«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кредитҡа батып ҡына фатир алмаһаң ...



22.11.2013 Кредитҡа батып ҡына фатир алмаһаң ...

Өфөлә төҙөлә башлаған торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы йыл башынан уртаса 13 процентҡа артҡан һәм 55 мең һум тәшкил итә.
Иң ҡиммәт фатирҙар – ҡаланың үҙәгендә, шул иҫәптән Әй урамында: бер квадрат метры – 64,9 мең һум. Артабан кәмеү яғына табан бара: Октябрь проспекты һәм Йәштәр биҫтәһе (60,1), Йәшел сауҡалыҡ һәм Новостройка (56,8), Сипайлово биҫтәһе (54,3), Черниковка (49,1) һәм үҙәктән алыҫ ятҡан Затон, Инорс, Дим, Шаҡша биҫтәләре (48,6).
Яңы йорттарҙа иң арзан хаҡ әлеге ваҡытта Затонда билдәләнгән – 38 мең һум. Иң ҡиммәте – Мостай Кәрим һәм Октябрь Революцияһы урамдарында – 79 мең һум.
Өфөлә тәҡдим ителгән яңы фатирҙарҙың майҙаны – 29,7 квадрат метрҙан алып (Инорс) 165 квадрат метрға тиклем (Пушкин урамы).
Айына 10 – 12 мең һум алып эшләгән ябай халыҡ ҡайҙан был фатирҙарҙы һатып ала алһын инде?! Баш ҡала үҙәгендәге торлаҡ байҙар һәм чиновниктар өсөн генә.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға