05.07.2013 Был аҙнала беҙҙе йылмайтты
Америка махсус хеҙмәттәренең йәшерен операциялары, йәғни миллионлаған телефон һөйләшеүен, ҙур компанияларҙың интернет-серверҙарын ҡарау-тыңлау хаҡындағы мәғлүмәтте донъяға таратҡандан һуң ҡасып йөрөгән Эдвард Сноуден әфәнде тураһында бөгөн күп һөйләйҙәр.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул әле Рәсәйҙә, “Шереметьево” халыҡ-ара аэропортының транзит зонаһында. Президент Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков еткереүенсә, Рәсәй үлем язаһы булған илгә ҡасҡындарын бирмәйәсәк. Путин үҙе Сноуденға шарт ҡуйған – АҠШ-ҡа ҡаршы эшләүен туҡтатһа ғына беҙҙең илдә ҡалыуы мөмкин. Ә ҡасҡын риза булмаған һәм, моғайын, китер ҙә.
Ана шул ҡасҡынға элекке Рәсәй шпионы Анна Чапман тәҡдим яһаған. “Twitter” виртуаль донъяһындағы блогында туп-тура һораған: “Сноуден, һин миңә өйләнәһеңме?”. Чапман, 2010 йылда АҠШ-та, Рәсәй Хөкүмәте файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынғандан һуң, Американан ҡыуылған ваҡытта танылғайны. Береһе ҡасҡан, икенсеһе ҡыуылған, дөйөм алғанда, бәләләре оҡшашыраҡ был кешеләр парлашһа, ҡалай үҙенсәлекле биографиялы ғаилә булыр ине.