«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балаларға арналған бәхетле ғүмер



05.09.2013 Балаларға арналған бәхетле ғүмер

Балаларға арналған бәхетле  ғүмерАйҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаев – райо­ныбыҙҙың бар ғүмерен тын­ғыһыҙ, күп яҡлы һәм ауыр хеҙмәткә бағышлаған абруйлы, ихтирам­ға лайыҡ кешеләренең береһе. Үҙ эшенә бөтә оҫталығын һала, йөрәген биреп башҡарған, уҡыу­сыларының һәр көнөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрергә тырышҡан тәжрибәле педагог ул.
Айҙар Сәйфулла улы 1933 йылдың 3 июлендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Миңзифа һәм Сәйфулла Ҡоҙабаевтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы Сәйфулла олатай эске эштәр бүлегендә эшләй, һуңынан район советында төрлө вазифалар биләй. Әсәһе Миңзифа инәй уҡы­тыу­сы, ашнаҡсы була.
Айҙар ағайға 8 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тәүге көндәр­ҙән үк фронтҡа киткән Сәй­фулла олатай тыуған ил өсөн бар­ған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Дүрт бала менән тороп ҡалған Миңзифа инәй осон осҡа ялғап көн күрә. Башҡа бик күп тиҫтер­ҙәре кеүек, Айҙар ағайға ла тормоштоң бар михнәтен үҙ елкәһендә татырға тура килә. Үҙен белә-белгәндән бирле уҡытыусы булырға хыялланған егет, дәһшәтле һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, 1951 йылда Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбендә 10-сы синыфты тамамлағас, райондың Вәли ауылында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡанындағы мөғәллимлек уны артабан Мәсәғүт уҡытыусылар институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына илтә. Ҡулына диплом алғас, Айҙар ағай райондың Юлбарыҫ ауыл мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона. Бер аҙ эшләгәндән һуң, уны хәрби хеҙмәткә алалар. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Бүребай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшен дауам итә.
Белемдең киң ҡөҙрәткә эйә булыуын аңлаған Айҙар ағай Тарас Шевченко исемендәге Орск педагогия институтының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
Ике юғары белемгә эйә булған белгес үҙ ғүмерендә район комсомол комитетының икенсе сәркәтибе, район Пионерҙар йорто директоры, партияның район комитетында пропагандист, РОНО-ла инспектор, Әбеш урта мәктәбендә уҡытыу бүлеге мөдире һәм башҡа вазифаларҙы башҡарырға өлгөрә. Ике тапҡыр район советына һәм һәм Аҡъяр ауыл советына депутат итеп һайлана. Хәйбулла райо­ны баш­ҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, уның эшендә әүҙем ҡатнаша.
Үҙ ғүмерен балалар уҡытыуға ар­наған юғары категориялы уҡытыу­сы, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәү менән бергә, тиҫтәнән ашыу пьесала уйнап, сәхнәлә әллә күпме сағыу образ тыуҙырҙы. Ә нисек итеп өҙҙөрә баҫып бейегәнен күрһәгеҙ!
Айҙар Сәйфулла улы хаҡлы ялға сыҡһа ла тик ултырмай, төрлө башват­ҡыстар, кроссвордтар, сканвордтар төҙөп, гәзиттәрҙә баҫтыра, «Йәшлек» гәзите ойошторған «Һин зирәк, һинең кеүектәр һирәк» конкурсында ҡатнашып, гәзиттең Шөһрәтнамәһенә лайыҡ була.
80 йәшен тултырған ветеран уҡытыу­сының уҡыусылары араһында ғына түгел, район халҡы араһында ла абруйы ҙур.

Марат МӘМБӘТОВ,
хеҙмәт ветераны.

Хәйбулла районы,
Әбүбәкер ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға