«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ирҙәр һирәк илай. Үтә ҡайғырғанда…



27.09.2013 Ирҙәр һирәк илай. Үтә ҡайғырғанда…

Ирҙәр һирәк илай. Үтә ҡайғырғанда…Низам ағай “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә эшләй. Дежур иткән көндәрҙә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар­ҙың шаһиты булмай ул, ниндәй генә күренештәргә осрамай. Ярай әле, нервылары ныҡ, юғиһә күптән был эшен ташлаған булыр ине. Ул йөрәген ыуалап ултырған өлкән инәй-бабайҙар, ул танауынан шаулап ҡан киткән балаһы эргәһендә нишләргә белмәй ҡатып ҡалған йәш әсәләр, ул производствола йәрәхәтләнгән эшселәр – һәммәһенә лә көтөлгән кеше бит улар “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре.
– Ныҡ тәьҫир иткән берәй ваҡиға иҫегеҙҙә ҡалмағанмы? – тип һорайым табиптан.
– Һәр береһе тиерлек оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала. Шулай ҙа бер саҡырыу тураһында һөйләйем әле. Аҙаҡ аңлатырмын ниңә тап шуны һөйләгәнемде.
“Ғәҙәти көн. Төш мәлендә шылтыратыу буйынса киттек, – тип башланды табип тарихы. – Ишекте имән кеүек тулы кәүҙәле ир асты. Әллә хәрби кешеме, тип уйлап та өлгөрмәнем, өҫтөндәге кейемдең иҫкерәк гимнастерка булыуын абайлап ҡалдым. Ҡаршылаусы ир хатта миңә ҡулын биреп күреште.
– Сирле анау бүлмәлә ята…Кухняла көтәм… Кәрәк булһам…
Ир уйсан күҙҙәре менән ҡарап, һөйләмдәрен өҙөк-өҙөк әйтте лә, икенсе бүлмәгә үтте.
Фатир йыйнаҡ, таҙа. Әммә йәнлелек юҡ. Быға аптырарлыҡ түгел, ауырыу булғанда ниндәй йәнлелек ти.
Бына сирле ҡатын ятҡан карауат­ҡа яҡын киләм. 50 йәштәр самаһындағы сал сәсле ханым. Беҙ, табиптар, йыш ҡына ауырыу­ҙар янына килгәндә карауат эргәһендәге өҫтәл йә тумбочка өҫтөндә дарыуҙар, һис юғында, һыулы стакан йә градусник күрәбеҙ. Ә был юлы бер ни юҡ. Ҡатын өнһөҙ генә миңә ҡарап ята.
– Мин “Тиҙ ярҙам”дан. Ҡайһы ерегеҙ борсой?
– Ийй, ирем саҡыртҡандыр шул… Мин һуштан яҙғайным шикелле. Хәҙер шулай була инде…
– Нимә булды һуң һеҙгә?
Сирленең тауышы ҡалтыранып сыҡһа ла, һорау бирмәйенсә булмай.
– Миндә мейе яман шеше. Операция яһау мөмкин түгел. Шеш тиҙ үҫә. Бик төптә, тиҙәр... Минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ҡайһы саҡта аяғымды тоймайым да, һуҡырайып китәм. Анауында дауахананан алынған ҡағыҙҙар… – апай тумбочка тартмаһына төртөп күрһәтә. – Күп ҡалманы инде. Тик ирем генә ышанырға ла, аңларға ла теләмәй. Ул – хәрби кеше. Бойороҡтар биреп кенә өйрәнгән дә… – көсәнеп кенә йылмайған була пациентым.
– Һеҙгә нисек ярҙам итә алам? – минең һорауым шундай мәғәнәһеҙ яңғырағандай. Ниңә мин, табип, ауырыуҙан улай тип һорайым һуң? Тот та ярҙам ҡулы һуҙ…
– Ирем менән һөйләшегеҙ әле. Ирҙәрсә. Асыҡтан-асыҡ. Беҙҙең табиптар уға әллә әйтергә ҡурҡа – бөтөнөһөн дә һөйләп еткермәй. Ә миңә ышанмай.
– Ярай һуң.
… Аш-һыу бүлмәһе өҫтәлендә тәртипһеҙ рәүештә ризыҡ урынлаштырылған. Шешә күренә. Ир башын тотоп ултыра, ә эргәһендә… пистолет.
Кешегә ысынбарлыҡты аңлатыу ауыр эш түгел икән. Тамағымдағы төйөрҙө мөмкин тиклем алыҫҡараҡ йотоп, белгәнемсә барыһын да бер тынала һөйләп бирҙем ауырыуҙың тормош юлдашына. Үҙем һөйләйем, үҙем ирҙең күҙенә ҡан һауа барғанын күрәм, бер ҡулына, бер пистолетҡа ҡарайым. Һәм һөйләп бөтөп, туҡтап ҡалдым. Аллаға шөкөр, аңланы был, ҡабул итте һөйләгәндәрҙе. Ысынбарлыҡты. Өмөткә урын ҡалдырманым шул.
Ирҙәрҙең илағанын күреү ҡыҙғаныс. Көслө зат бит йыш иламай. Ысын күҙ йәше бик зарлы саҡта ғына түгелә. Илағандарҙы йыуатыу ауыр. Шулай ҙа ир туҡтаны. Моғайын, минең: “Уға күп ҡалмаған, шуға ла һәр йәшәлгән минутын бәхетлерәк итергә тырышығыҙ”, – тиеүем барып еткәндер. Ул турай­ҙы ла, күҙ йәштәрен һөртөп, рәхмәт әйтте. Баҡһаң, уға, ысынлап та, дөрөҫөн һөйләүсе булмаған. “Беҙ түҙербеҙ”, – тип ҡалды артымдан…
Ә миңә саҡырыу картаһына нимә лә булһа яҙырға кәрәк ине. Сирленең диагнозын, сир билдәләрен, дауалауҙы… Үҙемә шундай һорау бирҙем – ә был фатирҙа мин кемде дауаланым һуң? Кемде ҡотҡарҙым? Ә йөрәгемдә шундай ауырлыҡ ҡалды”.
Низам, һөйләп бөттөм, тигәндәй, көрһөнөп ҡуйҙы.
– Аҙаҡ ниңә был ваҡиғаны һөйләгәнегеҙҙе әйтәм тигәйнегеҙ ҙә… – ныҡыш тигән холҡом бар шул. Үҙем табиптың күңелгә ауырлыҡ килтерерҙәй ниндәйҙер хәбәр әйтәсәген төшөнгәйнем инде.
– Эйе. Ошондайыраҡ хәлдең туранан-тура минең ғаиләмә лә ҡағылырын белһәм… Бер туған һеңлемдә лә – яман шеш. Үкенескә күрә, ул ауырыуын тәүҙә барыбыҙҙан да йәшергән. Исмаһам, миңә, табипҡа, әйтһә ни булған. Нимәлер эшләргә мөмкин булыр ине… Донъям, тип аяҡтан йығыл­ғансы йүгерҙе шул. Баяғы пациентымдың иренә һөйләгән кеүек, кейәүгә лә миңә һөйләргә тура килде. Тик… аңлата алманыммы, башҡаһымы – кейәү кеше, һеңлем менән 20 йыл йәшәгән кейәүебеҙ, яҡын кешеһенең, балаһының әсәһенең, һуңғы көндәрен яҡтыраҡ итергә теләмәне… Сыҡты ла китте. Аҙаҡҡы һүҙҙәрен генә ишеттем: “Үҙе ғәйепле”.
Ысынлап та, кем ғәйепле һуң? Сир һорап килмәй ҙә баһа! Эйе, ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына үҙ һаулығын уйламай, ә күберәк ғаиләһенең бөтөнлөгөн, етешлеген тәьмин итеү тураһында хәстәрлек күрә. Ауырығанда яҡындарыңдың аңлауы, хәлеңде еңеләйтергә тырышыуы бик тә кәрәк бит ул. Шул саҡтар­ҙа бәләң менән генә яңғыҙ ҡалыу ҡот осҡос. Етмәһә, хәләлеңдең аңламауы…
Күпте күргән табиптың күҙенән йәш тамды. Ирҙәр һирәк илай. Үтә ҡайғырғанда…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға