хоҙай кисерһен, йәшәгем килмәне. Әммә мин түҙҙем һәм әле лә йәшәйем...
Йәй еткәс, мине туҡмаған малайҙар балалар йортон тамамлап китте һәм миңә яҡшы тормош башланды. Үҙемә тигән өлөштө ашап йөрөгәс, ауырлыҡ йыйып, тулыланып киттем. Шулай ҙа йыш ҡына детдомдыҡылар ауылдыҡылар менән һуғышып торҙоҡ. Сөнки беҙ атай-әсәйле, бәхетле йәшәгән малайҙарҙы күрә алмай инек. Әлбиттә, үҙ-ара ла һуғыштар йыш булды. Балалар йорто ул – урыҫса әйткәндә, “школа выживания”. Бында көсһөҙҙәргә урын юҡ. Кем көслө, шул йәшәй, ә башҡалар – уның ялсыһы. Арала, бәләкәй генә булһалар ҙа, эскесе малайҙар ҙа бар ине. Мәҫәлән, А. тигән малай бөтөн нәмәһен һатып эсә, тәрбиәселәрҙең аҡсаһын урлай, урамда осраған кешеләрҙең аҡсаһына ла “айыу майы” һөртә. Йә бәләкәстәрҙе ҡурҡытып урлаттыра. Ул ысын эскесе ине...
Туғыҙынсыны бөткәс, мине лә балалар йортонан ебәрҙеләр. Мин N. ҡалаһына педучилищеға уҡырға индем. Ә ошо йәйҙә лагерҙа донъялағы иң матур һәм шәп ҡыҙ Альбина менән таныштым. Беҙ көндән-көн яҡыныраҡ була барҙыҡ һәм бер-беребеҙҙе яратҡаныбыҙҙы аңланыҡ”.
Артабан 17 йәшлек егет бары үҙенең һөйгәне, уны нисек һағыныуы, көндәрен һанап осрашыуҙы көткәне тураһында ғына яҙған. Тәүге ғашиҡ булыу, яныу-көйөү, күңел ҡайтыуҙар, үпкәләшеү-көнләшеүҙәр...
Көндәлек Альбинаның уҡыуына өмөт итеп, уға төбәп яҙылған һәм, ысынлап та, ҡыҙыҡай уны уҡып сыҡҡан, үҙенең дә егеткә булған тойғоларын бәйән иткән. Йәштәрҙең күңел кисерештәрендә соҡонмай ғына, ҡыҙҙың бала сағын һүрәтләгән биткә күҙ һалайыҡ.
“... Һинең бала сағың тураһында уҡығанда күҙемдән йәштәр аҡты. Бәләкәс кенә малай миңә шундай йәл ине. Беләһеңме, мин ҙурайғас балаларымды бер ҡасан да ташламаясаҡмын! Эсмәйәсәкмен дә! Улар минең яҙмышымды ҡабатламаһын. Хәйер, үҙемдең бала сағымды яманламайым...
Иҫемдә, Яңы йылда беҙ атай-әсәйем менән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Эсеп алғас, атай менән уның ағай-ҡустылары һуғышып китте. Беҙ – әсәй, мин, апайым һәм һеңлем ҡайтырға сыҡтыҡ. Тегеләр һуғышып киткәс, атайым уларҙы айырырға булған. Ә өләсәй яңылыш аңлап, атайымды .... менән (яҙыу юйылған, ниндәй һүҙ икәне аңлашылмай) туҡмап сығарған. Атай лыс ҡан булып ҡайтып, инде. Әсәй грипп тейеп ауырый ине, ул йоҡларға ятҡайны. Дөрөҫөрәге, минән башҡалар бөтәһе лә йоҡлай ине, ә мине ни өсөндөр йоҡо алмай ята инем. Атайым илай-илай һөйләнеп ултырҙы: “Ярай, мин һеҙгә Яңы йыл һәм әсәйегеҙҙең тыуған көнөнә (2 ғинуар) сюрприз эшләйәсәкмен”. Мин өҫтәл аҫтында ултырып, бөтәһен дә ишеттем. Атай бысаҡтарҙы йәшерҙе: береһен мейескә, икенсеһен быйма эсенә тыҡты. Ҡапыл ул мине күреп ҡалды ла көлә башланы. Ә мин: “Атай, һин беҙҙән китергә уйлайһыңмы ни?” – тип илап ебәрҙем. Ул мине йоҡларға һалды һәм, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тине. Мин әсәйемде ҡосаҡлап яттым, ул шундай эҫе ине. Шунда уҡ йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, әсәй ҡысҡырып илап бысаҡ эҙләп йөрөй, ә атай беҙҙең янда, карауат алдында, аҫылынып тора. Тәүҙә бер нәмә лә аңламаным, шунан ғына атайымдың беҙҙән бөтөнләйгә китеүе башыма барып етте. Ни өсөн йоҡлап киттем икән, тип үҙ-үҙемде әрләнем. Ул саҡта биш йәш булып, ныҡ иланым, сөнки атайҙы ярата инем. Ул күтәреп алып өҫкә сөйһә, минән дә бәхетле кеше юҡтыр төҫлө тойолдо. Атайыма ныҡ оҡшағанмын, бәлки шуға ла ул мине башҡа балаларынан нығыраҡ яратҡандыр. Ә Р. һеңлемде, һимеҙ булғанғамы, әллә гел мыжып йөрөгәнгәме, ул яратманы, хатта туҡманы ла. Г. һеңлемә йәш ярым ғына ине. Ә 1 Май байрамына беҙҙең өй янып китте. Минеңсә, уны әсәйем менән инәйем үҙҙәре яндырҙы. Сөнки “Ут төрт был өйөңә, күп балалы ғаилә булғас, һиңә яңы фатир бирәсәктәр”, – тип инәйҙең әйтеүен, әсәйемдең, ҡурҡам, тигәнен иҫләйем. Әсәйем күршеләргә киткәйне, беҙ йоҡларға яттыҡ. Төтөнгә сәсәп уянып киттек. Ярай әле Ю. апай булды, ул бөтәбеҙҙе лә тышҡа сығарып ҡотҡарып ҡалды. Бөтәһе лә яҡшы, хатта бик яҡшы ине, тик өйгә үгәй атай килеүе беҙҙең өсөн бәхетһеҙлеккә әйләнде. Үгәй атай В. минең Г. һәм Р. һеңлеләремде бөтөнләй кешегә һанаманы, уларҙы яҡлашып, һәр ваҡыт туҡмалдым. Ике тапҡыр мейем һелкенгәнсе туҡманы. Үҙем дә тыңлап ҡына йөрөһәм, бәлки, эләкмәҫ тә ине, тик мин яуызлығына гел ҡаршы төшөп, уның менән айҡашып йәшәнем. Бер тапҡыр өҫтөнә үгәй атайҙан тыуған И. ҡустымдың йүргәген йыуған бысраҡ һыуҙы һиптем, икенсе тапҡыр битенә бесәйҙе бәрҙем. Сөнки уны күрә алмайым. Бер тапҡыр ул ҡартатайҙы ныҡ итеп туҡмап, өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойоп, ҡыш көнө тышҡа сығарып ташланы. Ә ишекте эстән бикләп ҡуйҙы. Мин үгәй атайға ташландым, ул мине ныҡ итеп этеп ебәрҙе, башым менән мейескә бәрелеп, иҫтән яҙғанмын. Иҫемә килһәм, әсәй, үлтерҙең, тип ҡысҡырып илап ултыра. Үгәй атай ҡысҡырына-һүгенә өй буйлап йөрөй. Беҙ әсәй менән нисек ҡартатайҙы ҡотҡарыу планын ҡорҙоҡ. Әсәй уны алдаштырған арала мин асҡысты эләктереп, тышҡа сығырға тейеш инем. Тәүҙә яҡшы ғына килеп сыҡты. Ишекте асып торған сағымда үгәй атай мине күреп ҡалды, тик йүгереп сығып өлгөрҙөм. “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырттым. Ә үҙем өйгә инеп, милиция саҡырттым, тип алданым. В. ныҡ ҡурҡты һәм сығып, ҡартатайҙы һөйрәп алып инде. Бәхетебеҙгә, ул үлмәгәйне. Үгәй атайҙың ҡылмаған ҡылығы ҡалманы, ул боларған һайын беҙ Г. һеңлем менән йә Ю. апайҙарға, йә урамға, йә дуҫтарға ҡасабыҙ, төндө йоҡоһоҙ үткәрәбеҙ һәм дәрес әҙерләмәй мәктәпкә барабыҙ. Мине был хәл шул ҡәҙәр ялҡытты һәм бер көн килеп уҡытыусыбыҙға: “Беҙҙе приютҡа ебәрегеҙ”, – тинем. Шулай итеп, тәүҙә – приютҡа, аҙаҡ балалар йортона эләктек.
Бында миңә оҡшай. Сөнки балалар йортонда мин донъялағы иң яҡын кешемде, һине осраттым, Рөстәм...
Бер көн әсәйем һәм туғандарым тураһында ҡурҡыныс төш күрҙем. Оҙон һәм мәхшәрле төштө яҙып тормайым. Тик шунда миңә эске бер тауыш: “Ауырлыҡтарҙан ҡурҡма. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уларҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ”, – тине. Шулай булғас, әйҙә, Рөстәм, бер нәмәгә ҡарамай, йәшәйек, көрәшәйек. Һәм беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Һинең Альбинаң”.
... Көндәлектең аҙағы күңелһеҙ тамамлана. Йәштәр нимәгәлер үпкәләшкән, Рөстәм ҡыҙҙы яратыуын, тик уны онотасағын яҙа. “Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым” тиеүҙәре дөрөҫтөр: бер һөйләмдә, һөйәм, тиһә, икенсеһендә уны күрә алмауын белдерә. Хәйер, 17 йәшлек үҫмерҙәрҙә тойғоларҙың ҡайнар, әммә иҫкән елгә лә бирешеп, бик тиҙ генә үҙгәреүсәнлеген иҫәпкә алһаң, аптырайһы түгел. Егеттең һәр яратыу һүҙе аша насар һүҙҙәр, һүгенеү һүҙҙәре яҙыуы кәйефте ҡырҙы...
Шулай ҙа мин Рөстәм менән Альбинаның киренән татыулашыуын, хатта ҡауышып, үҙҙәре хыялланғанса, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүен теләгәйнем. Хәҙерге заманда кешене табыуы ауыр түгел. Рөстәмдең тыуған, йәшәгән ерен, тыуған көнөн белгәс, интернеттан тиҙ таптым. Тик... бер генә фотоһүрәте лә юҡ, бары аҙғынлыҡ, енәйәтселек, фәхишәлек клиптары, шундай уҡ бысраҡ фильмдарҙан өҙөктәр, һүгенеүле йырҙар һәм афоризмдар сыбарлаған статустар менән тулы ине ул...
Альбинаның фамилияһын белмәгәс, уны таба алманым.
Тимәк, тәүге ғашиҡ булыу мөхәббәткә әүерелмәгән һәм ғаилә ҡороуға барып етмәгән...
Ә йәл...
P.S. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Был көндәлекте уҡып сыҡҡас, бер кем дә битараф ҡалмағандыр тип уйлайбыҙ. Һәр кем үҙ яҙмышын, ауылдаштарын, нәҫел-ырыуын күҙ алдынан үткәргәндер. Әгәр һеҙҙең дә ошондай аяныслы бала саҡ, ғүмер кисергән кешеләр тураһында һөйләргә теләгегеҙ булһа, беҙгә хаттар яҙығыҙ, шылтыратығыҙ. Бәлки, был яҙмалар кемде лә булһа яңылыш аҙымдан ҡурсалар, үҙ тормошона башҡаса күҙлектән ҡарарға, бәхетле бала сағы урланған бәхетһеҙ йәндәр барлығы тураһында уйланырға мәжбүр итер...
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева
(Аҙағы. Башы 4-се һанда).