«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мөхәббәт көсө



02.08.2013 Мөхәббәт көсө

Мөхәббәт көсөЯман шеште лә, балаһыҙлыҡты ла еңергә ярҙам итә
Курсташым Сулпандың, хеҙмәттәшем Илшаттың ғаиләләрендә һөйөнөслө ваҡиға − ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәрҙе ишетеүемә, ҡыуаныс өҫтөнә тағы шатлыҡ өҫтәгән яңылыҡ килеп етте: «Баныу апай, һеҙҙе бәпес туйына саҡырабыҙ!» Трубкала Ләйсәндең бәхетле тауышын ишетеп, ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Берәй ташландыҡ баланы алғандарҙыр, ахыры, тигән уй мейене ярып үткәнен һиҙгән кеүек, Ләйсән, мин бит өс аҙна элек ир бала табып алдым, тине: «Тас ҡына атаһы, һуйған да ҡаплаған. Хәйер, үҙегеҙ килгәс, күрерһегеҙ». Баҡса, еләк ҡайғыһы китте, Себергә ҡунаҡҡа йыйына башланым. Ә күҙ алдымда кино кадр­ҙары кеүек Ләйсәндең тормошо үтте...
Атай ҡыҙы ул. Атаһынан бер тотам ҡалмай үҫкән ҡыҙсыҡ. Йомро ғына алһыу биттәрендәге ике уймағын көлдөрөп йылмайған матур баланы хатта шуның өсөн «ҡойроҡ» тип тә үсекләйҙәр. Ләкин уның иҫе лә китмәй, янында атаһы булһа, шул еткән. Ата-әсә ышығында ел-ямғыр күрмәй әҙәпле, тәртипле үҫкән бала ун ете йәшендә тәүге тапҡыр ғашиҡ була. Үҙенән бер йәшкә өлкән күрше ауыл егете Азаттың, сибәрлегенән бигерәк, хулиган булыуы уны ылыҡтыра. Өлкәндәр кеүек тәмәке көйрәткән, матайҙа елдереп йөрөгән, бер кем менән дә иҫәпләшмәгән атайһыҙ егет менән дуҫлашыуына ата-әсәһе ҡырҡа ҡаршы була ла бит, әммә тыйып ҡара һин яҙғы ташҡынды! Тыйған һайын нығыраҡ әүрәй Ләйсән шул Азатҡа. Егетте армияға алғас, илай-илай оҙатып ҡала, көтөргә вәғәҙә бирә.
− Ике йыл Чечняла хеҙмәт иткәс, ҡайтып та тормайынса, контракт буйынса тағы бер йылға ҡалды, ә мин уны өс йыл тоғро көттөм, − тип һөйләгәйне ошо хаҡта Ләйсән. − Хаттар алыштыҡ (ул саҡта кеҫә телефондары һирәк саҡ). Тәүге йылда хаттары йыш килһә лә, һуңынан һирәгәйҙе. Мин юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә ҡайтты ул. Былай ҙа фәрештә түгел ине, ә армиянан бөтөнләй ҡатыланып, аяуһыҙланып ҡайтты. Өс йыл көткән һөйөклөм менән өйләнешербеҙ, тип ҡауышҡан төндө, һин һаман ҡыҙмы ни, минән башҡа бер кемгә лә кәрәгең булманымы ни, тип зәһәр көлдө. Нимә тип әйтергә лә белмәй, тәүҙә көлкөгә һабыштырҙым. Аҙаҡ, ысынлап та, артымдан бер кемдең дә йөрөмәүен иҫләп, «аһ» иттем. Йәш ҡыҙҙарҙың бөтәһе артынан да егеттәр саба, ә мин гел яңғыҙым! Тик мин, егетем бар, уны армиянан көтәм, тип, быға иғтибар ҙа итмәгәнмен. Азат йоҡлап киткәс, урам уты яҡтыһында уның ҡуйы ҡыйғас ҡаштарына, төҙ танауына, бүлтәйеберәк торған ҡуйы ҡыҙыл ирендәренә, уртаға бүленгән эйәгенә хайран ҡалып, һоҡланып ҡарап яттым. Нисек ошо сибәр егет мине иш итте, меңдәр араһынан башҡаны түгел, тап мине һайлап алды икән, тип уйланып, көҙгө алдым да, үҙемдең йөҙөмдө тикшереп сыҡтым. Йәнемде көйҙөрөп, бөтә нәмәм йомро: битем дә, танауым да, күҙем дә... Арлы-бирле күҙгә һөрмә тартып, иренгә ҡыҙыл яҡһаң, бөтөнләй үк әҙәм ҡарамаҫлыҡ түгелмен, ә әле, буяуҙар юйылып бөткәс, йәмһеҙмен. Эсем бошоп, йоҡлап киттем. Ә таң менән, атайың ауыр хәлдә, ҡайт, тип телеграмма тотторҙолар. Азат минең менән бергә ҡайтманы, төрлө сәбәп табып, Өфөлә тороп ҡалды. Телеграмманы алдап һуҡҡандар − атайым үлгәйне. Мин шаңҡып ҡатып ҡалдым. Исмаһам, илай ҙа алманым, күҙ йәштәре таш булып йөрәгемә ятты.
Өфөгә кире барыуыма, Азат икенсе ҡыҙ (уртаҡ танышыбыҙ) менән йөрөй башлағайны. Уның менән аңлашырға маташып ҡараным, фәтүәһе булманы, ул миңә кәрәкмәй, тип кеше аша еткерҙе. Ана шунда миңә түгелергә кәрәк ине лә бит, әммә күрәсәгем шул булғандыр − тағы таш һындай ҡаттым. Бар хис-тойғоларҙы эсемә йәшерҙем. Тыштан ҡарағанда барыһы ла әүәлгесә: уҡыу ҙа үҙ яйы менән китеп бара, ашайым, эсәм, йоҡлайым, ә эсемдә ут-ялҡын, артығын йылмай­һам, мотлаҡ ауыҙымдан ут сәселер ине. Бер ай үткәс, Азаттан ауырға ҡалғанымды аңланым. Уны эҙләп табып, шул хаҡта белдерҙем. Ә ул, елдән еленләнеңме әллә, тип көлдө: «Бер тапҡыр йоҡлағандан ауырға ҡалмайҙар. Ғөмүмән, аҡыллы ҡыҙҙар бындай проблема менән кешене ҡаңғыртмай». Ауыҙын йырһа ла, ҡараштары уҫал ине. Шул ҡараштан арҡам эҫеле-һыуыҡлы булып китте, ер сайҡалды, һүҙҙәре йөрәккә бысаҡтай ҡаҙалды. «Үкенерһең, Азат, минән башҡа бәхетле булмаҫһың, инәлеп тә килерһең, ләкин һинең яғыңа боролоп та ҡарамам», − тип рәнйеп әйттем. Ләкин ул таш ҡулса эсендә кеүек ине, ишетмәне, ҡымшанмай ҙа тороп ҡалды. Ике уйлап торманым, ауырымды алдырттым.
Ә ярты йылдан Ләйсән түшендә шеш барлығын самалай. Табиптарға күренгәс, шештең яман икәнлеге асыҡлана. Уны дауаханаға һалалар. Ана шул саҡта беҙ уның менән таныштыҡ та инде. Операция, химиотерапия, нурландырыу сеанстары йомроҡас йәш ҡыҙҙы күҙ алдында киптерҙе, ҡаҡ һөйәккә ҡалдырҙы. Ҡурҡыныс сиргә ҡаршы булған көрәш ике йылдан ашыу барҙы. Шул саҡта ла ул хәлен башҡаларға белдермәҫкә үҙендә көс тапты, хатта уҡыуын тамамлап, диплом алды. Уға инвалидлыҡ юлланһа ла, өйҙә ултыра алмайым, тип эшкә сыҡты.
− Башҡаса бер ир-егеткә лә ҡарамам, тиһәм дә, йөрәк түҙҙертмәй икән, һөйгө-һөйөлгө килә, − Ләйсән өсөн был иҫтәлектәр бик ҡәҙерле ине. − Бер егет менән танышып, ул мине осрашыуға саҡырҙы. Төҫкә-башҡа ул Азаттан күпкә ҡайтыш ине, төптән йыуан, ҡарасман егет. Тәүҙә баш тартһам да, аҙаҡ ризалаштым. Икенсегә «химия» үтеп, сәстәрем ҡойолғайны, башымдағы парикты сисеп, яулыҡ бәйләнем, матур итеп кейендем. Дөрөҫөн әйткәндә, осрашыуҙан әллә нимә көтмәнем, ниңә ризалаштым икән, тип үҙемде һүгеп бөттөм. Февраль айының селләһендә Марсель өшөп-туңып килеп инде. Һәм ауыҙын ҡолағынаса йырып, киң курткаһының замогын асып ебәрҙе лә, ҡуйынынан гөлләмә килтереп сығарҙы. Сәскәләрҙең дә ниндәйе бит әле ул − мин яратҡан ал раузалар! Ғүмеремдә беренсе тапҡыр миңә гөлләмә бүләк итәләр ине, ҡаушап төштөм, ә күңелем түрендә нимәлер «гөлт» итеп ҡалды. Мин Марселгә рәхмәтле ҡараш ташлап, сәскәләргә йөҙөмдө йәшерҙем. Ә ул мине тиҙләтеп кейендертеп, ай-вайыма ҡарамай, боҙҙа шыуырға етәкләп алып сығып китте. Етәкләшеп, раузаларымды ҡосаҡлаған килеш, урам буйлап киләбеҙ, шарфҡа уран­ған кешеләр беҙгә аптырап ҡарап үтеп китә, ә мин − бәхетле! Хатта һалҡынды ла тоймайым! Тимераяҡта шыуғанда Марсель, уңайһыҙ бит сәскәләр менән шыуыу, бир үҙем тотайым, ти, ә минең гөлләмәне ысҡындырғым килмәй. Өшөп туңды ул раузалар, ләкин йөрәгемә һөйөү осҡонон һалып өлгөрҙөләр. Марсель менән бик матур йөрөнөк беҙ: көн дә осрашабыҙ, төрлө сараларға йөрөйбөҙ, ул миңә электрон хаттар, смс-хә­бәр­ҙәр яҙа, бүләктәр менән күмде. Бүләктәренән бигерәк, иғтибары ҡәҙерле ине миңә, ҡәҙерһеҙлектән туңған йәнемде йылытты. Марсель мине ташлар, тип ҡурҡһам да, танышыуыбыҙҙың икенсе аҙнаһында үҙемдең хәлем тураһында энәһенән-ебенәсә һөйләп бирҙем. Һәм, көсөргәнеште кәметер өсөн, минең дуҫлашып йөрөргә ваҡытым юҡ, әгәр өйләнәм тиһәң генә артабан мөнәсәбәттәрҙе дауам итәбеҙ, тип шаярттым. Ә ул тотто ла, әйҙә өйләнешәйек һуң, тип яуапланы: «Әсәйем менән генә кәңәшләшәйем дә».
Буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға барғас, улар Ләйсәнде үҙ балаларындай ололап ҡаршы ала. Инде барыһы ла таралышҡас, Марселдең әсәһе өлкән улына, бына күрәһеңме, ҡустың ниндәй шәп кәләш эләктерҙе, һин генә ул балалы «бэушный» бисәгә иҫең китеп йөрөй, ти. Барыһы ла ишетерлек итеп әйтә, Ләйсәнгә уңайһыҙ булып китә. Ә буласаҡ килендәше, Гөлназ, йә-йә, маҡтағыҙ, маҡтаулы килен туйҙа у...а ул, тип тешен ҡыҫып сығып китә. Оҙаҡҡа һуҙмай, никахты яҙ үткәреп, туйҙы көҙгөлөккә ҡалдыралар. Ләйсән ире янына күсә. Шунда ғына ул яңы ғаиләлә ирҙең түгел, ҡатындың баш булыуын аңғара − бөтә нәмәне әсә кеше хәл итә, уның тауышы иң мөһиме. Һәм Марселдең «әсәйем менән кәңәшләшәйем дә» тигән һүҙҙәре көнөнә йөҙ тапҡыр яңғырай. Ағаһы Альберт, киреһенсә, әсәһенә баш бирергә теләмәй, үҙенсә йәшәргә ынтыла. Әйләнгән-тулғанған һайын әсәһе «балалы бэушный» тип төрттөрөп торһа ла, Гөлназ менән йөрөүен дауам итә. Бер тапҡыр кейәүгә сығып уңмаған Гөлназ да, шәп егетте тоҙағынан ысҡындыр­ғыһы килмәй, Альберттың әсәһенә ярарға тырыша, уларҙың етеш ғаиләһенә килен булып төшөргә хыяллана. Май ҡояшындай йылмайып, бохар бесәйендәй шым ғына атлап йөрөгән Гөлназ осрашҡан һайын серләшкән, ярҙамлашҡан булып, башҡа ваҡытта бер кемде лә үҙенә артыҡ яҡынлатмаған Ләйсәндең эс-бауырына үтеп инә. Үҙемә әхирәт таптым, тип ҡыуанған йәш килен уның менән ихлас күңелдән аралаша. Һинең гел дә яулыҡта йөрөгәнеңде беренсе көндө үк шәйләнем, тик һорарға ҡыйманым, намаҙ уҡымай­һың шикелле, тигәс, Ләйсән Гөлназға «химия»нан һуң сәсе яңы үҫә башлағанын әйтә: «Яулыҡта уңайлыраҡ, парикта эҫе». Гөлназ артабан төпсөнөүен дауам итә: «Улай булғас, һиңә бала ла табыр­ға ярамайҙыр инде?». Ләйсән йәшереп тормай, ярамай шул, ти. Гөлназ шунда уҡ был турала ҡәйнәһенә еткерә: «Мине балалы бэушный тип кәмһетә инегеҙ, ә һеҙҙең маҡтаулы киленегеҙ бала табырға ла эшкинмәй. Мин, исмаһам, Аль­бертҡа итәк тултырып бала табып бирә алам!».
Гөлназдың шундай түбән аҙымға, мәкергә барырын уйлап та бирмәгән Ләйсән эштән ҡайтып инһә, өйҙә ҡәйнәһенең ирешкән тауышын ишетеп һиҫкәнә. Уның ҡайтыуын һиҙеп, ғауға тыма. Ҡәйнәһе аш бүлмәһенә сығып, өҫтәл әҙерләй. Асығып ҡайт­ҡан Ләйсән, өҫ кейемен алмаштырып, хәҙер сәйгә саҡырыр­ҙар, тип, ҡул сайырға ванна бүлмәһенә инеп китә. Ләкин уны табынға саҡырыусы булмай. Иреш-талаш көсө һауала аҫылынып торған саҡта үҙе өҫтәл артына барып ултырырға ҡыймай, шуға иҙән йыуырға тотона. Аш бүлмәһенә яҡынлашҡас, ҡәйнәһе: «Ташла шул ауырыу бисәңде, башҡа ҡатын тапмаҫмын тиһеңме әллә, иртәгә үк бына тигән һап-һау ҡыҙҙы әйттерәм мин һиңә!» − ти Марселгә ҡаты итеп. Быны ишеткән Ләй­сәндең күҙ алдары ҡараңғыланып, тубыҡтары ҡалтырап китә, шулай ҙа, ирем мине яҡлашып берәй һүҙ әйтер, тип өмөтләнеп, күҙ йәштәрен эсенә йомоп, иҙәнде йыуып бөтә. Тик башын аҫҡа эйгән ире ләм-мим өндәшмәй, сәйен һемереп ултырып ҡала, ҡайныһы ла киленен яҡлашып ауыҙын асмай, һәм Ләйсәнгә, шым ғына иң кәрәкле әйберҙәрен йыйып, өйҙән сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Бергә эшләгән ҡатынға барып ҡунғас, иртәгәһенә, эштән ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа. Телефонын ҡулынан ысҡындырмай, Марсель шылтыратыр, эҙләп килер, тип өмөтләнеп көтә. Кисен килә смс-хәбәр. Ҡыуаныстан асып уҡыһа, унда һөйөү, үкенес һүҙҙәре түгел, ҡарғыш, һүгенеү... Марсель эсеп алып, уға төнө буйы шундай смс-тар яҙа, аҙаҡ шылтыратып та әрләй: «Ниңә осраның? Нишләп тормошомдо боҙҙоң? Шунда рактан үлеп ятһаң ни булған? Мин һине белмәҫ тә, күрмәҫ тә инем...»
Айнығыр ҙа, ғәфү үтенер, тип көтөүҙәре бушҡа була. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, ти күпте күргән хеҙмәттәше, артыҡ өмөттәр бағламаҫҡа өндәй. Ике аҙна үткәс, Ләйсән икенсе ҡалаға сығып китә. Унда сыбыҡ осо туғандарында бер аҙ йәшәгәс, иғлан буйынса ҡуртымға фатир табып, эшкә урынлаша. Өс бүлмәле фатир­ҙың бер бүлмәһендә япа-яңғыҙ уйҙар­ға сумып йоҡлай алмай ятҡанында Марселдән, һинһеҙ йәшәй алмайым, кире ҡайт, тигән смс килә. Әсәһен ташлап, уның янына күсеп килергә риза булған Марселде Ләйсән һыуындыра: «Әсәй берәү генә була, ә һин үҙ парыңды табыр­һың әле». Ләкин бик ныҡыш­ҡас, Ләйсән инде уның менән яңынан ҡауышырға ризалашып бөткәс, араларына яҙмыш килеп ҡыҫыла: бер нисә көндән Марсель атаһының бауырында яман шеш булыуын хәбәр итә, һәм сир бер нисә аҙнанан атаһын алып та китә. Егет яңғыҙ ҡалған әсәһе менән Ләйсән араһында өс йыл өҙгөләнеп йөрөй. Уның арҡаһында Ләйсән дә үҙ тормошон ҡора алмай, йәшерен осрашыу­ҙарҙан күңеле тиҙ биҙһә лә, бер ниндәй ҡарарға килә алмай ҡаңғыра. Етмәһә, тормошонда ике тапҡыр айырылышырға өлгөргән Азат тағы пәйҙә була (интернет заманында иргә уны табыуы бер ауырлыҡ та тыуҙырмаған). Тәүҙә, һин миңә боҙом ебәргәнһең, шуға тормошом бер ҙә уңмай, тип уны битәрләй. Ләйсән, үҙең ғәйепле, холоҡһоҙһоң бит һин, тигәс, әйҙә өйләнешәйек, һин генә минең холҡома түҙер­һең, тип йонсота...
Өс йыл тигәндә әсәһе Марселде һындырҙы бит, уға «һап-һау» ҡыҙ әйттертте. Ҡәйнәһе алдында ла тәмәке тартырға тартынмаған иркә ҡала ҡыҙы бала табырға ашыҡмай, Марселдең эш хаҡын яйлап ҡәйнәһенең кеҫәһенән үҙенекенә күсереп ала. Күңелле йәшәргә яратҡан төнгө ҡош көндөҙгө ҡошто еңеп, Марселде үҙ яғына ауҙарып, ҡәйнәһенең фатирын суд аша бүлешә ине, әлеге ваҡытта эш ни менән бөткәндер, белмәйем. Ә «итәк тултырып» бала табырға көсәнгән Гөлназ, Альбертҡа кейәүгә сығып, һаманғаса бала таба алмай этләнә. Ике тапҡыр, йөҙәр мең һумлап аҡса түләп, Екатеринбургҡа ЭКО-ға ла барып ҡайттылар, тик икеһендә лә ауыры төштө.
Марсель кәләш алғас та Ләйсән, яңғыҙлыҡтан, Азаттың эҙәрлекләүенән ҡасып, Себерҙән туғандарына ҡунаҡҡа килгән бер һөйкөмлө ир менән танышты ла, шуның менән һалҡын тарафтарға сыҡты ла китте. Бала таба алмайым, тип алдан уҡ иҫкәртһә лә, ул ир, минең тәүге ҡатынымдан ҡыҙым бар, шул еткән, һинең менән бергә булыуым төп шарт, тип уны кейәүгә сығырға күндергән. Яратмайым, яратмағас, ашауы ла, атлауы ла йәнде көйҙөрә, тигән Ләйсән бер аҙҙан, ирем шундай һәйбәт, кешелекле, холҡо менән шул тиклем атайыма оҡшаған, тип яҙҙы: «Ышаныслы, көслө, тоғро. Уның ярат­ҡан шөғөлө бар − бокс менән дуҫ. Ярыштарға йыш йөрөй. Бер көн мине үҙе менән бергә алды. Ярыш барышында уның өсөн борсола башланым, ә еңгәйне − ура, ул минең ирем, тип ҡысҡырам да ул. Был еңеүҙе һөйөклө кәләшемә бағышлайым, тип микрофонға әйткәйне, ҡыуаныстан иланым». Мин, уның күңелендә һөйөү бөрөләнгәнен аңлап, гел шулай ҡыуаныстарҙан ғына иларға яҙһын, тип яуап­лағайным. Әле бына шундай көтөлмәгән ҡыуаныс − Ләйсән бәпәй табып алған. Мөхәббәт юҡ, тимәһендәр, бар ул, ана бит ниндәй мөғжизәләр − бәпәй­ҙәр тыуҙыра!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды.)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға