«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өфөнән өс тәгәрмәстә…



29.11.2013 Өфөнән өс тәгәрмәстә…

«Шестерка»ла, йәғни ВАЗ-дың алтынсы модель автомобилендә күмәкләшеп тейәлешеп, баш ҡалабыҙҙан тыуған яҡтарыбыҙға ялға, дөрөҫөрәге, ҡунаҡҡа ҡайтып барабыҙ. Көн матур, кәйефебеҙ күтәренке. Арабыҙҙа йырлап ебәреүселәр ҙә табыла, ҡыҫҡаһы, «городской»ҙар ауылға китеп бара. Бер кибет янында туҡтап, бушанып та, тамаҡты ла ялғап алғас, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. Бер аҙ елдерә торғас, тиҙлегебеҙ ҙә самалы инде былай, «тимер ат»ыбыҙ һелкенә бирҙе лә, бара биргәс, ғыж итеп асфальтты ҡырып, ҡырынайып ултырҙы. Туҡтаныҡ. Ир-ат, донъя тотҡаһы булараҡ, машинанан сығып, кемдер төкөрөнә-төкөрөнә, кемдер йәһәт кенә теш араһына тәмәкеһен ҡыҫтырып, «шестерка»ны уратып ҡарарға тотондо. ‒ Ҡара, ҡара… тәгәрмәс юҡ та баһа… Һуң, тәгәрмәс кенә түгел, күсәре лә күренмәй түгелме?
Берәүһе, бөтөнләй аптырап, был хәлде башына килтерә алмай, иптәштәренән һораша башланы: «Тәгәрмәс ысҡынып төшөп ҡала тигәнде ишеткәнем булды, ә бына күсәре менән ысҡынғанын ишеткәнем юҡ ине әле». Икенсе берәүһе: «Ярай, төшкән, ти, тик тәгәрмәс ҡайҙа һуң?» – тип аптыраны.
Һуң, ошо тирәләлер, тип эргә-тирәне тикшерергә керештек. Көн дә кискә ауышып бара ине. Үлән араһынан, энә эҙләгәндәй, һәр ҡыуаҡты, ағас төптәрен тентеп сыҡтыҡ, бара торғас, саҡрым тирәһе ер үттек. Тәгәрмәс тә, күсәр ҙә юҡ. Ҡараң­ғы төштө. Минут һайын өмөт һүрелә бара. йәне-тәне менән үҙен яртылаш ауылда тип тойған һәр беребеҙ эстән һүгенә-һүгенә тәгәрмәс эҙләүен дауам итә. Ә бит юлдың яртыһын да үтмәгәнбеҙ. Яҡын-тирәләге дуҫ-иштәр, таныш-белештәргә шылтыратып, ярҙам һораныҡ. Һуң булһа ла, килеп еттеләр. Тейәлдек тә, күсәрһеҙ машинабыҙҙы ҡалдырып, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. йөҙөбөҙгә яңынан йылмайыу ҡунды. Мәрәкәләргә маташыусылар ҙа табылды. Иртәгәһенә, тегендәй-бындай осраҡҡа тип, күрше машинаһының күсәрен үтескә алып, киттек машинабыҙ артынан. Ултыра бахырың… Ярай әле арала «тимер ат»ты белгән кеше булды, йәһәт кенә теге күсәрҙе машинаға ҡуйҙы ла, булды, тип ҡайтырға ымланы. Тик, ҡайтыуы бер, ә беҙҙең үҙебеҙҙең күсәр менән тәгәрмәс ҡайҙа булды һуң? Шул һорау бөтәбеҙҙе лә борсой ине. Көн яҡтыһында йәнә бер тапҡыр килгән юлдың яртыһын тиерлек ҡарап сыҡтыҡ. Икеһенең береһе табылманы. Әллә өс тәгәрмәстә килгәнбеҙ инде. Өфөгә барып етергә булған, бәлки, тәгәрмәсебеҙ шул тирәлә ятып ҡалғандыр. Шундай ҙа уйҙар йүгерә башланы ҡайһы берҙәребеҙҙә. Бына, исмаһам, хикмәт бит был. Өс тәгәрмәстә ауылға саҡ ҡайтып етмәгәнбеҙ… Унан һуң инде күпме һыуҙар аҡты, ул араны мең булмаһа ла, бер нисә йөҙ тапҡыр үттек, ә тәгәрмәс менән күсәр һаман табылманы… Табылмаһа ла, зыян юҡ, «шестерка»быҙ, өс тәгәрмәстә булһа ла, утилгә китте, бахырың…

И.

Ейәнсура районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға