«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Күңел яраһы



30.10.2013 Күңел яраһы

Кешегә иң яҡыны – тыуған ауылы, кендек ҡаны тамған ере, уны тыуҙырған әсәһе тип уйлайым. Үҙем дә хәҙер ике балаға ғүмер бүләк иткән әсәмен. Ошолар хаҡында уйланһам, иң элек йөрәгемде әрнетеп, ҡәҙерле әсәкәйемдең яҙмышы хәтеремә төшөп, күҙҙәремдән әсе йәштәрем аға. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Өс апайым, бер ағайым һәм иң кинйәһе мин. Бала саҡтан ҡалған иҫләрлек хәтирәләр ҙә юҡ кеүек. Бала саҡ тиһәң, күҙ алдына тик атайҙың әсәйҙе рәнйетеүе, өйгә ҡайтмай ситкә йөрөүҙәре, әсәйҙең уны тәҙрәнән күҙен алмай көтөүе, ә инде арып китһә, ултырғыста күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап ултырыуы күҙ алдына килеп баҫа. Дүрт ҡыҙ, бер малай... Әйтеүе генә рәхәт. Ә ул балаларҙың артабанғы яҙмышы нисек булыр, тормош ҡороп йәшәп китергә кем ярҙам итер?.. Был хаҡта уйлап та тормай, атай булған кеше, әсәйҙе биш балаһы менән яңғыҙын ҡалдырып, икенсегә әүрәп сығып китте. Иң бәләкәйенә – миңә ул ваҡытта 13 кенә йәш ине. Ғаилә башлығы, әсәйемдең үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр дауаханаға ятҡан ваҡытын файҙаланып, өйҙә бәләкәй ҡыҙын яңғыҙын ҡалдырып, үҙенә кәрәк-яраҡтарын алып, табанын ялтыратты. Күмәк бала менән бер үҙе тороп ҡалған әсә кешенең был ваҡыттағы күңел торошон аңларға була. Артабан уға нисек йәшәргә көс табырға? Балаларын нисек яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға? Ҡәҙерлебеҙ ошондай һорауҙарға яуап таба алмай интеккәндер инде. Ҡыҫҡаһы, атайымдың хыянаты әсәйебеҙҙе ҡара гүргә илтте. Май айының матур бер көнөндә беҙ әсәйһеҙ ҙә тороп ҡалдыҡ.

«Әсәй үлһә, атай – еҙнә», – тиҙәр. Ә беҙҙең осраҡта икеләтә, өсләтә ауыр булды. Биш баланың иң өлкәне генә үҙ тормошон ҡорғайны. Ә ҡалған дүртәүебеҙҙең киләсәге билдәһеҙ. Шулай итеп, иң өлкән апайыбыҙ ҡарамағында тороп ҡалдыҡ. Апайыбыҙ әсәй ҙә, атай ҙа булды, уға рәхмәтлебеҙ. Ҡарауһыҙ ҡалған донъяны, мине уйлап, икенсе апайым менән ағайым, уҡып йөрөгән юғары уҡыу йорттарын ташлап, ауылға ҡайтырға мәжбүр булды. Улар төп йорт усағын һүндермәй, элеккесә донъяны алға алып китте, кәртә тултырып мал аҫраны, баҡса үҫтерҙе. Ағайым, атай урынында ҡалғас: «Һеңлеләремде кейәүгә бирмәйенсә кәләш алмайым», – тине һәм шул һүҙендә торҙо. Өлкән апайым менән ағайым туйҙар үткәреп, өс ҡыҙҙың береһен – Ҡариҙел районы на, икәүһен Баймаҡ районына кейәүгә бирҙе. Һеңлеләрен эйәле-башлы иткәндә ағайыбыҙҙың күҙ йәштәре аша бәхет теләгәне әле лә күҙ алдында тора. Өлкән апайым туй мәжлесен уҙғарыуҙы үҙ өҫтөнә алһа, ағайым, ир кеше булараҡ, һеңлеләренә берәр һыйыр биреп, кейәүгә оҙатты. Шулай итеп, ағайым менән өлкән апайым үҙ иңдәренә төшкән бурысты үтәне. Ағайым ауылдан күсергә риза булманы. Беҙгә үҙ тормошобоҙҙо ҡорорға ярҙам иткәндән һуң үҙе лә өйләнде, тәүҙә улы, шунан ҡыҙы тыуҙы. Ләкин... Ләкин уға ғаиләле булып, балаларын ҡосоп, һөйөп-һөйөлөп оҙаҡ йәшәргә насип булманы. Ағайыбыҙ атай ташлап киткән нигеҙҙе һыуытмай, уға йән өрөп йәшәргә тырышты. Ул тормошон бөтөн яҡлап та яҡшы итеп алып барҙы. Ауылда донъя көткәс, малға бесән эшләр өсөн тракторы ла, бесән сапҡысы ла, тырмаһы ла, башҡа кәрәк-яраҡтары ла кәрәк.

Техникаға ҡулы оҫта булды. Ихатаһындағы барлыҡ техниканы үҙе йүнләп, үҙе ҡороп эшләп алды. Уға һәр бер бәләкәй генә тимер киҫәге лә ҡәҙерле ине. Иҫләйем, ауылға ҡайтһам, барлыҡ башҡарған эштәрен миңә күрһәтә, йүнәткән, хәстәрләгән техникаһының торошо менән таныштыра, уларҙың барыһы хаҡында иҫе китеп һөйләй торғайны. Миңә, ҡыҙ балаға, уның һөйләгәндәре ят ине. Ир туғаны, кәңәшләшер, арҡаланыр кешеһе лә булмағандыр инде. Атай ошо нигеҙҙе ташлап китмәһә, ағайымдың яҙмышы ла бөтөнләй икенсе булыр ине. Барыһын да бер йөрәк аша үткәргән ағайымдың тора-бара нервылары ҡаҡшаны, был донъяла йәшәүҙең йәмен тапмай, баҡыйлыҡҡа күскәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ағайыбыҙ үлгәс, беҙҙең күңелде уйлаусы булманы. Үҫкән тыуған йортобоҙ ишегенә шунда уҡ йоҙаҡ эленде. Ихата бөтөнләй буш ҡалғас ҡына йортобоҙға инә алдыҡ. Өй түрендә ағайымдың ғына кейемдәре етемһерәп тороп ҡалғайны. Бер нәмәһеҙ буш ҡалған, бала сағыбыҙ үткән йортҡа һуңғы тапҡыр инеп сығырға үҙемдә ҡыйыулыҡ таптым. Шунда ғына ағайымдың атай ташлап киткән нигеҙҙең тотҡаһы булғанын аңланым. Яҙмыш маңлайға яҙыла, тиҙәр. Ағайымдың яҙмышы шулай булғандыр, күрәһең. 25 йәшендә улы өйләнер урынға атаһы икенсегә өйләнгәс, әлбиттә, уҡыуын дауам итеү, тормош ҡороу уйынан ваз кисергә тура килә. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Сөнки яҡты донъяла уға рәхәтләнеп йәшәргә мөмкинлек булманы.

Атай... Әсәй... Ғаилә... Балалар... Уларҙың киләсәге... Әгәр атай кеше үҙ балаларын ҡарамай, икенсе ят бауырҙы үҙ итә икән, быны нисек аңларға?! Ул шул хәтлем ҡаты бәғерлеме, әллә йөрәге урынында таш ятамы? Мине был һорау иртәле-кисле борсой. Әсә үҙенең йөрәге аҫтында балаһын туғыҙ ай буйы йөрөтә, уны донъяға тыуҙыра. Балаһын һәр яҡлап ҡурсалай, үҫтерә. Ә ни өсөн ҡайһы бер атайҙарға үҙ балалары яҡын түгел, ни өсөн улар балаларын ташлап китә? Хәҙерге ваҡытта атайҙары ташлаған балалар бихисап. Атайҙар еңел генә уйлап, икенсе кешене йәр итеп, үҙ балаларын ҡалдырып, өйҙән сығып китә. Улар балаларының артабанғы тормошо, киләсәк яҙмышы тураһында аҙ ғына булһа ла уйланамы икән? Ата-әсәһе булла тороп та, етем булып үҫеү, башҡалар араһында кәмһенеү – бала өсөн бик ҙур фажиғә.

Ваҡыт үткән һайын күп нәмә онотола, яралар уңала, тиҙәр. Юҡ, улай түгел, киреһенсә, мин йылдар үткән һайын бала саҡҡа кире әйләнеп ҡайтам. Шул мәлдәрҙә күңелем тағы ла нығыраҡ әрней, йөрәгем һыҙлай.

Их, атай, нишләп кенә һин башҡа атайҙар кеүек үҙ балаларыңды ҡарап, үҙ ғаиләңдең башлығы булып ҡына төп өйҙә йәшәмәйенсә, ҡатыныңдың, балаларыңдың тормошона аяҡ салдың? Йөрәгең аҙ ғына булһа ла һыҙламаймы?.. Әгәр һин шулай ҡыланмаһаң, тормошобоҙ бөтөнләй икенсе булыр ине, ошо көндә әсәйем дә, ағайым да иҫән булыр ине. Әсәйем, төн йоҡоларын йоҡламай, биш бала атаһы булған ирен көтөп ултырған ваҡытта атайымды әүрәткән, шулай уҡ балалары булған ҡатын аҙыраҡ ҡына булһа ла уйланманымы икән? Ниндәй йөрәк менән ул ҡатыны, балалары булған сит кешене өйөнә индерҙе икән?
Мин хәҙер, 20 йыл үткәс, атайҙың ҡылыҡтарының яртыһына ғына шаһит булғанмын икән, тип уйлайым. Әйтәйек, атайымдың әсәйемде алдап китеп, сит ҡатын менән Сибай профилакторийында ял итеүе, шул ҡатындың атайҙы осрашыуға саҡырып яҙған хатын өйгә үк алып килеп, миңә, ҡыҙына, биреп китеүе һәм башҡалар...

Ә күңел һаман да әсәйҙе юҡһына. Иң ғәзиз кешебеҙҙең йәш кенә көйө, ире тере була тороп та, биш бала менән яңғыҙ ҡалып йәшәүе, ағайыбыҙ мәрхүм булғас, атайыбыҙҙың 20 йыл аяҡ баҫмаған өйөн барып һатып китеүе башҡа һыйырлыҡ түгел.
Әсәкәйем, һин бит тормоштоң бер рәхәтен дә күрмәй йәшәгәнһең.
Нисек кенә түҙемлегең етте икән?
Йөрәгең ныҡ ҡына әрнегәндер ул ваҡыттарҙа. Мин һине аңлайым...
Әгәр ошо ваҡиғалар балаларың үҫкәс, әлеге көндә булһа, беҙ һине ҡурсалап алып ҡалыр инек, ейәндәрең, ейәнсәрҙәреңде ҡосоп, бәхетле өләсәй булып йәшәр инең. Ләкин һин юҡ инде. Шуныһы үкенесле,ҡәҙерле әсәкәйем!

Ағайым үлгәс, күңел яралары тағы үҙен белдерҙе, бала саҡтың ауыр хәтирәләре әленән-әле иҫкә төшөп, йөрәкте әрнетте. Ниңә тормош беҙгә, ғәйепһеҙ балаларға, шул тиклем ауыр күңел кисерештәре кисерергә насип итте икән? Мин үҙем, кейәүгә сыҡҡас, ҡалала төпләндек. Аҙна һайын тигәндәй иптәшемдең ауылына – ҡайны-ҡәйнәмә ҡайтып йөрөнөк. Ҡайтҡан һайын улар беҙҙе ихлас ҡаршы алды, оҙатып тороп ҡалды. Ауылдан ҡалаға ҡайтырға сыҡҡас, күңелем шул хәтлем тула, хатта бер килке иптәшем менән һөйләшмәй, иламһырап ҡайта торғайным. Атай-әсәйле булыуы ниндәй бәхет! Ниңә беҙҙе атай ошо бәхеттән мәхрүм итте икән, тип тағы ла уйға сумам, булған ваҡиғаларҙың барыһы ла яңынан күҙ алдынан үтә...
Хәҙерге көндә, Аллаға шөкөр, һәр беребеҙҙең үҙ ғаиләһе, балалары бар. Артабан да шулай апайҙарым менән бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә яҙһын. Ҡәҙерлеләремә һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер теләйем. Ә мәҡәләмдең аҙағында шуны әйтер инем. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ. Атай-әсәйҙәр, ташламағыҙ балаларығыҙҙы! Һәр баланың да был донъяла тулы ғаиләлә, бәхетле йәшәргә хаҡы бар!

Флүзә СӘФӘРҒӘЛИНА.
Баймаҡ районы.__







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға