«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дауаханамы, әллә төрмәме?



29.11.2013 Дауаханамы, әллә төрмәме?

Ярты йылдан наркомандарҙы көсләп дауаларға мөмкин буласаҡ
Рәсәй Президенты Владимир Путин наркотик һәм аңды томалаусы матдәләр ҡулланыусыларҙы көсләп дауалауға рөхсәт биргән законға ҡул ҡуйҙы. Уны үтәмәгән өсөн 4 – 5 мең һум күләмендә штраф йәки утыҙ тәүлеккә административ арест ҡаралған. Закон ярты йылдан үҙ көсөнә инәсәк.
Наркомандар үҙ ирке, теләге менән дауаланырға бармай тиерлек. Күптәре һыңар аяғы менән ҡәберҙә торһа ла, сираттағы дозаны һайлай. Әгәр ҙә илебеҙҙә наркомандарҙы дауалау өсөн бар шарттар булдырылһа, әлеге закондың һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Байтаҡ үҫешкән илдә, шул иҫәптән АҠШ-та бындай ысулды күптән файҙаланалар икән.
Наркоман алдында ике юл тора: дауаланамы, әллә төрмәгә китәме? Кеше, әлбиттә, тәүге юлды һайлаясаҡ. Тик ысын күңелдән наркомания ҡоллоғонан азат булырға теләмәүсегә ярҙам итеп булырмы? “Беҙҙә совет осорондағы дауалау-хеҙмәт профилакторийҙары тәжрибәһе бар. Унан күренеүенсә, көсләп дауалауҙың һөҙөмтәһе юҡ, – ти юридик фәндәр кандидаты, отставкалағы милиция полковнигы Евгений Черноусов. – Донъяла дауаланырға теләмәгән сирлене наркомания ауынан ҡотолдора алырлыҡ бер генә лә сара юҡ. Бындай ысулды тәҡдим иткән табип, һис шикһеҙ, Нобель премияһына лайыҡ буласаҡ. Аңды томалаусы матдә ҡулланыусыларҙың 20 проценты ғына был сирҙән арынырға теләй, шуларҙың ни бары 5 проценты быға өлгәшә. Ошо кешеләр өсөн төрмә һәм дауахана араһындағы альтернатива ҡотҡарыусы һалам була ала”.
Эксперттар раҫлауынса, теоретик яҡтан дөрөҫ булған әлеге закондың мәғәнәһе юҡ: ярты йылда ғына барыһына ла етерлек реабилитациялау үҙәктәре төҙөп өлгөрөп булмаясаҡ. Етмәһә, әлегә тиклем берәү ҙә был турала һүҙ ҡуҙғатҡаны юҡ. Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, йыл һайын Рәсәйҙә наркотик ҡулланыуҙан ете меңдән ашыу кеше вафат була. Бөгөн илдә 8,5 миллион кеше был афәттән яфалана (был – рәсми һан, ысынында уның ике тапҡырға күберәк булыуы ихтимал). Шул уҡ ваҡытта бар илгә ни бары 207 наркология подразделение­һы булдырылған. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы системаһында наркологик сирлеләр өсөн өс реабилитациялау үҙәге һәм 87 бүлек бар. Шулай уҡ амбулатор ярҙам күрһәтелгән 109 наркология диспансеры эшләй. Эйе, бынан тыш дәүләт ҡарамағында булмаған реабилитациялау үҙәктәренә барырға була. Әммә әлеге закон сирлеләрҙе унда көсләп дауалауға рөхсәт бирмәй.
Дәүләтебеҙ рәсми теркәлгән наркомандарҙың 0,3 процентын ғына реабилитациялау үҙәге менән тәьмин итә ала. Шулай булғас, суд тарафынан дауаланырға йүнәлтелгән сирлеләр­ҙең күп өлөшө бер ниндәй ҙә медицина ярҙамы ала алмаясаҡ. Документта әйтелгәнсә, тикшерелеү, дауаланыу, медицина йәки социаль реабилитациялау курсы үтеүҙән баш тартҡан кешене язаға тарттырырға мөмкин. Иларғамы-көлөргәме: тәүҙә суд наркомандарҙы дауаланырға ебәрәсәк, ә һуңынан унда бармағаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырасаҡ.
Яңы закон күп бәхәстәр тыуҙыра. Ул илебеҙҙе наркоманиянан тулыһынса азат итә алыр, тип ышанырға ярамай. Миҫал өсөн тағы ла АҠШ-ты килтерәбеҙ – бөгөн был ил йәштәре араһында наркотик ҡулланыусылар һаны кәмей бара. Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренә юғары талаптар ҡуя, улар араһында спорт менән шөғөлләнеү, айыҡ тормош менән йәшәү популяр. Әгәр ҙә дәүләтебеҙ йәштәргә яҡшыраҡ шарттар булдырһа, социаль проблемаларына күҙ йоммаһа, беҙҙә лә хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ тимә.
Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға