«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аҡсаның ҡасан еткәне бар?



04.10.2013 Аҡсаның ҡасан еткәне бар?

Аҡсаның ҡасан еткәне бар?Аҙыҡ-түлек баҙарындағы хаҡтар йыл миҙгелдәре менән бергә үҙгәреп тора. Табындарыбыҙҙы байытыусы ризыҡтарҙы етештереүсе урындағы фермерҙар һәм башҡа аграр хужалыҡтар өсөн иң бай һәм яуаплы ваҡыт – иртә көҙ. Тап ошо ваҡытта хаҡтар саҡ ҡына булһа ла төшә, сифатлы йәшелсә-емеш күбәйә. Юҡҡа ғына халыҡ туй кеүек ҙур ғаилә байрамдарын тап көҙ көнө ойошторорға күнекмәгән.
Хаҡтарға иғтибар итеү ниәте менән “Йәшлек” гәзите аҙыҡ-түлек баҙарын йыл әйләнәһенә күҙәтеп бара. Әле төп иғтибарҙы республикала ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләре йәлеп итә. Уларға йыш йөрөргә тура килә. Унда йыл һайын кеше күп була. Бигерәк тә оло кешеләр аҙыҡ-түлекте рәхәтләнеп, һатыусыһы менән күҙгә-күҙ ҡарашып, һатыу­лашып алыуҙы хуп күрә. Әле республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй. Һәр аҙна аҙағында Өфөнөң 16 майҙанында төрлө райондарҙан килеүсе шәхси хужалыҡтар, фермерҙар үҙҙәре етештергән ит, һөт аҙыҡтарын һата, йәшелсә-емеш тәҡдим итә. Ит һәм һөт һатыусылар араһында үҙебеҙҙекеләр генә күренһә, йәшелсә һатыусыларҙың барыһы ла тиерлек сит төбәктәр халҡы икәнлеге күҙгә ташланды. Уларҙың алыпһатарҙар икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡ – былай ҙа аңлашыла. Хужалар йәрминкәгә үҙҙәре килеп һатмайынса, картуфын, кишерен, һуғанын алыпһатарҙарға юҡтан ғына тоттороп ебәрмәй.
Ауыл халҡы үҙҙәре аңлатыуынса, тәү сиратта, транспорт табыу проблемаһы бар. Унан да бигерәк, йәшелсәләрҙе әллә ни ҡиммәткә һатып булмай. Өҫтәүенә, алыҫтан килеп һатып тороу һәр ваҡыт уңышлы түгел. Ә сит төбәк кешеләре йәшелсәне күмәртәләп, тонналап, йөк машиналары менән килтерә. Йәрминкәлә тоҡлап һаталар, шуға хаҡты ла саҡ ҡына арзаныраҡ ҡуялар. Әбей-бабайҙар арбаларын һөйрәп килтереп, йәшелсәне “йығылып ятып” ала. Сөнки беләләр – бындай хаҡтар йәрминкәлә генә була, алған кишер-картуфтың сифаты ла ҡыуандырырлыҡ.
Тағы ла шуны билдәләге килә, ни булһа ла, был алыпһатарҙарҙы: “Ҡыҫылмаған ерҙәре юҡ!” – тип әрләге килмәй. Мәсьәләнең төрлө яғы бар. Әлбиттә, халыҡ алыпһатар­ҙарға хәләл көсө, тире менән үҫтергән баҡса емешен арзанғараҡ тоттороп ебәрә. Ләкин башҡа юл юҡтыр инде. Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар – беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла сауҙа итергә яратманы. Һәр хәлдә, баҙар тап шул хаҡта һөйләй. Алыпһатарҙар барыбер халыҡҡа файҙа килтерә кеүек – йәшелсәне ауылдарға барып йыялар, картуфың ҡаҙылмай торһа, үҙҙәре үк ҡаҙып алып та сығып китә. Йәшелсә баҙҙа тороп ҡалмай, һатыла. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.
Ауыл хужалығы йәрминкәләрен Өфө халҡы көтөп ала. Ә бына итте, башлыса, ауыл халҡы үҙе килеп һата. Иттең хаҡы көндөң беренсе яртыһында ҡиммәт кенә булһа, төштән һуң һиҙелерлек төшә башлай. Кешеләр һуйып килтергән малын һатып бөтөргә тырыша. Ләкин йәрминкәлә алыусылар шул тиклем күп, кискә табан итте һайлап алыу мөмкинлеге бөтә. Шуға ла ҡала халҡы итте иртән үк килеп ала башлай.

Бал тураһында

Быйыл бал күп. Шуға ла уның хаҡы арзан. Татлы аҙыҡтың өс литрлы банкаһын 800 һумға ла алып була. Төрлөһөн тәҡдим итәләр – сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балы һәм башҡалар. Бренд булараҡ, Бөрйәндән килтерелгән балды хужалары башҡаларҙан күпкә ҡиммәтерәк хаҡҡа һата ине. Быйыл улар ҙа хаҡты әллә ни “ҡайырмай”. Кәрәҙле бал да үтә торған тауар, уның килограмын, яҡынса һанағанда, 400 һумға алып була. Ҡайһы берәүҙәр натураль эсемлек – әсетелгән бал да (медовуха) килтергән. Уны литр ярымлыҡ шешәләрҙә, 150 һумға һаталар. Алыусылар күренә былай.
Сентябрь айы ҡала халҡын аҙыҡ-түлеккә, атап әйткәндә, йәшелсә-емешкә хаҡ төшөүе менән ҡыуандырҙы. Йәшелсәләр­ҙең республиканың бөтә райондарында ла тиерлек емерелеп уңыуы сәбәпле, баҙарҙа уларға хаҡ төштө һәм сифатлылары менән кәштәләр тулды. Шулай уҡ шәкәр-онға ла хаҡ артманы. Инде бер нисә йыл рәттән тәбиғәт көйһөҙлөктәренән зыян күргән халыҡ, ниһайәт, иркен тын алды.

Күҙгә
салынғандарҙан…

Иттең хаҡы әле һаман да тотороҡло ҡала. Дөрөҫөн әйткәндә, тап итте йылдар дауамында тиерлек бер үк хаҡҡа алырға була. Уның хаҡы төрлө тышҡы шарттарға әллә ни бирешеп бармай. Был һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ итенә генә түгел, ҡошсолоҡ продукцияһына ла ҡағыла. Тауыҡтың хаҡы былтыр йәй нисек булһа, быйыл да шундай уҡ.
Ярмаларҙың да хаҡы әллә ни үҙгәрмәне. Уңыш яҡшы ғына булһа ла, хаҡтары йәйге кимәлдә ҡалды. Ярай, был артыҡ илтифат бирерлек нәмә түгел, иң мөһиме – хаҡтар тотороҡло. Белгестәр билдәләүенсә, быйылғы көҙ онға хаҡтың саҡ ҡына артыуы ихтимал. Халыҡ ҡарабойҙайға хаҡтың ҡапыл ныҡ күтәрелеүен һаман иҫләйҙер. Белгестәр, быйыл ундай хәл булмаясаҡ, ти.
Күршеләрҙең кеҫәһенә инеп…

Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнау дөрөҫ булмаҫ. Шулай уҡ әллә ҡайҙа ятҡан ҡала-илдәрҙәге хаҡтар ҙа беҙгә әллә ни кәрәк түгел. "Күршеләребеҙҙә хаҡтар ниндәй кимәлдә икән?” – тип ҡыҙыҡһынып, рәсми сайттар аша хаҡтар мониторингын ҡараныҡ. Дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы килтергән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең республика, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа ҡуйылған хаҡтар кимәлен ҡарағанда, уртаса позицияларҙа тора тип билдәләргә була. Бында Волга буйы федераль округы төбәктәре тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ статистика мәғлүмәттәренең быйыл сентябрь аҙағында тупланыуын күҙ уңында тоторға кәрәк.
Шулай итеп, хаҡтар ошолайыраҡ: иттең иң ҡиммәтлеһе Һамар өлкәһендә. Унда бер килограмм һыйыр ите өсөн, уртаса алғанда, 258 һум түләргә тура килә. Ә инде иң арзан ит – Һарытауҙа, был аҙыҡтың хаҡы 224 һум тирәһе тип билдәләнгән. Колбаса ашарға яратыусыларға Мордовия Республикаһына күсергә кәрәк, ә инде Киров өлкәһенән алыҫҡараҡ ҡасырға.
Хаҡтарҙы ап-асыҡ күрһәтеп тороусы статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, аҙыҡ-түлектең ҡиммәтлелеге буйынса беренсе урында Пермь крайы бара кеүек тойола. Әлбиттә, мәғлүмәттәрҙе туплағанда төбәк буйынса уртаса хаҡтар күҙ уңында тотола. Шулай ҙа тап Пермь крайы бер нисә тапҡыр иң ҡиммәтле аҙыҡ һатыуы менән айырылып тора. Унда һөттөң бер литры, уртаса алғанда, 34 һумға һатыла, ә Һарытау өлкәһендә – 26 һумға. 10 дана йомортҡаға иң юғары хаҡ Киров өлкәһендә билдәләнгән. Ырымбур өлкәһендә иң арзаны – 32 һум тирәһе.
Табындың төп йәме, бәрәкәте – икмәккә лә хаҡ төрлө ерҙә төрлөсә. Волга буйы федераль округында бер буханка ябай икмәккә ҡуйылған хаҡ буйынса иң юғары баҫҡысты Һамар өлкәһе биләй. Унда бер буханка икмәк, уртаса алғанда, 32 һум тора. Ҡиммәт кенә, һәр хәлдә, беҙҙә улай уҡ түгел. Һарытауҙа икмәктең уртаса хаҡы – 25 һум. Дөгө ярмаһын Мари Иле Республикаһында арзанға алырға мөмкин. Унда был ярма, яҡынса алғанда, 32 һум. Ә инде Пермь крайында дөгөнөң уртаса хаҡы 45 һумға етә. Унда ҡарабойҙай ҙа ҡиммәт, Кировта – арзан. “Ҡиммәт” йәки “арзан” тигәнде дөрөҫ аңларға кәрәк, был хаҡтарға бирелгән баһа түгел, Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙә билдәләнгән хаҡтарҙы сағыштырыу ғына. Максималь һәм минималь хаҡ кимәлен билдәләү.
Иң арзан бензин Татарстан Республикаһында һатыла. Ә беҙ, өфөләр, нимәһе-нимә, әммә трамвайҙа арзанға йөрөйбөҙ икән. Билдәле булыуынса, унда билет хаҡы 12 һум. Был – Волга буйы федераль округында иң арзан хаҡ. Һамар халҡы, мәҫәлән, 20 һумға йөрөй. Троллейбус менән дә шундай уҡ хәл. Тик бына маршрут автобустары хаҡында мәғлүмәт юҡ. Моғайын, уның күрһәткесе буйынса алға сыға алмаҫ инек. Һыу һәм электр энергияһы өсөн түләү буйынса ла беҙ бәхетле һәм тағы ла Һамар өлкәһе менән минималь, максималь хаҡтарҙы билдәләгәнбеҙ.
Волга буйы федераль округы буйынса хәл ошолайыраҡ билдәләнә.

Ысынлап та, арзанмы икән?

Көҙөн ойошторолған йәрминкәләрҙә аҙыҡ-түлекте арзаныраҡ хаҡҡа алырға була тип һанарға күнеккәнбеҙ. Шуға ла ундағы хаҡтарҙы Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы хаҡтар менән сағыштырып ҡарайыҡ әле. Хаҡтар баш ҡаланың Спорт майҙаны алдында ойошторолған йәрминкәлә алынды. Хаҡтар һумда һәм бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелә.

Йәрминкә хаҡтары

Картуф 10 – 15
Һуған 13 – 15
Кишер 13 – 15
Кәбеҫтә 11 – 13
Ҡабаҡ 10 – 12
Ташҡабаҡ 11 – 15
Сельдерей 100 – 120
Пекин кәбеҫтәһе 30 – 40
Сәскәле кәбеҫтә 35 – 50
Баклажан 30 – 32
Татлы борос 20 – 45
Һарымһаҡ 100 – 110
Гөлйемеш 200
Баҡалыла етештерелгән
аҡ май 180
Дүртөйлөлә етештерелгән
аҡ май 160
Һыйыр ите 180 – 260
Һарыҡ ите 280 – 300
Тауыҡ ите 95 – 170
Өйрәк ите 250 – 270
Ҡаҙ ите 270 – 280
Күркә ите 250 – 270
Ҡарабойҙай йәки
сәскә балы 200 – 270
Йүкә балы 220 – 350
Кәрәҙле бал 400 – 500
Ярты литр ҡымыҙ 50

Баҙар хаҡтары

Картуф 15 – 20
Һуған 15 – 20
Кишер 15 – 17
Кәбеҫтә 13 – 15
Ҡабаҡ 13 – 15
Ташҡабаҡ 15 – 20
Сельдерей 150
Пекин кәбеҫтәһе 40 – 60
Сәскәле кәбеҫтә 40 – 50
Баклажан 30 – 40
Татлы борос 15 – 45
Һарымһаҡ 100 – 130
Гөлйемеш 200 – 250
Баҡалыла етештерелгән
аҡ май 180 – 190
Дүртөйлөлә етештерелгән
аҡ май 160 – 180
Һыйыр ите 220 – 320
Һарыҡ ите 280 – 320
Тауыҡ ите 95 – 180
Өйрәк ите 250 – 270
Ҡаҙ ите 270 – 280
Күркә ите 250 – 280
Ҡарабойҙай йәки
сәскә балы 300 –350
Йүкә балы 350 – 400
Кәрәҙле бал 500 – 550
Ярты литр
ҡымыҙ 50 – 70







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға