«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Иҙәш “наркобароны”



05.09.2013 Иҙәш “наркобароны”

Иҙәш “наркобароны”Себер тарафтарынан ҡайнар сәләм йәштән яратып уҡыған хөрмәтле “Йәшлек” гәзитенә! Тыуған Башҡортостанымдан бик алыҫта йәшәһәм дә, һине йыл да яҙҙыртам һәм һәр һаныңды түҙемһеҙлек менән көтөп алып, энәһенән ебенә тиклем уҡып сығам. Изге хәбәрҙәргә һөйөнәм, яманыраҡтарына көйөнәм. Тормош хәҙер көндән-көн матурая, бына тигән итеп йәшәү өсөн мөмкинлектәрҙең сикһеҙлегенә хайран ҡалырлыҡ. Һинең биттәрҙә лә шул хаҡта күп яҙыла. Эйе, тормошобоҙ шул тиклем йәмле, йәнле. Тик бына ошо муллыҡ-байлыҡ ерлегендә ауыл халҡының йәшәйеш-көнкүрешенең мөшкөлләнә барыуы эсте бошора. Был турала мин ситтән тороп ҡына фекер йөрөтмәйем, ә тыуған ауылыма өс-дүрт йылға бер ҡайтҡанда барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күрәм.
Быйыл да тыуған Иҙәшемә ҡайтып, саф һауаһын һулап, шишмә һыуҙарын эсеп, ағай-энем, ауылдаштарым менән аралашып, бер ай ял итеп, тағы ла бер нисә йылға дәрт-дарман, көс-ҡеүәт алып киттем. Йәнтөйәгемдә бер нәмә лә үҙгәрмәгән, һаман да элеккесә гөрләтеп, мул, бай, күңелле итеп йәшәйҙәр, тиһәм, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Тырышлығы, егәрлелеге арҡаһында етеш, хәлле йәшәгәндәр бар. Шулар рәтендә юҡ түгел таҡы-тоҡо ғына ашап, арлы-бирле генә кейенеп, көн үтһен, сабата туҙһын, тип көн итеүселәр ҙә. Хәйер, ундайҙар һәр ерҙә лә осрай. Беҙҙең Уренгой тирәһендә лә тулып йөрөй эшһеҙҙәр ҙә, көшһөҙҙәр ҙә. Ә ауыл ерендә, ашау – байҙан, үлем – хоҙайҙан, тип йәшәгән заман, күрәһең, күптән уҙған. Колхоздың тарҡалыуы бар ауылдарҙың, халыҡтың тарҡалыуына килтергән. Ир-аттың көллөһө аҡса табыр өсөн ситкә китеп бөткән. Бындай хәл бер Иҙәштә генә түгел, ә һәр ауылда, районда. Күгәрсен районында йәшәгән Миңһылыу еңгәм әйтмешләй, тауыҡ салдырырлыҡ та ир заты тапмай, ауыл буйлап йөрөйһөң-йөрөйһөң дә, ирекһеҙҙән балтаға үҙең тотоноп, гонаһлы булаһың.
Хәҙер килеп, дәүләтебеҙ “ярҙамында” ауылдарыбыҙҙың күҙ терәп торған мәктәпкенәләрен ябыу үҙ еренә ерегеп йәшәгән имән ағасының тамырына балта сабыуға бәрәбәр. Балаларын уҡытып кеше итеү өсөн йәштәр, урта быуын вәкилдәре ҡалаларға китеп бөтөп бара. Өлкән быуын яйлап-яйлап “теге яҡ”ҡа китеп бөтһә, берәй көн килеп, ауылым ҡайҙа була торғайны әле, тип, әрем, дегәнәк араһынан тыуған нигеҙебеҙҙе эҙләп йөрөрбөҙ әле (тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын!). Ошо хәлде күҙ алдына килтереп, әстәғәфирулла, ҡош тәнем ҡалҡып китте...
Иҙәш халҡын, бер яҡтан, ялҡау, эшлекһеҙ тип әйтеп булмай. Йорттарҙың әллә ҡайҙан балҡып ултырыуы ауылдаштарымдың уңғанлығын раҫлай. Һуңғы тиҫтә йыл халыҡ иркенерәк һулап, малын, ҡош-ҡортон ишәйтеп, мул ғына йәшәй башлағайны. Ҡәһәрең, ВТО тигән нәмә яҡташтарымдың быуынына ҡорт булып төшкән дә ҡуйған: малды ишәйтеп, итен, һөтөн һатырлыҡ мөмкинлектәре юҡҡа сыҡҡан бөгөн уларҙың. Шул астан үлмәҫ өсөн бер һыйырға, бер башмаҡҡа ҡалып баралар. Туғандарым мул итеп әҙерләне бесәнде әҙерләүен, әммә уларҙың иртәгәһе көнгә бөтөнләй өмөт-ышаныстары юҡ. Ҡышты сығыуға илдә әллә ниндәй көн тыуыр әле, тигәнерәк кәйеф менән йәшәй ағай-энеләрем. Шөкөр, урта мәктәп әлегә эшләп килә. Уны ябыу-япмау тураһында әлегә хәбәр-хәтәр ишетелмәй. Бөгөнгөсә һаман да 150-ләп бала уҡып килһә, мәктәбебеҙ ябылмаҫ та ул. Тик балаларҙың ошо контингентын һаҡлап ҡалыу өсөн йәш ғаиләләрҙең йәшәү әмәле булырға тейешлеген дәүләт етәкселәре, депутаттарыбыҙ онотмаһын ине. Сөнки ауылдың демографик хәле уның социаль хәленән һис тә айырылғыһыҙ: йәшәү форсаты юғалмаһа, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килеп, балалар тыуасаҡ.
Ауылда эскелек көслө, тигәндәре ҡайһы саҡ үҙен белдереп ҡуя, әммә урам буйында тәнтерәкләшеп йөрөгән йәки янъял ҡуптар­ған, күҙ-башы күгәргән әҙәмде осратманым-осратыуын. Шулай ҙа ундай хәлдәр ҙә булғылап ҡуя, тиҙәр. Өҫтәүенә, уйламаған-көтмәгән ерҙә утҡа кәрәсин һибеүселәр ҙә табылып тора икән. Шулай, бер көндө күптән хаҡлы ялға сыҡҡан апайым менән еҙнәйемдең хәлен беләйем тип килдем дә, кискә табан йорттары алдындағы эскәмйәгә сығып ултырҙыҡ. Үткән-һүткән туҡтап, күрешеп, хәл-әхүәл һорашышабыҙ. Күңелле итеп һөйләшеп, көлөшөп тә алабыҙ. Урам аша ҡаршы яҡтан бер ағай баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп үтеп киткәс, апайым: “Таныныңмы ул кешене? Ул бит хәҙер беҙҙең наркобарон...” – тип ысҡындырҙы. “Ниңә, ғүмере буйы колхозда алдынғы механизатор булып эшләгән ағайыбыҙ наркотикка ултырғанмы әллә?” – тип, аптырап ҡуйҙым. “Эй, әйттең һүҙ! Ауыҙына ғүмерендә тәмәке лә алмаған кеше наркоман була тиме? – тип асыуланып ҡуйҙы апайым. – Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән, тиҙәрме әле? Был ағайың да абайламаҫтан наркотиктар ҡулланыусы һәм һатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейдҡа сыҡҡан милиция хеҙмәткәрҙәренең мәкер тоҙағына эләккән дә ҡуйған шул. Ике йыл шартлы срок алып, ауылынан бер аҙым да ситкә сыға алмайынса ултырҙы ул. Хәҙер үҙенә “наркобарон” тигән ҡушамат йәбеште лә ҡалды. Еңгәң менән дүрт баланы аяҡҡа баҫтырып, бына-бына пенсияға сығам тип торған ерҙә шундай бәләгә тарыны бахырың”.
***
Һорашып-һорашып, был хәлдең нисек килеп сығыуын асыҡлағас, ябай ауыл кешеһенең ҡулдарында власть булғандарҙың алдында ни тиклем яҡлауһыҙ һәм һаҡлауһыҙ булғанын күреп әсендем. Алдын-артын уйлап тормаған бер гонаһһыҙ кешене бысраҡлыҡ һаҙлығына батырыу бер тин тормай икән ул кешелек, миһырбанлылыҡ сифатын юғалтҡан ҡара йөҙҙәргә. Башҡалар ҙа шундай хәлгә тарып ҡуймаһын тип, бер нисә йыл элек эскер­һеҙ ауыл ағайы менән булған сетерекле хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргем килде.
Ҡыҙыу бесән осоро. Ағайҙың ҡустыһы, кейәүе менән ихатаһына бесәнен алып килеп бушатып, өйөп, ашап-эсеп кенә ҡапҡа төбөнә сыҡҡан мәле булған. Шул саҡ, әмәлгә баҡҡандай, уның янына Ырымбур төбәгенә ҡараған номерлы еңел автомобиль килеп туҡтай. Унан күлдәгенең төймәләре кендегенә тиклем ысҡындырылған йәш “шалопай” килеп төшә. “Баш төҙәткең киләлер, моғайын. Мә, 100 һум аҡса, беҙгә тиҙ генә мәк табып килтер”, – тип русса һүҙ ҡуша ул ағайға. Ҡыҙмаса булып алған ир ни, ахырын уйлап торамы – өй беренсә мәк эҙләргә сығып китә. Бер аҙҙан бер ус “наркотик үҫемлек” һабағын килтереп тоттора быларға. Ағайҙың ҡайҙалыр сығып киткәнен күргән еңгәй ейәненән, ҡартайың ҡайҙа китте ул, тип һорай. “Ҡартайым инәйҙең өйө яғына китте. Ахыры, өй һатып алырға теләй­ҙәр“, – тип яуаплай бала. Еңгәй тыныслана: ысынлап та, иренең апаһы үлгәндән һуң өйө буш тора шул.
Был көн шулай тыныс ҡына тамамлана. Иртәгәһенә теге машина тағы ла килеп туҡтай ағайҙар тапҡырына. Шул уҡ егет килеп төшә унан. Һәм хужаға тағы ла шул уҡ йомошо менән мөрәжәғәт итә. Мәкер тураһында уйлап та бирмәгән ағай, еңел ҡуҙғалып, тағы ла ауыл буйлап сығып китә. Ярты сәғәт тә үтмәй, тегеләрҙең ҡулына тағы бер ус мәк алып килеп тоттора һәм... Тоҙаҡ шул саҡ “шалт” итеп ябылмаһынмы?! Егеттәр (улар өсәү була), кеҫәләренән милиция танытмаһын килтереп сығарып, ағайҙың маңлайына терәйҙәр ҙә, протокол төҙөргә ултыралар. Йәнәһе лә, ағай наркотик һатып, таратып ята. Шул тиклем дә ахмаҡтарса килеп ҡабыуынан күңелендә бер кер булмаған ир телһеҙ ҡала. Терһәген тешләр ине лә, һуң шул, һуң.
– Һуң, ағай, һин был капитанды таныманыңмы ни? Һуң ул фәлән-фәләндең улы бит. Үҙ кешебеҙ. Уларҙың ниндәй хәйлә менән йөрөүе тураһында уйлап ҡарарға кәрәк ине тәүҙә, – тип әрләй уны энеһе.
– Шалопайҙарса ҡиәфәтле кешенең, өҫтәүенә, Ырымбур номерлы машинала килеп туҡтағас ни, йөҙҙәренә күтәрелеп ҡараманым да... – ти ҡалтыранған ҡулдарын то­тор­ға тырышҡан “ҡорбан”.
Ә был көндәрҙә республикала наркотик һаҡлаусы һәм таратыусыларға ҡаршы көрәш буйынса акция иғлан ителеп, Ейәнсура райо­ны буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ауыл һайын рейдҡа сыҡҡан булған. Ҡара уй менән йәшәмәгән бер ҡатлы ауыл кешеләрен провокациялап, милиция хеҙмәткәрҙәре “протокол төҙөү планын” бына шул рәүешле үтәгән. Иҙәштәр әйтеүенсә, “наркобарондар” күрше Малиновка ауылында ла, Иҙелбәктә лә тотолған. Башҡа ауылдарҙан да ошоға оҡшаш “наркотик һатыусылар”, кем белә, тағы ла булғандыр әле. Ағайыбыҙҙың эше судҡа барып етә. Ике йылға шартлы срок сәпәйҙәр уға.
Эсендә бер семтем дә кере булмаған ағай өсөн йәнем әрнеп, үҙе менән һөйләшергә булдым.
– Бындай мажараға алйотлоғом арҡаһында үҙем барып ҡапҡас, кемгә ҡарап үпкәләйһең инде?! Уның ҡарауы, хәҙер миңә генә түгел, башҡаларға, хатта килер быуыныма һабаҡ булды: алды-артты ҡарап йөрөргә, берәй әмәл ҡылыр алдынан уның ахыры тураһында уйланырға кәрәк, – тип башын аҫҡа эйә ирек­һеҙҙән йөҙө ҡыҙарған ағайым.
Ирле-ҡатынлы ғүмерҙәре буйы колхозға бил бөгөп эшләп йәшәгән ауылдаштарымдың йорт-ҡаралтыһын күҙҙән үткәрәм. Ҙур булмаған өй. Һыйыр мөгөҙөнә элерлек тә сепрәге булмаған эсе тап-таҡыр утъяҡҡыс. Малдан, ҡош-ҡорттан күптән бушап ҡалған кәртә-ҡура. Һуңғы йылдарҙа һабан-төрән күрмәгән, ҡарағура баҫҡан картуфлыҡ...
– Мал аҫрауҙан фәтүә юҡ – бесән әҙерләтеү өсөн киткән сығым үҙен ҡапламай. Ҡош-ҡорт аҫрау өсөн ем һатып алырға кәрәк – ә ул ҡиммәт. Һуңғы йылдарҙа һәр ерҙә лә бәрәңге уңмай, ҡоро ер ҡырсып хәлдән таяһың. Шул минең пенсияма йәшәйбеҙ инде. Ҡатын бына-бына пенсия йәшенә етәм тип тора. Ул ғүмере буйы һауынсы булып эшләне. Ас, ялан­ғас түгелбеҙ. Шөкөр ҡылһаң, барыһы ла етә. Өлкәнәйҙек тип тормайбыҙ, балаларға бесән әҙерләргә, балаларын ҡарашырға ярҙам итеп торабыҙ, – тип, тормошон ҡыҫҡаса ғына һүрәтләп бирҙе Иҙәшемдең “наркобароны”.
Үткән аҙнала булһа кәрәк, беренсе каналдан Пятигорск полицияһы тураһында тапшырыу булғайны. Уларҙың начальнигы ҡул аҫтында эшләүселәргә административ тәртип боҙоусыларҙы тотоп, протокол төҙөп тапшырыу буйынса план биргән. Уны үтәмәгәндәр карьера яһай алмай. Был эш хаҡында ла сағылмай ҡалмай. Һөҙөмтәлә кесе чиндағы полиция вәкилдәре, урамға сығып, парктарға барып, “административ тәртип боҙоусылар­ҙы” “асыҡлап”, протокол төҙөй. Ә үҙенә ҡарата протокол төҙөлгән кеше закон буйынса штраф түләргә тейеш. Ә Пятигорск полицияһы хеҙмәткәрҙәре гонаһһыҙ кешенән буштан-юҡҡа штраф түләтмәҫ өсөн протокол төҙөгәндә, штрафын һеҙ түгел, беҙ үҙебеҙ түләйбеҙ, тип алдан иҫкәртергә мәжбүр була. Уның ҡарауы, бүреләр ҙә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл.
Ошо хәлдәр хаҡында уйлап-уйлап ултырҙым да шундай һығымтаға килдем: закон һағында тороусылар ғәйепһеҙ граждандар хоҡуғын яҡлау һәм һаҡлау урынына уларҙы үҙҙәре упҡынға этәрә түгелме лә, бындай күренеш беҙҙең илдә йолаға әйләнгән түгелме?! Урыҫтың бер тапҡыр ғына әйтеме бар бит: заставь дурака богу молиться – лоб расшибет.

Ғәмлиә БАЕВА.
Ейәнсура районының Иҙәш ауылы – Уренгой ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға