04.10.2013 Дүшәмбе – ауыр көн… бурҙарға
Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер егет тап ошо көндә, дүшәмбе иртәһендә, урамдан һин дә мин үтеп барғанда, алдына өс әзмәүер килеп баҫа. Тәмәке тоҡандырырға “ут” һорай тегеләр. Егет зажигалкаһын һуҙған саҡта юл баҫыусылар никах балдағын күреп ҡала ла:
– Әттә-тә-тә, нимә ялтырай ул? – тип ауыҙ салышайтып йылмая.
Кәүҙәгә әллә ни мыҡты булмаған егет был өсәү алдында ҡупырайып тора алмай ҙа инде – шым ғына балдағын сисә лә бирә. Тегеләр ҡыуана-ҡыуана юлдарын дауам итә.
Әммә кәләше бүләк иткән йөҙөктө былай ғына юғалтырға теләмәгән егет полицияға шылтырата һала. Шулай башлана дүшәмбеләге бурҙарҙы “баҫтырыш”.
Ярай әле ҡорбан хулигандарҙың берәүһенең йөҙөн яҡшы иҫләп ҡала, икенсеһенең телефондан һөйләшкәнен дә хәтеренә һалып ҡуя. Ә телефондан бур кемгәлер бөгөн сәғәт 12-лә судҡа барырға тейешлеген һөйләй. Тап ошо хәбәр ведомствонан тыш һаҡ наряды хеҙмәткәрҙәренә ярап ҡала. Ҡала судына шылтыратып, кемде хөкөм итеүҙәрен белешеп, “эҙ буйлап” китәләр шулай. Табылмай буламы һуң инде енәйәтсе? Өсөһөн дә тоталар. Тик балдаҡ ҡына булмай – уны шундуҡ һатып китәләр. Әммә бурлыҡтары эҙһеҙ үтмәй, хәҙер был “батырҙар”ға дүрт йылға тиклем төрмә янай.