«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кеҫә телефонына − мәҙхиә



02.08.2013 Кеҫә телефонына − мәҙхиә

«Һаумыһығыҙ»
Кеҫә телефонына − мәҙхиә
Кеҫә телефоны бик уңайлы нәмә. Әммә уның менән ҡулланһам да, һаман өйрәнеп бөтә алмайым үҙенә. Кешеләрҙе үҙ алдына һөйләнеп йөрөгәндәй тоям.
Шулай бер көн Стәрлебаш урамы буйлап китеп барғанда, «Һаумы­һығыҙ» тигәнгә һиҫкәнеп киттем. Үҙем дә «Һаумыһығыҙ» тип яуап ҡайтара һалдым. Эргәмдән, шәп-шәп атлап, бер егет үтеп китте. Кем булыуын танырға тырышып, артыма әйләнеп ҡараным. Иҫәнләшкән егеттең миндә ҡайғыһы ла юҡ. Кеҫә телефоны аша һөйләшә-һөйләшә ары атлауын белде. Һуңынан ғына минең менән иҫәнләшмәүен аңлап алдым. Үҙемдән көлә-көлә, юлымды артабан дауам иттем.

Аҙан тауышы

Баҡсамда сүп үләндәрен утап йөрөйөм. Яныма тормош иптәшем сыҡты ла, ғәжәпләнгән тауыш менән:
− Мәҙинә, өйҙә аҙан тауышы ишетелә, − ти.
− Юҡҡа аптырайһың икән, телевизорҙан йәки радионан ишетеләлер.
− Юҡ инде, юҡ. Телевизор ҙа, радио ла эшләмәй. Бөтә бүлмәләр­ҙе лә ҡарап сыҡтым, тапманым. Ул тауыш бер аҙ ишетелде лә тынды.
− Эй, йөрөйһөң инде, эшемде туҡтатып, − тип һуҡрана-һуҡрана өйгә индем. Был хәл үҙемә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Өйҙә бер тауыш юҡ, тып-тын.
− Урынһыҙға аптырап йөрөйһөң. Ана бит бер тауыш-тын юҡ. Донъя бит ул, ниҙәр генә булмаҫ. Күктән ике күҙ ҡарап торғанын телевизорҙан күрһәттеләр. Тиреһенә 7 һаны яҙыл­ған быҙауҙар тыуа. Тауыҡтар ғәрәп хәрефтәренә оҡшаған һырлы йомортҡалар һала, − тип иремә «лекция» уҡып алдым. Тағы әллә күпме миҫал килтерер инем, ысынлап та, өйҙә аҙан тауышы ишетелә башланы. Шунда уҡ аңлап алдым. Йәмәғәтемдең кеҫә телефоны булып сыҡты ул.
− Бына, − мин әйтәм, − «аҙан тауышы». Улың шылтырата,− тип кеҫә телефонын ҡулына тотторҙом. − Минһеҙ нимә эшләр инең?! − тип өҫтәп тә ҡуйҙым.
Улым атаһының телефонына аҙан тауышын яҙҙырған икән.

«Кә-күк!»

Ноябрь уртаһы. Берсә яланғас ҡалған өйәңкеләргә, берсә һалҡын йылғала йөҙгән ап-аҡ ҡаҙҙарға ҡарап, уйланып ҡайтып киләм. Ҡапыл кәкүк саҡырғандай булды. «Кә-күк! Кә-күк!»
− Әстәғәфирулла, был ни ғәләмәт! Кәкүк тауышы ла баһа. Бахырҡай, әллә аҙашып ҡалдымы икән?
Туҡтап, тыңлай башланым.
− Яҡында ғына ишетелде. Ҡайһы ағаста икән? − тип, ағас башына күҙ һалам. Күрен­мәй. Ә үҙе һаман күкелдәй. Кәкүк тауышынан һуң һандуғастар һайрай башланы. Шунан һуң ғына аңлап ҡалдым: курткамдың кеҫә­һендә был тауыш. Телефоным икән. Улым шылтырата. Көлкөм килә, саҡ тыйылып торам. Һөйләшеп тынғас, үҙемдән рәхәтләнеп көлдөм. Әлдә яҡын тирәлә кешеләр булманы. «Мәҙинә аҡылдан яҙған», − тип уйлар­ҙар ине. Ә ысынбарлыҡта эш былай булғайны. Ошо хәлдән бер көн алда улым килгәйне.
− Улым, − тим, − һин шылты­рат­һаң: «Бери трубку. В системе зарегистрирован входящий звонок. Надо брать трубку», − тип һөйләй. Бер ҙә ҡолаҡҡа ятышлы түгел. Ана, апайың йәки килен шылтыратһа, «Парлы шыршылар» көйө яңғырай. Шул тиклем моңло тауыш. Ә туғаның: «Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ беҙ, ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ», − тип үҙәкте өҙә. Кем шылтыратҡанын шунда уҡ аңлап алам. Үҙгәртәйек әле саҡырыуыңды, − тип, ошо кәкүк тауышын оҡшатып, үҙгәрттергәйнем үҙем. Онотоп киткәнмен. Ҡыш яҡынлашып килгәндә, кәкүк тауышы ишетелгәнгә үҙем дә аптыраным хатта.

«Ха-ха, ха-ха!»

Кеҫә телефонының саҡырыуын үҙгәрттер­ҙем (үҙемдең ҡулдан килмәй инде ул), башҡаларҙыҡына оҡшаш булмаһын әле. Хәҙер миңә шылтыратһалар, телефоным көлә башлай: ха-ха, ха-ха, ха-ха! Мин дә көләм. Эргәм­дәгеләр ҙә ҡушылып көлөшә. Ҡайһылай күңелле. Рәхәт булып ҡала, күңелдәр күтәрелеп китә. Бер саҡ район үҙәгенә барҙым. Йомоштар күп. Бөтәһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Ҡабаланып йөрөй торғас, бәҙрәфкә саҡырта башланылар. Саҡырған ергә бармай ҡалырға ярамай. Бәҙрәфкә ингәс, «ха-ха, ха-ха, ха-ха» тип телефоным көлә башламаһынмы?
Алдым телефонымды. Ҡыҙым икән.
− Әсәй, һин ҡайҙа?
− Бәҙрәфтә. Телефоным ми­нән көлә, − тим, шаяртып. Көлөшөп алдыҡ. Бәҙрәфтән сыҡҡас, телефонымды әрләгән бу­лам. «Көлгән булаһың, бәҙрәфкә инеүҙең ниндәй ояты бар? Һин үҙең дә минең менән бергә булдың инде. Мин генә түгел, батшалар ҙа йөрөй әле унда».
Ниндәй генә ҡыҙыҡ хәлдәргә юлыҡтырмаһын, бик уңайлы нәмә инде ул кеҫә телефоны.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.

Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға