20.09.2013 Ә һеҙ тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙме?
Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы аҙағына яҡынлаша. Быйыл маҡсатлы саралар байтаҡ булды һәм әле лә дауам итә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республика халҡы “Бергә эшләйек!” (“Сделаем вместе!”) Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылып, тирә-яҡты таҙартыу өмәләренә сыҡты.
Әйткәндәй, Өфө – Рәсәйҙең ҙур ҡалалары араһындағы экология рейтингында 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса туғыҙынсы урында. Исемлек мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡарата төҙөлгән. Тәүге урында – Курск, Мәскәү – икенсе баҫҡыста. Ә беҙҙең күршеләрҙән Ижевск (бишенсе) менән Пермь (һигеҙенсе) дә тәүге унау исемлегендә. Екатеринбург – 16-сы, Силәбе – 24-се, Ырымбур – 36-сы, Ҡазан 38-се тип баһаланған.
Әлбиттә, мөхиттең таҙалығы күп осраҡта һауаның таҙалығына, яуаплы органдарҙың намыҫына ғына түгел, ә һәр кешенең ихатаһында, урамда, тәбиғәттәге тәртибенә лә бәйле.
Хөрмәтле дуҫтар, барлағыҙ әле, быйыл һеҙ мөхиттең таҙалығы өсөн нимә эшләнегеҙ? Эшләп өлгөрмәһәгеҙ, әле ваҡыт бар. Ғөмүмән, тирә-йүнгә һаҡсыл ҡараш өсөн ваҡыт төшөнсәһе юҡ. Түбәндә беҙҙең һорауға бер нисә яуап.
Азат ҒӘЛИМЙӘНОВ, Ишембай ҡалаһы:
– Ҡалала шәмбе өмәләре, ҡағиҙә булараҡ, яҙлы-көҙлө үтеп тора. Ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Бына һуңғы тапҡыр бер нисә аҙна элек кенә күмәкләп эшкә сыҡтыҡ. Хәтерем яңылышмаһа, “Йәшел Рәсәй” тип аталған акция барышында ине шикелле өмә. Уҡыусылар, эшсе-хеҙмәткәрҙәр, хатта өлкәндәр ҙә байтаҡ күренде.
Ғаилә менән ҡырҙа ял итергә яратабыҙ. Сүп ҡалдырғаныбыҙ юҡ, һәр ваҡыт махсус пакеттар алып барабыҙ. Кеше яратып ял итә торған урындар тиҙ ҡыйлана. Беҙҙә ул яҡтан мәҙәнилек етешмәй. Йылға-күл буйҙарына видеокамералар ҡуйып булмаҫмы, тигән һорау ҙа килә башҡа, бәлки, сүпләмәҫтәр ине. Ул ҡиммәткә төшәлер инде.
Эльвира һәм Альбина ВАҺАПОВАЛАР, Өфө ҡалаһы, студенттар:
– Беҙ йәй көнө Миәкә районындағы өләсәйемдәрҙә ял иткәндә, ауыл тирәһен таҙартыуҙа ҡатнаштыҡ. Туғай, әрәмәлек, йылға, шишмә эргәләрен йыйыштырырға кәрәк ине. Беҙгә, йәштәргә, был уйын кеүек кенә булды, ҡаланан да күп ҡайтҡайнылар. Шундай өмәләр булып торғас, сүп-сар ҙа әллә ни юҡ. Тик йылғалар һайыға, шул ҡыҙғаныс. Быға, бәлки, мөхиттең таҙалығы йә сүплелеге лә сәбәпсе түгелдер, әммә ул ҙур проблема. Уны берәй нисек хәл итеп булмаймы икән? Етәкселеккә шул һорауҙы бирер инек.
Фәнис ӘХТӘМОВ, велосипед спорты менән шөғөлләнеүсе:
– Тирә-яҡтың таҙалығына арыу ғына өлөш индерҙем тип уйлайым, сөнки быйыл йәй автомобилемде гаражға ҡуйҙым да, күберәк велосипедта йөрөнөм. Айырма бар ҙа инде, шулай бит? Етмәһә, Өфөлә лә велоюлдар киңәйәсәк, тип вәғәҙә бирәләр.
Ә етдиерәк итеп әйткәндә, үткән аҙнала бер түгел, ике өмәгә сыҡтыҡ. Тәүгеһен эштә ойошторғайныҡ, ә икенсеһе – йортта. Шуныһы күңелде ҡырҙы: өмәгә сыҡмаҫ өсөн кинәт кенә “ауырып” китеүселәр күбәйҙе, кемдеңдер ашығыс эше килеп сыҡты. Эш бөткәс, ихата таҙарып, подъезд яҡтырып киткәс, ялҡауҙар ҙа ҡыуанышты. Беҙҙә яуаплылыҡ тигән нәмә бөтөп барғандай.
Венера ЯППАРОВА, Нуриман районы:
– Йәй башында Красный Ключ шишмәһе биләмәһен таҙартыуҙа ҡатнаштым. Уны акция рәүешендә ҙур итеп район етәкселеге, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Президент программаһы буйынса белем алыусылар ассоциацияһы ойошторҙо.
Иң күп сүп – пластик шешәләр. Лагерҙа ял итеүсе мәктәп уҡыусылары төп таҙартыусылар булды. Бик әүҙем эшләнеләр. Тоҡлап-тоҡлап ҡый йыйылды. Оят булып китте. Быларҙы бит кешеләр ташлаған. Ана шул пластик һауыттарға килгәндә, улар бит тарҡалмай, ерҙә йөҙ йыллап ята. Бик күп эсемлек шуға тултырылып һатыла бит, ҡалдыҡты эшкәртеү ниңә таралмаған? Бәлки, кеше теләһә ҡайҙа ташламаҫ, ә тапшырып, аҡсаһын тотонор ине.
А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.