22.11.2013 Һуғышһыҙ ҡорбандар
Фажиғәләр булып тора, үкенескә күрә. Был юлы ла аҙнаның һуңғы көнөндә насар хәбәр килеп етте – ут күршебеҙ Татарстанда самолет ҡолаған. “Татарстан” авиакомпанияһының “Боинг – 737” самолетында 50 кеше булған, береһе лә тере ҡалмаған. Һәләк булыусылар араһында республика Президентының улы Ирек Миңлеханов та бар. Шулай уҡ урындағы Именлек хеҙмәте башлығы Александр Антонов, Бөйөк Британия вәкиле Донна Каролина Булл һәм ике үҫмер бала өсөн дә был осош һуңғыһы булған.
Фажиғәнең сәбәбе әлегә асыҡлана. Самолет экипажы, осош-күтәрелеү юлына (взлетно-посадочная полоса) 500 метр ҡалғас, ултырыу мөмкинлеге булмауы тураһында диспетчерға хәбәр иткән. Күҙаллауҙар буйынса, артабан әйләнеп икенсе түңәрәк яһарға маташҡанда, идараны юғалтып, ҡанаты ергә тейә һәм юлдан 150 метрҙа ҡолай. Ҡолағанда бактағы яғыулыҡ шартлаған. Татарстан буйынса Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, һәр фараз, һәр сәбәп ҡараласаҡ. Һауа шарттары, пилот хатаһы, яғыулыҡ һ.б. – барыһы ла ентекле тикшерелә. Дүшәмбе Татарстанда Матәм көнө булды.
Түбәндә һүҙ, нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, теманы дауам итеп, һәләкәттәр һәм уларҙың сәбәптәре хаҡында.
Алдан белеп булмай шул…
Үткән ял көнөндә, йәғни йәкшәмбелә өс сәғәттә генә Рәсәй төбәктәрендә дүрт ҙур автоһәләкәт тә булған. 17 ноябрҙә Бөтә донъя юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнгәйне. Беҙҙең Башҡортостанда, Новосибирск өлкәһендә, Ивановола һәм йәнә Татарстандағы автоаварияларҙа 10 кеше һәләк булған. Өфө – Белорет юлында ғына өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғә сәбәбен рашҡы яуыуҙан да күрәләр. Етмәһә, тауҙарҙа юл бөтөнләй күренмәгән тиерлек. Шул ваҡытта Новосибирск – Колывань юлында еңел автомобиль менән автобус бәрелешкәндән һуң ике кеше үлә, йәрәхәтләнеүселәр ҙә бар. Иваново ҡалаһында ла шул уҡ хәл – автобус менән еңел машина бәрелешкән. Бында ла ике кеше һәләк булған. Татарстандың Зәй районында иһә авиаһәләкәттән алдараҡ юлда ике автомобиль бәрелешенән өс кеше теге донъяға киткән.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙәге юл-транспорт фажиғәләрендә һуңғы ун айҙа барлығы 20 мең кеше һәләк булған, 200 меңе төрлө йәрәхәттәр алған. Аварияларҙың 90 процентында юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водитель ғәйепле.
Һәләкәттәрҙең сәбәбе нимәлә һуң? Дүрт факторҙы билдәләйҙәр – автомобиль ҡорамалдарының боҙоҡлоғо, урам, юл торошо, водитель. Әлбиттә, руль артындағы кеше төп сәбәпсе булырға мөмкин. Күп һәләкәт ҡағиҙә боҙоуға, айырыуса тиҙлекте арттырыуға бәйле. Ғәйепте насар юлдарҙан да күреү дөрөҫ. Проблеманы хәл итеү мөмкиндер. Бында дәүләттең ҡыҫылышы кәрәк. Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты арттырыу, яҡшы юлдар төҙөү, ҡурҡыныс автомашиналарҙы файҙаланыуҙы тыйыу ҙа, бәлки, ярҙам итер ине. Әммә беҙҙең закондарҙың бөтәһе лә ҡәтғи үтәлеп бармай шул. Һүҙ юҡ, власть ниндәйҙер сара күреүен халыҡҡа ла күрһәтергә тырыша. Тик әлегә авариялар һаман, һаман булып тора.
Юлдағы аварияларҙың сәбәбен машиналар һаны күбәйеүендә лә күрәләр. Ысынлап та, был дөрөҫтөр. Үҙебеҙҙең ауыл-ҡалаларҙа ғына күҙ алдында техника ни тиклем артты. Өфөлә лә йорттар, ятаҡтар алды тулы автомобиль. Көрсөклө 2008 йылдан һуң ғына ла Рәсәйҙә автопарк дүрт тапҡырға артҡан. Был һан, әлбиттә, юл фажиғәләрендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Руль артындағыларҙың бөтәһе лә яҡшы водитель тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, үкенескә күрә. Рәсәй юлдарында автомобиль хужаларының бер-береһенә ҡарата битарафлығы, ихтирамһыҙлығы ла һәләкәттәр сәбәпсеһе булырға мөмкин, ти ҡайһы бер сит ил ҡунаҡтары. Эйе, бер-береһенә юл бирмәүселәр, ярышыусылар күп. Өфөлә генә лә маршрут таксиҙары, ғөмүмән, халыҡты ташыусы пассажир автобустары ла үҙ-ара ярыша. Уларға хатта йыш ҡына троллейбустар ҙа ҡушыла. Ошондай бер мәлдә авария булмаҫ, тип кем гарантия бирә? Берәү ҙә әйтә алмай.
Автомобиль һәләкәттәре генә өркөтмәй, ә тимер юлында, һауала ла ҡот осҡос хәүефле. Һуңғы йылдарҙа һауа транспортының ҡолауы хаҡында йыш ишетәбеҙ. Ҡолау тигәндә лә был юғары бейеклектән осоп төшөүҙе аңлатмай, авариялар, башлыса, йә осоп киткәндән һуң шундуҡ, йә ергә килеп төшкән ваҡытта була.
Авиаһәләкәттәрҙең күбеһендә кеше факторы ята (һәр хәлдә, донъя тәжрибәһе шул турала һөйләй). Бөтөн аварияларҙың 70 проценты был. Шул иҫәптә – пилоттың ғәйебе, террор акты, диспетчер хатаһы, ремонтлаусыларҙың түбән квалификацияһы. Һауа шарттары – икенсе төп сәбәп.
Һанай китһәң, һуңғы бер-ике йылдағы ҡурҡыныс һәләкәттәр һаны ғына ла уйға һала. 2011 йылда, мәҫәлән, ай һайын самолет йә вертолет һәләкәткә осраған. Халыҡтың иң иҫендә ҡалғаны, моғайын, 7 сентябрҙә “Локомотив” хоккей командаһының төп составы һәләк булған Ярославль янындағы фажиғәлер. Бында 43 кешенең ғүмере өҙөлгәйне.
2012 йыл да һәләкәттәргә “бай” булды. Ентеклерәк туҡталғанда, 2 апрелдә Төмәндә ATR 72 самолеты ҡолап, 31 кеше һәләк булған. Шул уҡ айҙа илдең төрлө мөйөштәрендә бер вертолет, өс бәләкәй самолет ҡолап, тиҫтәнән ашыу ҡорбан теркәлгән.
9 майҙа Индонезия күгендә бортында 45 кеше булған самолет һәләкәткә тарыған. Рәсәйҙә 22 майҙа, 9 июндә, 4 һәм 22 июлдә, 10, 19 һәм 22 августа бәләкәй самолеттар, вертолеттар фажиғәһе булған. Ошо уҡ хәл сентябрҙә, октябрҙә, ноябрҙә, декабрҙә лә ҡабатланған. Быйыл да үткән ун айҙа һауа транспортында төрлө кимәлдәге 24 авария теркәлгән. Был ай һайын икенән дә кәм булмаған самолет йә вертолет ҡолаған тигән һүҙ.
Тимер юлында ла
хәүефле…
Транспорттың барыһы ла ҡурҡыныс, хет ат менән, йә йәйәү генә йөрө, тигән оҙаҡ ҡалаға килмәй тороп, ундағы автомобилдең күплегенә иҫе киткән бер ағай.
Донъя тимер юлында ла һәләкәттәрҙең булмаған көнө юҡтыр. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа зыян күреүселәр һәм ҡорбандар һаны йөҙҙәрсәгә етә.
Ағымдағы йылдың иң ҙур аварияларын һанағанда, түбәндәге күренеш хасил була: 15 ғинуарҙа Мысырҙа поездың һуңғы ике вагоны рельстан сыға ла ҡаршылағы тауар поезына бәрелә. Һөҙөмтәлә 19 кеше үлә, 120-һе йәрәхәттәр ала. 4 майҙа Бельгияла тауар поезы вагондары юл сатында рельстан сығып, ныҡ ағыулы матдәләргә ут тоҡана, шартлау зонаһынан 500 кеше эвакуациялана, биш тиҫтәгә яҡыны яралар ала.
6 июлдә Канаданың Ляк-Межантик ҡалаһында 73 цистерна нефть тейәгән поезд һәләкәткә осрап, көслө янғын сыға. Утты ике көндән һуң ғына тулыһынса һүндерә алалар. 42 кеше һәләк була, тағы һигеҙе – хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.
24 июлдә Испаниялағы һәләкәттә 70-тән ашыу кеше ҡорбан була. 19 августа Һиндостандың Бихар штатында пассажир поезы икенсе составтан сығып килгән хаж ҡылыусыларҙы тапай. 35-тән ашыу кешенең, шул иҫәптән күп баланың ғүмере өҙөлә.
Былтырғы статистика ла хәүефле. Рәсәй туристарының яратҡан иле Мысырҙа авариялар йыш була. Сәбәбе – юлдарҙың насарлығы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәмәү.
Эрнест ЦЫГАНКОВ, Рәсәй дәүләт физкультура, спорт һәм туризм университеты профессоры, юғары водитель оҫталығы үҙәге етәксеһе:
– Яңы ғына водитель танытмаһы алыусылар үтә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Ни өсөн? Беренсенән, автомәктәптәрҙә уҡытыу кимәлен ҡарайыҡ. Уларҙың күбеһе автомобиль йөрөтөүҙең иң ябайын ғына өйрәтә. Әйтәйек, ихатала йөрөү. Шунан сыҡтымы, был мәктәп уҡыусыһы “тығын”да, тиҙ йөрөшлө юлда үҙен нисек тоторға белмәй.
Икенсенән, менталитет, йәғни милли үҙенсәлек. Рәсәй менталитеты “ҡайнар йөрәкле” Көнсығыштыҡына яҡын. Беҙҙең водителдәрҙе Мысырҙыҡылар менән сағыштырырға булалыр. Был илдә ҡағиҙәләр бөтөнләй үтәлмәй. Мысырҙа автомобилдәге ян-яҡты һәм артты күрә торған көҙгөгә ҡарамайҙар, “поворотниктар”ҙы тоҡандырмайҙар. Юл сатында иһә водителдәр кем тәүҙә үтерен ҡул болғап ҡына күрһәтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау.
Фажиғәләрҙең йәнә бер мөһим сәбәбе – яңы йөрөй башлаған водителдәргә лә юғары тиҙлекле автомобилдәр алыу мөмкинлеге. Бигерәк тә йәштәр бындай автомобиль менән тейешенсә идара итеү һәләтенә эйә түгел.
Константин КРОХМАЛЬ, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” ижтимағи проекты етәксеһе:
– Һуңғы йылдарҙа ҡапыл ғына юлда йәрәхәттәр алыу һаны үҫеп китеүенең сәбәбе ҡайһы бер йүнәлештәрҙе, йәғни ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәүҙә. 2006 йылдан байтаҡ етди закон сыҡты. Мәҫәлән, эләктерелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышы өсөн дә штрафтар барлыҡҡа килде, “зебра”ла йәйәүлегә юл биреү билдәләнде. Шунан һуң хәл-торош яҡшырып бара ине. Әммә бөгөн юлда тулы тәртипһеҙлек. Етмәһә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һаны кәмене. Эсеп рулгә ултырыу ул тиклем үк тикшерелмәй башланы, тиҙлекте арттырған өсөн дә яуаплылыҡ әллә ни ҙур булманы. Тап шул яуапһыҙлыҡ йәки язаһыҙлыҡ кешене хаттин аштыра ла инде. Мәҫәлән, күрше Финляндияла светофорҙың ҡыҙыл утына сыҡҡан өсөн водителде ике-өс көнгә ябып ҡуялар. Ә беҙҙә хатта ҡурҡыныс авария яһаусы ла ҡайһы берҙә еңел ҡотола. Минеңсә, иң тәүҙә язаны ҡәтғиләштерергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусының автомобилен конфискацияларға, енәйәти яуаплылыҡты киңәйтергә кәрәк.
Рәсәйҙә юл-транспорт фажиғәләрендә зыян күргән һәр йөҙ кешенең унауының үлеме ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәүе арҡаһында була.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын планетала 1,2 миллион кеше юл-транспорт фажиғәһендә үлә, тағы 50 миллионы йәрәхәтләнә.
Ошо уҡ ойошманың докладына ярашлы, 2020 йылда юл фажиғәләре, үлем сәбәпсеһе булараҡ, СПИД һәм инсультты үтеп китәсәк.
Ярлы илдәрҙә авариялар күберәк теркәлә.
Юлда һәләк булыусыларҙың уртаса йәше – 25.
Европала көн һайын аварияла 350-ләп кеше үлә.
Әгәр ҙә сара күрелмәһә, алдағы 14 йылда юлдағы үлем осраҡтары 60 процентҡа үҫәсәк.