31.05.2013 1323 фән докторы – ялған
Һуңғы ваҡытта илдең мәғариф һәм фән министрлығына ҡарата дәғүәләр арта бара. Улай ғына ла түгел, был ведомствоға йыш ҡына прокуратура хеҙмәткәрҙәре “ҡунаҡҡа” инеп сыға икән. Һуңғы тикшереүҙә былтырғы 1323 докторлыҡ диссертацияһының плагиат булыуы асыҡланған.
Генераль прокуратура министрлыҡты, диссертацияларҙа плагиат барлығын белеп тә, юғары ғилми дәрәжә биреүгә юл ҡуйыуҙа ғәйепләй. Етмәһә, ҡайһы бер яуаплы хеҙмәткәрҙәр диссертация советтарын төҙөү йә уларҙың эшен туҡтатыуға бәйле вазифаһынан файҙаланған. Прокуратура ғилми дәрәжә биреү ваҡытын һуҙыу осраҡтарын да асыҡлаған. Был, улар һүҙҙәренсә, административ кәртәләр ҡуйылыуға, коррупция күренештәренә килтерә. Министрлыҡ диссертация яҙыусыларҙың аттестация эштәрен һаҡлау тураһында ла хәстәрлек күрмәгән – яҙмалар һәр кем алырлыҡ урынға һалынған.
“Московский комсомолец”
гәзите сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.