28.01.2014 Кем Ер шарын кимерә?
Ҡайһы берҙә шундай һорау тыуа: кеше тәбиғәткә ниндәйҙер файҙа килтерәме, әллә ул тотонорға ғына һәләтлеме? Миңә ҡалһа, тәбиғәт йәл. Уны саманан артыҡ файҙаланалар кеүек. Әлбиттә, ҡаҙылма байлыҡтар, кейек-януарҙар, океан-йылға кешегә ниндәйҙер кимәлдә ҡулланыр өсөн “бирелгән”. Ғалимдар, кеше менән тәбиғәт гармониялы алыш-биреш итергә тейеш, тип һығымта яһай ҙа ул, тик беҙ ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең иҡтисади табышыбыҙҙы хуп күрәбеҙ, йәғни беҙгә боланды ашатыуға ҡарағанда уны атып алыу уңайлыраҡ. Тәбиғәткә ете миллиард кешенең “һөжүм итеүе” сиктән тыш һымаҡ. Мөхитте бысратыуҙы ғына алайыҡ. Бер генә миҫал – туғай-яландар полиэтилен ҡаптар, пластик шешәләр менән лыҡа тулып килә. Кеше тәбиғәт өсөн паразит, тигән фекер торған һайын йыш ишетелә. Ер шарын бешкән ҡыҙыл алма тип күҙ алдына килтерһәк, кеше нишләптер уны өҙөп кенә алыусы түгел, ә эстән кимереүсе ҡорт һымаҡ тойола. Алма ағаста тора, ә эсендә – ҡорт. Ашай ҙа ашай, ашай ҙа ашай… Сер түгел, кеше Ерҙе вәхшиҙәрсә файҙалана. Был, ысынлап та, шулаймы?
Нефть
Ер планетаһында әлегә ҡаҙылма байлыҡтар күп. Шулай ҙа был “күп” тигән һүҙ 2020 йылдарға үҙенең дөрөҫлөгөн юғалтыуы ихтимал. Һүҙ айырыуса нефткә ҡағыла. Һандарға ышанһаҡ, кешелек тарихында табылған бөтә нефттең яртыһы һуңғы 10 – 15 йылда алынған икән. Ошондай тиҙлек менән барғанда, әлеге йөҙ йыллыҡтан һуң уның запастары бөтөү яғына йүнәләсәк.
Донъяла нефть табыусы иң алдынғы ете ил араһынан алтауһы был ҡиммәтле продуктты табыуҙың юғары нөктәһенә еткән дә хәҙер түбән төшә башлаған. АҠШ 1971 йылда пикка етһә, Норвегия – 2001, Бөйөк Британия – 1998, Рәсәй, Мексика, Ҡытай 2008 йылда иң ҙур күләмдә “ҡара алтын” тапҡан, артабан табыш “тауҙан тәгәрәй”. Иран ғына нефть табыуҙы арттыра ала икән.
Күмер һәм газ
Кешелектең тап хәҙерге цивилизацияһы бигерәк мәскәй (әлбиттә, әкиәт персонажы Мәскәй әбей түгел, ә, нәфсеһе туймаҫ, тигән мәғәнәлә) булып сыҡты. Берәү ҙә “диетаға ултырырға” уйламай. Бөгөн күп файҙалы ҡаҙылма байлыҡ запасы йөҙәр йылдар менән түгел, ә тиҫтәләгән йылдар менән генә иҫәпләнә. Баҡыр, ҡурғаш, цинк, көмөш кеүектәр бөтөү менән сиратта башҡа металл, тимер, уран рудалары тора.
Күмер запасы тағы 155 йылға етә, тип тынысландыралар беҙҙе. Ә раҫланған газ запасы 173 триллион кубометр тәшкил итә. Уға ниңәлер әле асылмаған ятҡылыҡтарҙы ла ҡушалар. Йәнәһе, ерҙә тағы 120 триллион кубометр газ булырға тейеш. Шулай итеп, 65 йыллап иркен тотонорлоҡ “зәңгәр яғыулыҡ” бар әле. Иртәгәһе – ишәккә, тигән әйтемде хәтерләтә был.
Һыу
Донъялағы һыу күләменә туҡталһаҡ, уның 97,5 процентының тоҙло, 2,5 процентының ғына сөсө, йәғни эсәр һыу икәнен күрәбеҙ.
Етештереү өлкәһендә һыу тотоноуға бәйле ҡыҙыҡ ҡына факттар билдәле. Мәҫәлән, бер автомобилде эшләү өсөн 150 000 литр һыу тотонола. Бер кг һыйыр итен алыуға – 15 000, бер пар джинс кейем тегеүгә – 6 000, бер гамбургер әҙерләүгә 2 400 литр һыу кәрәк.
Сахара сүллегенән Африканың көньяғына табан 314 миллион кеше эсәр һыуға мохтаж, Көньяҡ Азияла – 229 миллион, Латин Америкаһы һәм Кариб диңгеҙе бассейнында – 49 миллион, Көнсығыш Азия менән Тымыҡ океан төбәгендә – 406 миллион кеше.
Ғалимдар раҫлауынса, алдағы 20−30 йылда эсәр һыу запасы ике тапҡырға кәмейәсәк. Кешенең боҙлоҡтарҙы емерә башларына ла шик юҡ. Сөсө һыуҙың 75 проценты тап шунда, айсбергтарҙа бит.
Урман
Ҡасандыр урман Европа биләмәһен тотош тигәндәй ҡаплаған булған, ә бөгөн “йәшел ҡалҡан” дөйөм майҙандың өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә. Шулай ҙа ниндәйҙер ғиллә менән Финляндия иң урманлы төбәк булып ҡала, майҙанының 70 проценты – урман. Англия иһә ағастарға иң ярлы дәүләт – алты процентында ғына урман үҫә.
Йәшеллектең кешегә ниндәй файҙа килтереүе тураһында һөйләп торорға түгел. Бер нәмәне онотмау мөһим – урман ни тиклем һирәгәйә, йылғалар ҙа шул тиклем һайыға. Йәнә бер насар күренеш – ағас ни тиклем әҙ, атмосферала парник газдары шул тиклем күп.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бер докладында яҙылыуынса, урман майҙаны ҙур тиҙлектә әҙәйә: йыл һайын 13 миллион гектары юҡҡа сыға. Образлы итеп әйткәндә, планетанан секундына футбол майҙаны ҙурлыҡ урман юҡ булып тора.
Беҙҙең яҡта урманын юғалтыу йәһәтенән иң зыян күргән төбәк – Сахалин. Белеүегеҙсә, 1904 − 1905 йылғы рус-япон һуғышынан һуң көньяғы Японияға күскән утрау интенсив рәүештә файҙаланыла һәм ер эшкәртеүҙә химикаттар ҡулланыу арҡаһында оҙаҡ ваҡыт был тирәлә ағас үҫмәй.
Планета илдәрендә бындай миҫалдар күп. Урманды аҡылһыҙ рәүештә исрафлау сүллек барлыҡҡа килтерә. Сүллектә кеше йәшәй алмай. Мәҫәлән, Пасха утрауындағы цивилизация тап шул юл менән юҡҡа сыҡҡан да инде.
Океан байлығы
Океандар үҙенең киңлеге менән беҙҙе хайран ҡалдырһа ла, әлбиттә, унда кеше “ҡулы” күптән барып еткән. Балыҡ шул тиклем күп тотола, хатта тәбиғәт уны үрсетеп тә өлгөрмәй. 1800 йылдар башына уҡ кәрәсин лампаларына май алыр өсөн һоро киттарҙың популяцияһы юҡҡа сығарылған тиерлек. Ваҡыт үтә килә, балыҡ сәнәғәте ҙур-ҙур компанияларға әүерелгән һәм океан-диңгеҙгә туранан-тура һөжүм башланған. Һөҙөмтә – кеше ғарҡ булғансы балыҡ, ыуылдырыҡ ашай, күп ваҡытта ризыҡ сереп тә ята. Япондарҙың суши исемле балыҡ блюдоһы шул тиклем танылыу яулай, шул арҡала ябай күк тунец һаны ҡырҡа кәмей, статистикаға ышанғанда − 90 процентҡа. Хәҙер был балыҡҡа Атлантикала “юғала барған төр” статусы бирелгән.
Ә беҙҙә ана шул суши ризығын ашап, ағыуланып, эсен тотоп ятыусылар күп. Мода, тип тығыналар ҙа.
Океан-диңгеҙҙәрҙә танкерҙар, нефть табыусы ҡоролмаларҙа һәләкәттәр булып тора. Уларҙан һәм башҡа тағы ла байтаҡ сығанаҡтан һыуға йылына бишәр миллион тоннаға тиклем нефть аға. Был инде бихисап һыу тереклегенең үлеменә килтерә. Ә диңгеҙ төбөнә ерләнгән ядро ҡалдыҡтары ла һыуға эләкһә? Бөгөнгө заман кешеһе, ахыры, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тигән маҡсат менән йәшәй.
Һөҙөмтәлә…
Сәнәғәт һәм химия производстволарынан сыҡҡан газ, төтөн − атмосфера өсөн билдәле ағыулы матдәләр. Улар баҫыу һәм урманды юҡҡа сығарырға булышлыҡ итеүсе лә. Тәбиғәткә кире йоғонтоно нисек тә булһа кәметеү өсөн кеше энергияның ҡаҙылма сығанаҡтарын ҡулланыуҙан баш тартырға, йә 60 – 80 процентҡа түбәнәйтергә тейеш. Әммә был бөгөн беҙгә ҡулай түгел, сөнки беҙ индустриаль донъяла йәшәйбеҙ һәм уңайлыҡтарҙан баш тартыу аҡылһыҙлыҡ кеүек.
Кеше ҡуллана, ә тәбиғәт етештереп өлгөрә алмай. Тағы ла 35 – 40 йылдан ахырызаман килеүе мөмкин. АҠШ-тың глобаль тикшеренеү үҙәктәренең береһе тап шундай һығымтаға килгән. Әгәр ҙә кеше ер аҫты байлыҡтарын бөгөнгөләй самаһыҙ умырып ала, һауаны һәм һыуҙы бысрата, урманды ҡырҡа, диңгеҙҙе бушата икән, алдағы 50 йылда быларҙың береһе лә ҡалмаясаҡ.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды белгестәре лә (WWF) был фекерҙе хуплай. Экологияны боҙоусылар исемлегендә иң тәүҙә АҠШ тора, артабан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Финляндия килә, Бөйөк Британия ла уларҙан ҡалышмай. Киләсәк сценарийында кешелек өсөн иң насар дата тип 2050 йыл билдәләнгән, имеш. 2012 йылдың декабренә вәғәҙә ителгән ахырызаманды көткән кеүек ҡыланырмы икән әҙәм балаһы?
Фекер
Александр ТУТУКОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Астрономия институтының бүлек мөдире:
– Әгәр ҙә энергия етештереү йылына ике процентҡа ғына арта барһа ла, 500 − 600 йылдан температура шул тиклем күтәреләсәк, хатта океан һыуы ҡайнай башлаясаҡ. Кешелек был хәҡиҡәтте онотмай, аппетитын кәметеп, артабан аҡыл менән эш итер, тип өмөт итәбеҙ.
Көнбайыш илдәре донъя ресурстарының 50 процентын файҙалана, ә 25 проценттан да әҙен таба. Ресурстар дефициты сәбәбе запастар бөтөүҙә түгел, ә артыҡ тотоноуҙа.
Балыҡ тотоу буйынса ғилми тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: әгәр әлеге темп һаҡланһа, 2048 йылға балыҡ сәнәғәте кәрәкмәйәсәк, йәғни балыҡ етмәү сәбәпле промыслалар эшһеҙ ҡаласаҡ.
1970 йылдар уртаһынан алып 20 төр самаһы промысла балығы юҡҡа сыҡҡан. Әлеге төрҙәр ҙә аяныслы хәлдә, күптәренең үрсеүен бер ҡасан да яйға һалып булмаясаҡ.
Һуңғы 100 йылда әһәмиәтле ике үҙгәреш була. Тәүгеһе – кеше һаны ҡапыл ғына арта, икенсеһе – сәнәғәт, энергия, ауыл хужалығы етештереүе лә ҡапыл үҫә. Ошонан сығып һығымта яһағанда, тимәк, кеше ҡулланған әйберҙәр, етештереү ҡалдыҡтары ла күбәйгән. Былар экологияға йоғонто яһай, аңлашылыуынса, кире яҡтан.
Хужалыҡ, көнкүрештең һәр тармағында көн һайын 300 миллион кубометр яғыулыҡ алына, ике миллиард кубометр һыу һәм 65 миллиард кубометр кислород ҡулланыла. Был да тәбиғи ресурстарҙы сарыф итеүгә һәм мөхитте бысратыуға ҡайтып ҡала.
Кеше ерҙәге урмандың 65 процентын ҡырған.
Йыл һайын 36 төр ҡырағай үҫемлек юҡҡа сыға.
Һуңғы 25 йылда планетаның биологик төрө 35 процентҡа кәмегән.
Кеше сама белмәй. Миҫал эҙләп алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй. Билдәле Стәрлетамаҡ шихандарының береһе – Шахтау эзбизташҡа бай булыуы арҡаһында “кимерелде”. “Сода” йәмғиәте уны 1950 йылдарҙа эшкәртә башлағайны, әле тауҙан ҡалҡыулыҡ ҡына ҡалып килә. Торатауға ла шул маҡсаттан яҫҡыналар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Кавказ, Гималай йә Кордильер тауҙары ла юҡҡа сыҡһа?
Айсын АҠБУЛАТОВА.