«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡураларҙа мал туҡ торһон!



13.09.2013 Ҡураларҙа мал туҡ торһон!

Ҡураларҙа мал туҡ торһон!Малға ашатылған йәшелсәләр иҫәбенә, тәү сиратта, сөгөлдөрҙө индерергә була. Сөгөлдөрҙән тыш, мал-тыуар кишер, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, топинамбур һәм башҡа йәшелсәләрҙе лә ярата. Быйылғы мул уңыш малдарыбыҙҙы ла файҙалы, татлы аҙыҡ менән һыйларға ярҙам итә. Шуға ла баҡсаларҙа үҫкән йәшелсәләрҙең малдарға ла яраҡлыларына байҡау яһап сығайыҡ.

Сөгөлдөр

9 – 14 проценты ҡоро матдәләр­ҙән тора, улар иҫәбенә шәкәр һәм пектин да инә. Ошо матдәләр ярҙамында малдарҙың ашҡаҙаны һәйбәт эшләй башлай. Эре малға, аттарға, һарыҡтарға сөгөлдөрҙө сей көйөнсә, бысрағынан таҙартып һәм ваҡлап ашаталар. Һауын һыйыр тәүлегенә 30 – 35 килограмм сөгөлдөр ашап бөтә ала. Һимертергә аҫралған мал 50 килограмды ла ашай. Һарыҡтар был йәшелсәне биш кило тирәһе ашай, аттар 10 – 15 кг. Сөгөлдөрҙө бешереп ашатырға теләгәндәр иғтибарлы булһын – малдарҙың нитраттар менән ағыуланыуы бар. Бешкән сөгөлдөрҙө әкрен һыуытҡанда унда нитраттар барлыҡҡа килә. Шуға ла йәшелсәне уттан алыу менән тиҙ үк һалҡынға сығаралар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, сөгөлдөрҙө бешереп ашатыуҙың әллә ни файҙаһы ла юҡ. Малдарға был йәшелсәне һалам, концентраттар һәм минераль өҫтәмәләр менән бирәләр.

Кишер

Уның составында файҙалы ҡоро матдәләр 13 процент самаһы тәшкил итә. Бер килограмм кишерҙә 50 – 250 миллиграмм каротин бар. Каротиндың күп булыуы һөттөң, май-ҡаймаҡтың, йомортҡаның төҫөнә, тәменә йоғонто яһай. Был инде ауыл хужалығы продукцияларының тауар сифатын арттыра. Кишерҙе малдарға сей килеш, япраҡтары менән бергә ашатырға була. Тик уны тупраҡтан таҙартыр­ға ғына кәрәк. Кишерҙе оҙағыраҡ һаҡлаған һайын составындағы каротин кәмей.

Ҡабаҡ

Ҡабаҡтың кәмендә 92 проценты – һыу. Ләкин составындағы файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ул тулыһынса тиерлек эшкәртелә. Составында каротин бик күп булған сорттары бар. Ҡайсаҡ бер килограмм ҡабаҡта 40 – 70 миллиграмға тиклем каротин була.
Малға ваҡлап турап, айырым да, башҡа аҙыҡ менән дә бирергә була. Тауыҡтарға ла ашаталар.

Имән сәтләүеге

Имән сәтләүеген туйыра тип тә атайҙар. Ул йорт ҡуяндары өсөн бик шәп нәмә. Азотһыҙ матдәләргә бай һәм протеиндарға ярлы. Был аҙыҡты сей килеш тә, киптереп тә ҡулланырға була. Кипкән сәтләүекте ҡуяндарға тышын әрсеп ашатырға кәңәш итергә була, ләкин әрсемәй бирергә лә мөмкин. Туйыра ашҡаҙанды нығыта, кеүәҫ кеүек тәьҫир итә.
Яҡынса алғанда, ҡуянға көнөнә сей килеш 100 грамм, киптерелгән көйөнсә 50 грамм имән сәтләүеге бирергә мөмкин. Айырым да, картуф һәм башҡа аҙыҡ менән ҡатнаштырып та бирергә була. Имән сәтләүегенең ҡуяндарҙың ашҡаҙанына ғына түгел, тештәренә лә файҙаһы билдәле.

КҮПМЕ КӘРӘК?
Ямғыр ныҡ ҡына ҡамасаулаһа ла, күп хужалыҡтар малдарға етерлек аҙыҡты ҡураларға һалды. Булған аҙыҡты еткереп, етмәгәнен табып аҫрарға тура килә малды. Шуға ла һәр малдың ҡышына күпме ашауына иғтибар итергә кәрәк.
Бер һыйыр өсөн 25 – 30 центнер бесән, 20 центнерға тиклем картуф, сөгөлдөр һәм башҡа йәшелсә, 15 центнер самаһы ҡатнаш аҙыҡ, 18 – 20 килограмм аш тоҙо, 18 – 20 килограмм тирәһе минераль аҙыҡ туплар­ға кәрәк. Бында малдар йәй буйы ашаған болон үләне кеүек йәшел, һутлы аҙыҡ индерелмәгән.
Быҙауға йәше тулғансы 1,6 – 2 центнер ҡуйы һөт, 2 центнер самаһы айыртылған һөт, 10 центнер бесән, 9 центнер концентрат һәм йәшел үлән кәрәк буласаҡ.
Яңы тыуған сусҡа балаһын һимертеүгә 13 килограмм ҡуйы һөт, 20 килограмм айыртылған һөт, 2,5 центнер самаһы ҡатнаш аҙыҡ, 2,5 центнер самаһы картуф, унан да күберәк сөгөлдөр, 5 килограмм бесән һәм үҙегеҙҙең табындан ҡалған барса аҙыҡ-түлек кәрәк буласаҡ.
Бер кәзә 5,5 центнер бесәнде ашап бөтөрә. Уның яртыһы урынына япраҡ әҙерләргә мөмкин. Ҡатнаш аҙыҡ – 2 – 2,5 центнер, картуф һәм башҡа йәшелсәләр 2,5 – 3,3 центнер китә, 3,5 килограмм аш тоҙо, 2 килограмм тирәһе аҡбур йәки һөйәк оно әҙерләнелергә тейеш.
Һарыҡ өсөн йылына 4 центнер бесән, 1 центнер ҡатнаш аҙыҡ, 3,7 центнер тамыраҙыҡ, 3 килограмм аш тоҙо, 2 килограмм кило самаһы аҡбур йәки һөйәк оно кәрәк.
Бер атты аҫрау өсөн йылына 12 центнер самаһы һоло, арпа, кукуруз йәки башҡа ашлыҡ кәрәк. Бынан тыш, 20 центнер самаһы бесән дә ҡурала булырға тейеш.
Йомортҡа һалған тауыҡ өсөн йылына 22 килограмм самаһы ашлыҡ, 15,5 килограмм ҡатнаш аҙыҡ, аҡһымы күп булған аҙыҡ, 15 килограмм кишер, картуф һәм башҡа йәшелсә, 250 грамм аш тоҙо, 3 килограмм аҡбур, һөйәк оно, 3 килограмм эремсек кеүек аҙыҡ кәрәк буласаҡ.

НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?
Булғас та булды быйыл – республикабыҙҙың барлыҡ райондарында ла тиерлек йәшелсә уңды. Хужабикәләр салат һәм башҡа аҙыҡтарҙы әҙерләп тә ҡуйҙы. Ә ҡышҡылыҡҡа сей килеш һаҡларға тәғәйен йәшелсәләрҙе баҡсанан мөмкин тиклем һуңыраҡ алып инәләр.
Йәшелсәләрҙе ҡыш буйына һаҡлау өсөн бер нисә ҡағиҙә бар. Көҙөн ямғыр мул яуа. Шуға ла һаҡларға йыйынған помидор, кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөргә һыу һибеүҙән күптән туҡтарға ваҡыт. Тышы һыуланған йәшелсә тиҙ серей, шуға ла уларҙы ҡоро көндә йыялар. Эшләүе лә күңелле, инфекция таратыусылар ҙа әллә ни әүҙем түгел. Уңышты кисен йыялар, был осраҡта йәшелсәнең тышы һалҡынса бинала ла һыуланмаясаҡ.
Помидор, борос, баклажан һәм ҡыярҙы һаҡлау өсөн ныҡ һуң йыялар. Бер генә мөһим ҡағиҙә бар – ҡырау­ға тиклем өлгөрөргә кәрәк. Помидорҙы йәшел көйөнсә алыу яҡшыраҡ. Бер нисә ай ятһын өсөн һәр береһен ҡағыҙға төрөп, кәрзин йәки йәшниккә һалалар. Йәшникте һалам менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Помидор 11 – 13 градус температурала, ҡараңғы урында һаҡлана. Ташҡабаҡ, ҡабаҡ һәм патиссонды максималь ҙурлығына еткәнсе тоталар һәм тышы ныҡ ҡатҡандан һуң ғына өҙәләр. Петрушканы бөтә йәшелсәләрҙән һәм тәмләткестәрҙән дә аҙағыраҡ алалар, пастернак та һуң өлгөргәндәр иҫәбенән. Әйткәндәй, пастернакты кәрәк тиклем генә ҡаҙып алырға мөмкин, ул ерҙә лә бик яҡшы ҡышлай. Уны икенсе йылға ер ирегәс кенә ҡаҙып алалар.
Аҡ күсәнле кәбеҫтәне генә ҡырау­ға тиклем тоталар. Һалҡын уға файҙаға ғына.
Йәшелсә менән емештәрҙе бер урында һаҡлау ҡәтғи тыйыла. Бигерәк тә алманы айырым һалырға кәрәк, ул күп итеп этилен газы сығара һәм был йәшелсәләрҙең шыта башлауына килтерә.
Кишер менән шалҡан яҡшы ҡышлаһын өсөн уларҙы йылға ҡомо, ылыҫлы ағастарҙың онтағы менән күмәләр.
Йәшелсә һалынған йәшниктәр ергә теймәй, ағас брустар өҫтөндә торһа һәйбәт. Уларҙы һалам менән ҡапларға була. Йомортҡа һалынып һатылған ҡағыҙ ҡаптар ҙа йәшелсәләрҙе ҡаплау өсөн бик яҡшы. Улар йәшелсәләрҙән сыҡҡан дымды тартасаҡ, шуға ла дымланыу менән алмаштырып торалар.
Һуған орлоғон мөмкин тиклем һалҡын урында һаҡлайҙар.

Кәзә һөтөнән эремсек
Балам йыш ҡына һалҡын тейҙереп ауырый, йүткерә, тамағы шешә ине. Йонсоп бөттөк. Күршелә­ре­беҙҙең кәңәшен тотоп, кәзә алырға булдыҡ, һөтө файҙалы буласаҡ тигәйнеләр. Беҙ алған кәзә ҡарт булып сыҡты, үҙе лә ауырыу ғына ине. Тәүҙә кәзәнең үҙен һауыҡтырып алдыҡ. Шөкөр, тиҙ генә йүнәлде, көн һайын 5 литр тирәһе һөт бирә башланы. Хәҙер ул яңғыҙ түгел, бәрәсләне.

Тора торғас, кәзәнең генә түгел, ғаиләбеҙҙәге барса кешенең дә һаулығы яҡшыр­ҙы. Балам йүткермәй, ирем дә ашҡаҙаны ауыртыуға зарланыуҙан туҡтаны. Даими рәүештә кәзә һөтө эсеп тороу­ҙан ғына күрәм был үҙгәрештәрҙе. Һөттө шул килеш тә эсәбеҙ, ҡайнатып йәки сыр-эремсек эшләп тә ҡулланабыҙ. Табиптар менән кәңәшләштем, улар әйтеүенсә, һөттө сей килеш эсеү барыһына ҡарағанда ла файҙалы, әммә эремсектең дә кеше организмына файҙаһы иҫ киткес ҙур. Шуға ла кәзә һөтөнән эремсек эшләү серҙәрен ярат­ҡан гәзитем аша еткергем килә. Минеңсә, рецепт ябай һәм яҡшы.
Эремсек эшләү өсөн өс литрлы быяла банкаға ике литрҙан саҡ ҡына артығыраҡ һөт һалырға кәрәк. Банканы марля менән ҡаплап, ике тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Ошо ваҡыт эсендә һөттөң ҡуйыһы өҫкә ҡалҡып сыға. Бынан һуң банканы дүрт сәғәткә һыуытҡысҡа күсерергә.
Хәҙер банканы кәстрүлгә, аҫтына берәй нәмә ҡуйып, ултыртырға кәрәк. Кәстрүлгә тулғансы һыу ҡойола, ҡайнап сыҡҡансы тотоп, банканы 10 минут тирәһе эҫе һыуҙан сығармаҫҡа. Банканы һыуҙан алғас, бүлмә температураһына тиклем һыуытырға һәм дүрт сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Әҙер эремсектең һыуын һарҡытып, тәмлекәсте рәхәтләнеп ашарға ла була. 2,5 литр һөттән 900 грамм самаһы эремсек килеп сыға. Аҙыраҡ та булыуы ихтимал, был инде һөттөң сифатына бәйле.
Тағы ла бер рецебым бар – йогурт әҙерләйем. Әсетке өсөн магазиндан бер ниндәй өҫтәмәләре лә булмаған тәбиғи йогурт һатып алырға кәрәк. Кәзә һөтөн ҡайнатып, 38 градусҡа тиклем һыуытыр­ға һәм өҫтөн ҡаплап торған майҙы алырға. Бынан һуң ике литр һөткә 125 грамлы бер банка йогурт һалып бутар­ға ла, яҡшылап ябып, дүрт сәғәткә быйма эсенә ҡуйырға. Әҙер йогуртты тейешле консистенцияһына еткәнгә тиклем һыуытҡысҡа ҡуйырға. Бик тәмле килеп сыға.
Бына шулай, ябай ғына, ҡарт ҡына кәзә ярҙамында сирҙәрҙән дә арындыҡ, тәмле аҙыҡтар ҙа әҙерләргә өйрәндек. Һеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!

Сәлимә ҠӘҘЕРБАЕВА.

Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға