«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кеше күңелен матурлаусы



01.11.2013 Кеше күңелен матурлаусы

Кеше күңелен матурлаусы11 балаға ғүмер биргән ауыл хәбәрсеһе Исмәғил Яманаев әле лә әүҙем тормош менән йәшәй
Һәр кем үҙенсә йәшәй, ти халыҡ. Эйе, һин ғүмер юлын һүткәндә үҙеңсә йәшәп, маҡсатлы, өлгөлө, фәһемле йәшәй­һең икән, халыҡ ихтирамына лайыҡһың. Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Исмәғил ағай менән Зәйтүнә еңгә Яманаевтарҙың үткән тормош юлын биш бармағым кеүек яҡшы белгән кеше булараҡ, йәштәр уларҙан үрнәк алып йәшәһен өсөн был ғаиләнең йәшәйеш рәүешен яҡтыртмаҡсымын.
Исмәғил ағайҙы белеп-күргәндә, уға – 21, миңә ете йәш ине. Улар Кәшәлә ауылынан беҙҙең Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылына күсеп килгәс булды был хәл. Бар ауыл халҡын шаҡ ҡатырып, атаһы мәрхүмгә бағышлап яҙған бәйет-поэмаһын аһәңле, тетрәндергес итеп уҡыуы бөгөнгөләй күҙ алдымда. Тәбиғи һәләтле кеше булараҡ, минең дә яҙыу менән мауығасағымды тойомланымы, йәш айырмаһына ҡарамай, үҙе менән тиң күреп кәңәшләшеп, һөйләшә торғайны. Ул промартелдә агент булып эшләгәндә, эшселәргә икәүләп наряд яҙа инек. Дөрөҫөрәге, математиканан “бишле”гә генә уҡығас, уға иҫәп-хисап өлкәһендә ярҙамлаштым. Эшлекле ир-егеттәргә ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ арала ғашиҡ булыусан, шундай булмышы менән күптәрҙең күңелен әсир итте Исмәғил ағай. Ләкин кешенең икенсе яртыһы ла тыумыштан уҡ маңлайына яҙыла тиҙәр. Был дөрөҫтөр, ахырыһы. Һайланып йөрөгән ағайыбыҙ яҙғыһын ҡыуғынға төшөп китте лә, ялан яғынан бынамын тигән ҡатын алды ла ҡайтты. Ҡарап тороуға хур ҡыҙымы ни?! Шәкәрҙәй аҡ кофтала, ҡара юбкала өйрөлөп бейегән Зәйтүнә еңгәнең буй-һыны күҙ алдында, һыҙҙырып тальянда уйнауы әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған һымаҡ... Һөйөшмәкле булғанға ла, бер-бер артлы балалары яҡты донъяға килгәндер инде – дүрт ул, ете ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тормош бит, ҡашығаяҡ шалтыраған саҡтар ҙа булғандыр, әлбиттә. Әммә кенә тотоп, артыҡ тәмһеҙләшеп йөрөмәне улар. Киске уйындарҙа, мәжлестәрҙә башлап күңел асыусылар ине икеһе лә. Зәйтүнә еңгә гармун тартһа, Исмәғил ағай ҡушылып йырлай, ире таҡмаҡ әйтһә, ҡатыны шартына килтереп бейей. Кешелекле, илгәҙәк, күңелсәк булғанғалыр, был ғаилә атай-әсәһе үткәргән мәжлестәрҙең береһенән дә ҡалдырылманы. Улар ҡатнашлығында үткәрелгән мәжлес уйын-көлкө менән бик матур ойошторола ине. 1961 йылда Исмәғил ағай: "Әйҙә, ҡустым, гәзиткә мәҡәлә яҙайыҡ", – тине. Уйлағанын тиҙ арала атҡара торған кеше булараҡ, һүҙендә торҙо. Күп тә үтмәй, район гәзитендә “Ғәле бабай” исемле мәҡәләһе донъя күрҙе. Шул йылда мин дә гәзиттә “Эскелекте бөтөрәйек” исемле мәҡәлә менән сығыш яһаным. Тимәк, беҙ шул йылдан алып илле ике йыл буйы матбуғат аша халыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ. Ауыл хәбәрсеһе булараҡ, ниндәй генә темаларға яҙманы ул! Һәр кемгә тәрбиәүи яҡтан тәьҫир итерлек һүрәтләмәләр гөлләмәһе, райондың “Таң” гәзитен уҡымлы итеү менән бер рәттән, уны алдырыусылар һанын арттырыуға ла ҙур өлөш индерҙе, тип ышаныслы әйтеп була. Сөнки ауыл хәбәрселәренең ярҙамына, яҙған хат-мәҡәләләренә иғтибарлы булған матбуғаттың ғына уҡымлы икәне барыбыҙға ла мәғлүм.
Исмәғил ағай Яманаев, ауылдар­ҙағы үрнәк алырлыҡ ғаиләләрҙең тормош юлын яҡтыртып яҙыу менән бер рәттән, йәшәйеш проблемаларын хәстәрләп тә мәкәләләр яҙҙы. Үҙе ҡурсаулыҡта урман ҡарауылсыһы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, колхоз-совхоз фермалары аша үтеп йөрөгәнендә көтөүсе-һауынсылар­ҙың талаптарына иғтибар итте. Бер ваҡыт “Йәйләүҙәргә юлдар өҙөлмәһен” исемле күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе район гәзитендә. Ошо сығышы менән район етәкселеген ауыл эшселәренә ҡарата ихтирамлы булырға әйҙәне.
Яманаевтар кеше ғүмерендәге өс бәхетте лә тапҡан: шәхси тормоштарында ла, коллективта ла, хеҙмәттә лә. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы дирекцияһы тарафынан бирелгән тиҫтәләгән Маҡтау грамотаһы был һүҙҙәргә асыҡ дәлил. Исмәғил ағай менән Зәйтүнә еңгә, һыу һөлөгө кеүек ете ҡыҙ үҫтергәс ни, беҙҙең ете малай араһынан да, беребеҙҙең береһенә күҙе төшөп, ҡоҙа-ҡоҙағыйлаштыҡ. Шуныһы ғәжәп, беҙҙең ғаилә ағзалары улар өсөн аралашыу һөйләшеүендә үҙгәреш­һеҙ ҡалды: Ғәле бабай, Хөснөямал инәй, Сәфәр ҡустым, Сабир ағай һ.б. Өйләнешкәндәр төрлө сәбәптәр менән айырылышҡан хәлдә лә, элеккесә туғандарса йәшәүҙе дауам итә уларҙың һәммәһе лә. Юғарылағы яҙылғандар ғаилә башлығының сабырлығын, үпкәсел, кенәсел булмауын, йәшәү мәғәнәһен тәрән аңлауын иҫбатлай... Исмәғил ағай бөгөн дә, кешеләр күңеленең инженеры булараҡ, ауылдаштары, барлыҡ дуҫ-иштәре менән аралашып йәшәй, ҡулы ауырлыҡ менән ҡәләм тотһа ла, яҙышыуын дауам итә. Матур көҙ көнөндә күркәм юбилейын билдәләүсе хәбәрсе яҡташыма иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН,
Башҡортостан һәм
Рәсәй журналистар союзы ағзаһы,
ауыл хәбәрселәренең
10-сы съезы делегаты.

Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға