«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һәр һигеҙенсе кеше – 65 йәштән өлкән



12.07.2013 Һәр һигеҙенсе кеше – 65 йәштән өлкән

Һәр һигеҙенсе кеше – 65 йәштән өлкәнРәсәй ҡартая. Июлгә ҡарата һандарға күҙ һалһаҡ, илебеҙҙә пенсия йәшендәгеләр 16 йәшкә етмәгән балалар-үҫмерҙәрҙән 9 миллион кешегә тиерлек күберәк иҫәпләнә.
Халыҡ-ара критерий буйынса, әгәр илдә 65 йәштән өлкәндәр өлөшө дөйөм халыҡтың ете процентын тәшкил итһә, был ил халҡы ҡарт һанала. Пенсия йәшенә етеүселәр беҙҙә 2006 йылдан алып арта. Былтыр уларҙың һаны 32,4 миллион кеше булған. Был дөйөм Рәсәй халҡының 22,7 проценты, тигән һүҙ. Һәр һигеҙенсе кеше (13 процент) 65 йәштән өлкән.
2020 йылға хеҙмәткә яраҡлы кешеләр һаны 87 миллиондан 79 − 80 миллионға тиклем әҙәйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға