«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мин, моғайын, башҡа түҙә алмам…



19.07.2013 Мин, моғайын, башҡа түҙә алмам…

Бөгөн-иртәгә был донъя менән хушлашырмын кеүек. Юҡ, ауыр сир йонсотмай мине. Шулай ҙа йөрәгем ҡаға, йыш ҡына күҙ алдыма ҡот осҡос күренештәр килә, нимәлер, ҡайҙалыр тарта, һөйрәй. Организмым алкоголде ҡабат ҡабул итерлек хәлдә лә түгел, “баш йүнәткәндә” иҫ киткес күңел болғана, уҡшыта, эске килмәй, әммә эсмәйенсә түҙеп торғоһоҙ…
Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем. Яҡындарым миңә ҡул һелтәне, сөнки уларҙы күп тапҡыр алданым. Эштән ҡыуылдым. Иң ҡурҡынысы шул – мин барыһын да яҡшы аңлайым, тик бер нәмә лә эшләй алмайым. Юҡ, эскеселәр бөтөнләй аңра, уйлауға һәләтһеҙ, тимәгеҙ. Әйләнә-тирәһендә ниҙәр булғанын улар, йәғни беҙ һәйбәт төшөнәбеҙ, ошо тормошта харап та ҙур роль уйнағаныбыҙҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Тел саҡ ҡына һөйләрлек хәлдә булһа, ҡасандыр башҡарған яҡшы эшебеҙҙе иҫкә төшөрөп, уны, кисә булғандай итеп, һөйләп, маҡтанабыҙ, башҡаларҙың борсаҡ ҡына тиклем ғәйебен дә хәтерләп, көләбеҙ. Беҙ – әлегә кешеләр.
Әлбиттә, барыһы ла үҙенең упҡынға төшөүен таныу хәлендә түгел. Эскелек сире, ә күптәр уны яман ғәҙәт ти, мейелә тик бер һорауҙы секунд һайын яңғырата – “Ҡайҙан эсергә табырға?” Ошо һорау маҡсатҡа әйләнә һәм… уға ирешер өсөн һине бер нәмә лә, бер кем дә туҡтата алмай. 100 – 150 грамм эсеңә инеп ятты ниһә, донъяң түңәрәк. Алкоголле эйфорияла һин тормоштоң тап ошондай хәлдә ниндәй матур икәненә, һинән дә аҡыллы кеше донъяла булмауына ышанаһың. Һөйләшәйекме? Рәхим ит, әйҙә, сәйәсәтте тикшереп алайыҡ, ә бәлки, балалар тәрбиәләү тураһындалыр?..
Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң әле? Ә барыһы ла ябай. Йәшәнем, уҡырға индем, әрмелә йөрөп ҡайттым, эш таптым, өйләндем. Барыһы ла көйлө ине. Шул рәхәтлекте һыра күперектәре менән ҡушҡым килде. Һәм башланды. Яҡшы дуҫтар алыҫлашты, уның ҡарауы, эсергә яратҡан әшнәләр эргәмә себен кеүек һырыны. Ҡатын китте. Эшемдән яҙҙым. Үҙгәрештәрҙе аңларлыҡ саҡта үҙемә мең тапҡыр эсеүемде ташларға ант иттем… Мең тапҡыр ошо антты боҙҙом. Бер нисә тапҡыр “кодировка” алдым. Ул бит бер нәмә лә бирмәй. Тәүҙә табиптарҙың иҫкәртеүенә ышанаһың – эсһәң, йә һуҡырайырмын, аҡылдан яҙырмын, инвалид булып ҡалырмын, тип уйлайһың. Аҙаҡ, түҙмәй, эскәс, бер ни булмағанын күреп, уколдың үҙеңде, яҡындарыңды алдау өсөн генә булғанына төшөнәһең. Уларҙы өмөтләндереү ҙә дөрөҫ түгел. Лутсы эсәм.
Ә ихтыяр көсө? Ул юҡ. Бына өсөнсө ҡатын минән китте. Башҡа өйләнгем дә килмәй. Үҙем кеүекте алырға ла теләмәйем. Ә бәлки, физиологиям ҡатын һорамайҙыр ҙа. Тиҙҙән китеп барырмын…
Мин инде ике көн эсмәйем. Был бит – батырлыҡ. Әле, һеҙ уҡығандарҙы уйлап ултырыуым да бер минутлыҡ айыҡлыҡ касафаты. Минең кеүектәр барлығын белегеҙ. Хәҙер әшнәләргә барып киләм. Көтәләр. Киттем. Бәлки, ҡайта ла алмаҫмын. Минең кеүектәр ҡартайғансы йәшәмәй… Йәл. Яҡындарым йәл. Атай-әсәйем миңә күп өмөт бағлағандыр. Тыумаған балаларым…
Эй, айыҡтар! Һеҙ мине йәлләмәгеҙ. Аңлаһағыҙ, еткән. Һеҙгә рәхәт һәм барыһы ла ғәҙәти. Киттем...

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға