«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр



27.09.2013 Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр

Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәрБашҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһы үткән аҙнала иң ҡанһыҙ ҡатындар йәшәгән төбәк булараҡ йыш телгә алынды. Бында бер түгел, ике ҡатындың, бала табып, сабыйҙарына ғазраил рәүешендә үҙҙәре “килеүе” хаҡында һүҙ бара.
34 йәшлек ҡатын балаһын өйҙә тыуҙырып, был хәлде иренән йәшереү маҡсатында бәпесен ҡайсы менән сәнскеләп үлтермәксе була.
Был енәйәтсе үҙенең сираттағы балаһы буласағын яралғы биш айлыҡҡа еткәс кенә белеп ҡала. Уның ире, ун йәшлек балаһы бар. Әсә (әсәме ни инде ул?!) етлекмәй тыуған сабыйын 12 урындан сәнсә. Түше, арҡаһы, эсе яраланған бала үлмәй, әле ул дауаханала.
Шул уҡ Стәрлетамаҡта 43 йәшлек һатыусының да эш урынында тулғағы тота башлай. Ике бала әсәһе, Әзербайжан гражданы булған ҡатын сабыйын табыу менән һыулы биҙрәгә төшөрә лә аҙаҡ мәйетте полиэтилен тоҡсайға урап, ҡыуаҡлыҡ араһына бәрә.
Хәҙер был ике ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Бындай күренештәр беҙҙә генә түгел, ә илдең төрлө мөйөшөндә булып тора. Әсәләрҙең ҡанһыҙлығы сәбәбен бер-ике һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин дә түгел. Бәлки, ғәйепте йәмғиәттән дә эҙләргә кәрәктер.
Бөгөн һүҙ әсәйҙәр һәм балалар проблемаһы хаҡында.
Артыҡ балалар

Ташландыҡ балалар – беҙҙең йәм­ғиәттең иң ҙур проблемаһы. Һау-сәләмәт, физик кәмселекле булғандар – барыһы ла Рәсәйҙең бер өлөшө булып нисек тә үҫә, буй еткерә. Кемеһелер “кеше” була, кемеһелер ата-әсәһе юлынан китә.
Ә кемдәр улар балаһынан баш тартыусылар? Беҙҙә, йәғни Рәсәйҙә социаль сәйәсәт лабораторияһы эшләй, имеш. Бына шуның белгестәре нисә сабыйҙың бала табыу йортонда уҡ етем ҡалыуын, ни өсөн беҙҙең ил ҡатындары балаларынан баш тартыуын асыҡлап маташҡан. Һандар дөрөҫмөлөр-юҡмылыр, шулай ҙа Рәсәйҙә йылына алты меңдән ашыу бала тыуғас та ташландыҡҡа әйләнә икән. Әлбиттә, йәш әсәләрҙең 30 – 50 процентын опека органдары кире “күндерә” ала, тигән дә мәғлүмәт бар. Бының да дөрөҫ булыуы шикле.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баш тартыусыларҙың 47 проценты 24 йәшкә етмәгән. Уларҙың яртыһынан күбе, теүәлерәге 73 проценты, имен булмаған ғаиләлә үҫкән. 60 процентының белеме – урта. Төп сәбәптәр рәтендә йәш әсәнең матди яҡтан насар хәлдә булыуы, ҡатындың әсәлек бурыстарын үтәргә әҙер булмауы тора. Бына ошо мәсьәләләргә етәкселек, табиптар, ата-әсәләр тарафынан нығыраҡ анализ яһалырға тейештер.
Күҙәтеүҙәр буйынса, ысынлап та, балаһынан күберәк үҙе имен булмаған ғаиләлә үҫкән ҡатын-ҡыҙ баш тарта. Ата-әсәһе, йә уларҙың береһе генә эскесе булһа ла, ғаиләлә ғауғалар йыш сыҡһа, балаларға тейешле иғтибар булмаһа, бындай мөхиттә ниндәй кеше үҫергә тейеш? Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тип йор телле халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән инде ул. Бала күңеленә лә ҡанһыҙлыҡ, яуызлыҡ, битарафлыҡ тап атай-әсәйҙән һалына ла, ул үҫкәс быны шулай тейеш тип ҡабул итә.

Ҡанһыҙ әсәләр…

Ололар иҫләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында, унан һуң күбәйгән етемдәр һанын бөгөнгө социаль етемдәр, йәғни ата-әсәле етемдәр һаны күпкә уҙып китә. Балалар йорттарын нисек кенә бушатырға тырышма, улар кәмергә уйламай ҙа. Ярай, бындай артыҡ балаларҙы дәүләт нисек тә үҫтерә. Ә беҙҙең арала балаһын үҙе тәрбиәләп тә, ҡанһыҙлыҡ күрһәткән ата-әсәләр байтаҡ. Миҫалдармы? Бөгөнгө виртуаль донъя селтәре был турала көн һайын тиерлек бай мәғлүмәт бирә. Хәбәрләтә генә түгел, ә йыш ҡына фото, видеоматериал менән дә байытып. Ир-аттан ғына зыян күрһәсе бала. Һуңғы ваҡытта ҡанһыҙ әсәләр күбәйҙе.
Мәҫәлән, былтыр Нижегородка өлкәһенең бер районында үҫмер ҡыҙын яуыздарса язалап “тәрбиәләгән” әсә тураһында күп яҙҙылар. 10 йәшлек ҡыҙын үҙе генә үҫтергән Лиза ханым (исемен шулай тип алайыҡ әйҙә) социаль селтәрҙәрҙәге ҡыҙы менән төшкән фотолары аҫтына “минең яратҡан ҡыҙым”, ”минең хазинам”, ”минең алтыным” кеүегерәк яҙмалар ҡуйған. Ҡатын­дың балаһына ҡарата ҡулы “ҡаты” икәнен берәү ҙә уйламаҫ. Ә ысынында… Бер көн һыуыҡ кистә әсә менән ҡыҙ өйҙәренә ҡайтып бара. Баланың башлығы яңылыш төшөп китә. Әсә ҡыҙын, елтерәтеп, шундағы боҙло күләүеккә этәрә: ”Әйләнгән һайын башлыҡ алып торорға минең аҡсам артыҡмы ни, тап тиҙерәк, туңбаш!” – тигән кеүегерәк һүҙҙәр менән екерә ул ҡыҙына. Ҡараңғыла бысраҡ күләүекте һөҙөп, бала сәғәткә яҡын башлыҡ эҙләй. Әлбиттә, икенсе көнгә ауырып китә. Был “тәрбиә” шул көйө күренмәй ҙә ҡалыр ине, бәлки, әммә яндарынан үтеп барыусы уҡыу­сылар аптырап ҡарап ҡына ҡалмай, телефондың видеоһына ла төшөрөп алған да, уҡытыусыға күрһәткән. Уҡы­тыусы, үҙ сиратында, был хәл тураһында полицияға хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Лизаның ҡайҙа йәшәгәнен асыҡлап, өйө­нә барһа, күршеләренән ҡот осҡос мәғлүмәттәр алған. Баҡһаң, әсә кеше ҡыҙы насар билдә алһа ла, ултырғыс­ҡа бәйләп туҡмаған, үҙе эшкә киткәндә, өйөн бикләп, ҡыҙын тышта ҡалдырған саҡтары ла күп икән. “ҡылығымда бер ниндәй ҙә криминал юҡ, был ғәҙәти тәрбиә процесы”, – ти Лиза. Әммә уны барыбер хөкөм көтә.
Икенсе бер ваҡиға. Киске сәғәт туғыҙҙарҙа патруль хеҙмәткәрҙәре урамда бер үҙе йөрөгән, күшеккән дүрт-биш йәштәр тирәһендәге баланы осрата. Малайҙы ваҡытлыса приютҡа илтеп, ике көн буйы уның туғандарын эҙләйҙәр, берәү ҙә полицияға балаһы юғалыу тураһында хәбәр итмәй. Өсөнсө көнөнә, телевизор аша “табылдыҡ”тың фотоһын күрһәткәс кенә, бер ҡатын шылтырата. Ул да туғаны түгел, ә күршеһе булып сыға. Баҡһаң, Мишаның әсәһе балаһын бер нисә тапҡыр “юғалтҡан”. Атай кеше улар менән йәшәмәй, әммә алиментты ваҡытында түләй, ә бына әсә өсөн балаһы ауыр йөк, имеш. Ҡатын ап-асыҡ шулай тигән. Ул дүрт йәшлек улын йыш ҡына өйҙә яңғыҙ ҡалдыра, бер нисә көн буйы ҡайтмауы ла мөмкин.
Был юлы ла ҡатын ике көнгә “ҡунаҡҡа” китә. Ҡайтһа, балаһы юҡ. Сығып, яҡын тирәнән эҙләй ҙә, шуның менән эше лә бөтә.
Шундай ҡанһыҙ әсәләр балаларын, былай тәрбиәләгәнсе, балалар йортона бирһен дә ҡуйһын, тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Балаларҙы, бәлки, бала һөйөүҙән мәхрүм ғаиләләр алып аҫрап, тейешенсә иғтибар һәм наҙ бирә алыр ине.

… һәм ҡанһыҙ балалар

Ҡаты бәғерле әсәләр бар, был – йәшерен түгел. Шул уҡ ваҡытта әсәләренә ҡарата ҡанһыҙ ҡыланған балалар ҙа етерлек. Һүҙ ыңғайы был хаҡта ла яҙыу дөрөҫ булыр. Күп осраҡта балаһы тарафынан ҡыйыр­һытылыусы әсәләр ғәйепте үҙҙәренән күрә. Балаһы өсөн борсолоп, хоҡуҡ һаҡлаусыларға ла мөрәжәғәт итмәй. Һуңғы йылдарҙа өлкәнәйгән балаларынан ғына түгел, ә үҫмер­ҙәрҙән дә туҡмалған, йә йыртҡыс­тарса үлтерелгән ата-әсәләр тураһында күп ишетелә.
… Алтай крайының бәләкәй бер ҡалаһында 16 йәшлек ике ҡыҙ суд алдына баҫа. Әхирәттәрҙең бере­һенең әсәһен үлтерергә маташ­ҡан улар. Ҡыҙҙар “һуғып алғас”, береһенең өйөнә килһәләр, әсәһе лә иҫерек була. Ҡыҙмаса ҡыҙы, йәне көйөп, әсәһен үлтерергә ҡарар итә. Әхирәтенә был ниәтен әйткәс, ҡатынды алмашлап быуа­лар, бысаҡ менән дә сәнскеләй­ҙәр. Аҙаҡ, бер аҙ айнығас, ҡыҙҙар үлтереү ниәтенән баш тарта һәм өйҙән сығып ҡаса. Енәйәтсе ҡыҙ өйҙәренә иртән генә ҡайта һәм үлер сиктәге әсәһенә “Тиҙ ярҙам” саҡырырға башы эшләй.
Калинин ҡалаһында иһә иҫерек үҫмер 38 йәшлек әсәһен балкондан ташлай. Ҡатын тән яраларынан йән бирә. Уға тиклем егет бер дуҫы менән төндә урамда йөрөгән асарбаҡты үлтерә.
Оҡшаш ваҡиғалар бихисап, ҡаланан түгел, ауылдарҙан да эҙләп тораһы юҡ, һәр кемгә кемдең нисек йәшәгәне яҡшы күренә.
Шуныһы асыҡ: бала әсәһенә күп осраҡта иҫерек булғанда ҡул күтәрә. Ғөмүмән, ғаилә ыҙғыштарының 90 проценты эскелек арҡаһында килеп сыға.

Һүҙ һуңында

Хәлде нисек үҙгәртергә һуң? Бөгөнгө ғаиләләр етәкселек, йәмәғәтселек иғтибарынан ситтәрәк түгелме? Тәрбиә эштәре күҙәтеләме? Ташландыҡ балаларҙың ата-әсәһен йышыраҡ эскесе, бәлиғ булмаған йә наркоман тип кенә күҙ алдына килтереү дөрөҫмө? Бала табыу йортонда ҡалдырып киткән сабыйҙар ғына артыҡмы, әллә ата-әсәһе янындағылар араһында ла бармы ундайҙар?
Һорауҙар етерлек. Яуаптар араһында “артыҡ” балалар һаны артмаһын өсөн йәмғиәтте баштан-аяҡ үҙгәртеү мөһимлеге тураһында ла һүҙ булырға тейештер ул.

һандар һәм факттар

АҠШ-та һәм Канадала йыл һайын ата-әсә ҡулынан ике миллионлап бала яфа сигә. Бөтә донъяла йылына меңәрләп бала үлә.
Ата-әсәһенең “тәрбиәүи” алымдарынан зыян күргән балаларҙың 10 проценты һәләк була. Йыл һайын 50 меңләп үҫмер өйөнән сығып ҡаса.
Статистика күрһәтеүенсә, балаһына ҡарата ҡаты ата-әсәнең 50 проценты үҙе бала саҡта ата-әсәһенән ыҙа күргән.
2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 3200 бала өлкәндәр ҡанһыҙлығынан зыян күргән, 1700 кеше ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән.
2011 йылда Рәсәйҙә 17 мең самаһы бала енәйәтсе ҡорбаны булған. Уларҙың 10 меңе инвалид булып ҡалған.

Фекер
“Ни өсөн балаһын тыуҙырғас та ташлап китергә әсәнең хоҡуғы бар? Бала табып, ниндәйҙер бланкылар тултырып, сабыйынан баш тарта ла, өйөнә ҡайта ла китә. Ә бит ир, ғаиләһе менән айырылышып, бала ҡатын тәрбиәһенә ҡалған осраҡта, суд буйынса эш хаҡының нисәлер процентын алимент итеп түләй. Ҡатын иһә, балаһын тыуғас та ташлаһа ла, бер тин түләмәй. Был ғәҙелме?” Шулай тип аптырай бер ир интернеттағы “Йәнле журнал” биттәрендә. Һәм үҙенең тәҡдимдәрен еткерә.
“Ҡатын балаһын ҡалдыра икән, быға үтә етди сәбәбе булырға тейеш. Шуға өҫтәп, бала бәлиғ булғансы эш хаҡынан алимент түләһен. Атай кешенән дә алимент түләтеү дөрөҫ булыр.
Әлбиттә, бының менән риза булмаусылар табылыр. Мәҫәлән, ҡатын сабыйын тыуҙырғас та, алимент түләмәҫ өсөн үлтерәсәк, тип әйтеүселәр осрар.
Уға ҡаршы ла тәҡдим бар: балаһын үлтереүселәргә ҡарата законды ҡәтғиләштерергә кәрәк. Тағы шуныһы: криминаль аборттар һаны артыуы мөмкин. Бының өсөн дә яза ҡаты булырға тейеш.
Тағы бер аҡланыу бар: йәнәһе, ҡатын-ҡыҙ, ауыр хәлдә ҡалып, башҡа юлы ҡалмағанлыҡтан балаһын ташлай. Беҙҙең һәр кемебеҙ төрлө сетерекле хәлгә ҡалыуы ихтимал. Үҙең тыуҙырған сабыйың өсөн яуаплылыҡ бөтөн кешегә лә берҙәй бирелә.
Язалар исемлеген ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Бала тиклем балаһын ташлап китеп тә, бер ни булмағандай йәшәп ятҡан ҡатынға ниндәйҙер яза тейеш тә баһа!”

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға