«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..



29.11.2013 Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..

Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..Ер шарында 11 миллиондан ашыу кеше ниңә социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙан баш тартҡан?
“Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында теркәлгәнмен мин. Көн дә тиерлек инәм. “Бәйләнештә” сама менән 450-гә яҡын дуҫым бар (ниңәлер, урамда осрашҡанда ауыҙ асып һаулыҡ та һорашмайҙар, ә сайтта дуҫлыҡ тәҡдим итәләр). Һүҙ юҡ, һөнәрем буйынса был сайт бик файҙалы – тиҙ генә һорау алыу ойоштороп ебәрәһең, тегенән-бынан мәғлүмәт эҙләп табаһың, геройҙарҙың фотоһын күсереп алаһың һәм башҡалар. Минең сайтта йыш булыуымдың төп сәбәбе эшемә бәйле лә инде. Ә бына ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәрҙе тормош мәғәнәһенә әйләндерҙе һәм һәр аҙымын сәхифәләренә һалып тора. Ниндәй бүләк алғанын, ҡайҙа барғанын, хатта төшкөлөккә нимә ашарға йыйынғанын да мәңгеләштереп, шәхси тормошона отчет яһарға ярата.
Мәҫәлән, күптән түгел, сайтташ “әхирәтем” нисек уға һөйгәненең тәҡдим яһауын сағылдырған “фото­репортаж” һалған. Тәүге һүрәттә сөм-ҡыҙыл бәрхәт ҡумтала балдаҡ һәм шундай уҡ төҫтә раузалар гөлләмәһе ята. Икенсе һүрәт – егет ҡыҙҙың алдында ту­быҡланған, ҡулдарында сәскә һәм ҡумта. Өсөнсө һүрәт – егет һөйгәненә балдаҡ кейҙерә. Дүртенсе һүрәт – ҡыҙҙың сығанаҡ барма­ғында ҡашлы алтын балдаҡ ялтырай. Бишенсе һүрәт – бәхетле пар татлы үбешеүҙә ҡатып ҡалған. Оҙаҡ уйланып ултырҙым – бындай мөһим ваҡиға өсөн алдан фотограф яллап ҡуйҙылармы икән, был “показуха” менән сайтташ “әхирәт” нимә әйтергә теләгән һуң?
Күҙҙе асыу менән ҡул үҙенән-үҙе ноутбукка һуҙыла, барлыҡ ваҡытығыҙ тик социаль селтәр­ҙәргә бағышлана, төнгө тыныс йоҡоға ҡарағанда бер төркөм “дуҫың” менән һөйләшеүҙе һайлай­һығыҙ, тормошта һәр аҙымығыҙҙы фотоға төшөрөп сайтҡа ҡуяһығыҙ, теге йәки был фото күпме тауыш йыйғанын тикшереп тораһығыҙ икән, тимәк, һеҙҙең ишекте сетеголизм сире шаҡый.
Рәсәйҙә ябай халыҡ араһында социаль сайттарға теркәлеүселәр көндән-көн арта барһа, ә бына сит илдәрҙә глобаль көрсөк башлан­ған.
Быйыл йәй, мәҫәлән, АҠШ-та һәм Бөйөк Британияла 11 миллион самаһы кеше “Фейсбук”тағы сәхифәһен япҡан. Был Үҙәк разведка идаралығының элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноудендың һүҙҙәренән һуң, тип билдәләй статистар. Ул, социаль селтәр ярҙамында махсус разведка хеҙмәтенә теләһә кемде күҙәтеү ап-анһат һәм был ысул күптән ҡулланыла, тип белдерҙе. Көнбайыш халҡына эйәреп, Рәсәй сәйәсмәндәре һәм “йондоҙ”ҙары ла социаль селтәр­ҙәрҙән баш тарта башланы. Шоу-бизнес “йондоҙ”ҙарына даими рәүештә иғтибар үҙәгендә булыу өсөн үҙ аудиторияһы кәрәк, ә иң яҡшы пиар интернет аша башҡарыла. Тик улар­ҙың күбеһе интернет-бәйлелектән ҡурҡҡан һәм үҙ адресына халыҡтың насар йөкмәткеле, кәмһетеүле комментарийҙарынан ялҡҡан.
Социаль селтәрҙәр үҙ-үҙеңде рекламалауға бик уңайлы әйбер булһа ла, ҡулланыусылар виртуаль донъяла ирешергә, янарға, бер-береһенә бысраҡ өйөргә генә тора бит. Шулай уҡ пиратлыҡҡа ҡаршы көрәш структураларының эше күренде – улар видео, музыка һәм селтәрҙәрҙә бушлай файҙаланыу өсөн урынлаштырылған башҡа продукцияларҙың авторлыҡ хо­ҡуғын боҙоуына бәйле суд процес­тарын башланы.
Шуныһы ҡыҙыҡ, күптән түгел ул ваҡыттағы ил Президенты ҡулы аҫтындағыларҙы, чиновниктарҙы интернет-ресурстарҙа халыҡ ме­нән әүҙем аралашырға саҡырҙы, һәр теләгән кеше һеҙгә туранан-тура сыға алһын, тип өндәне. Ә хәҙер министр-губернаторҙарға уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн социаль селтәрҙәрҙә аҙыраҡ ултырыр­ға кәңәш ителә, хатта баш тартыр­ға ҡушыла. Йәнәһе, халыҡ мәғәнәһеҙ һүҙҙәр яҙа, мыҫҡыллай, провокациялар тыуҙыра. Ил етәкселеге рәсәйҙәрҙең интернет менән тейешенсә файҙалана белмәүенә, тәртипһеҙ ҡыланыуына зарлана.
Ысынлап та, социаль сел­тәр­ҙәр­ҙә һүҙ бутҡаһы ҡуйыртыу, ә ысын тормошта ҡыл да ҡыбырлатмау йыш күҙәтелә. Берәүҙәр ниндәйҙер хәйриә акцияһы өсөн аҡса һорай, икенселәр, буш ҡыуыҡтар һәм төрлө төркөмдәрҙә ялған исем менән теркәлгән “фейктар”, ниндәйҙер милләтте йәки шәхесте мыҫҡыл итеү менән шөғөлләнә, өсөнсөләр, баштан һөйләп үткәнемсә, үҙҙәрен “йондоҙ”ҙарға тиңләп, шәхси тормошо хаҡында фото, видеорепортаж яһай һ.б. Шәхси мәғлүмәттәр урынлаштыраһығыҙ икән, бының менән һәр кем файҙалана ала, тип аңларға кәрәк. Кемдер һеҙҙең сайттағы фотоғыҙҙы ниндәйҙер маҡсатта ҡуллана икән, авторлыҡ хоҡуғын иҫбатлауы бик ауыр буласаҡ. Шулай асыҡтан-асыҡ яла яғыу, мыҫҡыл итеү факттарын да раҫлауы еңел түгел.
Үҙенсәлекле әйбер ул – интернет, уны үҙ файҙаңа ҡулланырға һәм сәғәттәр буйы бер ниндәй маҡсатһыҙ төрлө һылтанмаларға баҫҡылап ултырырға була…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға