«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рәсәйҙә 8,5 миллион кеше – наркоман



20.09.2013 Рәсәйҙә 8,5 миллион кеше – наркоман

Рәсәйҙә 8,5 миллион кеше – наркоманБеҙҙең илдең дөйөм халҡының алты проценты – наркомандар. Һандарға күсерһәк, наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыусылар һаны 8,5 миллионға барып баҫа. Ә бөгөн Рәсәйҙә 143,4 миллион кеше йәшәй. РФ Хөкүмәте сайтында ошондай мәғлүмәт бар.
Ә былтыр йәй генә Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәт башлығы Виктор Иванов журналистарға, наркомандар һаны әҙәйҙе, хәҙер улар һигеҙ миллион кеше, тигәйне.
Былтыр наркоенәйәттәр буйынса хөкөм ителеүсе 110 мең кешенең 25 меңе генә реабилитация үтә. Шундай “өшөткөс” һандарҙы бер аҙ йомшартыу маҡсатында хөкүмәт дәүләттеке булмаған реабилитация үҙәктәренә ярҙам итеү системаһын булдырырға ниәтләй. Әйткәндәй, наркомандар һауыҡтырыу курсы үтмәйенсә тороп, уларҙың ҡайһы бер хоҡуҡтары сикләнеүе лә бар. Мәҫәлән, автомобиль йә ҡорал йөрөтөүгә хоҡуҡ.
Үкенескә күрә, наркомандар йәшәрә бара. Ағыулы матдәләргә бәйлеләрҙең күбеһе тәүге дозаны 11 – 12 йәшендә татый икән.
РИА Новости сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға