«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәмлекәстәр



12.07.2013 Тәмлекәстәр

Лимон кеүәҫе
Эмаль кәстрүлгә шәкәр, телем­ләп ҡырҡылған лимон, йөҙөм һалыр­ға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал ҡаплап ҡуйырға. Һыу һыуынып, йылымыс булғас, әсетке, сода һалып, 12 сәғәт әсетергә. Һуңынан шешәләргә ҡойоп, һәр береһенә 2 – 3 йөҙөм төшөрөп, ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Кеүәҫ 2 – 3 көндән әҙер була.
15 литр һыуға 800 г шәкәр, 2 лимон, 200 г йөҙөм, 25 г әсетке, ярты балғалаҡ сода кәрәк.


Ябай кеүәҫ
Тәмлекәстәр4 литр һыуға 30 г әсетке, 0,5 стакан шәкәр, 350 – 400 г арыш икмәге кәрәк.
Икмәкте ҡыҙыу духовкала ал­тын­һыу төҫкә ингәнсе тоторға. Кипкән сохарыйҙы кәстрүлгә һалып, өҫтөнә шәкәр иретелгән ҡайнар һыу ҡойорға. Ул бер аҙ һыуынғас, өҫтөнә әсетке һалыр­ға. Өҫтөн асыҡ ҡалдырып, ике көнгә ултыртып ҡуйырға. Һуңынан кеүәҫте банкаларға ҡойоп, шәкәр һалып, 5 – 6 йөҙөм төшөрөп, һыуытҡыста бер тәүлек тотор­ға.

Тоҙло ҡыяр
Бер ҙурлыҡтағы ҡыяр­ҙарҙы һайлап алып, остарын ҡырҡырға һәм бер тәүлеккә һалҡын һыуға һалып ҡуйырға. Был ҡыярҙарҙың әсеһе сыҡһын өсөн эшләнә. Тәүлек үткәс, уларҙы таҙа сепрәк менән ҡоротоп, банкаларға тәҫләп һалырға, араларына әнис, петрушка, һарымһаҡ, ҡара ҡарағат япрағы ҡыҫтырырға.
Банкаларға ҡойоу өсөн 1 литр һыуға 50 г тоҙ, ярты стакан ҡара ҡарағат һуты ҡушып, иретмә әҙерләнә. Тоҙло һыу ҡайнау хәленә еткерелә, уға һут уттан алынғас ҡына ҡушыла. Банка­ларҙы стерилләргә кәрәк.

Әскелтем помидор
Помидорҙы был рецепт буйынса әллә ни оҙаҡ һаҡлап булмай. Әммә ҡабымлыҡты ашап ҡараусылар уны бик оҡшата.
6 помидор, һарымһаҡ, тоҙ, төйөлгән ҡара борос, әнис.
Помидорҙарҙың өҫтөн конус рәүешендә ҡырҡырға ла, ваҡ­лан­ған һарымһаҡ, ҡара борос, тоҙ, әнис орлоҡтары тултырырға. Поми­дорҙар ярты тәүлек самаһы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға