«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аҙаштыммы, яңылыштыммы?..



09.09.2013 Аҙаштыммы, яңылыштыммы?..

“Йәш­легем”, һиңә эс серҙәремде бу­ша­тырға булдым. Ирем менән ике йыл элек айырылыштыҡ. Дүрт йәшлек улыбыҙ бар. Әлеге мәлдә атай-әсәйем менән ауылда йәшәйбеҙ. Урамға сығып аралашыр кешем дә юҡ. Барыһы ла минән көлә, ғәйбәт итеп һөйләй кеүек. “Йәшлек” гәзите уҡыусылары араһында мине аңлаусы һәм дөрөҫ юл күрһәтеүсе булыр, тип ышанам.
Ауыл мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы техни­кум­ға уҡырға индем. Һәр нәмәнән ҡыуаныс табып, донъяны тик сағыу төҫтәрҙә күргән бер ҡатлы бала инем. 14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, өс әхирәтем менән төнгө клубҡа барҙыҡ. Шунда ҡала егеттәре менән таныштыҡ. Һуңынан улар беҙҙе ятаҡҡа тиклем оҙата барҙы. Үҙебеҙ ныҡ арығанбыҙ, шулай ҙа шау-гөр килеп һөйләшәбеҙ, юҡ нәмәнән ҡыҙыҡ табып, көлөшәбеҙ. Егеттәр ятаҡҡа ҡунаҡҡа инергә лә самаланы, ләкин вахтер һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Йылмайып ҡына торған Сергей миңә оҡшағайны. Хушлашҡан саҡта ул ҡулымдан ҡыҫып, бәлки, тағы ла күрешербеҙ, тине.
Ике көндән яңы таныштарыбыҙ менән тағы осраштыҡ. Егеттәр әллә алдан һөйләшеп, беҙҙе “бүлешкән” – шундуҡ парлаштыҡ та ҡуйҙыҡ. Мине Сергей етәкләп алды. Етен сәсле, йәшкелт күҙле егет йөрәгемә инеп ултыр­ҙы. Сергей ябай һәм эскерһеҙ егет кеүек тойолдо. Беҙ йыш осраштыҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй ине. Ғаиләһе тураһында һорашҡас, ата-әсәһен оло хөрмәт менән телгә алды, Ирина исемле апаһы бар.
Бер мәл Сергей иртән үк шылтыратып, кискә үҙенә саҡырҙы.
– Әсәйең менән таныштыраһыңмы әллә? – тинем, көлөп.
– Өйҙәгеләр биш көнгә Санкт-Петербург ҡалаһына ҡунаҡҡа китте. Бындай шәп мөмкинлек менән файҙаланмайбыҙмы ни? – тине.
– Ҡарарбыҙ әле, – тип трубканы һалып ҡуйҙым.
Әле лә иҫләйем, Сергейҙың өйөнә барырғамы-юҡмы, тип оҙаҡ икеләндем. Әсәйемдең, егеттәрҙең татлы һүҙенә ышанып алданып ҡуйма, уларға бары бер нәмә генә кәрәк, тигән һүҙҙәре туҡтата ине. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу­санлыҡ еңде. Бер нәмә лә булмаҫ, бары Сергейҙың нисек йәшәгәнен күрермен дә, бөгөн үк ятаҡҡа ҡайтырмын, тип үҙемде тынысландырҙым. Әхирәтем дә мине хупланы.
Уҡыуҙан сығыуыма, ал раузалар тотҡан Сергей мине көтөп тора ине. Киске сәғәт ун берҙә мин ятаҡта булырға тейешмен, тигән шарт ҡуйып, киттем уларға.
– Мадемуазель, аулаҡ өйгә рәхим итегеҙ! – тип әртистәрсә ҡыланып, ишекте асҡайны ул. Тупһа аша үткәндә, бәлки, ошонда килен булып төшөрмөн, тигәнерәк уйҙар баштан үткәйне. Матур итеп йыһазландырылған өс бүлмәле иркен фатир. Күҙемә ғаилә фотоһы салынды. Ирендәрен ҡып-ҡыҙыл итеп буяған, ҡыҙыл күлдәкле ханымдың фотоһүрәте шундуҡ иғтибарымды йәлеп итте. Һөйгәнемдең әсәһе икән.
Сергей өтәләнеп өҫтәлгә һый теҙҙе, шунан шап иттереп шампан шарабы ултыртты. Эсмәйем, тиһәм дә, көсләп-көсләп ике бокал эсерҙе... Ҡыҫҡаһы, был кистә мин ятаҡҡа ҡайтманым.
– Башҡорттарҙың йолаһы буйынса хәҙер һиңә өйләнергә тейешменме? – шулай тине иртәнсәк Сергей.
Ауыҙ асып өлгөрмәнем, ул:
– Миңә... йәғни икебеҙгә әле ғаилә ҡорорға иртәрәк. Мәҫәлән, әсәйем, утыҙ йәшең тулмайынса һине өйләндермәйем, ти... Тимәк, тик туғыҙ йылдан ғына ҡатынлы буласаҡмын.
Ошоно ишеткәс, нисектер ҡыйын булып китте. Төҫөм боҙола башлағанды күреп, Сергей һүҙҙе икенсегә борҙо.
Артабан тормош һәүетемсә дауам итте. Имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, йәйге каникулға ҡайтып киттем. Сергей менән көн һайын шылтыратышып торҙоҡ.
Бер мәл ауырый башланым: йә көнө буйы хәлһеҙ ятам, күңелем болғана, йә мәскәй кеүек ризыҡҡа ташланам. Әсәйем, ниҙер һиҙенеп, “теге” хәлдәр тураһында һораша башланы. Сергей исемле егет менән осрашам, тип алдан уҡ әйткәнем бар ине, был юлы бөтөн нескәлектәрҙе асырға тура килде.
Шунан әсәйем мине район үҙәгендәге дауаханаға алып барҙы. “Туғыҙ аҙналыҡ ауырың бар”, – тине табип. Ҡурҡынған йөҙөмдө күреп: “Аборт тураһында уйламағыҙ ҙа, тәүгеһен мотлаҡ табырға кәрәк”, – тип яҙмышымды хәл итеп ҡуйҙы ул.
Әсәйем, был хәл тураһында әлегә атайың белмәһен, Сергейың менән һөйләш-аңлаш, бәлки, өйләнер, тип Салауат ҡалаһына ебәрҙе.
Сергейға хәлде аңлаттым. Тәүҙә, һөмһөрө ҡойолоп, өндәшмәй генә ултыр­ҙы.
– Бала минекеме?
– Һин нимә?!
– Юҡ, мин былай ғына. Шиклән­мәйем, һин ҡыҙ инең бит... Регина, бына нимә итәбеҙ, бөгөн әсәйемдең тыуған көнө. Кәйефен боҙоп тормайыҡ. Бер аҙнанан беҙгә кил, бергә ултырып һөйләшербеҙ.
“Кәйефен боҙоп тормайыҡ”. Әйтер­һең дә, мин бик насар эш ҡылғанмын.
Әйтелгән көндө Сергейҙың ғаиләһе менән таныштым. Кейәүгә сыҡмаған апаһы мине мыҫҡыллы йылмайыу менән ҡаршыланы. Атаһы тыныс һәм ипле кешегә оҡшаған, ә бына әсәһе... Торғаны ут! Барыһы ла ошо ҡатындың көйөнә генә бейеп йөрөгәне шундуҡ аңлашылды. Ул балалар йортонда үҫкән. Ҡаты бәғерлеге шунан киләлер.
Сергейҙың ата-әсәһенән туйға фатиха алынғас (был процесс бик ҡатмарлы һәм истерикалы булды), улар беҙгә килде. Атайҙы урыҫтар менән ҡоҙалашыу бик үк шатландырманы, шулай ҙа күнде. Уның, ә ҡасан никах уҡытырбыҙ, тигән һорауы яуапһыҙ ҡалды. Сергей православие диненән бит.
Туй ваҡытында Сергейҙың туғандарынан яңғыраған мыҫҡыллауҙар, төрттөрөүҙәр тураһында иҫләге лә килмәй. ЗАГС алдынан уҡ ҡәйнәм кәйефте боҙҙо, бар ғаләм алдында: “Беҙҙең килен брак”, – тип ҡысҡырынды. Башҡорт туйҙары йәнлерәк үтә, шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар бер-береһенә ихтирамлыраҡ. Урыҫтар иһә саҡ ҡына эсә лә “горько” ҡысҡырырға тотона, йә беҙҙең туғандар менән шап-шоп үбешә башлай.
Туйҙан һуң ҡайны йортонда йәшәй башланым. Унда мин ят бауыр инем. Әле апаһы һабын-порошокты үтә күп ҡулланыуыма иҫкәрмә яһай, әле ҡәйнәм, ашты тәмһеҙ бешергәнһең, тип битәрләй. Сергей өндәшмәй ҙә ҡуя. Бер ҡасан да мине яҡлашҡаны, йәлләгәне булманы. Айырым йәшәйек, тиһәм, һәр саҡ берәй сәбәп тапты. Йәнәһе, әсәһе үпкәләйәсәк, аҡса күп китәсәк, беҙгә ауыр буласаҡ, бергә йәшәүе күңеллерәк һ.б., һ.б.
Бәпес тыуғас, өйҙәге мөхит бер аҙға яҡшырҙы. Барыһы ла минең өсөн өлтөрәп торҙо. Баланы ҡараштылар, уныһына һүҙ юҡ. Хатта биләүҙәрҙе ҡайным (!) үҙе йыуҙы. Ейәндәре өсөн өҙөлөп торҙолар. Улым атаһына ныҡ оҡшаған, шулай уҡ сәстәре етен, күҙҙәре зәңгәр.
Улыбыҙға Ринат йәки Артур исемен ҡушырбыҙ, тип Сергей менән алдан уҡ килешкәйнек. Тик ҡәйнәм һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: балабыҙ Арсен булды. Етмәһә, сиркәүгә суҡындырырға алып барҙылар. Ни хәл итәһең, күнергә тура килде. Был йортта минең фекерем берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел ине.
Бер көндө өс ҡатын-ҡыҙ араһында ҙур ғауға ҡупты. Ул ваҡытта иптәшем дә, ҡайным да өйҙә юҡ ине. Миңә ашығыс рәүештә ҡалала пропискаға торорға кәрәк булып китте. Сөнки райондыҡы менән ҡала поликлиникаһына эләгеүе ауыр ине. Был турала ҡәйнәмә еткереүем булды, ул: “Ауыл тауығы, улымдан бала табып, фатирыбыҙҙы тартып алыр­ға булдыңмы?” – тип туҙына башланы. Уға ҡыҙы ла ҡушылды. Шул урында түҙемлегем һынды, әйберҙәремде төйнәнем дә, Арсенды күтәреп, ауылға ҡайтып киттем. Атай-әсәйем ныҡ көйөндө. Шуныһына рәхмәт, йәнемде ҡыйып битәрләмәнеләр, ауыр һүҙ әйтмәнеләр.
Икенсе көндө яныбыҙға Сергей килде. Ул кире ҡайтырға, сүптән фил яһамаҫҡа өндәне. Мин ныҡ рәнйегәйнем шул. Уны һаман да әсәһенең һүҙенән сыҡмауына, үҙ аллы тормош менән йәшәгеһе килмәүенә битәрләп ҡайтарып ебәрҙем.
Аҙнаға яҡын ваҡыт уҙғас, ҡайны-ҡәйнәм, Ирина беҙгә килеп инде. Улар Арсенды бик һағынған, шундуҡ күтәреп алдылар, һөйөп-яратып туя алмайҙар. Әсәйем йүгереп йөрөп сәй әҙерләй башланы. Мин бүлмәмдән сыҡманым.
Тегеләр табынға ултырҙы. Ҡоҙалар матур ғына итеп сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эсте, минең турала ла ниҙер һөйләп алдылар. Бер аҙҙан өсәүләп эргәмә килделәр. Һүҙҙе ҡәйнәм башланы:
– Килен, теге ваҡыт юҡтан ҡыҙып киткәнбеҙ. Һин мине лә, Иринаны ла ғәфү ит. Әйҙә, ҡайттыҡ. Арсенһыҙ өйөбөҙ ҡотһоҙ, – тине.
Ә мин, йәнәһе, ғорур кеше, ҡырт киҫтем:
– Һеҙҙә минең бер хоҡуғым юҡ. Ундай тормош ялҡытты. Айыры­лышыуға ғариза бирәм!
Бындай һүҙҙәрҙән ҡәйнәм тоҡанып китте. Ҡайным уны тыйырға, тынысландырырға маташты, тик бушҡа ғына. Ҡәйнәм сығыр алдынан:
– Башҡа бында килеп, инәлеп йөрөмәйәсәкмен! Сергейҙы онот! Ҡыҙҙар тубыҡтан, Арсенға – яҡшы әсә, улыма йүнле ҡатын табырмын, – тип ишекте шарт ябып сығып китте.
Иртәгәһенә Сергей йүгереп килеп етер, тип көткәйнем. Бушҡа булды. Хатта шылтыратманы ла. Үҙем беренсе булып шылтыратып, бахыр хәленә ҡалғым килмәне.
Сергейҙың йөрәген яндырайым әле, тип судҡа айырылышыу тураһында ғариза яҙҙым. Ғәфү үтенер, тип көттөм, юҡ, килмәне.
Беҙҙе айырҙылар... Судҡа ул әсәһе менән килгәйне, албаҫты ҡатын бер минутҡа ла беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманы. Сергей быҙау кеүек уның артынан эйәр­ҙе, тик уның һүҙен һөйләне. Икенсе көндә үк бөтөн әйберҙәремде такси менән ебәрҙеләр.
Бер мәл Салауат ҡалаһына барғанда, фатирға инеп, Арсендың медицина картаһын алып сығырға булдым. Ҡулымда өйҙөң асҡысы бар ине. Тик... йоҙаҡты алмаштырғандар, хатта тағы бер ҡат тимер ишек ҡуйғандар. Иҫең китер!
Сергейҙы алиментҡа биргәйнем, ул миңә үс итеп, рәсми рәүештә үҙен эшһеҙ тип теркәгән. Ә мин уның яҡшы эш хаҡы алғанын беләм. Балаһынан аҡсаһын ҡыҙғана, тип уйлай­һығыҙмы? Юҡ, әсәһенең һүҙенән сыҡмай!
Тәүҙәрәк улар менән бөтөнләй аралашманым. Ә Арсен көн һайын атаһын таптыра, илай. Ике ҡоҙағый үҙ-ара һөйләшеп, күрешеү графигын төҙөнө. Хәҙер һәр аҙнаның йома көнөндә ҡайным бер үҙе, йә Сергей менән ҡәйнәм баланы алып ҡайта, йәкшәмбе килтерәләр. Шул осорҙа Сергей бер тапҡыр ҙа өйгә инмәне, һәр саҡ машинала көтөп ултыр­ҙы.
Улым бер көн: “Әсәй насар, алама. Ә атай менән ҡәртәс һәйбәт”, – тимәһенме? Иҫ-аҡылым китте! Дөрөҫөн әйткәндә, улым бик мыжыҡ, үҙ һүҙле. Шелтәләһәң, ҡәртәскә әйтәм, тип илай башлай. Һораған әйберен алып бирмәһәм, оло яу ҡуба. Атаһында йөрөп ҡайтҡас, үҙенә урын таба алмай. Баланы ике яҡҡа тартҡыслайбыҙ шул.
Арыным мин... Ауылда ошолайтып ятыуҙан бер фәтүә тапмайым. Бала атай­һыҙ үҫә. Матур ғаилә ҡороп, тағы ла бәпестәр тапҡым килә. Сергейҙы һаман да яратаммы? Яратам. Һәм күрә алмайым. Ул аҡылға килеп, бер мәл ғәфү үтен­һә, Арсен хаҡына кире ҡайтыр инем. Тик теге албаҫты тағы ла арабыҙҙы боҙор, тип ҡурҡам.
Әле саҡ 24 йәштәмен, ә мин көҙгөгә һуңғы тапҡыр ҡасан ҡарағанын да онот­ҡан, үҙ эсенә бикләнгән бер бисураға әйләнеп барам. Артабан нисек йәшәйем?! Ҡәҙерле серҙәштәрем, миңә аҡыллы ғына кәңәш бирегеҙсе!

Регина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға