«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бал барҙа муллыҡ та бар



27.09.2013 Бал барҙа муллыҡ та бар

Бал барҙа муллыҡ та барКүгәрсен районынан Тәнзилә Киленбаеваға умартасы булыуы ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән еңергә ярҙам иткән
Элек-электән бал ҡорто тотҡандарға һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарайым. Нишләптер бала саҡтан күңелгә, балды тик байҙар ғына ашай, тигән тойғо һеңеп ҡалған. Бөгөн килеп шуға инандым: умартасылыҡтың серҙәренә төшөнөү һәр кемгә лә бирелмәй, күктәр тарафынан ебәрелгән оло һәләткә һәр кем эйә була алмай. Халҡыбыҙҙың борон­ғо кәсептәренең береһе бик табышлы шөғөл икән. Ауылдаштарымдың хәлле йәшәүенең төп сере ана шуға ҡайтып ҡала ла инде.
Тәнзилә инәй Киленбаева умартасылыҡ серҙәренә бала саҡтан уҡ өйрәнә. Олатай-өләсәйҙәре борон-борондан бал ҡорто тотоп, етеш донъя көткән. Үҫеп, һылыу ҡыҙ булып буй еткергәс, Солтанғол ауылы егете Сәғәҙәт Насип улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, килен булып төшкән ерендә ерегеп, бер-береһенә берегеп йәшәп китәләр.
“Тормош иптәшем ул саҡта уҡ умартасыға уҡып ҡайтып, совхозда ярҙамсы булып эшләй ине. Өйләнешкәндең икенсе йылына үҙе эш башланы. Мин уның ярҙамсыһы булып эшкә урынлаштым. Икәүләп иртә таңдан ҡара кискә тиклем умарталыҡтан ҡайтмай торғайныҡ”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Тәнзилә инәй.
Уларҙың фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт тарафынан да тейешенсә баһалана, байтаҡ наградаға, орден-миҙалға эйә булалар, 1975 һәм 1983 йылдарҙа Мәскәүгә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) барыу бәхете лә тейә Киленбаевтарға. Сәғәҙәт Насип улы Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры була. Үкенескә күрә, Хоҙай ғаилә башлығына ҡыҫҡа ғүмер насип итә.
“Бал ҡортондай осоп йөрөп бөтә эшен еренә еткереп башҡарырға яратты. ямғырлы йәйҙең бер көнө ине ул... Умарталыҡҡа төшөү өсөн бейек үрҙе үтергә кәрәк. Шул тау аша үтә алмай, мотоциклы баш түбән әйләнеп, ауып һәләк булды”, – Тәнзилә инәй әле һаман булһа һыҙланып иҫкә ала был фажиғәле көндө. Ире үлеп ҡалғас, етәкселәр уның бөтә эшен Тәнзилә инәйгә йөкмәтә.
“Умарта тотҡан кешеләргә иң беренсе егәрлелек һәм таҙалыҡ талап ителә. Сөнки ул сит еҫтәрҙе үҙһенмәй. Йәй тимәй, ҡыш тимәй умарталыҡ юлын тапаным инде. Ҡыш көндәре күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа саңғыға ла баҫырға тура килде. Шыуа белмәгәс, саңғы менән атлап булһа ла бара торғайным. Күс айырған ваҡыт – үҙе бер мәшәҡәт. Береһен тотоп өлгөрмәйһең, икенсеһе айыра, ҡап-ҡара булып ағасҡа һарый... Бал өлгөргән осор иһә байрамға әүерелә. Балалар менән иң беренсе хужалыҡтың балын айыртып, үлсәп тапшырабыҙ ҙа, аҙаҡ үҙебеҙҙекенә тотона инек. Һәр эштең үҙ серҙәре, нескәлектәре бар, йыл буйы ҡара бал ҡортон, балын айырт, анализдарын эшләт, сирләмәһен, матур ҡыш сыҡһын өсөн ҡармы- буранмы – урман юлын тапауҙар, тоҡом яңыртыуҙар... Унан башҡа күпме ваҡ эше! Күрмәгәнде күрҙек инде, әрһеҙлегебеҙ ҙә ярҙам итте, ауыл кешеләре бит эшкә бөтмөр була. Балаларыбыҙ шуға егәрлелер. Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Күгәрсен” совхозының Әлмәс бүлексәһендә эшләнем. Ялға сығып, пенсия юллағансы тағы ла ике йыл эшләп ташлағанмын. Аҙаҡ инде эшемде Фәрит улыма тапшырырға тәҡдим иттеләр. Йәш кешенең ни таң менән йөрөгөһө килмәй, кисен уйынға сығалар. Иртән дуҫы менән умарталыҡҡа ебәрәм дә, өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамлап, арттарынан үҙем дә бара инем. Айыу балаһы кеүек урманда йәшәргә йыйынмайым, тип, үҙһенмәһә лә, бөгөн Фәрит үҙе лә бал ҡорто тота”, – Тәнзилә инәй­ҙең ике һүҙенең береһендә үткән тормош юлы, балалары менән ғорурланыу тойғоһо сағыла.
Эйе, умарталыҡ үҙ ваҡытында гөрләп эшләй. Ләкин, йылдар үтә килә, заман, үҙгәрештәр еле совхозға ла ҡағыла: хужалыҡ тарҡала, иҫәбе буйынса 150 – 180-дән төшмәгән умарталыҡ та бөтә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, уның тормошон аңлаған кешенең донъяға ҡарашы ла, фекерләү ҡеүәһе лә үҙгәрә, тиҙәр. Хатта ғүмер буйы ыҙалаған төрлө оҙайлы сир-сырхауҙар ҙа юҡҡа сыға, ти. Был хаҡтыр ҙа. Сөнки, бал ҡортоноң балы ғына түгел, ағыуы ла дауа икәнлеген медицина күптән иҫбатлаған. Тәнзилә инәй, бәлки, шуғалыр ҙа йәштәргә алмаштырғыһыҙ, өй тирәһендәге барлыҡ эштәрҙе үҙе атҡара. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ла ошо һөнәре ярҙам иткәндер. Бер үҙе биш баланы аяҡҡа баҫтыра, уҡыта, белем алырға ярҙам итә, һәр береһенә гөрләтеп, матур итеп туй үткәреп, үҙ аллы тормош юлына сығара.
Нәҙекәйбилдәй уңғанлығы, хеҙмәт һәм эшһөйәрлеге инәйҙе тирә-яҡҡа ла данлы итә. Етмешенсе йылдарҙа республиканың иң абруйлы журналдарының береһе “Баш­ҡортостан ҡыҙы”нда уның хаҡында мәҡәлә баҫылып сыға. Социалистик ярыш еңеүсеһе булараҡ, умартасылыҡ өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары өсөн Тәнзилә инәй алтын миҙал, 1975 йылда Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә. Әле ул район үҙәгендә ейәне менән йәшәй. Ял көндәрендә балалары уны ауылға алып ҡайта, көн дә тиерлек шылтыратып, хәлен белешеп торалар.
Бөгөн умартасылар династияһын улы Фәрит дауам итә. Шулай итеп, тик уңғандар­ҙың ғына тормошо балдай татлы, күстәре ишле, табышы мул, бал ҡортондай эшләһәң генә тәмле бал ашарға була икәнлеген Киленбаевтар тағы бер иҫбатлай.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.
Ринат ӘЛИМҒУЖИН фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға