18.10.2013 Һөнәрем юҡ, тип әйтмә…
Әре ҡорт тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Уны әрәмтамаҡ тип тә йөрөткән булалар. Быны, моғайын, бер сая ҡатын уйлап сығарғандыр, сөнки әре ҡорт ата бал ҡорто бит. Үҙенә күрә яуаплы эш эшләп йөрөһә лә, меҫкенгә әрәмтамаҡ тигән ҡушамат эләккән дә ҡуйған. Тик һүҙ тап бал ҡорттары тураһында түгел. Ә эш хаҡында. Бер-ике йыл элек Санкт-Петербург компанияларының береһе, офис әре ҡорто (“офисный трутень”) кәрәк, тип хәбәр таратып, “белгестәр” йыйырға ниәтен белдергәйне. Был эштең нисек бөткәнен аныҡ әйтә алмайым, мәгәр, компанияға көнө буйы офиста йоҡлай, ашай, китап уҡый торған кеше бик кәрәккәйне. Ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе был компания икенсе төрлө уны “креатив мотивация буйынса ассистент” тип атағайны. Шул ассистенттың бурысы – йомшаҡ дивандарҙа, “пуф”тарҙа йоҡлау, ашағанда яҡшы аппетит һәм көр кәйеф булдырыу. Кемдең бындай эштә “эшләгеһе” килмәҫ!
Шулай, төрлө эштәр, һөнәрҙәр була. Кем өлкәнерәк, шул беләлер, Советтар Союзында, бөтөн эш тә маҡтаулы, тигән лозунгымы, саҡырыумы, раҫлаумы була торғайны. Хәйер, ил юҡҡа сыҡҡас, был әйтемдәре лә, моғайын, иҫке бер нәмәгә әйләнгәндер. Хәҙергеләр “ҡара эш” тип кенә һөйләшә түгелме? Тап бөгөн беҙгә ниндәй һөнәрҙәр кәрәк, ҡайһылары онотола һәм яңылары нисегерәк буласаҡ? Түбәндә шул турала.
Һөнәр, тигәс тә, тәүҙә уны нисек баһалауҙары мөһим
Йылдар үтеү менән теге йәки был һөнәрҙең юҡҡа сығыуы йә таралыуы тәбиғи хәл. Шуға ла тикшеренеүселәр йыл һайын ниндәйерәк һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныу артыуын асыҡлап барырға тырыша. Элегерәк энтузиастар ҙа булһа, бөгөн уларҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың. Барыһын да бер аҙ ҡырыҫыраҡ заман хәл итә шул. Рәсәйҙә былтырлы-быйыллы программист һөнәре иң “текәһе” булып ҡала. Текә тигәс тә, ул һүҙ беҙҙә, башлыса, иң ҡиммәт тигәне менән йәнәшә йөрөй. Тимәк, яҡшы эш хаҡы түләнә инде был программистарға. Ил буйынса дөйөм һанағанда, квалификациялы программалаусыларға айына 60 – 80 мең һум аҡса түләргә лә әҙерҙәр.
IT-технологиялар буйынса белгес тә көндән-көн кәрәгерәк була бара. Уның артынса юрист килә. Аңлап тораһығыҙҙыр, бында һүҙ юғары квалификациялы белгестәр хаҡында бара, ә яңы ғына һөнәр үҙләштереп, үҙ алдына ҙур амбициялар ҡуйған йәш кешегә ауырғараҡ тура килер, моғайын.
Рәсәйҙә быйыл иң кәрәкле һөнәрҙәр исемлегендә web-программист, стилист-визажист, теш табибы, инженер-проектлаусылар бар. Уларға ихтыяж артыуы ла ғәжәп түгел. Ихтыяж бар ерҙә, әлбиттә, эш хаҡтары ла, кем әйтмешләй, нисауа ғына. Тәжрибәле шәхси водитель, аудитор, һатып алыу буйынса менеджерҙар ҙа еңел һулай ала, улар киләһе йылдарҙа ла “йөҙөп йөрөп” аҡса эшләйәсәк. Тик һәр нәмәне һумдар менән үлсәү ҙә дөрөҫ түгелдер ул. Яратҡан эш, яратҡан шөғөл тигән төшөнсәләр онотолоп ҡуймаһын.
Был осорҙа социологтарға ла эш күп. Улар беҙҙең илдә ҡайһы һөнәр эйәләре үҙ эштәренән ҡәнәғәт икәнен асыҡлаған. Һәм, әлбиттә, кемдәрҙең ҡәнәғәт булмауы ла тикшерелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ – психологтар, проекттар менеджерҙары, пиарщиктар үҙ эшен ныҡ яратып башҡара икән. Кладовщик менән һаҡсылар иһә үҙ һөнәрҙәрен иң күңелһеҙҙәр иҫәбенә ҡуйған. Журналистар менән дизайнерҙар ҙа йыш ҡына эш һөҙөмтәләренән ҡәнәғәтлек ала.
“Нимә шулай ҡәнәғәтлек бирә һуң?” тигән һорауға яуаптар араһында “хеҙмәт хаҡы”, ”карьера үҫеше” тигәндәре күберәк.
Дөйөм алғанда, түбән эш хаҡы кешенең һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын бөтөрә. Быны инде социологтарһыҙ ҙа аңларға мөмкин. Шулай уҡ етәкселәрҙең наҙан булыуы яҡшы эшселәрҙе лә үҙ һөнәренән бөтөнләй ваз кистерә ала икән. Быныһы ҡурҡыныс. Һөнәрҙең абруйы төшөүе лә күңелһеҙ хәл. Бында кем ғәйеплелер – етәкселекме, эшселәрме, заманмы?
Яңы замандың яңы һөнәрҙәре
Әгәр ҙә ғалимдарға ышанһаҡ, яҡын 20 йылда донъяны бик ҙур үҙгәрештәр көтә. Бер уйлаһаң, бына ғына тора инде ул ике тиҫтә йыл. Экология, медицина, фән, иҡтисад, хатта социаль ҡоролош тамырынан тиерлек үҙгәрә. Әлбиттә, быны, беҙҙең донъя менән гигант роботтар идара итәсәк, тип аңларға кәрәкмәй. Шулай ҙа эш, хеҙмәт баҙары тирәһендә арыу ғына шаҡ ҡатырғыс күренештәргә шаһит булыуыбыҙ ихтимал. Моғайын, уҡытыусыларға ауырғараҡ тура килер, сөнки балаларҙан “Үҫкәс кем булам?” тигән темаға инша яҙҙырғанда көтөлмәгәнерәк яуаптарға осрауҙары бар.
Киләсәк һөнәрҙәре тураһында һөйләгәндә, был бер аҙ фәнни фантастика менән дә тап килгән кеүек. Тик бөгөн барыһы ла мөмкин.
Баяғы 20 йылда буласаҡ һөнәрҙәр тигән асыштар менән Бөйөк Британияның бер тикшеренеүсе компанияһы бүлешә. Шулай итеп, 2030 йылда түбәндәге һөнәрҙәрҙең беҙҙең яратҡан эштәребеҙгә әүерелеүе бик мөмкин.
1. Яһалма ағзалар эшләүсе белгес. Беҙ бөгөндән трансплантация тураһында йыш ишетәбеҙ. Тик киләсәктә ғалимдар кешенең тән ағзаларын яһалма үҫтереү ысулын уйлап табасаҡ.
2. Нано-медик. Нанотехнологиялар тигән һүҙҙе ишетмәгән бер көн бармы? Радио-телевидение беҙгә уны көн һайын тылҡый. Нано-медик, ғалимдар күҙаллауынса, пациенттарҙы дауаларға ярҙам итеүсе, профилактик тикшереүҙәр үткәреүсе бәләкәй робот булыр, моғайын.
3. Ген технологиялары менән эш итеүсе фермерҙар, малсылар. Генетик яҡтан модификацияланған (ГМО) продукция киң таралыу сәбәпле буласаҡ был. Вәғәҙә итеүҙәренсә, алдағы йылдарҙа ГМО-ризыҡтар бик файҙалыға әйләнәсәк, имеш. Хатта генетик үҙгәртелгән һыйыр ныҡ тәмле һөт бирәсәк икән.
4. Өлкәндәр өсөн консультант. Фәндең яңы ҡаҙаныштары арҡаһында кешенең ғүмере оҙонаясаҡ. Был ололар һаны арта тигән һүҙ. Ә өлкәндәргә һаулыҡ кимәле буйынса кәңәш биреүселәр, ярҙамсылар талап ителәсәк. Яңы һөнәр белгесе медицина, психология, дарыуҙар, протезлау, диета, фитнес кеүек өлкәләрҙе яҡшы беләсәк.
5. Хәтер “һауыты”н киңәйтеүсе хирург. Кеше хәтеренең компьютер ресурсына оҡшауы ихтимал. Уны юйып, киңәйтеп, ҡайһы бер хәтирәләрҙе башҡа “һауыт”ҡа һаҡларға һалыу мөмкин буласаҡ. Беҙҙең күҙаллауыбыҙса, хәтеребеҙ мейелә ята, буғай. Шуны асып, ҡырҡҡылап, ҙурайтып-шапайтып бөтәләрме лә, бер өлөшөн алып, ҡайҙалыр һалып ҡуялармы икән ни?!
6. Ғилми этика оҫтаһы. Фәнни асыштар ни тиклем глобаль булған һайын, этика тураһында ла күберәк уйланырға тура киләлер инде. Был өлкәлә эшләүселәр теге йәки был асыштан кешелек алдына хәүеф килеп баҫмаҫмы, тип баш ҡатырасаҡ, мөмкин тиклем дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тырышасаҡ.
7. Йыһан осоусылары, архитекторҙары һәм гидтар. Космосты яулау ул әле ракеталар осороу ғына түгел, ә кешеләрҙең күпләп башҡа планеталарға, йыһанға сәйәхәттәре лә. Йыһан туризмы бик күп мөмкинлек аса. Күрше ҡалаларға йә илдәргә автобус йөрөтөүсе, самолет пилоттары йә сәйәхәтте ойоштороусылар кәрәк булған кеүек үк, космосҡа ла тиҙҙән шул һөнәрҙәр кәрәгәсәк. Архитекторҙарға иһә Марста йә айҙа яңы проекттар буйынса эш бөтмәҫ-төкәнмәҫлек. Мәктәп уҡыусылары бөгөндән хыяллана башлаһа ла ярай.
8. Вертикаль фермалар эшселәре. Ҡайһы берәүҙәр ауыл хужалығының үҫешенә шикләнә. Әммә итте-һөттө, майҙы барыбер аграрийҙар етештерә. Был тармаҡта эшләргә теләүселәр, тик ауылда йәшәргә теләмәүселәр өсөн уғата уңайлы яңылыҡ вәғәҙә итә ғалимдар. Уларса, ауыл хужалығы ҡалаларҙа ла үҫешәсәк. Күп ҡатлы йорттар баштарындамы? Шундайыраҡ һорау бирер ҡайһы берәүҙәр. Аграрийҙар үҙҙәре үк небоскребтарҙа эшләр – вертикаль фермалар төҙөп. Был бик ҡыҙыҡ ниәт, әммә булыуы икеле әле ул.
9. Көн торошоноң үҙгәреүе менән көрәшеүсе белгес. Был һөнәр беҙгә бик кәрәк. Һуңғы йылдарҙа көн торошон бөтөнләй “йүгәнләп” булмай. Яҙы-яҙса, ҡышы ҡышса түгел.
10. Карантин буйынса белгес. Үкенескә күрә, кешелек төрлө һәләкәттәрҙән арына алмай. Хәүефле вирус та тиҙ генә тарала ла китә. Тап шул юҫыҡта белгестәр етешмәй.
Киләсәктең яңы һөнәрҙәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ – бер нисә йылдан көн торошо полицияһы ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ни өсөн тигәндә, климатты законһыҙ рәүештә үҙ файҙаһына үҙгәртеүселәр ҙә килеп сығыуы мөмкин. Был яңы һөнәрҙе “һауалағы гаишниктар” тип атамаһалар ярар ҙа.
Уларҙы яңы технологиялар
“үлтерәсәк”
Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Был тормошта нимәлер бөтһә, уның урынына мотлаҡ нимәлер барлыҡҡа килә. Хеҙмәт юҫығында ла шулай. Техник прогресс ҡул көсө талап иткән һөнәрҙәр менән хушлаштыра. Ауылдарҙа ат ҡараусы, тимерселәрҙең һирәгәйә барғанын үҙегеҙ күрәһегеҙ. Заман башҡа – заң башҡа, тигән кеүек, тиҙҙән бөтөнләй яңыса эш алымдары буласаҡ һәм… күп кенә профессияға юғалыу хәүефе янай.
Был исемлеккә кемдәр эләгәсәк? 2028 йылға бухгалтерҙар ҡалмауы бар. Яһалма интеллект нигеҙендәге иҫәп-хисап программалары шул тиклем көслө һәм арзан буласаҡ, ябай бухгалтер уның менән ярыша алмаясаҡ та, кәрәге лә ҡалмаясаҡ. Таксистарға алмашҡа 2038 йылдарға үҙйөрөшлө машиналар килә, билдәле инде – был һөнәр юғала. Шул йылдарҙа авиадиспетчерҙар ҙа булмаясаҡ, ә һауа юлын компьютер ғына күҙәтәсәк. Туристик операторҙар 2025 йылға уҡ ҡалмаясаҡ. Барыһын да – сәфәр маршруты, хаҡтар һ.б. – туристик агентлыҡ сайтында онлайн-форматта белә аласаҡһығыҙ.
Тәржемәселәр ҙә тарихта ҡалыр, ахыры. Сама менән 15 йылдан Google телмәр тәржемәһе системаһын уйлап сығарасаҡ та, тағы өс йыллап ваҡыттан һуң тәржемәселәрҙең кәрәге ҡалмаясаҡ икән.
Әйткәндәй
Эш булғас, барыһы ла була. Еңел хеҙмәт бик һирәк. Ә бына донъяның төрлө тарафтарында ла ғүмергә хәүеф менән янаусы һөнәрҙәр етерлек икән. Шул һөнәрҙе лә һайлайҙар бит әле ул. Мәҫәлән, Мексикала полицияға урынлашыу тик ҡыйыуҙар эше. Ундағы коптарҙы бик йыш ҡына атып үлтерәләр. Африка водителдәренә лә күңелле түгел. Бигерәк тә йөк машинаһын йөрөтөүселәргә. Беренсенән, ҡояш самаһыҙ ҡыҙҙыра, икенсенән, юлдар бик насар һәм, өсөнсөнән, йыш ҡына юлбаҫарҙар һөжүм итә.
Һуғыш барған илдәрҙә журналист булып йөрөүе лә еңел түгел. Әле, мәҫәлән, Сүриәләге журналистарға ғүмерен йәлләмәй мәғлүмәт йыйырға тура килә. 2012 йылда 39 репортер һәләк булған, 21-е хәбәрһеҙ юғалған.
Ираҡта иһә АҠШ һәм Бөйөк Британия илселеген һаҡлау үҙ-үҙеңә ҡул һалыу менән тиң, тиҙәр. Әммә ҡыйыуҙар табыла. Шулай ҙа, статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа ғына АҠШ-тың 121 һаҡсыһы үлтерелгән.
Ҡытайҙа иң хәүефле эш – шахтер, ә Рәсәйҙә – осоусы. Мәҫәлән, былтыр Ҡытайҙа 1384 шахтер ер аҫтында һәләк булһа, беҙҙең һауала ҡурҡыныс. Ошо исемлекте төҙөүселәр әйтеүенсә, Рәсәй пилоттары менән осмауың хәйерле. Һуңғы ун йылда ғына эске осоштарҙағы һәләкәттәрҙә 800 кеше үлгән. Ярославль хоккейсылары фажиғәһен генә иҫләү ҙә етә.
Һандар һәм факттар
1998 йылда иң абруйлы һәм кәрәкле ҡатын-ҡыҙ һөнәре, ирҙәрҙеке кеүек үк, юрист һәм иҡтисадсы булған. Биш йылдан хәл ҡырҡа үҙгәреп, һатыу буйынса менеджер, секретарь-референт, адвокат популярлашып киткән. Артабан гүзәл заттар бизнес-тренер, маркетолог, нанотехнолог һөнәрҙәрен күпләп һайлай башлаған.
Статистика буйынса, кадрҙар буйынса белгестәрҙең, туризм менеджерҙарының – 93, персонал буйынса менеджерҙарҙың – 91, экологтарҙың 80 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар.
Донъялағы иң ҡыҙыҡ һәм һирәк һөнәрҙәр иҫәбендә өрөп эт эҙләүсе һөнәренә эйә кеше бар. Ул – Швецияның баш ҡалаһында йәшәүсе Эльфрида Карлсон исемле ханым. “Эҙәрмән”де һалым инспекцияһы эте өсөн һалым түләргә теләмәүселәрҙе тоторға ебәрә. ханым йортҡа килеп ингәс, 20 төрлө итеп өрә. Уға хужалары тарафынан йәшерелгән эттәрҙең 100 проценты ла тауыш бирә. Карлсон “дүрт аяҡлы дуҫ”тарҙың тауышынан тоҡомон, йәшен дә әйтеп бирә икән.
Италияның сыр фабрикаларында музыкаль белемле кешеләр эшләй. “O sole mia” тигән йыр менән пармезан сырының өлгөрөп еткәнен билдәләйҙәр, имеш. Һөнәрмәндәр көмөш сүкеш менән сырҙың “башы”на һуғып ҡарай. Тауыш нисек сыҡһа, өлгөрөү торошо ла шулай.