25.10.2013 Комсомол – кадрҙар тимерлеге
ВЛКСМ-дың Учалы ҡала комитетының элекке секретары Данил Ҡасимов, йәштәрҙе берҙәмлеккә, ойошҡанлыҡҡа өйрәтеүсе пионерия, комсомол кеүек ойошмалар кәрәк, тип иҫәпләй
Кем 1 Май байрамын яратмай икән?! Иптәштәр менән ҡырға сығып, уйнап-көлөп, тау башынан йомортҡа тәгәрәтеүҙәр – йыл буйына ауыҙ тултырып һөйләрлек үҙе бер оло ваҡиға бит! Учалы районының Сәфәр ауылында йәшәүсе бәләкәй Данил да 1 майҙы өҙөлөп көтә: Рафаил, Марат, Ринат ағайҙарының һөйләшеүҙәрен ишетеп, уларҙың ҡырға сығырын белә, һәм мине лә үҙҙәре менән алырҙар, тигән өмөт осҡоно иртәле-кисле күңелен йылытып тора. Ағайҙары һәйбәт уның, этеп-төртөп түгел, киреһенсә, кинйә ҡустыларын ҡурсалап үҫтерә. Шуға үҙҙәре менән бергә алырҙар, тигән ышаныс бар ҙа инде. Байрам көнө еткәс, ағайҙары, әле бәләкәсһең, беҙ һине үҙебеҙ менән йөрөтә алмайбыҙ, өйҙә ҡал, тип, Данилды шаҡ ҡатырҙы! Әйтерһең дә, уны күтәреп, йөкмәп йөрөргә кәрәк. Ә бит ул бер ҙә кеше көнлө түгел, уның йүгереп кенә йөрөгән үҙ аяҡтары бар ҙа инде, нишләп алып бармаҫҡа? Төрлөсә өгөтләп тә, инәлеп тә, хатта балауыҙ һығып та ағайҙарын күндерергә маташты Данил, ләкин улары һүҙҙәренән кире ҡайтманы. Бындайҙы уҡ көтмәгән малай ағайҙары артынан ысын күңелдән түгелеп илап тороп ҡала: «Алы-ғы-ыҙ...». Кинйә улының күҙ йәштәренә битараф ҡала алмаған фронтовик Фәсхетдин, ҡатынына тағы йомортҡа бешерергә ҡушып, ат егә башлай. Һәм Данилды ашыҡтыра-ашыҡтыра арбаға ултыртып, ҡырға алып сығып та китә. Атаһы менән көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп килә торғас, малайҙың шыңғырлаған танауы асыла, йөҙө яҙыла, урман-тауҙар ҙа үҙ дауаһын өҫтәй – бер аҙҙан бөтөнләй кәйефе күтәрелә. Ә инде Май тауының иң өҫтөнә менеп, атай менән уҙышып аҫҡа табан йомортҡа тәгәрәтә башлағас, ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай була үҙенә – йәшәүҙәре шул тиклем дә күңелле, ҡыҙыҡ тойола.
– Ошо ваҡиғанан һуң беҙҙе күҙәтеп торған көтөүселәр, шаяртып, тауға Данил тауы тип исем ҡушты, – балалыҡ иленән хәҙерге ваҡытҡа әйләнеп ҡайтып, «УралСиб» банкыһының Учалы филиалы управляющийы Данил Фәсхетдин улы көлөп ҡуйҙы. – Атайыма рәхмәт уҡыйым – күңелемде күрҙе, хыялдарымды селпәрәмә килтермәне. Хәҙерге заман кешеләренең күпселеге, юғары белемле була тороп, бала тәрбиәләй белмәй, ә беҙҙең атай ете синыф белеме менән бына тигән тәрбиәсе булды, балаларҙың күңелен яҡшы тойҙо. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек (минән һуң Әлфиә туғаным бар), бишебеҙгә лә атай өлгө булды. Намыҫлы, эшһөйәр, тырыш, ысын шәхес ине ул, беҙгә лә шуны аманатҡа ҡалдырҙы. Һин Фәсхетдин Ҡасимовтың улымы әллә, тип һорап, эйе, тиһәм, бик шәп кешенең балаһы икәнһең, тип күптәр әйткәне бар. Шулайтып уның абруйы беҙҙе лә йәштән абруйлы итте.
Бала сағынан теремек, бар нәмәне белергә ынтылған Данил Ҡасимов мәктәпкә уҡырға барғас, активистарҙың береһенә әйләнә, яҡшы уҡырға ла, һәр сарала әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Комсомол сафына ингәс, әлбиттә, уны ҙур теләк менән комитетҡа ағза итеп алалар. Мәктәптә йыйылған иғәнә аҡсаһын ҡала комитетына килтергәс, шәп егет автобус көтөп, ваҡыт әрәм итеп тормаған, ара ун бер саҡрым булһа ла, һәр саҡ йүгереп ҡайтҡан. Яҡын араны йәйәү үтергә йыбанып, транспорт көтөп тороуҙы бөтөнләй аңламаған, һөймәгән Данил Фәсхетдин улы һаманғаса ошо ғәҙәтен ташламаған, өйөнән алыҫ булһа ла, эшкә йәйәү йөрөй. Әгәр йәйәү йөрөргә, йүгерергә мөмкинлегең бар икән, атла, йүгер, һаулығыңдың ҡәҙерен бел, рәхәтен күр – был да бәхет бит, тип раҫлауҙан туҡтамай.
Бала саҡтан техника яратҡас, ул мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға инә һәм үҙе лә уйламаҫтан башкөлләй фәнгә сума. Уның «Тракторҙарҙың статистик, динамик тотороҡлоғо» тигән тема буйынса эше хатта Бөтә Союз фәнни-техник йәмғиәте советының дипломы менән юғары баһалана. Уҡытыусыларының береһе, һинең был ғилми эшең – кандидатлыҡҡа диссертацияның яртыһы, һинең тәғәйенләнешең – фән менән шөғөлләнеү, тип студентты фән юлынан китергә өндәй. Шуға ла «Инженер» исеме аҫтында сыҡҡан етди стена гәзите мөхәррире булған Данил, ҡулына диплом алғас, һис бер һүҙһеҙ юғары уҡыу йортонда эшкә тороп ҡала. Йәш уҡытыусыны ошо стена гәзитенең кураторы итеп тә тәғәйенләйҙәр. Аҙыҡ-түлек етештереү программаһы тормошҡа ашырылған ҡыҙыу мәлдә бер нисә йәш комсомолды – Тәбрик Назаров, Сергей Лоренц, Хәлим Ниғмәтуллинды һәм шул иҫәптән Данил Ҡасимовты ла партияға кандидат итеп алалар. Инде туп-тура һыҙылған юлдан еңел генә китеп барған Данил шул саҡта тормошон ҡырҡа үҙгәртергә була – мине армияға алығыҙ, тип мандат комиссияһына килә. Комиссия ағзаларының береһе: «Армияла хеҙмәт итергә теләйем» тигән беренсе иҫәрҙе ишетәм», – тип көлһә лә, факультет деканы бронь алырға өгөтләһә лә, Данил, мин үҙемдең изге бурысымды үтәйем, тип ныҡышып, һалдат бутҡаһын ашарға китә.
– Пермь крайында армияла хеҙмәт итеп ҡайтыуыма тамсы ла үкенмәйем, – ти әңгәмәсем. – Улдарын армиянан алып ҡалырға маташҡан ата-әсәләр үҙ балаларын бик яҡшы тормош мәктәбенән мәхрүм итә. Армияла булып ҡайтҡан кеше әсәһенең итәгенән айырыла, үҙ аяғына ныҡлап баҫа, тормошҡа яуаплы ҡарай.
Данил, армиянан ҡайтҡас, тыуған ауылыма яҡын, тип, Мансур ҡырсынташ заводына механик булып эшкә инергә ниәтләй. Тик партия ҡала комитетының шул саҡтағы беренсе секретары Фәрүәз Шакиров шәп егетте ауыл хужалығы бүлегенә инструктор итеп эшкә ҡоҙалай. Комсомолдың ҡала комитетына һайлауҙар башланғас, Данил Ҡасимов та үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы була. Һәм шулай итеп, биш кеше араһынан тап уны секретарь итеп һайлайҙар. Эшләүе еңел булмаһа ла, күңелле, мауыҡтырғыс тормош менән йәшәнек, тип иҫләй ул саҡтарҙы хәҙерге банкир. Ҡаты, талапсан етәксе һәр кемдән тәртип, теүәллек талап итә, кабинетта ҡағыҙ менән ултырып түгел, ә халыҡ араһында йөрөп эшләүҙәрен хуп күрә. Шул саҡта уҙғарылған слеттарҙы, ярыштарҙы учалылар һаманғаса яҡшы хәтерләй. Афғанстанда һәләк булған егеттәргә обелискылар асыу, йәштәргә йорт төҙөү өсөн ағас бүлдереп биреү ҙә – Данил Фәсхетдин улы етәкселек иткән осорҙа башҡарылған мөһим эштәр. Комсомол ҡала комитетының секретары вазифаһынан һуң ул һөнәрселек училищеһы директорының производство буйынса урынбаҫары булып эшләй, аҙаҡ бизнес менән шөғөлләнә, шунан һуң финанс учреждениеһына эшкә күсә.
– Комсомолда эшләгән мәлде ҡай ваҡыт һағынып иҫләп алам, сөнки дәртле, көслө, идеялар ташып торған саҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшө бит шул осор, – тип, һөйләшеүгә нөктә ҡуйғандай, йылмайҙы Данил Ҡасимов. – Пионерия, комсомол кеүек ижтимағи ойошмалар кәрәк ул! Берҙәмлек, ойошҡанлыҡ, идеялар менән бүлешеп йәшәү өсөн кәрәк. Тырым-тырағай йәшәүгә ҡарағанда берҙәм йәшәү күпкә ҡыҙығыраҡ, күңеллерәк, еңелерәк.
ВЛКСМ-дың бөтөрөлөүенә байтаҡ булып китте, әммә уның идеялары юҡҡа сығарылған, тип әйтеп булмай, быны Данил Ҡасимов менән әңгәмә лә раҫланы. Тап комсомолда ойоштороу һәләтенә эйә булған йәштәр үҫеп сыҡты, ил менән идара итеүселәр уның мәктәбендә сынығыу үтте. Шуға ла бөгөн ниндәй генә кимәлдәге етәкселәрҙе алма, яртыһынан күбеһе – элекке комсомолдар. Тимәк, был ойошма, кадрҙар тимерлеге булараҡ, үҙен-үҙе аҡланы. Тик нисек уны кире ҡайтарырға, нисек тергеҙергә, әгәр беҙ элеккене, йырҙа йырланғанса, «нигеҙенә ҡәҙәр емерергә» яратабыҙ, «...ә аҙаҡ...» – беҙҙе борсомай ҙа һымаҡ.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.