«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » "Йәшлек" береһен дә битараф ҡалдырмай



24.01.2014 "Йәшлек" береһен дә битараф ҡалдырмай

«Йәшлек» – үҙ-үҙемде белә-белгәндән иң яратып уҡыған гәзитем. Уны «Ленинсы» сағында ла алдырҙым һәм артабан да алдырасаҡмын. Әлеге көндә һәр аҙна көтөп алабыҙ, алдан эшемде бөтөрөп, гәзитте иркенләп ултырып уҡыр­ға әҙерләнәм. Ҡулыма йәштәр баҫмаһын алыуымды өйҙә әсәйем көтөп ултыра. Сөнки ул хәҙер, күҙе насар күреү сәбәпле, уҡый алмай. Илемдә, донъяла ни хәлдәр бар, нимәләр, кемдәр тураһында яҙғандар, тип минең уҡығанды сабыр ғына тыңлай. Үҙенең фекерҙәрен әйтә, икәүләп бар яҙыл­ғандар­ҙы, хәл-ваҡиғалар­ҙы барлап анализлайбыҙ, бәхәсләшеп тә алабыҙ. Ауылдар яҙмышы тураһындағы мәҡәләне, айҙан артыҡ, ҡайһылай дөрөҫ яҙылған тип, шул теманы әллә нисә тапҡыр күтәреп, бик тулҡынланып, әсенеп уҡып сыҡтым. Әсәйем үҙенең үткәндәрен, ауыл яҙмышын иҫкә алып, бик күп нәмәләр һөйләне. Ниндәй генә теманы алһаң да, уйланыр, бәхәсләшер, аҡлар, яҡлар, тәнкитләр, инҡар итер хәл-ваҡиғалар бар. Шуға ла «Йәшлек»те бик яратып уҡыйым. «Йәшлек»-«фараз»да ҡатнашырға ҡыйыулыҡ етмәй торғайны. Был юлы «бисмилла»ны әйттем дә унда ҡатнашырға булдым.
Һеҙгә иң изге теләктәремде еткереп, оҙон-оҙон ғүмер, ижади уңыштар, тос, уҡымлы мәҡәләләр, тоғро уҡыусылар теләп ҡалам.
Йөрәк түрегеҙҙән сыҡҡан һүҙҙәрегеҙ уҡыусыларығыҙҙың да йөрәктәренә үтеп инһен, битараф ҡалдырмаһын, минең кеүек янып-көйһөндәр, һеҙгә хаттар яҙһындар, һеҙҙең менән бергә булһындар!
Әсмә СӘЛИХОВА.
Шишмә районы,
Дурасов ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға