«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йөклө ҡатын енәйәтсене туҡтатҡан



05.09.2013 Йөклө ҡатын енәйәтсене туҡтатҡан

Ауыр матди хәле Сибай ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек егетте тайғаҡ юлға этәрә. Ҡайҙан аҡса табырға, тигән һорау мейеһен сүкегәндә, уның күҙенә ҡиммәтле автомобиль – “Ланд Крузер Прадо” салына. 30 йәшлек машина хужабикәһе һәр иртә өс йәшлек сабыйын балалар баҡсаһына алып барған.
Балаһын баҡсала ҡалдырғас, ҡатын эшкә юллана. Водитель бер нисә метр үтеп тә өлгөрмәй, салон­ға ҡулына бысаҡ тотҡан ир килеп инә. Ул ҡоралын ҡатынға терәп, хәҙер үк ҡала ситенә барырға бойора. Егет шунда ҡорбанының аяҡ-ҡулын бәйләп, юл ситенә ташларға, ә машинаны ҡыуып алып китергә уйлаған. Әммә уның ниәте тормошҡа ашмай. Ҡатын уның талабын үтәмәй. Ҡаршылаша башлағас, ир уның эсенә бысаҡ менән сәнсә. Батыр автоледи юғалып ҡалмай – етеҙ хәрәкәттәр менән ҡоралын тартып ала ла енәйәтсенең башына ҡаҙай.
Шунан ҡатын полицияға хәбәр итә. Егерме минуттан егет ҡулға алына. Ул коллектив баҡсаларҙа йәшенергә маташҡан. Урынға килеп еткән табиптар ҡатынға медицина ярҙамы күрһәткән. Уға һәм йөрәге аҫтында дүрт ай йөрөткән сабыйының һаулығына ҡурҡыныс янамай.
Егеткә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Уға тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Әлеге енәйәт өсөн ун йылға иркенән мәхрүм ителеүе бар.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға