«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кешеләр ҙә, йәшен дә сәбәпсе



18.10.2013 Кешеләр ҙә, йәшен дә сәбәпсе

Быйыл йыл башынан республиканың урман фондының 136,26 гектар майҙанында 60 янғын сыҡҡан. Урман янғындарын һүндереүгә алты миллион һум аҡса бүленгән, бер миллион һумы тотонолған. Урман фондына килтерелгән зыян 111 мең һум тәшкил итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын май башында Белорет районының Лапышты ауылынан 5 саҡрым алыҫлыҡта, Инйәр урман хужалығында теркәлгәйне.
Үткән йылдарҙан айырмалы, быйыл урман янғындарына «ҡоро» йәшен сәбәпсе булды. Уның арҡа­һында Башҡортостанда 35 янғын сыҡҡан.
Халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле 21 тапҡыр урман янған. Ҡалған 4 янғындың сәбәбе әле асыҡлана.
Янғындың күпселеге таулы урман зонаһына ҡараған Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр райондарында булған.
Быйыл Дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе инспектор­ҙары тарафынан ҡағиҙә боҙоусыларға һалынған штрафтың дөйөм суммаһы 2,6 миллион һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта шуның 1,3 миллион һумы түләнгән.
Тикшереү органдарына янғын сығыу факттары буйынса 60 материал ебәрелгән. Бер енәйәт эше ҡуҙғатылған, икәүһе буйынса тикшереү эше алып барыла. Ҡалған материалдар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу кире ҡағылған.
Һуңғы ике айҙа Башҡортостанда урманда янғын сығыу осраҡтары теркәлмәгән.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға