«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Мине дауала әле, боҙомом бар…»



04.10.2013 «Мине дауала әле, боҙомом бар…»

«Мине дауала әле, боҙомом бар…»Виртуаль бәйләнеш аша баҫмабыҙға йүнәлтелгән бер хәбәр уйланырға мәжбүр итте. Уҡыусыларыбыҙҙың береһе сихыр ҡайтара торған көслө генә имсе эҙләүен белдергән. Кешенең һуңғы сиктә ярҙам һорауы, буғай. Аңлаған­һығыҙҙыр, һүҙ бөгөн ошо юҫыҡтараҡ барыр.
Бармы ул сихыр? Ысын имселәр? Булһа, улар нисек дауалай? Был һорауҙар менән кемгә мөрәжәғәт итергә? Әлбиттә, йә психологтарға, йә үҙен имсе тип йөрөүселәргә. Берәй диндарға ла ошо һорауҙы бирергә була.

Кеше “псевдодауалаусы”ларға ҡасан мөрәжәғәт итә?

Алдан шуны асыҡларға кәрәк: кеше төрлө им-томсоларға, заманса әйткәндә, экстрасенсҡа йә халыҡ табибына ҡасан мөрәжәғәт итә? Яуап варианттары бер нисә:
– бәләләрен үҙ аллы хәл итә алмаһа;
– өмөтөн юғалтһа. Магтар шул уҡ психологтар ул, тик кешеләр улар­ҙан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Ошонан шарлатандар барлыҡҡа килә лә инде;
– кеше теге йәки был проблемаһын еңер өсөн бөтөн ысулдарҙы ла ҡулланып ҡарай ҙа, эш килеп сыҡмаһа, һуңғы сиктә экстрасенс­тарға бара;
– күп имсе шулай уйлай – был кеше миңә килгән икән, тимәк, башҡа барыр урыны юҡ.
Ҡайһы бер замандаштарға аптырарлыҡ – табиптарға әллә ни ышанып етмәйҙәр. Әллә дарыу ҡабул итергә ҡурҡалармы? Элек, тирмәләрҙә йәйләгән мәлдә, дауаханалар булмаған саҡта халыҡ араһынан дауалаусы булған. Үләндәр ҡулланылған. Бөгөн иһә дарыу үләндәрен дөрөҫ йыйып, сирлене дөрөҫ дауалаусылар бик һирәк.
Һуңғы йылдарҙа “төшөрөргә” яратыусыларҙы насар ғәҙәтенән арындырыусылар күбәйеп китте. Эскеселәрҙе бер автобус итеп тейәп алып баралар, “имсе” тегеһен-быныһын эсерә, өшкөрә-төкөрә тигәндәй. Ә ҡайтҡас та теге мәлғүндәр, бер ни булмағандай, эсеүен дауам итә. Уның ҡарауы, өшкөрөүсе бер нисә мең һумға байып ҡала. Бына ошо булалыр инде бәндәнең “һуңғы сик” тигәне.
Иҫләйһегеҙҙер әле, ХХ быуаттың 90-сы йылдарындамы икән, республикаға, күршенәнме, ҡайҙандыр, хәтәр “көслө” экстрасенстар килеп, мәҙәниәт һарайҙарын ҡуртымға алып, халыҡты дауалап бер булғайны. Бөгөн улар ниңә бизнесын дауам итмәй? Сөнки уларҙың бигүк ышаныслы булмаған шифалы һүҙҙәренә һәм ҡулдарына ихтыяж бөттө, ваҡытында тыйыуҙар ҙа булды. Юҡһа был “шәп эш”тә бөгөн төйәгебеҙ кешеләренең яртыһы эшләр, ә ҡалған яртыһы уларға бурысҡа батыр ине. Шундай ялған дауалаусылар ҡулынан хәлдәре үтә лә мөшкөлләнгән сирлеләр тураһында ла йыш ишетелеп тора.
Быныһы һүҙ башында имсегә барыуҙың да күңелһеҙ тамамланыуы ихтималлығын аңғартыу өсөн булды. Ә сихыр тигәндән…

Сихыр – бумеранг

Беренсенән, ниңә тап һеҙҙе сихыр объекты итеп һайлауҙарына яуап эҙләп тормағыҙ. Табыуы бик ауыр буласаҡ. Етмәһә, дәлилдәрегеҙ ҙә юҡ. Моғайын, юҡтыр. Сөнки теге йәки был кеше, боҙом эшләүсе “ҡара маг” барыбер ғәйебен танымаясаҡ.
Нисек кенә булмаһын, сихыр нигеҙендә көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, насар уй ята. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк – сихыр ҡорбанға ғына түгел, ә сихырлаусыға ла берҙәй төшә. Эйе, тәүҙә, әлбиттә, ҡорбан зыян күрә. Аҙаҡ мотлаҡ уны юллаусы. Был – яҙылмаған ҡанун. Магия ҡануны ҡаты, әммә ғәҙел: яманлыҡ ҡасан да булһа үҙе барлыҡҡа килгән ергә әйләнеп ҡайта. Бумеранг законын беләһегеҙҙер. Уны бит берәү ҙә юҡҡа сығармаған.
Сихыр, боҙом сәләмәтлек ҡаҡ­шау­ҙан алып үлемгә тиклем еткереүе мөмкин, тиҙәр. Боҙомдоң билдәләре ғәҙәти эндокринология йә психика системаһы боҙолоу билдәләренән әллә ни айырылмай икән.
“Белгестәр” күп осраҡта интуицияға һылтанырға кәңәш итә. Эйе, интуицияғыҙ һеҙгә боҙом бар икәнлеген әйтһә, рәхим итегеҙ, мине сихырлағандар, тип төшөнкөлөккә бирелегеҙ, сиргә һабышығыҙ, юлдан яҙығыҙ.
Түбәндәге һорауҙарға яуап эҙләп ҡарағыҙ:
– сәләмәтлегегеҙ насарайыуын тояһығыҙмы?
– табиптар төрлө аңлашылмаған диагноздар ҡуямы?
– дарыуҙар ярҙам итмәйме?
– йәрәхәттәр насар уңаламы?
– ҡапыл насар күрә башланығыҙмы?
– ҡапыл ныҡ ябыҡтығыҙ, әллә һимерҙегеҙме?
– йоҡоһоҙлоҡ йонсота башланымы?
– ныҡ арыйһығыҙмы?
– депрессияға йыш биреләһегеҙме? Һ.б., һ.б.
Бер яҡтан, был һорауҙарҙың барыһы ла “эйе” тип яуап бирерлек кеүек. Күптәргә шулай тойолор. Ошоға ҡарап ҡына сихыр буйынса “белгес”тең һеҙҙә, ысынлап та, боҙом бар, тип әйтеүенә ышаныр­һығыҙмы?
Борон шундай ышаныуҙар булған – йәнәһе, һеҙҙең ғаиләгә ниндәй­ҙер уңышһыҙлыҡ йә бәлә килә икән, бының сәбәпсеһе тап боҙом. Һис юғында, күҙ тейгән (әлбиттә, күҙ тейеү, ысынлап та, бар. Уның менән боҙомдо бутарға ярамай). Әле быларға бигүк иғтибар ителмәй, шулай ҙа сихыр-боҙом һүҙҙәре тороп ҡалған. Хатта улар бармы-юҡмы икәнлеген дә асыҡлаусы ысулдар һаҡланған.
Ишетә-тыңлай йөрөйһөгөҙҙөр әле – теге йәки был танышығыҙмы, күршегеҙме өйөнән сәйер нәмәләр таба ла, был – сихыр, ти. Ололар боҙом барлығын ғәҙәти булавка, шырпы, йомортҡа менән билдәләй. Мәҫәлән, шырпы тоҡандырып, яртыһына тиклем янғансы көтөргә лә, һыулы стаканға һалырға кәрәк, имеш. Әгәр ҙә мәгәр шырпы батһа, һеҙҙә сихыр бар. Был һүҙҙәрҙе уҡыу менән шырпы артынан тороп йүгерер әле күптәр. Боҙомдоң барлығын көтһәгеҙ, ул һеҙҙе оҙаҡ көттөрмәҫ. Был турала онотмағыҙ.
Боҙом, сихыр булғас, уларҙан ҡотҡарыусылар ҙа була. Был – тотош бизнес. Юҡ, хаҡтың да үтә әҙен генә алып ултырған әбейҙәрҙе генә түгел, ил буйынса төрлө киң мәғлүмәт сараларында үҙенең нисәнселер быуын “колдун” икәнен әйтеп, “дауалауы”на ҙур-ҙур хаҡ ҡуйып, ғәм халыҡты таҙарынырға саҡырған экстрасенстарҙы күҙ уңында тотам. Дини кешеләр улар­ҙы, иблис-ендәр менән бәйләнешкә инә, тиер. Был да ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫтөр, сөнки кешенең эсендәге ауырыуын ябай күҙ менән “күреүсе” йә киләсәкте уҡып биреүсегә башҡаса аңлатма биреп булмай. Ә донъя, кешелек ҡоролошо ҡанундары буйынса бындай бәйләнеш рөхсәт ителмәй.
Кем дә кем үҙен сихырлағандар тип уйлай икән, тәүҙә үҙ ғәмәлдәрен байҡап сыҡһын, сәләмәтлеген тикшерһен. Бәлки, берәй ҡасан хата аҙым яһап, шуның ҡоһорон алалыр. Иң мөһиме – иман һәм яҡшылыҡҡа инаныс, изге уй-ниәттәр һәм эштәр. Кешенең күңелендә боҙоҡ уйҙар булырға тейеш түгел. Үрҙә телгә алған бумеранг ысулы буйынса ул үҙенә кире йоғонто яһауы ихтимал. Тыйылғандан, хәрәмдән тыйылып, әйләнә-тирәләгеләргә илтифатлы булһа, артыҡ шашынмаһа (беҙҙең арала мул йәшәүен дә күтәрә алмағандар бар), шөкөр итһә, насар ғәҙәттәр­ҙән ары торһа, сәләмәтлегенә битараф булмаһа, уны бер ниндәй ҙә “сихыр” алмаясаҡ. Бик тә төшөнкөлөккә бирелгән саҡта мәсеткә барырға, етем-еһергә, фәҡирҙәргә ярҙам итергә, өлкән туғанығыҙҙы тәрбиәләргә мөмкин. Рәхмәттәре, һис шикһеҙ, йөрәгегеҙгә еңеллек бирер.

Зыянлымы, файҙалымы?

Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә магия менән шөғөлләнеүселәр, экстрасенстар ғәләмәт күбәйҙе шул. Үҙҙәрен хатта туранан-тура телеэфирҙарға сығарып, һәләттәрен тикшереү маҡсатында ярыштыра башланылар. Был – халыҡтың башын бутау өсөн уҙғарылған шоу. Рекламаларын уҡыһаң, улар үҙҙәрен саҡ-саҡ ҡына Аллаһы Тәғәләгә тиңләмәй. Бөтөн сир-сырхауҙан ярҙам итәләр, насар ғәҙәттәрҙән арындыралар. Шуға ышаныусылар, күпләп аҡса түгеүселәр етерлек бит әле ул.
Рәсәйҙә бындайҙар үҙ эшмәкәрлегенә ел тейҙермәй, сөнки күбеһе спорт-һауыҡтырыу, медицина учреждениеһы “ҡыйығы” аҫтында эшләй. Федераль ҡануниәтте боҙмайҙар, йәнәһе. Ә йыш ҡына тап ошо “һауыҡтырыусылар”ҙан зыян күргән кешеләргә ярҙам итеү өсөн хоҡуҡ һаҡлаусыларға эшмәкәрлектәренең һәр күренешен, эпизодын иҫбат итергә, шаһиттар табырға тырышырға тура килә. Әммә көрәш бер ниндәй аҙымдар менән дә алға бармай. Тап фәхишәлеккә ҡаршы көрәш кеүек. Унда ла бит “профессионалдар” үҙҙәренең шөғөлөн туранан-тура атамай, ә кешене йә ял, йә массаж тип саҡыра.
Экстрасенстар, магия менән шөғөлләнеүселәрҙән ниндәй зыян һуң? Улар бар һәм хатта бер нисә төргә бүленгән.
Мәҫәлән, ғаиләлә тотороҡһоҙлоҡ барлыҡҡа килеү йә айырылышыу. Бында экстрасенстың теге йәки был ғаилә ағзаһының “боҙом ебәреүсе”, “энергетик вампир”, “карманы боҙоусы” йә “зарарлы ауралы булыуы” тураһында белдереүе сәбәпсе булыуы мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, магтарҙың күбеһе кешене туғандарынан, яҡындарынан алыҫлаштырырға тырыша, тегеләр ҡамасауламаһын өсөн.
Шулай уҡ психик һәм физик сәләмәтлеккә зыян итеү ҙә бар. Экстрасенста булғандан һуң мотлаҡ табипҡа ла күренергә кәрәк. Был “имсе”нең ғәйебен иҫбатлау өсөн кәрәк.
Ә мутлыҡ тураһында һөйләгәндә, кемегеҙҙеңдер, шундай дауалаусыларға йә күрәҙәселәргә барып, аҡса түләгән өсөн чек биреп сығар­ғандарын күргәнегеҙ булдымы? Һеҙҙән күпме аҡса алғанын ҡайҙалыр теркәп ҡуйҙылармы? Моғайын, бындай нәмәләргә шаһит булғанығыҙ юҡтыр.

Әйткәндәй

Рәсәйҙә экстрасенстар ниңә күбәйҙе икән? Украина һәм АҠШ-та эшләүсе Людмила Богуш-Данд исемле бизнес-тренер ханым бик дөрөҫ әйтә – заман ни тиклем аңлайышһыҙ, буталсыҡ булһа, аңлайышһыҙ шөғөлдәр ҙә шунса популярлаша.
Боян Чуков атлы Болгария йәмәғәт эшмәкәренең фекере лә яҡшы: ”Халыҡ насарыраҡ йәшәгән һайын, экстрасенс, астролог, магтар күбәйә”.


Айсын АҠБУЛАТОВА.

Рәсәй халҡы йылына сихырсы һәм экстрасенстарға 30 миллиард доллар аҡсаһын исраф итә. Был хаҡта Мәскәүҙең баш кардиологы Юрий Бузиашвили белдергән.
Ағымдағы йылдың ғинуарына ҡарата Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты мәғлүмәттәре буйынса, “гадалка”, экстрасенс һәм магтарға ярҙам һорап ил ҡатын-ҡыҙҙарының – 67, ирҙәрҙең дүрт проценты мөрәжәғәт итә.
Рәсәй халҡының алты проценты үҙ теләк-ниәттәрен эзотерика һәм магия серҙәре ҡатнашлығында бойомға ашырмаҡсы була.
Экстрасенстарға ҡарата енәйәт эштәре лә асыла. Мәҫәлән, 2013 йылдың февралендә бер “дауалаусы”ны, клиенттарын (күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы) үлтереүҙә шик аҫтына ҡуйып, полиция ҡулға ала.
Былтыр йәйгеһен генә кешеләрҙе, алыҫ аранан дауалайым, яҙмыштарын яйлайым, тип алдап аҡса йыйып ятҡан 20 экстрасенс тотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға