«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Үҙебеҙ йәшәгән ҡаланы таҙа тотайыҡ!



22.11.2013 Үҙебеҙ йәшәгән ҡаланы таҙа тотайыҡ!

Үҙебеҙ йәшәгән ҡаланы таҙа тотайыҡ!Тап ошо девиз “Ҡала мөхите” IX халыҡ-ара социаль реклама фестиваленең төп темаһына әйләнде
Хәҙерге замандың иң актуаль проблемалары – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, насар ғәҙәттәргә ҡаршы тороу, үҙ-ара мөнәсәбәт барыбыҙҙың да иғтибарын йәлеп итергә, көн үҙәгендә торорға тейеш. Тап ошо маҡсатта социаль реклама эшләй ҙә инде. Ул йәмәғәтселекте яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә, кеше тәртибен ыңғай йүнәлешкә бороуға йүнәлтелгән.
Өфөлә үткән “Ҡала мөхите” халыҡ-ара социаль реклама фестивале туғыҙынсы йыл рәттән ойошторола. Ул ваҡыт үтеү менән баш ҡала сиктәренән Рәсәй, артабан бөтә донъя кимәленә сыҡты һәм илебеҙҙә үткән фестивалдәр араһында иң өлкәне булып тора.
Шаршамбыла “Ҡала мөхите” IX халыҡ-ара социаль реклама фестиваленә йомғаҡ яһалды. Был сара үҙенең ҡатнашыусылары, саҡырылған ҡунаҡтары менән йәмәғәтселектең иғтибарын үрҙәге проблемалар­ға йүнәлтергә, улар тураһында уйланырға мәжбүр итте.
Быйылғы “Ҡала мөхите”нә 300-ҙән ашыу эш ебәрелгән һәм уларҙы матбуғат өлкәһендә таныл­ған шәхестәрҙән торған жюри тикшерҙе. Ижад өлгөләренең күбе­һе график вариантта, һүрәттәр, постерҙар рәүешендә күрһәтелгәйне. Фестивалдә сығыш яһаған Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Асҡар Фазлыев белдереүенсә, иң яҡшы эштәр баш ҡала урамдарында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, йорттарҙа стендтарҙа күрһәтеләсәк.
Шуны билдәләргә кәрәк – донъяуи социаль рекламала ла экологик тема өҫтөнлөклө һанала. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, зыянлы производстволар, уларҙың үҫеп килгән быуынға зыяны һәм башҡа актуаль йүнәлештәр ҡапыл ҡарағанда аңлай алырлыҡ итеп күрһәтелгән. Эштәр араһында шулай уҡ эскелек, наркомания, тәмәке тартыу, фастфудты самаһыҙ ашау һымаҡ насар ғәҙәттәргә ҡаршы тороу, ришүәтселеккә, юл хәрәкәтендәге тәртипһеҙлеккә һәм юл-транспорт фажиғәләрендәге үлемдәргә ҡаршы һүрәттәр ҙә булды. Ә Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО клубы күрһәткән “Хәҙерге заман ҡалаһының монстрҙары” исемле инсталляция барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Урамдарҙы, тәбиғәтте ҡыйлаған сүп-сар, төрлө пакеттар, аҙыҡ-түлектән ҡалған һауыттар һәм кешенең рухын, буш ваҡытын юҡҡа сығарған компьютер ғифриттәре рәүешендә сағылдырылғайны.
Был көндө сарала ҡатнашыусылар менән социаль рекламаны нисек дөрөҫ эшләү, замана трендтары һәм башҡа темалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Ә кискеһен “Ҡала мөхите” IX халыҡ-ара социаль реклама фестиваленең еңеүселәре билдәләнде.


Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға