«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Киләсәккә табан айыҡ аҙым



20.09.2013 Киләсәккә табан айыҡ аҙым

Киләсәккә табан айыҡ аҙымЭскелектән баш тартыуҙың рухи яҡтан милләт нигеҙе икәнен яҡшы аңлай Күгәрсен районының Сапыҡ ауылы халҡы
Таҙа, мул һыулы Эйек йылғаһы, сәскәле аҡландар, игенселек менән шөғөлләнеү өсөн киң яландар, баҫыуҙар, йәнлек-кейектәргә бай урмандар – быларҙың барыһы ла Хоҙай тарафынан бирелгән оло бүләк. Ошо матурлыҡты матур килеш һаҡлап ҡалыу, сарыф итмәй, самаһын белеп кенә тотоноу – кешелектең төп бурысы. Сапыҡ ауылында был йәһәттән ипле халыҡ йәшәй. Башҡа ауылдарҙан айырмалы рәүештә, бында махсус экологик өмәләр үткәрмәйҙәр. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки был – уларҙың көндәлек эше. Һәр кем үҙ ихатаһын, ҡапҡа алдын көн дә иртүк, малды көтөүгә ҡыуғас та, таҙалап, йыйыштырып ҡуя. Шулай һөйләшелгән, шулай килешелгән. Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараштары, иғтибарлы булыуҙары үҙ-ара кешелек мөнәсәбәттәренә лә ыңғай йоғонто яһайҙыр. Шулай булмаһа, ауыл халҡы татыулығы, берҙәмлеге менән айырылып торор инеме лә, күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, һәр изге башланғысҡа дәррәү тотонор инеме?

Ололар – йәштәргә өлгө лә, үрнәк тә

“Айыҡ ауыл – 2013” республика конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәс, ауыл халҡы был тәңгәлдә ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле эштәр башлап ебәрә. “Айыҡ ата-әсә – балалар бәхет сәсә!” – ошо матур, ҡанатлы һүҙҙәр аҫтында үтә бөтә байрамдар ҙа.
Конкурс сигендәге саралар ауылдың иң оло кешеләре – Хөмәйрә инәй һәм Әхмәт олатай Хөсәйеновтарҙың 85 йәшлек ғүмер байрамдарын тотош ауыл халҡы менән клубта йыйылып, спиртлы эсемлектәрһеҙ үткәреүҙән башланып киткән. Иңде-иңгә терәп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләләге татыу­лыҡты һаҡлап, мөхәббәттәренә күҙ һәм һүҙ тейҙермәй, бер-береһен ел-ямғырҙан ҡурсалап 67 йыл бергә йәшәгән аҡһаҡал һәм ағинәй ете балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Әлеге көндә 19 ейән-ейәнсәренә, 13 бүлә-бүләсәренә ҡарап һоҡланып, бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә улар. Әхмәт олатай ғүмер буйы тракторсылар бригадаһы етәксеһе, идарасы була, Хөмәйрә инәй ҙә совхозда бил бөгөп, өс ауылға икмәк ташыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
– Икебеҙ ҙә бер йылда, бер көндә – 1 июлдә тыуғанбыҙ. 1946 йылда, 17 йәшебеҙҙә генә өйләнештек тә, дүрт йыл Ҡытайҙа хеҙмәт иткән бабайҙы әрменән көтөп, “һалдатка” булып ултырҙым. Оло ҡыҙыбыҙ алты айлыҡ ҡына килеш ҡалғайны, ҡайтыуына үҫеп, һөйләшеп йөрөнө. Һуғыштан һуң ауылда икебеҙ ҙә беренселәрҙән булып депутатлыҡҡа һайландыҡ. Дан ғүмер юлы үттек инде, Аллаға шөкөр. Ауылдаштар араһында абруй ҙа бар, әйтһәк, һүҙебеҙ ҙә үтә, кәңәш тә һорап киләләр. Халыҡ матур беҙҙә. Тырыш. Эш юҡлыҡ ҡына йәштәрҙең бәкәленә һуға инде һуғыуын. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота бөтәһе лә, баҡса үҫтерәләр, – Хөмәйрә инәйҙең ике һүҙенең береһендә ауылдаштары менән ғорурланыу тойғоһо сағыла.
Киләсәккә табан айыҡ аҙым

Бында Урал батыр рухы һаҡлана

Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Ошо ҡөҙрәтле юлдар яңғырағанда Урал батыр рухы быуаттар аша Сапыҡ ерҙәрен байҡағандай булды. Дөрөҫөрәге, быға Миләүшә исемле ябай ауыл ҡыҙы булышлыҡ итте. Туғыҙынсы класта уҡыған Миләүшә Ибраһимова былтыр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә ҡатнашып, мәктәп данын күтәрә – өсөнсө урынға лайыҡ була. Миләүшә кеүек һәләтле балаларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, тимәк, халҡыбыҙҙың рухи киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа.

Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә

Ауыл ерендә йәшәү еңел түгел, тигән ҡарашты инҡар итеп, Айгөл һәм Радик Хөсәйеновтар, Дания һәм Рәйес Сәйетҡоловтар, Ибраһимовтар кеүек уңғандар рәхәтләнеп донъя көтә: тиҫтәләгән баш һыйыр, һарыҡ, кәзә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә аҫрайҙар, баҡса тултырып картуф, төрлө йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Айҙар Хөсәйенов, Рәсүл Сәйетҡоловтарҙың алтын ҡуллы уҙамандар булыуын тирә-яҡ ауылдарҙа ла яҡшы беләләр. Ихаталары тулы техника – трактор, еңел машина, бесән сапҡыс, тағылмалар – быларҙың барыһы ла ауыл халҡының эшен еңеләйтә.
Сапыҡ ауылы тәмле кәзә ҡымыҙы менән дә данлыҡлы. Тәһилә һәм Сәғиҙә инәйҙәр (Ибраһимовалар) һауын кәзәләр аҫрап, шифалы ҡымыҙ етештерә. Тәһилә инәй тормош юлдашы Булат олатай менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан өс йыл элек тормош иптәше яҡты донъя менән хушлаша. Шулай ҙа Тәһилә инәй ҡайғыға бирешмәй, мосолмандарға ғына хас сабырлыҡ менән килгән һынауҙы күтәрә, үҙендә артабан йәшәргә көс таба. Ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп һөйөндөрә.
Мәүлиҙә апай Ибраһимова ла сәйлән теҙеү, ҡулъяулыҡ, ашъяулыҡ сигеү, ойоҡ, бейәләй бәйләү эштәрен бөтә йөрәк йылыһын һалып башҡаралыр. Шулай булмаһа, сатнама һыуыҡтарҙа яҡындары, ауылдаштары ул бәйләгән йылы бейәләйҙәрҙе маҡтай-маҡтай кейер инеме?

"Беҙҙә иҫерткес эсемлектәр һатмайҙар"
Киләсәккә табан айыҡ аҙым
Ғәлиә Сәйетҡолова тотҡан шәхси магазин­ға ингәс, ошондай яҙыуҙы күреп, ышанып етмәй, һыра кеүек эсемлектәрҙе эҙләп, кәштәләргә күҙ йүгерттек. Баҡтиһәң, ысынлап та, бында спиртлы эсемлектәр менән һатыу итмәйҙәр икән!
– Эшҡыуарлыҡ менән ике йылдан ашыу шөғөлләнәбеҙ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ та бар, баҡса, мал-тыуар тигәндәй. Иш янына ҡуш булһын тип, ауылдаштарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында асып ебәрҙек. Йәй көнө колбаса, билмән кеүек аҙыҡ үтемле. Бесән эшләгән осорҙа бик ярап ҡала, ти ауыл халҡы. “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡас, иҫерткестәр һатмайбыҙ ҙа, ҡулланмайбыҙ ҙа. Көмөшкә ҡыуыусылар ҙа юҡ беҙҙең ауылда. Бөтәбеҙ ҙә айыҡ тормош алып барабыҙ тиер инем дә, бар бер-ике эскән ир-ат, ләкин улар ҙа бөтөнләй үк бөткән кешеләр түгел, әйткәнде һеңдереп, аңлап, төҙәлеү яҡлы, – ти магазин хужабикәһе.
Матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Сапыҡ ауылы, уның эшһөйәр, татыу, берҙәм халҡы күңелдә йылы тәьҫораттар уятты. Иң мөһиме – бөтә изге башланғыстарға оло йәштәгеләр фатиха бирә, йәштәр дауам итә. “Айыҡ ауыл – 2013” республика бәйгеһе комиссиялары менән осрашыуға ла күбеһенсә олатай һәм инәйҙәр килгәйне. Тимәк, улар ауылдың киләсәгенә битараф түгел, әле эшләнәһе эштәрҙең байтаҡ икәнлеген улар яҡшы аңлай һәм йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтергә, дөрөҫ йүнәлеш биреп ҡалырға ашығалар. Әгәр бәйге һөҙөмтәһендә артабан айыҡ быуындар китһә, “Айыҡ ауыл” конкурсы үҙ маҡсатына иреште, тигән һүҙ.

Альбина Ибраһимова, башланғыс клас­тар уҡытыусыһы:

– Ауылда 54 йортта 186 кеше йәшәй. Мәктәптә 48 бала уҡый, быйыл биш бала донъяға килде. Ауылдың киләсәге өмөтлө, йәштәр ҡалаға китергә ашыҡмай. Туҡһанынсы йылдарҙа ауылыбыҙҙа Йәштәр урамы барлыҡҡа килгәйне. Йәштәр ҡарағай­ҙан матур итеп өйҙәр һалып сыҡтылар. Еңеү көнөнә арнап ағастар ултырттыҡ, Аллаға шөкөр, матур итеп үҫеп киләләр.
Дини тәрбиә лә көслө беҙҙә. Тәүге мәсет, архив материалдары буйынса, 1809 йылда төҙөлә. Заман елдәре ҡағылып, мәсет биналары йә клуб, йә һарай булып та хеҙмәт итә. Әлеге көндә ауылдашыбыҙ Әхмәҙи Ибраһимов атаһы Таһир олатай нигеҙенә өр-яңы иман йорто ултыртты. Халыҡ был эштә бик теләп ҡатнаша, төҙөлөш эштәрен тамамлар өсөн аҡса йыябыҙ, өмәләр үткәрәбеҙ.

Ҡасим олатай:

– Бәләкәй ауылдарҙа бөтә өмөт – үҙ хужалығыңда. Күҙ терәп торған әлдә шул мал-тыуар, ҡош-ҡорт бар. Тотоноп, һатып ебәрһәң, аҡса була. Бала-саға ла кәмене. Бөгөнгө тормошобоҙҙо нисек кенә маҡтаһаҡ та, элекке гөрләп торған ваҡыттар түгел инде... Эш булмауы йәштәрҙе тарҡата. Колхоз, совхоз ваҡытында ниндәй гөрләп эшләнек беҙ! Ә хәҙер нимә? Ирҙәр Себергә йөрөп эшләй, нишләһендәр, шулай балалар уҡыталар, ашаталар, кейендерәләр, йорт һалалар. Аҡса күктән яумай бит... Элек ауыл һайын ферма, әллә нисә һауын гурты, тиҫтәләгән мал, әллә күпме көтөү, Бикеш, Сайыр ауылдарында 12 меңәр баш һарыҡ була торғайны. Ул техника! Иҫәбе-һаны юҡ. Ҡайҙа булды улар? Әйтеп һүҙең етмәҫ... Бына ошонда йыйыл­ған ул әрнеү (йөрәк тәңгәлен күрһәтә).


Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға