«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғаилә бәхете өсөн гөл кәрәк



27.09.2013 Ғаилә бәхете өсөн гөл кәрәк

Ғаилә бәхете өсөн гөл кәрәкҒаилә бәхетенең нигеҙендә күп нәмә ята, әлбиттә. Ләкин мөхәббәт һәм бәхет мәсьәләһендә кешеләр романтикаға, төрлө ырымдарға ла ышаныусан. Бөгөн һеҙгә йорт биҙәге – гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Махсус рәүештә, йортҡа, ғаиләгә бәхет килтереүсе гөлдәрҙе һайлап алып тәҡдим итмәксебеҙ. Күрегеҙ, танышығыҙ. Ғаиләгеҙ имен, бәхетле булһын!

Спатифиллумды тәү сиратта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип атайҙар. Ап-аҡ сәскә атыусы гөл гүзәл заттарға икенсе яртыһын табырға ярҙам итә. Шулай уҡ, йортҡа бәпес килтерә, тигән ышаныу ҙа бар. Был гөл тик ҡатындарға ғына хас бәхеткә юл аса – йортта романтик мөхит тыуҙыра, әсә булыу бәхетенә юл аса, мөхәббәттә йәшәтә.
Спатифиллум дым ярата – һыуҙы йыш һибеп торорға кәрәк. Уны гөл һауытының төбөндәге тәрилкәгә ҡойорға ла була – тамырҙар үҙенә кәрәк тиклем дымды тартасаҡ. Гөлдәрҙе тура төшкән ҡояш нурҙарынан һаҡлайҙар, сөнки эҫе ҡояш уның япраҡтарын һарғайтып киптерә. Дөрө­ҫөрәге, был сәскәләр әллә ни яҡты булмаған урындарҙы хуп күрә.
Спатифиллумдың тыуған яғы – тропик Америка. Ул йылына бер-ике тапҡыр сәскә ата. Һәйбәт үҫһен өсөн бүлмәләге температура 18 градустан да түбән булмаҫҡа тейеш.
Спатифиллум япраҡтарына һыу һиптергәнде бик ярата. Улар дымланыу менән шундуҡ күтәрелеп, матур булып китә. Үҫемлекте март – сентябрь айҙарында юғары концентрациялы булмаған минераль ашламалар менән әүҙем туҡландырырға кәрәк. Яҙғыһын күсереп ултыртыу отошло.

Ҡытай раузаһы, гибискус. Был гөл дәрт-дарманды арттыра, тотороҡло итә, тип һанала. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтереү отошло. Шулай ҙа ҙур ғына булыуын иҫәпкә алып, йыш ҡына залға ултыртырға тура килә.
Гибискус йылыны ярата. Шуға күрә 18 – 24 градус тирәһе йылылыҡта тоторға кәрәк. Башҡа гөлдәр кеүек, ул да тура төшкән ҡояш нурҙарынан ҡурҡа. Ә бына башҡа яҡтылыҡ, ни тиклем генә көслө булһа ла, уға зыян килтермәй, киреһенсә, файҙаға ғына. һыуҙы йыш һәм күп итеп һибәләр. Төбө һәр ваҡыт дымлы бу­лырға тейеш. Шулай уҡ япраҡтарына ла һыу һиптерәләр.
Ҡытай раузаһын минераль ашламаларһыҙ үҫтереү мөмкин түгел. Уға яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем, айына өс тапҡыр ашлама индерәләр.

Хойя. Бик күп илдәрҙә был гөлдө 14 февраль – Ғашиҡтар көнөндә бүләк итәләр. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтерергә кәңәш бирәләр. Ырым буйынса, һеҙгә ғаилә бәхете килтерәсәк.
Гөлдө артыҡ наҙлы тип әйтеп булмай. Әллә ни эҫе булмаған көндө тура төшкән ҡояш нурҙары ла зыян итмәҫ. Хойяны бүлмә температураһында, яҡты һәм иркен тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Ул һалҡынды яратмай, ҡышын өшөтһәң, икенсе йыл сәскәһе наҡыҫ була. Яҙлы-көҙлө үҫемлеккә һыуҙы күп һибәләр. Сәскә атҡан ваҡытта бер тамсы ғына һыуҙы ла сәскәләренә тейҙермәй һибергә кәрәк, юҡһа улар ҡороп төшәсәк. Гөлдөң төбө бөтөнләй кипмәһен, һибеү өсөн оҙаҡ тотолған һыу һәйбәт.
Хойя гидропоникала яҡшы үҫә, шулай уҡ уның төбөн йыш ҡына йомшартып торалар. Йәш үҫемлектәрҙе йылына бер тапҡыр яҙын күсереп ултырталар, ҡартыраҡтарын өс йылға бер генә күсерһәң дә була.

“Бәхет гөлө” тип йөрөтөлгән оксалисты өйҙә генә түгел, балконда, баҡсала ла үҫтерәләр. Аҡ, алһыу һәм һары төҫтә сәскә ата. Ә япраҡтары ҡыҙғылт йәки йәшел була.
Был сәскәне Яңы йыл байрамына бирергә күнеккәндәр, сөнки ул яңы йылда бәхет килтерә, тип һанала. Етмәһә, тағы ла бер ышаныу бар: ул йылдың һуңғы көнөндә хужаһын алмаштырһа, яңы хужаһына мотлаҡ бәхет килтерә, имеш.
Гөл һыу ярата, тупрағын ҡоротмаҫҡа кәрәк. Йәй көндәрендә уны баҡсаға күсереп торорға ла була.

Аихризонды “Мөхәббәт гөлө” тип тә атайҙар. Үҫемлектең бейеклеге 40 сантиметрға етә. Уны ҙур һауытта үҫтермәйҙәр, тығыҙ ултыр­һын. Юҡһа сәскә атмаясаҡ. Яҙ аҙағында сәскә ата, сәскәләре һары һәм хуш еҫле була.
Гөл яҡтылыҡтан ҡурҡмай. Ул тигеҙ үҫһен өсөн яҡтылыҡ яғына бороп-бороп ултыртырға кәрәк. Йәй көндәрендә аихризонды – 20 – 25 градус йылыла, ә инде ҡышын температура 10 градустан да артмаған шарттарҙа һаҡлайҙар. Уны батареяларға яҡын ултыртмау хәйерле.
Аихризондың япраҡтары аҫҡа ҡарап тора, шуға ла уларға һыу һипмәйҙәр. Гөлгә һыуҙы тупрағы тулыһынса кибеп бөткәс, әҙләп кенә яңынан һибәләр. Үҫемлек һыу етмәгән шарттарҙа үҫергә күнеккән. Әгәр уны гел дымлы тотһаң, тамыры серей башлаясаҡ.
Мөхәббәт гөлөн тамырҙары тулыһынса һауытты тултырып бөткәс кенә күсереп ултыртырға мөмкин. Бының өсөн яҙ ҡулай, шул ваҡытта гөл күсереп ултыртыуҙы яҡшыраҡ ҡабул итәсәк. Һауыты киң, әммә бейек булмаҫҡа тейеш.



Калатея. Был гөл шул тиклем әрһеҙ, уны рәхәтләнеп үҫтерергә мөмкин. Иң мөһиме – һыуҙы артыҡ күп һипмәҫкә. Тупрағы өҫкө яҡтан 3 – 4 сантиметрға тиклем ҡороғас ҡына һыу һибергә кәрәк. Тағы ла был гөл елде яратмай. Тәҙрә төбөнә ҡарағанда, башҡа бер ерҙә үҫтереү отошлораҡ.
Гөлгә дымлы һауа оҡшай. Әгәр бүлмәлә дым етмәһә, калатея эргәһендә дымлы сепрәк тоторға мөмкин. Һауаға һыу һиптерергә лә була. Тик эре тамсылары япраҡтарға эләкмәһен, юҡһа таптар ҡаласаҡ.
Гөл тура төшкән ҡояш нурҙарынан ҙур зыян күрә. Яҡтылыҡ өсөн башҡа сығанаҡтар табыр­ға тура килер. Яҡтыла үҫкән гөлдөң сәскәләре күберәк була. Япраҡтары һарғая башлауының сәбәбе, башлыса, һыуҙы артыҡ һибеүгә ҡайтып ҡала.

Беҙгә Европа­нан индерелгән хлорофитумды ла үҫтереүе ауыр түгел. Әлеге ваҡытта был гөлдө ин­терьер­ҙа йыш ҡулланалар. Уны “ғаилә бәхете гөлө” тип йөрөтәләр.
Гөлдөң популяр булыуы шәп һәм артыҡ наҙланмай үҫеүе, матур япраҡтары, сәскәләре менән бәйле. Ул ҡабарып торған бәләкәй генә ҡыуаҡлыҡты хәтерләтә, япраҡтары бер-береһенә яҡын тора. Шуға ла уны интерьерҙа ҡулланыу бик отошло, матур идеяларҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.
Үҫемлек температура үҙгәрештәрен яҡшы кисерә. Шулай ҙа һәр нәмәлә сама онотолмаһын: хлорофитумды эҫе батареянан алыҫ тотоу, артыҡ һыуыҡ урын­ға ҡуймау кеүек ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә тура килә. һыуҙы йыш һибергә кәрәк, тупрағы һәр ваҡыт дымлы булһын. Март – август айҙарында сәскәне аҙна һайын комплекслы ашламалар менән ашлау талап ителә. Уны йәш ваҡытында йылына – бер тапҡыр, ҡартайғасыраҡ өс йылға бер тапҡыр күсереп ултырталар. Был эште башҡарыу өсөн февраль йәки март айы яҡшы буласаҡ. Хлоро­фитумдың тамырҙары бик ҡеүәтле, ваҡытында күсереп ултыртмаһаң, һауытын ярып килеп сығыуы ла ихтимал.

Мирт. Был гөл күп илдә туйға бүләк итеп тә бирелә. Яңы өйләнгән кешеләрҙең тормошон нығыта, оҙаҡ йәшәгәндәр­ҙең ғаиләһенә тотороҡлоҡ килтерә, тип һанала. Шулай уҡ кеше һаулығына яҡшы тәьҫир итә, тип ышаныусылар бар. Европала был гөлдөң япраҡтарын кәләштең сәсенә ҡушып үргәндәр.
Гөл бик нәзәкәтле, уны үҫтереү мәшәҡәтле. Ләкин япраҡтарын дымлы сепрәк менән һаҡ ҡына һөртөп, иҫ киткес тәмле еҫен еҫкәүең була – мирт килтергән бөтә мәшәҡәттәр онотола. Уның уртаса оҙонлоғо 60 сантиметр, ҡайсаҡ 1 метрға ла етә.
Миртты ваҡытында минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк, һыу һибергә оноттоңмо – ғәфү итмәй, ҡорой ҙа ҡуя. 18 – 20 градуслыҡ йылыла тоталар. Һалҡыныраҡ булһа, йүнләп сәскә атмаясаҡ. Эҫе урынға ҡарағанда йылыраҡ урынды үҙ итә. Тупрағы тулыһынса ҡороп бөткәнгә тиклем тотоу ҡурҡыныс. Ҡышын япраҡтарына һыу һипмәйҙәр, ә бына йәйгеһен миртты душ аҫтында тотоу бик шәп буласаҡ.
Был гөлдө теләгән бер формаға килтереп ҡырҡҡыслап була. Ул бик тиҙ үҫә, һабаҡтарын ҡырҡыуҙы еңел кисерә. Үҫемлек тағы ла күркәмерәк булһын өсөн яҙҙан ҡышҡа тиклем тупрағына ашлама индерергә кәрәк.

Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс бу­лыр­ға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.
Был гөлдө үҫтереү өсөн төп ҡағиҙә – яҡтылыҡ. Ләкин ул ҡояш нурынан ҡурҡа, шуға ла көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәрендә тотмайҙар. Үҫте­реү өсөн бейеклеге – 10, диаметры 10 – 12 сантиметр булған һауыттар­ҙы һайлай­ҙар. Миләүшәне йогурт һауытында бер ҡалаҡ ер менән генә лә үҫтереүселәр бар, әммә ҙур һауытта гөл ҡеүәтлерәк буласаҡ. Шулай ҙа сама кәрәк, артыҡ ҙур һауыт гөлдөң үҙенсәлеген боҙа, ул матур, ыҡсым булғаны өсөн күптәргә оҡшай.
Миләүшәне йылы һыу менән аҫтан туҡландыралар. Гөл дымды артыҡ яратмай, уны аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡойоп торорға ла мөмкин. Һыу һибер алдынан тупраҡ тулыһынса кибеп бөтөргә тейеш, уны өҫтән ҡойһаң, миләүшәнең тамыры ҡороясаҡ.
Минераль ашламалар миләүшәгә бик кәрәк, ул сәскә атҡан ваҡытта өҫтәмә туҡландырыуға айырыуса мохтаж. Төрлө химикаттар менән сәскә магазиндары тулған, уларҙың теләгән берен һайлап алып була. Сенполияның ерен йылына бер тапҡыр алмаштыралар, тик ҙур һауытҡа күсереп ултыртырға кәрәкмәй. Ҡайһы бер кешеләр, миләүшәнең япраҡтарын ямғырға сығарыу йәки душ аҫтында тотоу зарарлы, тип һанай. Ләкин был гөл дә заманында ҡырағай тәбиғәттә, ямғырлы-елле шарттарҙа барлыҡҡа килгән. Тимәк, ямғырға ул бөтөнләй бирешмәй, тышҡа сығарырға мөмкинлек булмағанда душ аҫтында ла япраҡтарын таҙартып алырға һәләтле. Тик онотмағыҙ: япраҡтары һыуланған гөлдө тура ҡояш нурҙары йәки яҡты ут аҫтына ҡуйһаң, һарғаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға