«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен



16.08.2013 Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен

Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһенБаҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә: ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ҡыш көнө хуш еҫле ҡайнатмалар, кетерләп торған тоҙло ҡыярҙар, телде йоторлоҡ тәмле салаттар, ысынлап та, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәй. Һәр хужабикәнең үҙе генә белгән салаттар рецебы ла барҙыр, әлбиттә. Шулай ҙа беҙ бөгөн һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итергә булдыҡ. Бәлки, улар ҙа һеҙгә оҡшап ҡалыр.

Баклажан салаты

1 кг баклажан, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг помидор, 1 кг татлы борос.
Һәр береһен майҙа айырым быҡтырып алғандан һуң барыһын бергә ҡушып, тоҙ һалып 5 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға һалырға.

Кетчуп

2 кг помидор, 0,5 кг һуған, 0,5 кг татлы борос, 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ гәрсис, 1 балғалаҡ ҡара йә ҡыҙыл борос.
Йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәреп, 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, шәкәр, гәрсис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Кубань салаты

2 кг эре помидор, 1,5 кг баклажан, 1,2 кг кишер, 250 г һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, петрушка, 0,5 л көнбағыш майы, 120 мл 9 процентлы һеркә, 2 ҡалаҡ тоҙ һәм 200 г шәкәр.
Кишерҙе таҙартып, ҡырғыста ҡырырға. Помидорҙы эҫе һыу менән бешекләп алғандан һуң тышын һыҙырып алырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Әсе боросто һәм баклажанды йы­уып, шаҡмаҡлап турарға. Һа­рымһаҡты иҙергә, петрушканы ваҡларға.
Бөтә компоненттарҙы бергә ҡушып, көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр һәм һеркәнән әҙерләнгән маринад ҡойоп, утҡа ҡу­йыр­ға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ҡапҡасын ябып, талғын утта 45 минут самаһы быҡтырырға. Ваҡыты-ваҡыты менән ағас ҡалаҡ менән болғатып алырға кәрәк. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырырға һәм ҡапҡасын нығытып, һыуынғанға тиклем, өҫтөн ҡалын әйбер менән ҡаплап ҡуйырға.

Ҡырым салаты

5 кг татлы борос (ҡыҙылдары ғына), 1 кг кишер, 1 кг һуған, 2 кг помидор, 0,5 л көнбағыш майы, 1 стакан шәкәр, 1 стакан 9 процентлы һеркә, 2 ҡалаҡ тоҙ.
Боросто, һуғанды һаламлап турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, помидорҙы өлөштәргә бүлергә һәм барыһын бергә ҡушып 30 минут ҡайнатырға. Банкаларға тултырып, ябырға. Барлығы 8 банка салат сығырға тейеш.

Маринадланған помидор

1 литрлыҡ банканың төбөнә петрушка, һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы һалырға һәм дүрт өлөшкә бүленгән поми­дор­ҙарҙы тултырырға. Өҫтөнә 2 – 3 түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалғандан һуң маринад ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябып нығытырға.
Маринад өсөн: 3 л һыу, 3 ҡалаҡ тоҙ, 7 ҡалаҡ шәкәр, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы алына. Шуларҙы ҡайнатып сығарғандан һуң 1 стакан һеркә ҡойоп, маринад һыуын­ғас, банкалар өҫтөнә ҡойола.

Кишер салаты

2 кг кишер, 1,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 150 г һарым­һаҡ, 150 г шәкәр, 30 г тоҙ, 100 мл 6 процентлы һеркә, 0,5 л көнбағыш майы, петрушка.
Помидор менән кишерҙе – ҡырғыстан, татлы борос менән һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә, петрушканы турап, барыһын бергә ҡушырға һәм шәкәр, тоҙ, һеркә, көнбағыш майы өҫтәп 1 сәғәт ҡайнатыр­ға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Йәшелсәләрҙән икра

2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 0,5 л көнбағыш майы.
Һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға. Шул уҡ ваҡытта кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, помидорҙы, боросто турап, һуған менән барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Тоҙҙо тәменә ҡарап һалырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырырға.

Лечо

2,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 ҡалаҡ тоҙ, 4 лавр япрағы, 5 – 7 бөртөклө ҡара борос.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, 30 минут ҡайнатырға һәм барлыҡ тәмләткестәрҙе, шулай уҡ татлы боросто һалып, тағы ла 10 минут ҡайнатырға һәм эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Борщ

3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы һеркә.
Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡу­шып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкалар­ға һалып ябырға. Ҡышҡыһын иһә һурпаға картуф, кәбеҫтә һалып бешереп, әҙер борщты ҡушһаң, телеңде йоторлоҡ аш була.

Ҡышҡы салат

3 кг помидор, 1,5 кг һуған, 1,5 кг кишер, 300 г көнбағыш майы, 200 г шәкәр, 100 мл һеркә, 3 ҡалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос онтағы.
Помидор менән һуғанды шаҡмаҡлап турап, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә һәм кәстрүлгә һалып тоҙ, борос, шәкәр, һеркә, көнбағыш майын ҡушып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 – 25 минут талғын утта бешерергә һәм эҫе килеш банкаларға тултырырға. Был салатты ҡыш көнө картуфҡа, ярмаларға ҡушып ашаһаң да тәмле.

Маринадланған сөгөлдөр

Маринад өсөн: 1 стакан һыу, 1 стакан һеркә, 1 ҡалаҡ шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, лавр япрағы.
Бешкән сөгөлдөрҙә шаҡмаҡлап турап, стерилләнгән банкаларға тултырырға. Мари­надты ҡайнатып алғас, һыуытып, сөгөлдөр­ҙөң өҫтөнә ҡойоп ябырға. Был сөгөлдөрҙө һуңынан винегрет эшләгәндә файҙаланырға була, шулай уҡ ашҡа ла, башҡа салттарға ла ҡушырға мөмкин.

Тултырылған борос

1 кг кишер, 1 кг һуған (әҙерәк булһа ла ярай), 150 г көнбағыш майы, 750 г помидор йәиһә 1 стакан соус, тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос һәм шуларҙың барыһын тултырырлыҡ татлы борос.
Һуған менән кишерҙе ваҡлап турап, өҫтөнә соус ҡойор­ға, май, борос ҡушып 5 – 7 минут быҡтырырға. Әгәр ҙә соус урынына помидор һалһағыҙ, тәүҙә уны ҡабығынан әрсеп, ит турағыс аша үткәрергә кәрәк.
Килеп сыҡҡан массаны таҙартылған боростарға тултырып, кәстрүлгә һалып, ҡалған һутын өҫтөнә ҡойоп, 10 минут бешерергә. Артабан эҫе килеш банкаларға һалып ябырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға