16.08.2013 ТЫУҒАН ЯҒЫМ БИҘӘКТӘРЕ
йәки Әбйәлил районының Байым ауылында гөрләтеп донъя көткән тырыш йәштәргә мәҙхиә
Ауылымда йәшәгән йәштәр менән һоҡланам, ғорурланам. Хәҙерге ваҡытта уларҙың ауыл тормошон яҡын күргәненә ҡыуанам. Байым биләмәһендә йәшәгән, һайлаған эштәрен яратып, еренә еткереп башҡарған йәштәр тураһында һүҙем.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Алмас һәм Лилә Дауытовтар ғаиләһе үҙҙәренең тырышлығы, егәрлелеге менән айырылып тора. Алмас Йәүәт улы Йәнекәй ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ спортҡа өҫтөнлөк бирә һәм Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Кинйә малай, атай нигеҙенең тотҡаһы булараҡ, тыуған ауылына ҡайта һәм ауылдашы Лиләне кәләш итеп ала. Ғаилә башлығына ситкә йөрөп, аҡса эшләргә тура килә. Машина менән йөрөп утын да һата. Алмас ятып ҡала торғандарҙан түгел, яңы килем табыу ысулдарын табырға тырышҡан егет. Оҙаҡ уйлап тормай, бер аҙ аҡса туплағандан һуң, үҙ эшен аса. Еренә еткереп эшләргә яратҡан был егет эшен осона алып барып сығара – таҡта ярыу цехы асыла һәм бер нисә кешегә эш урыны булдырыла. Алмас Йәүәт улының төп маҡсаты: “Материал аҙ күләмдә булһа ла, сифаты яҡшы булһын”. Уның продукцияһынан халыҡ ҡәнәғәт, тирә-яҡта тауары үтемле.
Кәләше Лилә Белорет ҡалаһындағы медицина колледжында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергән. Йәштәрҙең маҡсаты – балаларына яҡшы белем биреү, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, киләсәктә тыуған ергә кәрәкле кешеләр итеп үҫтереү. Ваҡытлыса фельдшер вазифаһында эшләп алғас, хәҙер бар ваҡытын иренә һәм ике балаһына бүлгән. Йәштәрҙең донъяһы һәр саҡ тәртиптә, таҙалыҡта, ә бының еңел эш булмауын хужабикәләр яҡшы белә. Лилә үҙенең зауығы менән йортон матур, үҙенсәлекле итеп йыһазландырған. Алмастың да, Лиләнең дә уй-маҡсаттары уртаҡ. Ауылдағы йәштәрҙең эшһеҙ ятыуы, иртә таңдан кибеттән иҫерткес һатып алып, урам тултырып эсеп йөрөгән егеттәр борсолдора. Йәш саҡтың ҡәҙерен белмәүҙәре, ауылым, тормошом, тип янып йәшәмәүҙәре әсендерә. Алмас Йәүәт улы кеүек эшһөйәрҙәр, дәртлеләр күберәк булһа ине.
Спорт менән дуҫ егет
Был егет менән һөйләшеп алһаң, ниндәйҙер ыңғай энергия йыяһың. Үҙе тырыш, егәрле, ауырлыҡтарға бирешмәй торғандарҙан. Булат ғаиләлә уртансы бала, бәләкәйҙән үк ныҡышмал, тырыш, үҙ һүҙле булғас, спортты үҙ итә. Бәләкәй сағынан уҡ көрәшкә йөрөй һәм һәр ҡатнашҡан ярышта беренселекте бирмәй, район ярыштарында ла һынатмай. Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжының физкультура факультетына уҡырға инә, тхэквондо секцияһына йөрөй башлай. Ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, уҡыу йортоноң данын тарата. Эшһөйәр, ата-әсәһенең тоғро ярҙамсыһы Булат Хажиәхмәтов, уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай тыуған ауылына йәш белгес булып эшкә ҡайта. Тәүге дәрестәренән үк балалар араһында абруй, хөрмәт яулай. Булат Айҙар улының дәрестәренә, секцияларына барыһы ла ашҡынып йөрөй. Егеттең мәктәптә генә түгел, ауылдаштары араһында ла абруйы көслө. Тиңдәштәре өлгө алһа, ололар балаларына үрнәк итеп ҡуя. Ярҙам ҡулын да бер кемгә лә йәлләмәй ул.
“Ярыштарҙа күп ҡатнашты, күп кенә район, республика ярышында еңеп ҡайтыр ине. Бихисап Почет грамотаһы, дипломы, бүләге бар. Улым эскелеккә ҡаршы, ваҡытын бушҡа ауҙарып йөрөгән йәштәргә, ололарға ҡарап көйәләнә, – ти әсәһе Гөлсәсәк Ғилметдин ҡыҙы. ‒
Уй-теләктәре изге егеттең – йәштәргә яңы спорт секцияларын булдырыу, уларҙы насар юлдан алыҫайтыу өсөн спорт секцияларын ойоштороу. Ваҡытын файҙалы уҙғарып, тәртипкә, әҙәпкә ылыға кеше. Сөнки спорт физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, оло-кесегә ҡарата ыңғай ҡараш уята, насар ғәҙәттән айыра.
Күңелендә – музыка
Яңыраҡ радионан таныш тауышлы бер ҡыҙҙың йырлауын ишеттем. Диктор йырсының кем икәнен әйткәс, үҙе бер ҡыуаныс булды. Был матур, моңло тауышлы ҡыҙ ауылдашым ине. Сибай ҡалаһының гимнын яҙған һәм уны тормош иптәше менән башҡарған Әлфиә Әсләм ҡыҙы Йәһүҙина – Балхина булып сыҡты.
Әлфиә Байым ауылынан. Ата-әсәһенең кинйәкәйе булһа ла, һис тә иркә булып үҫмәй. Бәләкәй сағынан эшкә, уҡыуға тырыш, егәрле ҡыҙ БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш белгесте Сибай сәнғәт мәктәбенә эшкә алалар. Бында ул балаларға фортепьяно дәрестәрен уҡыта, шул уҡ ваҡытта Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә белем ала. Шуға күрә вокал дәрестәрен дә алып бара. Кескәйҙәрҙе төрлө конкурстарға әҙерләй. Үҙе лә төрлө бәйгеләрҙән баш тартмай. Уның йырҙарын йырсылар яратып башҡара. Әлфиәнең яҙған шиғырҙары, музыкаһы үҙенсәлекле, тыйнаҡлыҡҡа, матурлыҡҡа, мөхәббәткә әйҙәүсе.
– Йырға булған һәләтем атайымдан килә, – ти йырсы. – Ул матур итеп баянда, фортепьянола уйнай, йырлай. Ә тырышлыҡ, әүҙемлек әсәйемдән күскән.
Йәш ижадсының әсәһе Гөлсөм Ғилметдин ҡыҙы: “Әлфиә бәләкәй саҡтан шулай тиктормаҫ булды. Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалығы арҡаһында ғына оло уңыштарға ирешә. Уның һәр бер минуты алдан планлаштырылған, һәр миҙгеленең ҡәҙерен белеп йәшәй. Уҡытҡан балаларына ла, тырышығыҙ, уҡығыҙ, тип һеңдерә”, – ти.
Әлеге ваҡытта Әлфиә шәхси эшҡыуар. Магазин асҡан, шул уҡ ваҡытта музыканы ла ташламай. Ул үҙенең апаһына, уның малайына ярҙам итә. Уның ярҙамы менән ҡустыһы музыка, бейеү менән ҡыҙыҡһына башлай. Әйткәндәй, Денис төрлө бейеү конкурстары лауреаты, балалар араһында “Байыҡ – 2012” бәйгеһендә гран-при яуланы. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, тотош Әбйәлил районының данын күтәреүсе малай.
– Йәшлек – шундай матур, ҡабатланмаҫ мәл, уның ҡәҙерен белеп, онотолмаҫлыҡ, үкенмәҫлек итеп үткәрер кәрәк, – ти Әлфиә Әсләм ҡыҙы.
“Белемгә ынтылығыҙ”
“Уҡығыҙ, тырышығыҙ”, – ти йәштәргә киләһе геройым Ленара Хөснөтдинова.
Ленара Илдус ҡыҙы Туйыш ауылында беренсе бала булып донъяға килгән. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙ, белем, тип тырышып йәшәй. Магнитогорск дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған йәш белгес Байым ауылы биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй. Ситтән тороп БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алды. Бер үҙе Камила һәм Азамат исемле балалар тәрбиәләй.
Йәштәргә ул, уҡығыҙ, белемле булыу аңды, тәрбиәне арттыра, үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ, тигән теләктә.
Мәҡәләм геройҙары кеүек тырыш йәштәр һәр ауылда ла бар. Улар гөрләтеп йәшәп, балалар үҫтереп, тырышып донъя көтә. Кемгәлер ҡалала йәшәүе оҡшай, кемгәлер – ауылда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә насар ғәҙәттәргә өҫтөнлөк бирмәйек, белем алырға тырышайыҡ, матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, йорт-еребеҙгә дан, йәм өҫтәһәк, илебеҙ алға барасаҡ. Сөнки уның киләсәге – беҙ – йәштәр.
Таңһылыу ҒАБДУЛЛИНА.
Әбйәлил районы,
Байым ауылы.