«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Арыным тормоштан



20.09.2013 Арыным тормоштан

Арыным тормоштанАрыным был тормоштан, бүтәнсә йәшәй алмайым. Эскән мыжыҡ ир, көн дә ҡабатланған бер үк эш, донъя мәшәҡәттәре ялҡытты. Хатта үҙ-үҙемде ҡарарға ла ваҡытым ҡалмай. Училищела уҡып йөрөгән ваҡытта төшкән фотома ҡарайым да аптырайым. Ҡайҙа инде ул хәҙер миңә шулай үҙемде ҡарап йөрөтөү. Прическа эшләтеү түгел, хатта сәсемде тарарға, көҙгөгә ҡарарға ла ваҡытым юҡ. Кеше араһында йөрөр инем, бәләкәй генә ауылда эше лә юҡ бит, исмаһам. Көн дә йорт, баҡса, һарай – ошо өсмөйөш тирәләй уралам да уралам. Тәтемәй ул миңә ял. Малдарымды ташлап ҡайҙа ғына китәйем инде, эскән ир хәҙер донъяңды юҡҡа сығара. Кешенең ҡайҙа нисек ял иткәнен тыңлағым да, хатта телевизорҙан күргем дә килмәй. Ауыл бисәләре стрестарын бергә йыйылып араҡы менән “баҫа”, шулай әҙерәк онотолоп алабыҙ, тиҙәр. Үтмәй ул миңә араҡы, шуға улар йәмғиәтендә йөрөй алмайым. Балаларыма, әсәйегеҙ эскесе, тип әйтеүҙәренән ҡурҡам.
Арыным… Аптырап ҡуям хатта. Йән аҫрар, тамаҡ туйҙырыр өсөн генә йәшәйме икән ни әҙәм балаһы. Өйҙә ултырған хужабикә булһам да, эш көнөм иртәнге алтынсы яртыла башлана. Сөнки таңғы етелә киткән көтөүгә һыйырҙарыңды һауып өлгөртөргә кәрәк. Көтөүҙе ебәргәс, һөттө эшкәртергә тотонаһың. Уны бөткәнсе ихатаңдағы ҡош- ҡортоң көтөп тора, ғаиләңә ашарға бешерәһең, йыуаһың, йышаһың, баҡсаңда сүп утайһың. Бер ял күрмәй, эшлә лә эшлә…
Шул тиклем китаптар уҡығым килә, почтанан алдырған журналдарымды, район үҙәгенән алып ҡайтҡан китаптарымды уҡып сығырға ла ваҡытым юҡ. Ашауымды онотһам, онотам, барыһына ла өлгөрөргә тырышам. Шул булдымы тормош?! Йәшәүемдең бер мәғәнәһен дә тапмайым, балалар ғына тота был тормошта. Донъя йөгөн тартҡан ауыл ҡатындары, һеҙ минең осраҡта нимә эшләр инегеҙ? Күңелде яман уйҙар баҫһа, нимә эшләргә?

Венера.
Хәйбулла районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға