«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға теләйем



20.09.2013 Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға теләйем

йәки Мөхәббәт Рәсәйҙә лә мөхәббәт ул…
Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға теләйем“Ҡәҙерле редакция, – тип башлана ине баҫмабыҙға килгән сираттағы хат. – Алдымда шундай һорау тора – кейәүгә сығырға ине… сит ил кешеһенә. Тик бына бер аҙ икеләнәм. Юҡ, яратыуымда түгел. Ул бик иғтибарлы, тәртипле һәм мөләйем. Иң мөһиме, мине яратҡанын аҙым һайын дәлилләп кенә тора, әммә ул бит сит ил кешеһе. Европаның бер бәләкәй дәүләтенән, эше буйынса Мәскәүгә оҙайлы командировкаға килеп йөрөй, ә мин баш ҡаланың “кисәге” студенты, бөгөн ябай бер хеҙмәткәр.
Үҙебеҙҙең Рәсәй төбәгенән булһа – бер хәл. Яҡындарым аптырашта – атай-әсәйем бөтөнләй ҡаршы, әхирәттәр өнһөҙ генә көнләшкәндәй, апай-ағайҙарым телһеҙ ҡалды. Бындай мөхәббәт миңә башҡа бирелмәһә? Бәхетемдән ҡолаҡ ҡағайыммы? Һөйгәнем, әгәр теләһә, Мәскәүгә йәшәргә лә килә ала, тик ышанырғамы-юҡмы? Ә үҙемә сит илгә китергә тура килһә?
Ҡыҫҡаһы, башымда һорауҙар күп, ә яуап таба алмайым. Кәңәш бирәһеңме әллә, “Йәшлек”? “Икәү генә белер серҙәр бар” рубрикаһын яратып уҡыйым. Бәлки, минеке кеүегерәк хәлгә тарығандар барҙыр…”

Быға нимә тип яуап бирәһең инде. Мөхәббәт, ғаилә ҡороу – һәр кемдең шәхси эше. Шулай ҙа был тәңгәлдә ныҡлап уйламайынса мөмкин түгел. Бөтөнләй башҡа мәҙәниәт, тел, йолалар, дини инаныс… Европа ул һиңә күрше ауыл түгел, тейәнә һалып ҡайтып китергә. Сит ил гражданына кейәүгә сығып уңмаған бер ҡатын былай тигән бит әле: ”Ватандан киткән саҡта күперҙәрҙе емермәгеҙ”.
Бындай ҙа етди темаға кәңәш бирер алдынан бер нисә ваҡиғаны ғына миҫалға килтермәһәк. Гәзит уҡыусыларҙан, бәлки, аҡыллыраҡ кәңәштәр ҙә булыр.

“Көнбайышта ул “эконом”дар”

Һәр ҡыҙ сит ил кешеһен йомартыраҡ итеп күрә. Аптырарһың. Әллә үҙебеҙҙең илдәге ир-егеттәрҙең хәлен аңламайҙар (яҡшы эш хаҡы ла эҙләргә, фатирын да йүнләргә тура килә ләбаһа). Йомартлыҡта барыбер үҙебеҙҙекеләргә етеүсе булмаҫ. Быны, сит ил егетенә кейәүгә сығып, сағыштырып ҡараған Алисаның һөйләүенән белербеҙ.
“Европа халҡы шулай өйрәнгән – етеш йәшәһәләр ҙә, артыҡ экономиялайҙар һәм сығымдарын тиненә хәтле контролдә тоталар. Мин тәүге ваҡытта үҙемсә ғәләмәт бай тип һанаған иремдең йортта электрҙы, һыуҙы экономиялағанын күреп шаҡ ҡаттым. Хатта теш пастаһын да тамсыһына тиклем һығып ала, шампундарының бушаған һауытын сайҡатып-сайҡатып йыуа. Ә инде дуҫтары килһә, төп эштәре – һөйләшеп ултырыу. Беҙҙәгесә, өҫтәл тулы һый ҡайҙа?! Бүләк бирешеүгә килгәндә лә ҡыҙыҡ хәл – бер ниндәй романтика юҡ, бары һандар яҙылған чек тоттора. Йәнәһе, магазиндан ул алған әйбер йә оҡшамаҫ…”

Ҡолағыңа киртеп ҡуй

Был инде Америка “кәләштәренә”. Виртуаль донъя аша Ларисанан алған кәңәш.
“… Ирем ярым ысын, ярым шаяртып, миңә түбәндәге исемлекте төҙөп, шуның буйынса Америкала йәшәргә, ирҙең йәнен көйҙөрмәҫкә өйрәнергә ҡушты. Әлбиттә, тәжрибәлеләр өсөн көлкө тойолор, әммә яңы ғаилә ҡороусыларҙың һәммәһенә лә ярап ҡалыр.
1. Йорттағы йыһазды, ғөмүмән, әйберҙе ирҙән кәңәш һорамайынса үҙгәртмәҫкә.
2. Йылытыу ҡорамалдарын йә кондиционер­ҙы ҡабыҙа-яндыра, көйләй белергә.
3. Ҡалған ризыҡты һыуытҡысҡа ҡуйырҙан алда мотлаҡ махсус ҡапҡа төрөргә.
4. Бер нәмәне лә ирҙең рөхсәтенән башҡа ташламаҫҡа.
5. Яҡындарығыҙға бүләкте ир өйҙә юҡта алып, ул булмағанда ебәрергә”.

Ризыҡҡа һөйөү менән…

Голландиялағы һөйгәненә ҡунаҡҡа барып, үҙенә күп һығымта яһаған Эльзаның хатынан.
“Әлбиттә, мин Европаға сығыр алдынан был ил хаҡында күп белештем, уҡыным, барып ҡайт­ҡандар менән осраштым. Хәтер төйөнөнә төйнәп тә ҡуйғайным, әммә барғас, үҙемде ҡапылғара бөтөнләй икенсе планетаға барып сыҡҡандай тойҙом.
Тәүге кистә дуҫым миңә болан ите бешерҙе. Ныҡ тәмле ризыҡты ашап бөтә алманым да, иртәнсәк тағы ла тәмлерәк булыр әле, тип тынысланып, тәрилкәмдә ҡалдырҙым. Беҙҙә бит һыуытҡыста кисә, элекке көн, унан алда бешерелгән ризыҡ та һаҡлана. Ә бында минең күҙ алдымда ит ятҡан тәрилкәм сүп һауытына ауҙарылды. Ауыҙыма буйтым итеп уртланған шарабымды саҡ йотоп, күҙҙәремде ҙурайтып, теге иргә баҡтым. Һораулы күҙҙәремә ҡарап был: ”Иртәгә ул тәмһеҙләнәсәк, яңы бешкән кеүек булмаясаҡ”, – тип аңлатты. Шул саҡ ныҡ ҡына төшөндөрҙөм тегегә, йәнәһе, ә минең илемдә мотлаҡ икенсе көнгә лә ҡалдыралар. Шул көндән башлап миңә атап ҡына пластик һауыттар алынды, киске аштан һуң ҡалған ризыҡты иртәгәһенә минең ашау-ашамауым хаҡында һоралды. Дуҫымдың әсәһе лә мин барҙа ризыҡты сүп һауытына ташлауҙан тыйылып торҙо.
Шуныһы ҡыҙыҡ – уларҙа тәрилкәләге ҡайһы бер ризыҡ, тәғәйен нисә кеше бар, шуға иҫәпләнә. Мәҫәлән, биш кеше икән, сәйгә биш бөртөк печенье ҡуйыла. Саҡ өйрәнелде шундай әкәмәттәренә”.

Айырма нимәлә?

Теүәл генә яуап биреп тә булмай. Һүҙ сит ил ирҙәре менән үҙебеҙҙекеләр араһындағы айырма тураһында.
Европа ирендә бәхетле йәшәүсе Маринаның һүҙҙәре: ”Рәсәй ир-егеттәренән дә уңдым мин. Яҡшы атайҙың ҡыҙымын, бына тигән ағайҙың һеңлеһе. Сит илгә килеп кейәү эҙләүселәрҙең “эй, беҙҙең ирҙәрҙең...” тигән фекерҙәре менән дә килешмәй булмай. Әммә барыһын да бер ҡалыпҡа һала алмайым. Рәсәй ирҙәре ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан бер аҙ “иркәләнгән”. Европа ғаиләһендә бала тыуһа, мәҫәлән, ата кеше лә, әсә кеүек үк, уны тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Коляска этеп барған ҡатын эргәһендә һыра тотҡан ирҙе күрмәҫһегеҙ”.

“Яратам, тип мин дә киткәйнем…”

Елена исемле ханым тиҫтә йыллап сит илдә йәшәй. Ашҡынып-талпынып сығып киткән Ватаныбыҙҙан. Етәкләп алып киткән кешеһе ҡәҙерле булһа ла, уны берәү ҙә көтөп тормаған. Әммә бигүк сер бирмәй. Шулай ҙа һағышы күҙгә күренеп тора. Бәхете бер ҡоластай ҙа түгел, ахыры.
“Бына мин теләгән еремдә – һөйгәнемдең илендә. Мәңгегә хуш, тинем Рәсәйгә. Шул тиклем ялҡытҡайны ундағы аҡсаһыҙлыҡ, тәртип­һеҙлек, йәмрәйгән йөҙҙәр. Йәштән үк маҡсатым шул булды – нисек тә китергә, ҡотолорға кәрәк бынан. Еңел, етеш, иғтибар уртаһында йәшәгем килде. Ә ирҙәр, баҡһаң, бөтөн ерҙә лә бер иш икән. Һүҙ юҡ, яҡшы йәшәйем, ирем һәйбәт. Тик мин ул илдеке лә түгел, инде хәҙер үҙемдең тыуған төйәгемдә лә ят кеүекмен. Юҡ, ҡәнәғәтмен. Сит илдең ҡанундарына ла, иремдең тәүҙә мине өнәп етмәгән туғандарына ла хәҙер өйрәнелде. Эшен дә таптым, телде лә өйрәндем. Баланың ғына башын бутайбыҙ – ир үҙенең яғына, йолаларына тарта, мин, әҙ булһа ла үҙемдең телемде белһен, тим. Бөгөнгө ҡыҙҙар сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға ашҡынып тора. Бер нисә кәңәшемде тотһондар ине.
Ситтә бәхетле йәшәү өсөн мотлаҡ шул илдең тәртиптәрен, закондарын белергә кәрәк. Ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе бигерәк тә ныҡ өйрәнергә. Көнсығыш илдәре – үҙе бер ҡатмарлы донъя. Аллам һаҡлаһын, ғаилә емерелеү яҡшы түгел, шулай ҙа белеү мөһим: Европа илдәренең күбеһендә, мосолман дәүләттәрендә айырылышҡанда бала атаһы менән ҡала. Сабыйҙары өсөн даулашып та эш сығара алмаған Рәсәй ҡатындарының һаны тотош бер ҙур әрмегә етәлер…”

Һүҙ һуңында

Сит илгә эшкә китеү – бер, ә йәшәргә, сит ил кешеһе менән шул мөхиттә тормош көтөргә, ғаилә ҡорорға китеү – икенсе. Халҡыбыҙҙың, ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән мәҡәле бик тә урынлы ошонда. Әлбиттә, сит ил кешеһе лә һинең телеңде, халҡың йолаларын үҙ итеп, өйрәнһә, балаларығыҙға икегеҙҙең дә милләтенең исемдәре тигеҙ ҡушылһа, уларға ла икегеҙҙең дә теле берҙәй өйрәтелһә ярай ҙа ул. Барыбер сит илгә бәхет эҙләп китеүселәр хаҡында хафалы хәбәрҙәр ишетелә шул.
Хаттың авторына кәңәш бирергә теләгән һәр кемдән теләк-тәҡдим һәм фекерҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға