«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Етмеш төрлө һөнәрле ҡыҙ



28.06.2013 Етмеш төрлө һөнәрле ҡыҙ

Етмеш төрлө һөнәрле ҡыҙЭлегерәк ҡырын тейәгән, ауыҙына тәмәке ҡапҡан кеше башҡаларҙан “текә” күренһә, замана стереотиптары, шөкөр, тамырынан үҙгәрҙе. Бәхеткә күрә, бөгөн халыҡты сәләмәт тормош нығыраҡ ылыҡтыра. Арабыҙҙа физик яҡтан сыныҡҡан, киң ҡарашлы, насар ғәҙәттәре булмаған, маҡсатына ҡыйыу атлаған йәштәребеҙ күп булыуы һөйөндөрә. Өфө районының Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Эльмира Насирова ла тап шулар рәтенән. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Өфөлә йога буйынса курс асырға йөрьәт иткән.
Ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлағас, сауҙа-иҡтисади колледжында то­ва­­ровед һөнәрен ала. “Ҡайҙа уҡыр­­ға барырға, тигән һорау алдыма баҫҡас, әсәйемдең кәңәшен тоттом. Диплом алғас, бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй башланым, – ти Эльмира. – Оҡшама­ған эшкә көн дә йөрөү ҙур ғазапҡа тиң икән. Шулай ҙа, ты­рыш­ҡанда, был өлкәлә карьера эшләй алыр инем”.
Әммә ул үҙен алдамаҫҡа була һәм күңеленә ятҡан шөғөлгә тотона. Бала саҡтан бейергә, спорт менән шөғөлләнергә яратҡан ҡыҙҙың ҡулына осраҡлы рәүештә йога буйынса диск эләгә. Ул үҙ аллы йога системаһын өйрәнә, асандар (күнегеүҙәр) эшләй башлай. “Ҡатмарлы асандарҙы атҡар­ғанымды күреп, әсәйем, юҡҡа үҙеңде яфалайһың, ти торғайны. Әммә был эш миңә бик оҡшағас, ауырлығы бер ҙә һиҙелмәне”.
Бер аҙҙан Эльмира Өфөләге “Йога-йорт” үҙәгендә админис­тратор һәм тренер булып эш башлай. Унда йога системаһы тура­һында тағы ла тәрәнерәк мәғлүмәт туплай. Ә шунан үҙе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йога курсы ойоштора. Уның ҡулында шөғөлләнергә теләүселәр күп булып сыға.
Кеше тәбиғәте менән физик эш өсөн яралған. Әммә бөгөн беҙ әҙ хәрәкәтләнәбеҙ, бик күп стресс кисерәбеҙ, етмәһә, дөрөҫ туҡланмайбыҙ. Һөҙөмтәлә тән ҡата, мускулдар “бушай”, кеше төрлө сирҙәргә дусар була. “Йога – ул тән һәм рух сәләмәтлеге. Уның менән шөғөлләнгән кеше тыныс­ланырға, үҙен контролдә тоторға өйрәнә. Тәндең һәр өлөшөн яҙған еңелсә физик күнегеү организмдың эске көсөн асырға ярҙам итә. Йога барышында тын алыуға ҙур иғтибар бирелә. Күптәр көн дауамында дөрөҫ һулыш алмай, һөҙөмтәлә ағзалар кислородһыҙ интегә (эйе, Эльмира менән тулыһынса килешәм, йоганан һуң һулыш иркенәйә, хатта күҙҙәр яҡшыраҡ күрә башлай! – авт.)”.
Беҙҙең эраға тиклем үк индус­тар кеше миссияһы тураһында уйланған. Шул ваҡытта йога системаһы барлыҡҡа килә лә инде. Улар, кешенең рухы һәм аҡылы туҡтауһыҙ камиллашырға тейеш, тигән фекерҙә булған. Быға, кәүҙә менән идара итергә өйрәнеп, тарҡаулыҡты һәм көсһөҙлөктәрҙе еңеп, өлгәшеп була, тип уйлағандар. Һуңғараҡ йога дини төҫ ала һәм һиндтарҙың ритуалына әүерелә, шулай ҙа ул үҙ асылын юғалтмай. Әйткән­дәй, йоганың ҡайһы бер күнегеүҙәре намаҙ ваҡытында эшләнгән хәрәкәттәргә ауаздаш.
Эльмираның тағы ла бер һөнәре бар. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сәс ҡыҫтырғыстары, брошкалар, ободоктар эшләй. Бөгөн стандарт булмаған дизайнер әйберҙәренә һорау ҙур, уны икенсе төрлө “hand made” (инглиз теленән − “үҙ ҡулдарым менән” ) тип тә йөрөтәләр. Эльмираның эштәрен ҙур теләк менән һатып алалар. “Тегеү буйынса бер ниндәй ҙә белемем булмаһа ла, төрлө кейемдәр тегә башланым. Бәләкәй саҡта ҡурсаҡтарымдың модельеры булдым. Былтыр биҙәүес әйбер­ҙәр эшләүгә тотондом. Күҙ алдыма яңы-яңы эскиздар килә, мин шуларҙы тиҙ генә тормошҡа ашырып ҡуям. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырылған матур әйберҙәр ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә”, – ти ул.
Сәғәттәр буйы телевизор алдында, интернетта ултырыусылар күп арабыҙҙа. Эльмира иһә һәр минутын файҙалы итеп үткәреү яғында. “Бушыраҡ ваҡытта ҡулыма китап алам. Яңыраҡ Екатерина Икенсе, Генрих VIII ҡатыны тураһында уҡыным. Шулай уҡ мейебеҙҙең мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт мауыҡтырғыс булды”, – ти.
Ҡыҙҙы тирә-яҡ мөхит проблемаһы бик борсой. “Кешенең тәбиғәткә тик ҡулланыусы булараҡ ҡына ҡарауы, уны артыҡ тәләфләүе экологик һәләкәттәргә килтерә. Кеше менән тәбиғәт араһында гармония булдырыу тураһында уйланырға ваҡыт. Уның хаҡында хәстәрлек күреү – буласаҡ балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ тураһында уйлау ул”, – ти ул.
Эльмира әлеге мәлдә Башҡорт физик культура институтында уҡып йөрөй. Уны тамамлағас, һауыҡтырыу гимнастикаһы инс-трук­торы булып эшләргә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта Ҡабаҡ ауылында ла балалар һәм ҡыҙҙар өсөн йога үҙәге асып, һауыҡтырыу һәләтенә эйә булған курс алып барырға уйлай. Үҙ аҡылына һәм көсөнә ныҡ ышанған ҡыҙға гел уңыштар йылмайһын!
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға