«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баймаҡса «ипотека»



02.11.2010 Баймаҡса «ипотека»

Баймаҡса «ипотека»«Кемдер ҡатлы йорт һалып, уға газ индерә алмауына ҡайғырһа, беҙ ипотекаға өй төҙөтә алмай интегәбеҙ. Улым, Хәсәнов Илдар Ғимаҙи улы, «Ауыл ерендә йорт төҙөү» программаһын файҙаланып, ипотекаға йорт һалырға булды. Төҙөлөш менән булышырға ваҡыты юҡ – дауаханала яуаплы эштә – хирургия бүлеген етәкләй. Фәҡәт йорт ҡына: ҡура, ихата, мунса һәм башҡалары хужа елкәһендә булырға тейеш. Кредитҡа 650 000 һум аҡса алып, Темәс леспромхозы директоры («Һаҡмар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) Макаров Борис Василий улынан төҙөлөш эштәрен башлаттыҡ. Баймаҡ районы хакимиәтенән был эште башҡартыусы – Замотаев Константин Петрович. Ике йыл эсендә нигеҙ, брустан стеналар, профнастил ҡыйыҡ, иҙән-түшәм таҡталарынан башҡа бер ни ҙә эшләнмәгән. Тәҙрә, ишек, һылау, мейес, йылытыу селтәре, һыу, ут, газ, буяу – былар береһе лә юҡ, быны хатта «ҡара вариант» тип тә атап булмай. Макаров иһә ошоно «черновая отделка» тип атай; был 650 000 һум аҡсаға бынамын тигән әҙер йорт алырға булыр ине. Бер йыл инде бер ниндәй эш башҡармай, аҡса юҡ, ти ҙә ҡуя. Тағы ла һигеҙ ғаилә беҙҙең кеүек бәләгә дусар; тик өс кенә ғаилә өйҙәрен тейешле кимәлгә үҙҙәре еткереп килә, тик улар ҙа йәшәй башламаған әле. Туғыҙ ғаилә аҡсаһын һыу төбөнә һалды, ахыры. Бының өсөн берәү ҙә яуап та бирмәй, талап та итмәй, берәүҙең дә тыны ла сыҡмай. Йәш ғаиләләрҙең аҡсаһын, ваҡытын, ынтылыштарын юҡҡа сығарҙы был урам, тип ҡайғырам.

Рәйсә Солтанмәхмүт ҡыҙы Хәсәнова, мәғариф ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы».

Баймаҡса «ипотека»
«Һаҡмар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Макаров Борис Васильевич, гәзиткә килгән был хат хаҡында ишеткәс, оҙаҡ ҡына уйланып алды, шунан үҙенең позицияһын аңлатып бирҙе:
– 2006 йылда мине Баймаҡ районы хакимиәтенә саҡырттылар. Барһам, унда «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баймаҡ, Сибай урмансылығы етәкселәре йыйылған. Хакимиәт вәкилдәре беҙгә, районға ауылдың социаль үҫеше программаһы буйынса финанс ярҙамы күрһәтелә, шул аҡсаны тиҙ арала алып, тотоноп ҡуйырға кәрәк, тине. Йорт күтәрергә теләүселәргә 450 000 һум льготалы кредит бирелә, унан тыш кешеләр үҙҙәренең 200 000 һум аҡсаһын ҡушып, ошо аҡсаға йортло булырға тейеш, тип аңлаттылар, һәм ошо заказды алырға тәҡдим иттеләр. Башҡалар баш тартты, мин ризалаштым. Ул йылда 650 000 һумға йорт төҙөп, табыш алырға була ине. Дүрт хужа менән килешеү төҙөнөк, улар беҙгә йәһәт кенә аҡсаларын күсерҙе, һәм ошо уҡ йылда беҙ улар­ға брустан тимер ҡыйыҡлы йорттар һалдыҡ. Был кешеләрҙең беҙгә дәғүәләре, үпкәһе юҡ.
Киләһе йылда хәл ҡабатланды – тағы ошо мәсьәлә буйынса мине район хакимиәтенә саҡырҙылар. Тағы аҡса күсерелеүен, тиҙ арала тотонмағанда, аҡсаның янасағын аңғарттылар, тағы йорт төҙөргә тотонорға өгөтләнеләр. Төҙөлөш материалдарына хаҡ артты, шуға ла был йорттар былтырғыса 650 000 түгел, ә 750 000 һумлыҡ буласаҡ, тимәк, аҡса ҡушырға кәрәклеген, шунһыҙ төҙөлөштө тамамлай алмаясағымды кешеләргә аңлаттым. Бөтәһе лә был хәлде аңлап ҡабул итте.
Шунда уҡ баш тартырға кәрәк булған был заказдан, тик, хакимиәт менән яҡшы мөнәсәбәттә ҡалыуҙы хуп күреп, баш тарта алманым. Миңә бында артабан да эшләргә кәрәк бит. Тағы дүрт йорт күтәрҙек, был йорт хужаларының икәүһе беҙгә ваҡ-төйәк эштәр буйынса ризаһыҙлыҡ белдерҙе, уларын хәл итергә тырыштыҡ.
Иң ауыры өсөнсө йылда, 2008 йылда булды. Ярҙам аҡсаһы шул уҡ, ә төҙөлөш материалдарына хаҡ аптырарлыҡ булып артты. Тағы хакимиәттең һүҙен ҡыя алманым, тағы кешеләргә, был аҡсағыҙ етмәйәсәк, йорт смета буйынса 900 000 һум тирәһе буласаҡ, тип аңлаттым. Бына ошо һуңғы ағымдағы заказсылар ҙа инде был хат авторҙары.
Минең хаталарым ниҙә булды һуң? Беренсенән, шикле эштән өҙә һуғып баш тарта алманым. 2006 йылғы тәүге йыйылышта уҡ баш тартҡан ойошма директорҙарының береһе, шәхси кешеләрҙең аҡсаһы булмай бит, юҡҡа ҡыҙыҡтың һин, тип көлгәйне. Икенсенән, төҙөлөш материалдарына хаҡ арта, ә миңә шул аҙ аҡсаны ла урыҡ-һурыҡ итеп тапшыра килделәр – быны касса квитанциялары ла дәлилләй. Өсөнсөнән, иң ҙур хатам – кешеләргә йылдан-йыл төҙөлөштөң ҡиммәтләнеүен әйтә килеп тә, эш башлар алдынан уларҙан килешеүгә ошо хаҡта өҫтәмәләр индереп, унда ҡул ҡуйҙырып, рәсми документтар булдырып барманым. Әле төҙөлөп бөтмәгән йорт хужалары мине судҡа бирҙе, тыңлауҙар бара. Төҙөлөш хаҡында килешеүҙә һүҙ йорт төҙөү менән бәйле эштәр алып барыу хаҡында бара, ә баштан-аяҡ әҙер йорт һалып биреү хаҡында түгел, шуға таянып яҡлайым үҙ позицияларымды.
Борис Васильевичҡа, килеп тыуған мәсьәләне судҡа, бәхәскә еткермәй хәл итергә тырышманығыҙмы, тигән һорау бирҙем. Йорт төҙөгәндә арзаныраҡ материалдар ҡулланырға ла була бит. Буялған ҡалай ҡыйыҡ урынына – шифер, бетон нигеҙ урынына – таш нигеҙ, брус урынына – ғәҙәти бура, мәҫәлән...
– Төҙөлөш нормативтары буйынса, бетон нигеҙҙең хаҡы дөйөм йорт хаҡының 10 – 15 процентын тәшкил итергә тейеш. Әлбиттә, был бик юғары хаҡ. Нигеҙ әҙерләү, буласаҡ йортто ҡойма менән уратыу, тышта бәҙрәф эшләү – былар барыһы ла дөйөм төҙөлөш хаҡына йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Шуға ла арзаныраҡ материалдар ҡулланыу варианты минең дә башҡа килгәйне ул. Хаҡтар артҡас та, Темәстәге үҙебеҙҙең бер эшсегә тап шундай эконом-вариантлы йорт һалып биргәйнек. Әммә был тәҡдимде ҡаланың архитекторы кире ҡаҡты – ҡаланың йөҙөн йәмләрлек йорттар кәрәк, тине ул.
Шулай ҙа мин ошондай хәлгә ҡалған заказсыларҙың хәлен аңлайым. Хатта уларға йорттарын төҙөп бөтөргә лә ярҙам итергә булыр ине лә, тик иҡтисади көрсөк ныҡ ҡына итеп бәкәлгә һуҡты, бер нисек тә баш ҡалҡытып, ярҙам күрһәтә алырлыҡ хәл юҡ. Әле заказдар ҙа кәмене, етмәһә, леспромхоздың биналары, йыһаздары ла байтаҡ, уларҙы төҙөк хәлдә тотор өсөн сығымдар күп. Эшселәрҙе лә ас һалып ҡуйып булмай. Барыһын да аңлайым, әммә үҙебеҙҙең эштәр мөшкөл. Килеп тыуған мәсьәләгә минең ҡарашым ошолай. Һәм һәр бер әйткән һүҙем, ҡулланған һандарҙы дәлилләгән иҫәпләүҙәребеҙҙе ҡулланып, судта ҡатнашҡан көн әлеге ваҡытта. Йортҡа заказ биреүселәрҙе алдан аҡсалары етмәйәсәген аңғарттым, тик был хаҡта рәсми рәүештә өҫтәмә килешеүҙәр төҙөп, заказсыларҙан ҡул ҡуйҙырмауым ғына насар булды. Суд нимә тиер?
«Һаҡмар урман сәнәғәте хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорынан һуң Баймаҡ районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Константин Петрович Замотаевҡа индем, хакимиәттең был мәсьәлә буйынса ҡарашын ишетергә теләк белдерҙем.
– Булды ундай хәл. БР Торлаҡ фонды льготалы кредит бүлде, Макаров ул аҡсаға йорттар төҙөргә тип йөкләмә алды. Беҙҙең бурыс, ошо федераль программала ҡатнашырға теләк белдереүсе кешеләрҙе һәм төҙөлөш алып барасаҡ ойошма табып, уларҙы осраштырыу булды. Беҙ был бурысты атҡарҙыҡ, ә ҡалғаны иһә – тулыһынса заказсылар һәм подрядсы араһында хәл ителә торған проблемалар, уларына беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Шулай ҙа бер нисә тапҡыр хакимиәттә дәғүә белдереүсе заказсыларҙы һәм Һаҡмар леспромхозы директоры Борис Васильевич Макаровты осраштырып, ниндәй­ҙер уртаҡ фекергә килергә өгөтләнек. Хатта улар ниндәйҙер килешеүҙәргә килгән кеүек тә булғайны, ахыры. ҡабатлап әйтәм, был эштә район хакимиәте дәғүә белдереүсе лә, яуап биреүсе лә, уларҙың бәхәсенә ҡағылышлы яҡ та түгел.
К. Замотаевтан һуң дәғүәселәр менән осрашырға һөйләшеп килештем. Илдар Ғимаҙи улы Хәсәнов үҙенең төҙөлөп-төҙөлөп тә, һаман төҙөлөп бөтөргә уйламаған йорто янына саҡырҙы.
Алыҫтан ҡараһаң, ысынлап та, мөһабәт күренә шул урам: бер иш брустан һалынған буралар, бер иш зәңгәр ҡалайлы ҡыйыҡтар, бер иш фронтондар. Баймаҡтың йөҙөк ҡашы булырҙай, кешегә күрһәтеп маҡтанырҙай урам... Тик был алыҫтан ҡарағанда ғына...
– Үҙем ҡала дауаханаһында хирургия бүлеген етәкләйем, табипмын. Шуға ла төҙөлөшкә ваҡыт сарыф итеп тормаҫҡа булып, федераль программа буйынса төҙөлөшкә ризалашҡайным. Тик, үҙегеҙ ҡарағыҙ, был йорт тыштан ялтырай, ә эстән ҡалтырай.
Икенсе дәғүәсе – Фәнил Рәғип улы Байғотлин Илдар Хәсәновтың һүҙен ҡеүәтләне:
– ҡатыным Ирина, Илдар кеүек үк, Баймаҡ ҡала дауаханаһында эшләй, шуға ошо программаға беҙ ҙә эләктек. Йортло булырға тип, 2008 йылдың яҙында Макаров менән килешеү төҙөнөк, һәм август айында төҙөлөш башланды. Аҡсаны ваҡытында күсерҙек, әммә Макаров ул аҡсаны төҙөлөшкә тотонманы. Илдарҙың йорто менән ни бары өс кенә эшсе булышып йөрөнө, башҡалары, эш хаҡы булмағас, ҡайтып китте.
Бына был йорттар менән, Илдарҙыҡы йә минеке булһынмы, яҡындан танышайыҡ. Һеҙ мин һанаған етешһеҙлектәрен яҙып барығыҙ. Беренсенән, нигеҙҙең бетоны сифатһыҙ, цементы насар. Үҙем уны лом менән соҡоп ҡараным, шул хәтлем еңел тишелә. Икенсенән, иҙән урҙалары нигеҙ тупрағына күмеп һалынғайны, мин теймәгәндә, тиҙ арала серер ине. ҡайҙа теләйҙәр – шунда арҡыс-торҡос итеп ялғап, арлы-бирле эшләгәндәр. Фотоға төшөрөп алып, аҙаҡтан үҙем уларҙы өҫкә күтәреп һалдым. Иҙән аҫтына елләтеү төнлөктәрен бетон нигеҙҙе тишеп түгел, ә брусты уйып яһап ҡуйғандар. Бына, үҙем яңынан соҡоп тиштем, быныһы өс булды. Дүртенсенән, брустар бер-береһенә ағас шкант менән түгел, ә сөй менән тоташтырылған. Температура үҙгәргән һайын был сөйҙәр дымлана, тутыға, ағасты серетәсәк. Етмәһә, үҙегеҙ күрәһегеҙ, сөйҙәр брустарҙы тота алмай, һәм улар бүҫерелеп сығып тик килә. Бишенсенән, түбә таҡталары бер-береһенә шундай килбәтһеҙ, тишек-тошоҡ итеп һалынғайны. Шулай уҡ фотоға төшөрөп алып, яңынан үҙем түшәп сыҡтым. Алтынсынан, ҡыйыҡҡа профнастил япҡандар, тик аҫтына изоляция материалы һалмағандар, ә был төҙөлөш нормаларын боҙоу була. Тағы, үҙегеҙ ҡарағыҙ, ҡалайҙарҙы ҡыйыҡҡа аҫҡы тулҡынынан түгел, ә өҫкө тулҡынынан шөрөпләп сыҡҡандар. Бушлыҡ ҡалған һәм ел уларҙы ҡаҡшатасаҡ. Быныһын инде ҡабат эшләп тора алманым.
Ысынлап та, тыштан ҡарағанда брустарҙың тарала башлауы күҙгә салына: стеналар тулҡынланып тора, өй мөйөштәрендә йоҙроҡ һыймалы ярыҡтар барлыҡҡа килгән ерҙәре бар. Фәнил, бар етешһеҙлектәрҙе лә һанап сыҡҡас, папкаһынан бер өйөм ҡағыҙ килтереп сығарҙы:
– Был йортҡа киткән аҡсам миллион һумдан ашты. Ошо аҡсаға мин Баймаҡта түгел, Сибайҙа ла яҡшы йорт һатып ала алыр инем. Әммә Макаров арҡаһында һаман йортом да юҡ, элекке йылдан алып булмаған йорт өсөн кредит түләүҙе дауам итәм. Аҡса юҡ, шуға түләүҙәрҙе туҡтаттым, был хаҡта «Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ фонды» дәүләт унитар предприятиеһына хат яҙҙым. «Фонд Һеҙҙең Һаҡмар леспромхозы менән төҙөгән килешеүегеҙҙә ҡатнашмай, беҙҙең алда бурыстарығыҙҙы тиҙ арала ҡаплағыҙ», – тигән йөкмәткеле яуап алдым. Беләһеңме, был өйҙәрҙе нигеҙенә тиклеп ҡутарып ташлап, яңынан, шкантҡа ултыртып йыйыуҙан башҡаһы ҡалмаған. Мин хатта Борис Васильевичҡа, ошо өйҙө ҡутарып, киренән йыйырға яҡынса 200 000 һум аҡса китә, шуны ҡайтарып бирһәң, артабан дәғүәләшмәйәсәкмен, тип тә әйтеп ҡараным, әммә ул ризалашманы. Шул уҡ ваҡытта, бер заказсы Торлаҡ фондынан килгән 450 000 һум льготалы кредитты аҡсалата ҡулына алып, бынамын тигән йорт төҙөп сыҡты. Башҡаларға бындай бәхет тәтемәне: ул егеттең район хакимиәтендә таныштары бар ине... Әле мин һәм башҡалар иһә ошо илке-һалҡы йыйып ултыртылған ҡыйыҡлы, әммә төҙөлөп бөтмәгән йорт өсөн кредит түләргә мәжбүрбеҙ.
Шулай хәлдәр. Баҡтиһәң, йорт төҙөтәм тип, ярыҡ кәмәгә ултырыусылар Өфөлә генә түгел, Баймаҡта ла тотош бер урам бәләгә тарыған икән.
Хушлашҡан саҡта, Фәнил Байғотлин миңә район гәзитенән ксерокүсермә бирҙе. Унда Баймаҡ районының Аҡморон ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Геннадий Архипов хаҡында мәҡәлә баҫылғайны. Баҡтиһәң, был кеше, донъя иҡтисади көрсөгөнә ҡарап та тормай, ауылдаштарына, башҡа теләк белдереүселәргә «әсәлек капиталы» иҫәбенә (300 000 һум) ағастан бынамын тигән йорттар һала икән...
2009 йылдың 25 июнендә йортҡа заказ биреүселәр һәм подрядсылар ҡатнашлығында уҙған йыйылыш протоколын ҡулыма алам. Журналисҡа әйтелгәндән тыш, рәсмиләштереп ҡағыҙға теркәлгәндәрен дә гәзит биттәрендә ҡыҫҡартмай баҫтырыу уңайлы булыр.

Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 9 адресы буйынса төҙөлөүсе йорт хужалары (заказсылары) йыйылышы протоколы.
(Йыйылыш заказсылар инициативаһы буйынса уҙа).
Үткәреү урыны: Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ райо­ны муниципаль районының төҙөлөш бүлеге.
Үткәреү ваҡыты: 2009 йылдың 25 июне.
ҡатнаштылар:
1) Баймаҡ районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары К. Замотаев.
2) Райондың баш архитекторы Р. Рәхимғолов.
3) «Һаҡмар» леспромхозы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ген. директоры Б. Макаров.
3) Төҙөлөш бүлегенең өлкән белгесе – Василий Бритов.
4) Йорт заказсылары: Юбилей урамы, 9\8 – Г. Рәхимова, 9\9 - Р. Байтимерова, 9\10 – И. Байғотлина, 9\11 – Л. Джумаева, 9\12 – И. Хәсәнов, 9\5 – Г. Тотманова, 9\6 – В. Сәйфуллина.
Көн тәртибендә: Юбилей урамындағы төҙөлөш барышы.
Cығыш яһанылар:
К. Замотаев: Заказсыларҙан ялыуҙар килә. Борис Васильевич, ни эшләп йорттарҙы төҙөү һаман да туҡтап тора?
Б. Макаров: Белеүегеҙсә, беҙҙә төҙөлөш миҙгеле май уртаһында башлана. ҡышын төҙөлөш эштәренең сифаты кәмегәнен күҙ уңында тотоп, заказсылар менән килешкәнсә, беҙ ағас-таҡта, төҙөлөш материалдары әҙерләйбеҙ.
Быйыл көрсөк һөҙөмтәһендә беҙҙең дөйөм етештереү күләме ике тапҡырға кәмеп, банкротҡа яҡынлаштыҡ. ҡышын-яҙын эш хаҡы буйынса, электр энергияһы, һалым буйынса бурыстарыбыҙ артып китте. Банкротҡа ҡалһаҡ, бөтә килешеүҙәр, шул иҫәптән һеҙҙең йорттарығыҙ буйынса ла йөкләмәләребеҙҙе үтәй алмаясаҡ инек. Шулай ҙа, бар хәлде йыйып, беҙ көрсөктән имен ҡалдыҡ. Был – беренсенән. Икенсенән, беҙ ҡала хакимиәте үтенесе буйынса 5 – 20 май арауығында райондың эске эштәр бүлеге бинаһында ремонт эштәре менән булыштыҡ. Һуңынан инде төҙөүселәребеҙ район һабантуйы объекттарында (12 июндә уҙҙы), Темәс һабантуйында (14 июнь), Таһир һабантуйында (20 июнь) эшләне.
К. Замотаев: Йорттар буйынса әйтегеҙ.
Б. Макаров: 9\5, 9\6 йорттар (Г. Тотманова, В. Сәйфуллина) өсөн 490 000 һәм 400 000 һум түләнеләр. Был аҡсаны тотондоҡ. Йорттарҙың смета хаҡы 640 000 һум, тимәк, төҙөлөштө тамамлар өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. 9\8, 9\9 йорттар (Г. Рәхимова, Р. Байтимерова) буйынса алынған аҡсаны тулыһынса тотоноп бөтмәнек, быйыл төҙөлөштө дауам итәсәкбеҙ.
9\10 (И. Байғотлина), 9\11 (Л. Джумаева), 9\12 (И. Хәсәнов) йорттарға хужалары 650 000 һум аҡса түләне. Әҙер йорт таптыралар, ә хатта дәүләт хаҡтары менән алған осраҡта ла йорттоң смета хаҡы миллион һумдан ашып китә.
К. Замотаев: Тиҙ арала төҙөлөштө артабан дауам итергә кәрәк. Социаль проект республика хөкүмәте күҙәтеүендә тора. Тотманова һәм Сәйфуллинаға төҙөлөш өсөн аҡса табыу мөһим. ҡалған йорттар буйынса төҙөлөштө дауам итергә, хаҡтарҙы, төҙөлөш индексын иҫәпкә алып, аҡса күсерелгән ваҡытҡа бәйләп, асыҡларға кәрәк. Миҫал өсөн, заказсы аҡсаһын 2007 йылда күсергән булһа, йорт 2009 йылда төҙөлһә лә, хаҡы 2007 йылғыса булырға тейеш.
И. Байғотлина төҙөлөштөң сифаты буйынса дәғүә белдерҙе.
Б. Макаров: Дәғүәләрегеҙҙе яҙма рәүештә алманым. Заказсыға төҙөлөш барышын даими күҙәтергә, дәғүәләрегеҙҙе төҙөлөштө етәкләгән мастерға әйтеп барырға тәҡдим итәм. Мастерға бөтә етешһеҙлектәрҙе шунда уҡ төҙәтеп барырға күрһәтмә бирелгән.

Йыйылышта ҡабул ителде:
1) «Һаҡмар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә кисекмәҫтән төҙөлөшкә тотонорға.
2) Йорт хаҡын асыҡлағанда, БР Төҙөлөш һәм транспорт министрлығы бойороғона ярашлы, төҙөлөш индекстарын ҡулланып һәм торлаҡтың 1кв. метрының уртаса баҙар хаҡтарына таянып һәм аҡса тапшырылған мәлгә бәйләп иҫәпләргә.
3) Г. Тотманова һәм В. Сәйфуллинаға төҙөлөштө дауам итер өсөн артабан аҡса табырға йәки өйҙәрен башҡаларға һатырға.
4) И. Байғотлинаның йортон барып күреп, төҙөлөш буйынса уның дәғүәләренең нигеҙлелеге буйынса ҡарар ҡабул итергә.

ҡарарҙар дөйөм тауыш биреүҙә хупланды, ҡаршылар булманы.

Йыйылыш рәйесе – К. Замотаев.
Йыйылыш сәркәтибе – Б. Макаров.



Илшат ҡАНСУРИН.











Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға