«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәш ҡыҙҙан… ир тауышы сыға



06.12.2013 Йәш ҡыҙҙан… ир тауышы сыға

Өфөлә була был хәл. Хәҙер виртуаль донъяла, интернетта инде, нимә генә юҡ – алаһың, һатаһың, танышаһың һ.б. Баҡһаң, унда рәхәтләнеп мутлашып та була икән.
Үҙендә актерлыҡ һәләтен белеп ҡалған 20 йәшлек ҡыҙ уны үҙ файҙаһына ҡулланырға ниәтләй. Юҡ шул, театрға эшкә барырға теләмәй, ә нисек тә аҡса эшләргә самалай. Башлаған эш – бөткән эш, тигәндәй, тәүәккәлләй сибәркәй. Был ваҡытта Әстерханда бер ир “Авито” интернет-баҙарында автомобиль күреп, шуның менән ҡыҙыҡһына ла, бирелгән телефон­ға шылтырата. Телефондың теге башында әҙәпле, ышаныслы тауышлы ир яуап бирә. Һатыусы машина өсөн 20 мең һум залог индереүҙе һорай, иҫәп һандарын әйтә. Иҫәпкә аҡса күскәс, тағы 30 мең һум аҡса талап ителә. Тағы ла аҡса ебәргән һатып алыусы башҡаса һатыусыға сыға алмай, шылтыратып хәлдән тая.
Полиция тикшерә торғас, телефон номеры ла, банк картаһы ла Өфөлә теркәлеүен асыҡлай. Ә “дилер” йәп-йәш ҡыҙ булып сыға. Ул тауышын ирҙәрҙекенә шул тиклем оҫта оҡшата, танымаҫлыҡ итә. Әммә бур барыбер тотола. Актерлыҡ оҫталығы уға ҡасырға мөмкинлек бирә алмай шул.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға