«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә



29.11.2013 ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә

ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүереләБөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Сергей Зайцев менән Ҡулланыусылар хо­ҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан идаралығы на­чальнигы урынбаҫары Нә­симә Күсемова журна­листар­ҙы һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Башҡортостанда ВИЧ-инфекция ҡатын-ҡыҙҙар, шул иҫәптән йөклөләр араһында йышыраҡ асыҡлана башлаған (былтырғы осор менән сағыштырғанда, 16 процентҡа күберәк).
– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 проценты сирҙе енси юл аша йоҡтор­ған, – тине Сергей Зайцев. – Бынан икенсе проблема барлыҡҡа килә: уларҙан киләсәктә инфекциялы сабый тыуыуы ихтимал. 1997 – 2013 йылдарҙа ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 2174 бала тыуған, шуларҙың 1558-е иҫәптән алын­ған (тимәк, сабый сирле түгел), 400-ө бөгөн дә күҙәтеү аҫтында, ә 136 балала, үкенескә күрә, сир раҫланған.
1987 йылдан алып әлегәсә республикала лаборатор юл менән 17 мең 268 кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған. 2013 йылда ғына уларҙың һаны ике меңдән ашып киткән. 26 йыл эсендә 3440 кеше унан вафат булған. Бөгөн 100 мең кешегә 50,5 сирле тура килә. ВИЧ-инфекциялыларҙың күбеһе Өфө, Нефтекама, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Нуриман һәм Краснокама райондарында йәшәй.
Сергей Зайцев раҫлауынса, хәҙер ВИЧ-инфекция бары маргинал төркөмдөң бәләһе түгел.
– Сир юғары белемле, төрлө дәүләт ойошмаларында эшләүселәр, йәғни уңышлы кешеләр араһында ла осрай. Был ВИЧ-инфекцияның һәр кемгә ҡағыла алыуы тураһында һөйләй, – тине ул. – Ауырыуҙарҙың 54,6 проценты – 31 – 40 йәшлек граждандар. Былтырғы һан менән сағыштырғанда, был төркөм 12,1 процентҡа артҡан.
Нәсимә Күсемова заман сиренең таралыуына юл ҡуймау өсөн халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында профилактикалау эшен киңерәк йәйелдерергә, әхлаҡи һәм енси тәрбиә бирергә, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырырға кәрәклеген билдәләне.
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡ­лау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы сир­ҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡан препараттарын айы­рыу­са иғтибар үҙәгендә тота. Респуб­ликабыҙҙа һуңғы йыл­дар­ҙа пациенттарға ҡан ҡойғанда сир йоҡтороу осрағы булмаған.
БМО белгестәре билдәләүенсә, бөгөн үлемдең бишенсе сәбәбе – ВИЧ-инфекция (СПИД). Донъяла көн һайын 7000 мең кеше (1000-е – балалар) иммунитетты ҡаҡшатҡан вирусты йоҡтора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәтенә ҡараһаң, Көнбайыш Европа һәм Үҙәк Азия төбәктәре араһында Рәсәйҙә ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл иң хәүефлеһе. 1 ноябргә ҡарата илебеҙҙә 770 мең осраҡ теркәлгән, әммә ысынбарлыҡта был һандың бер миллионға етеүе ихтимал.

Гүзәл ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға