«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яуапһыҙ һорауҙар



20.01.2014 Яуапһыҙ һорауҙар

Ер тураһында күп мәҡәлә донъя күрҙе. Ер тип, күптәр ҡан түккән, йәнен биргән. Октябрь революцияһы күп миллионлаған кешенең ғүмерен өҙҙө, етем итте. Завод, фабрика – эшселәргә, ер – крәҫтиәндәргә, тигән ло­зунг халыҡты ваҡытлыса алдау булғандыр. Ерһеҙ халыҡҡа ер үлсәп биргән булып, һуңынан шул ерҙәрҙе тартып алып, колхоз ойоштороп ҡаранылар, барып сыҡманы. Хәҙер фермер хужалыҡтарына күсеү бара. Улар ҙа әллә ни мандымай.
Йәштәр эш эҙләп ситкә китә, ауылдарҙа ҡарттар ғына ҡала. Өҫтәүенә, ауыл ерендә мәктәптәрҙе ябалар. Йәнәһе, балалар һаны етмәй. Быға кем ғәйепле һуң? Эшһеҙлекте барлыҡҡа килтереү өсөн колхоз, совхозды тарҡаттылар. Урманлы төбәктәрҙә ағас эшкәртеүсе леспромхоздар бөтөрөлдө. Шунан эшһеҙлек барлыҡҡа килде. Түрәләр булған хужалыҡты һатып, байып ҡалды. Сират инде күп йылдар көтөп алынған мәктәптәргә күсте. Сит ауылдағы мәктәптәргә балаларҙы иртә таңдан уятып, машинаға ултыртып оҙатырға кәрәк. Балалар юл йөрөүҙән ялҡты. Бына һиңә – оптималләштереү.
Йәштәр ҡайҙа урта мәктәп бар, шунда күсенә башланы, балаларҙы уҡытырға кәрәк бит. Бына Архангел районының Архангел ауылында ике урта мәктәп эшләй. Күсенеү өсөн ер участкаһы, торлаҡ кәрәк. Архангел ауылынан ер алайым тиһәң, 200 мең һум аҡса түләргә тура килә. Элек, ер һатылмай, бушлай бирелә, тип алданылар. Беҙ бит ошо ерҙең аҫаба, төп халҡы. Ниңә шулай беҙҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙылар? Үҙ еребеҙҙе үҙебеҙ һатып алырға тейешбеҙме? Бына мин Архангел районының Тәүәкәс ауылында йә­шәйем, дүрт балам уҡыу­сы йәшендә. Урта мәктәпте япҡас, балаларҙы Архангел ауылындағы урта мәктәптә уҡытырға кәрәк. Күсенеү өсөн ер участкаһын һатып бирҙеләр, бер ниндәй льгота ла, ташлама ла юҡ. Үҙем өсөнсө төркөм инвалиды, еңел эш юҡ, ҡатыным бәләкәй бала тәрбиәләй.
Ер эштәрен тикшергән, сара күргән кеше бармы? Инде нимә эшләргә? Хәҙер кемдәрҙер ер һатып, табыш алырға булдымы? Беҙ ҡайҙа эшләргә, ҡайҙа күсенергә, ҡайҙа йәшәргә тейешбеҙ икән? Кем ошо һорауҙарға яуап бирер?

Ғ. ИШТУҒАНОВ.

Архангел районы,
Тәүәкәс ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға