«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эскелеккә ҡаршы иң шәп ысул – эсмәү



25.10.2013 Эскелеккә ҡаршы иң шәп ысул – эсмәү

Эскелеккә ҡаршы иң шәп ысул – эсмәүРәсәйҙә йылына меңәрләгән кеше алкоголдән ағыуланып үлә
Яҡын үткәнгә бер байҡау яһаһаҡ, күптәрҙең хәтерендәлер әле – заманында илде етәкләүсе Ми­хаил Горбачев “ҡоро закон” иғлан иткәйне. Теүәл йылын-көнөн дә иҫләгәндә, ваҡиғалар 1985 йылдың 17 майында “Правда” гәзитендә СССР Юғары Советы Президиумының “Эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү тураһында” Указы баҫылғас башланды. Ил буйынса ликер-араҡы продукцияһы һатыусы күп кенә магазин ябылды, алкоголгә хаҡ күтәрелде, уның һатылыу ваҡыты ла сикләнде (көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем һатылды), эш урынында эсеп тотолоусыларға штраф һалынды, партиянан сығарыу ҡаралды, айыҡ туйҙар – “комсомол туйҙары” үткәреү пропагандаланды һ.б., һ.б.
Әммә был күренештәрҙең бер “әтнәкәһе” лә булды шул. Закон сығарыусылар бөтөнләй көтөлмәгән һөҙөмтәгә осраны ла ҡуйҙы. Беренсенән, магазиндарҙа араҡы артынан оҙон сират хасил булды, икенсенән, кемдең сиратта торғоһо килмәне, ул составында спирт булған төнәтмәләр, одеколондар, әйбер йыуа торған шыйыҡсаларҙы эсә башланы, өсөнсөнән, көмөшкә ҡыуыу һәм ялған араҡы һатыу “сәскә атты”. Әлбиттә, ыңғай яҡтарын да иҫкә алырға мөмкин. Әммә ике йылдан һуң уҡ, 1987 йылда, ҡулланыусыларҙың ризаһыҙлығы һәм иҡтисади көрсөк арҡаһында “ҡоро закон”ды туҡтатырға мәжбүр булдылар. Илдә иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу яңынан көсәйҙе…
Бөгөн Рәсәй халҡы рәхәтләнә генә – араҡыһы ҡиммәт булһа, башҡа эсемлеге етерлек. Юҡҡамы ни “һыра алкоголизмы” тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килде. Етмәһә, эске менән мауығыусылар торған һайын йәшәрә. Биттәре шымарып, йыйырсыҡтары бөтә, тип уйлап ҡуймағыҙ, балалар һәм үҫмерҙәр мауығыуы тураһында әйтәм.
Ә алкоголь арҡаһында ғүмер өҙөлөүен һанағанда, был күрһәткестәр беҙҙең ил өсөн үтә лә хәүефле. Эскеселәр сифатлы араҡы эсһә – бер хәл, күп осраҡта суррогаттан йәндәр ҡыйыла. Бөгөн һүҙ тап ана шул ағыуланыу тураһында.

Алкоголгә хаҡ артһа,
ялған эсемлектәр күбәйә?!

Рәсәй статистикаһы хәбәр итеүенсә, илебеҙҙә араҡы ҡулланыусылар һаны кәмей. Әгәр былай барһа, 2015 йылда күрһәткестәр 2000 йылдыҡына ҡарағанда ике тапҡырға әҙерәк буласаҡ. Ул йылдарҙа йән башына 18,5 литр эселгән икән. Әҙерәк эсеү араҡыға хаҡты күтәреүгә бәйле, имеш. Шулай ҙа статистиктар заводтан сыҡҡан сифатлы араҡы тураһында һөйләй. Уға хаҡ артһа, барыһы ла көмөшкә, суррогаттарға (составында спирт булған шыйыҡсалар) күсәсәк. Тимәк, акциздарҙы күтәреүҙең эскелекте кәметеүгә алып бармаясағы көн кеүек асыҡ.
Ил Президенты Владимир Путин сентябрҙә алкоголле эсемлектәргә һәм тәмәкегә акциз хаҡтарын арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан документҡа ҡул ҡуйҙы. Был закон 2001 йылдар тирәһенән үк “тыуа” алмай ята ине. Ошоноң арҡаһында легаль булмаған араҡы күләме ҡырҡа артып китәсәк.
Әлбиттә, акциз күләме бер урында тапалып торорға тейеш түгел. Әммә Рәсәйҙең үҙенсәлекле ил икәнен иҫәпкә алғанда, хаҡтарҙы ҡапыл күтәреү кире һөҙөмтә генә бирәсәк. Акцизды арттырырға була, әгәр һатыуға йә ҡулланылышҡа араҡыға альтернатива сыҡмаһа.
Күҙалланыуынса, 2014 йылға спиртҡа акцизды дүрт тапҡырға арттырыу көтөлә. Уның эҙемтәһе булып, “аҡбаш”тың хаҡы ла арта – бер шешә яҡынса 390 һум торасаҡ. Бындай аҙымдың, йәғни һалымды күтәреүҙең аңлатмаһы ябай – халыҡтың күпләп эсеүен башҡаса туҡтатыу мөмкин түгел. Ошонан сығып һорау тыуа: ә араҡынан башҡа иҫерткес эсемлек юҡмы ни? Көмөшкә ҡайнатыу “бизнес”ының сәскә атыуын теләйҙер был түрәләр. Алкоголдән ағыуланып, Рәсәйҙә былай ҙа йылына 40 – 50 мең кеше үлеп тора. Был – рәсми теркәлгән статистиканан. Ә теркәлмәгәне ошо һандан өсләтә-бишләтә тапҡыр күберәк икәнен беләбеҙ.
Рәсәйҙең федераль һәм төбәк алкоголь баҙарын өйрәнеүсе үҙәге директоры Вадим Дробиз әйтеүенсә, былтыр һатылған алкоголле эсемлектәр, суррогаттарҙы ла индереп, 2,3 миллиард литр тәшкил иткән. Шуның 1,5 миллиард литры – ваҡлап һатыу селтәре аша үткән легаль эсемлек. Тимәк, ҡалғаны ялған араҡы булып сыға.
Акциз хаҡтары артыу менән рөхсәт ителгән араҡы етештереүселәр кәмейәсәк, суррогат артасаҡ, шунан үлеүселәр һаны ла өҫкә “ырғыясаҡ”. Етмәһә, көмөшкә ҡыуырға кәрәгәсәк – шәкәргә лә хаҡ күтәрелеүе мөмкин. Кем ота инде бынан? Эйе, ҡаҙнаға акциздан йыйылған байтаҡ килем (мәҫәлән, 2014 йылда бер литр спиртҡа акциз 500 һумға етһә, бюджет яҡынса 120 миллиард һум аласаҡ) инер-инеүен, әммә был алкоголдән һәләк булған бик күп ҡорбандар өлөшө буласаҡ.

Эскелектән йылына илдең
500 мең кешеһе үлә

Рәсми статистиканың, эсеп ағыуланғандан 40 – 50 меңләп кеше вафат була, тип белдереүе үрҙә яҙылғайны ла, әммә башҡа сығанаҡтар был һандың 500 мең кешегә етеүен хәбәр итә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Мәскәү психиатрия ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тап шундай һығымта яһай. Бындағы системалы тикшеренеү һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе, медицина фәндәре докторы Александр Немцов көслө алкоголдән ағыуланыусылар күплеге хаҡында белдерә. Эскелектән илдең ике миллион кешеһе ыҙа сигә. Белгестәр раҫлауынса, хеҙмәткә яраҡлы ирҙәрҙең 40 проценты даими рәүештә спиртлы эсемлек ҡуллана. Уның да “ҡаты”һын, йәғни шарап, һыра кеүек эсемлектәрҙән көслө спиртлыһын өҫтөн ҡуялар.
Ағыуланыу сәбәбе күбеһенсә сифатһыҙ эсемлек була. Таралған һүҙ менән әйткәндә – суррогат. Нимә һуң ул? Тәү сиратта ул – көнкүрештә ҡулланылыусы спирты булған шыйыҡса. Медицина төнәтмәләре, косметик лосьондар, техник этил спирты. Уларға өҫтәп, етештергәндә сифаты яғынан боҙоҡлоҡтар булған эсемлектәр ҙә бар. Нимәнелер еткерә ҡушмағандар, нимәһенеңдер технологияһы боҙолған. Иң ҡурҡыныс суррогаттар – көнкүреш шыйыҡсалары – иретмәләр, быяла йыуғыстар, тормоз шыйыҡсаһы, БФ елеме. Ни өсөн кеше шундай нәмәләрҙе эсә? Эскесе был һорауға яуапты бер ваҡытта ла теүәл бирмәйәсәк. Хәйер, ул үҙен эскесе тип тә атамай.
Ялған араҡы менән өлкәндәр генә түгел, йәштәр, балалар-үҫмерҙәр ҙә ағыулана башланы. Улай ғына ла түгел, хатта сабыйҙар ҙа ағыулана.
Бынан биш йыллап самаһы элек Алтай Республика­һында ике имсәк баланың алкоголдән ағыуланып үлгәнен барлыҡ мәғлүмәт саралары ла хәбәр иткәйне. Береһе ете көнлөк кенә булған, икенсеһе – туғыҙ айлыҡ. Тикшереүҙәренсә, алкоголь сабыйҙарға әсә һөтө аша күскән.
Иҫегеҙҙәме икән, 2011 йылда Төркиәнең Бодрум ҡалаһында ял итеүсе бер төркөм Рәсәй турисы ялған араҡы эсеп ағыуланғайны. 20-ләгән кеше араһынан бишәүһе яҡты донъя менән хушлашты. Әлбиттә, бында контрафакт эсемлек һатыусының ғәйебе ҙур, шулай ҙа ватандаштарыбыҙ ҡомһоҙланып эсмәһә, бәлки, бәләгә лә тарымаҫ ине.
Көслө спиртлы эсемлек ҡулланыу Рәсәйҙә һәр дәүер­ҙә төрлөсә булған, ул алкоголдең яҡынса 70 – 82 процентын тәшкил итә. “Ҡаты”һын эсеү тап Рәсәйгә хас икән. Донъяның башҡа илдәрендә әлеге күрһәткес 30 процентҡа ла етмәй. Мәҫәлән, АҠШ-та – 27,3, Германияла – 21,4, Бөйөк Британияла – 18,3 процент. Йәғни быларҙа көсһөҙөрәк спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хуп күрәләр.
Беҙҙең илдә ялған араҡынан ағыуланыу осраҡтары, Европаның уртаса күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 65 тапҡырға артыҡ.
Шундай мәғлүмәт тә бар – әгәр кем дә булһа эсеп үлһә, ә дөйөм алғанда, тере саҡтағы социаль статусы яҡшы (ғаиләһе бар, эшләй) икән, уға, алкоголь бәйлелеге бар, тигән диагноз ҡуйылмай, “диагноз-битлек” яҙыла, тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары сире иҫкә алына. Шуға ла, Рәсәйҙә ысынбарлыҡтағы һандар 15 – 20 тапҡырға әҙәйтелә, тип уйларға урын бар.

Әйткәндәй

Шулай итеп, акциздарҙы күтәреп кенә эскелекте бөтөрөү мөмкинлеге шик аҫтына алынды. Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһаң, спиртлы эсемлек менән мауығыу уның арзанлығы йә ҡиммәтлелегенән генә тормай бит ул. Сәбәптәр күпкә тәрәндәрәк ята. Тормошҡа, йәшәйешкә бәйле. Күптәр ауыр тормоштан насар ғәҙәттәргә юлыға, бәғзеләр – еңел йәшәгәндән, шашынып.
Эскелектән ҡотолоу өсөн медицина, социаль, иҡтисади саралар кәрәк. Күп яҡлы һәм төптән уйланылған көрәш иғлан ителмәһә, Рәсәй халҡы үҙен-үҙе ҡырып бөтәсәк.


Һандар һәм факттар

Наркология клиникалары пациенттарының 76 проценты тап “аҡбаш” эсә, бары тик 8 проценты ғына һыра менән мауыға.
Ялған алкоголле эсемлек беҙҙең илдә һатыуға өс “нөктә”нән сыға: үҙ фатирынан һатыу иткән көмөшкәселәрҙән (биш процент самаһы), легаль тип һаналған заводтан (50 проценты) һәм йәшерен фирмаларҙан (45 проценты).
2011 йылдың беренсе сентябрендә Владивостокта алтынсы класҡа барыусы дүрт ҡыҙ араҡынан ағыуланған. Улар шулай яңы уҡыу йылын “йыуған”. Улар ике шешә эсемлекте документ буйынса һыра ғына һатылырға рөхсәте булған бәләкәй магазиндан һатып алған.
Бынан 25 йыл элек яңы тыуған сабыйҙарҙың 20 процентының сәләмәтлеге буйынса проблемалары булһа, хәҙер сабыйҙарҙың 60 процентының тыуғанда уҡ етди сире бар.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 2011 йылдағы отчетынан: ғүмер оҙонлоғо буйынса Рәсәй Мавритания, Йемен, Тажикстан кеүек илдәрҙән һуң килә. Алдағы өс илдә үлем күрһәткестәренең ҙур булыуы фәҡирлеккә, эсәр һыу етмәүгә, медицина хеҙмәтләндереүе кимәле түбән булыуға бәйле, ә беҙҙең илдә сәбәп бер – эскелек.
Рәсәйҙә барлыҡ үлем осрағының 23,4 проценты – алкоголде самаһыҙ ҡулланыу арҡаһында. Ошондай темп менән барһаҡ, 2025 йылға илебеҙ халҡы 12 – 14 миллион кешегә кәмейәсәк.
Илдә эскәндән һуң ағыуланып үлеүселәр һаны 2005 йылда иң күбе була – 45 мең кеше. Был да рәсми статистика. Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, дәүләт күрһәткестәрҙе теүәл бирмәй, халыҡтан ысынбарлыҡты йәшерә.
Рәсәйҙәге бөтөн ағыуланыу осраҡтарының 53 проценты – ялған араҡы, техник спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан. Үкенескә күрә, эсеп үлгән ҡатын-ҡыҙҙар һаны ла арта.
Ғүмере өҙөлгәндәрҙең һәр өсөнсөһөндә алкоголь ғәйепле. Кемдер тап шуны ҡулланыуҙан үлә, кемдер эскесе ҡорбаны була.
Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға