07.02.2014 Тиң ғүмер – Хоҙай бүләге
Мөхәббәт ҡартаймай, тиҙәр. Сөнки ул күңелдә, йөрәктә йәшәй. Ә күңел менән йөрәктең ҡасан ҡартайғанын күргәнегеҙ бар? Йылдар үтеү менән тора-бара был хистәр ихтирамға, бер-береңде ҡәҙер-хөрмәт итеүгә әйләнә. Һүҙем Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе һөйөклө кешеләрем – өләсәйем Шәмсинур Фәттәх ҡыҙы менән олатайым Хаммат Ғариф улы Манаповтар хаҡында.
Уларҙың яҙмыштарын бер бөтөн итеп, иңгә-иң терәшеп, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 63 йыл. Хоҙай насип итһә, туҡһандарын аша атлап, йөҙгә лә етерҙәр. Үҫмер йылдары ғәрәсәтле һуғыш йылдарына тура килгән, аслы-туҡлы йәшәгән оло быуын вәкилдәре улар. Күргән-кисергәндәрен ҡағыҙ биттәренә генә һыйҙырырлыҡ түгел. Олатайым 1943 йылда, һуғыштың ҡыҙған мәлендә, фашист илбаҫарҙары иң ҡан ҡойғос алыштар барған ваҡытта, Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. Илбаҫарҙарҙы Германияның Люксембург ҡалаһына тиклем ҡыуып, Бөйөк Еңеүҙе ошо ҡалала ҡаршылай. Унан Алыҫ Көнсығышта япон милитаристары һуғыш башлай һәм олатайым шунда оҙатыла. Уға 1949 йылдың майында ғына тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете тейә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
Манаповтарҙың тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер артлы Гөлнур һәм Гөлшат исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Яҙмыш һынауымы, тәҡдирме – ата-әсәһен оло ҡайғыға һалып, әсәйебеҙ Гөлнур, дүрт балаһын ҡалдырып, йәшләй генә вафат була. Беҙҙе олатай менән өләсәй үҙ балаларындай күреп ҡурсып, ҡәҙерләп үҫтерҙе. Уларға беҙҙең рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бөгөн улар өлкән ағайымдың ғаиләһе менән бер ихатала йәшәй. Хәҙер инде беҙ ҡәҙерлеләребеҙҙе үҙебеҙҙең иғтибарҙан һәм ихтирамдан ҡалдырмайбыҙ.
Ғәзиз кешеләребеҙҙең дәртен һәм рухын ҡартлыҡ та еңә алмай. Уларға ҡарап, бер-береһенә ҡарата булған мөнәсәбәттәрҙә хистәр тәрәнлеген күрәһең. Ирекһеҙҙән, ә шулай ҙа мөхәббәт ҡартаймай, тип һығымта яһайһың. Ғүмер юлында шунан да оло бәхет бармы ни?!
Айнабат АҠЫЕВА.